Дини ғилем @dinigilem Channel on Telegram

Дини ғилем

@dinigilem


Төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Хаттар өсөн:

• ир-егеттәргә: @dinigilem_bot
• ҡатын-ҡыҙҙарға: @katinkizzar_bot

Дини ғилем (Tatar)

Дини ғилем төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Дини ғилем каналында аҡидә буйынса һәм иман нигез һәмдә мөмкин булған другие мәҡаләләр күреләчәк. Фиҡһ буйынса, ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар темалары буйынса мәҡаләләр, аңлатмалар вә башҡа материаллар сайланыргаҙ. Тәзкия буйынса йөрәктәрҙе сафлау вә төп тәлимләр һәм насихатларды тапа алаһыз. Актив беренче хаттар өсөн @dinigilem_bot хәм катын-ҡыз һәм ҡатынларға мөмкин һәм турында дөрес хәбәрләр алынган булыһына һәм хаттарҙы күреп чыга алаһыз. Һәр кимгә каналыңыздан чеммәк, белеммәк вә эшләп булырга һәм төһрәнә ҡатына алаһыз.

Дини ғилем

19 Nov, 13:41


♥️ Ниәттең урыны – йөрәк

"Ниәттең урыны – йөрәк, бер ниндәй эштә лә уның урыны тел түгел. Шуға күрә, кем йә намаҙ уҡыр, йә ураҙа тотор, йә хаж ҡылыр, йә тәһәрәт алыр, йә бүтән берәй эш эшләр алдынан ниәтте тел менән әйтә, шул – Аллаһ динендә булмаған нәмәне әйтеүсе бидәғәтсе. Сөнки Пәйғәмбәр ﷺ тәһәрәт тә алған, намаҙ ҙа уҡыған, саҙаҡа ла биргән, ураҙа ла тотҡан, хаж да ҡылған, әммә ниәтен бер ваҡытта ла тел менән әйтмәгән. Бер ваҡытта ла: "Йә Аллаһ, мин тәһәрәт алырға ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин намаҙ уҡырға ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин саҙаҡа бирергә ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин ураҙа тоторға ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин хаж ҡылырға ниәт иттем", – тимәгән. Бер ваҡытта ла. Сөнки ниәттең урыны – йөрәк. Ә Аллаһ Тәғәлә иһә йөрәктәрҙә нимә барын белеп тора, бер нәмә лә Унан йәшеренмәгән".
 
📚 Мөхәммәт Салих әл-Ғүҫәймин, "Шәрх Рияд әс-Салихин", 1-се бүлеккә аңлатма.

#ниәт #йөрәк #бидәғәт

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

19 Nov, 12:33


Ниһайәт, дуҫтарым менән ҡабат табыштыҡ!

Дини ғилем

04 Nov, 15:08


🗣 Әссәләмү ғәләйкүм! Кемдең Premium-яҙылмаһы бар, "Дини ғилем" каналы өсөн тауыш биреп ебәрһәгеҙ ине, бисмиЛләһ. Яҙмалар аҫтына элеккесә Башҡортостан харитаһын ҡуйып була башлаһын өсөн 4-5 тауыш етә, ин шәә Аллаһ. Алдан уҡ ҙур рәхмәт!

✔️ Тауыш бирергә

Дини ғилем

03 Nov, 10:01


Азатлыҡ

Азатлыҡтың юлы фажиғәле,
Бөгөлдәре хәтәр.
Маҡсатыңа етә алмайынса
Иҫ-аҡылың китер.

Азатлыҡтың юлы фажиғәле,
Йөгө сикһеҙ ауыр;
Боролошта самаламай барһаң,
Өҫтәреңә ауыр.

Азатлыҡтың юлы фажиғәле,
Вәсвәсәһе зәһәр.
Уға ҡаршы тора алмай торған
Нәфсе бар шул, ҡәһәр!

Азатлыҡтың юлы фажиғәле,
Үҙе ҡатлы-ҡатлы.
Азатлыҡ тик уйҙа ғына еңел,
Тик хыялда татлы...


📝 Мәүлит Ямалетдин

#шиғыр

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

03 Nov, 06:01


📝 "До 1860 года среди башкирской молодёжи, служившей в башкирских войсках или в русских воинских частях и учившейся в военных школах, не наблюдалось увлечения русской культурой. Майор Юсуф и другие офицеры в свободное от службы время возвращались в свои аулы в военной форме, но среди них не водилось привычки петь русские песни, исполнять русскую музыку, танцевать европейские танцы. В обстановке дома Карамышевых не было никаких вещей, мебели европейского или российского происхождения, домашнее убранство и сад напоминали быт и традиции сырдарьинского жителя Туркестана.

В советское время некоторые историки опубликовали труды, где утверждается, что уже тогда влияние русской культуры было сильным, но это вовсе не соответствует действительности, и подобные утверждения не более чем влияние сегодняшней пропаганды русских. В то время преимущество русских в области техники можно было принять безоговорочно, но в духовной жизни башкиры, как и многие другие народы, обладали внутренней самостоятельностью, а в нравственном отношении и явным превосходством, и это бесспорный факт. Русские, поселившиеся среди нас как лавочники или кузнецы, очень быстро усваивали наш язык, а их дети впоследствии долго пребывали под воздействием Ислама, а иные, несмотря на запреты Российского законодательства, вообще переходили в Ислам".


📚 Заки Валиди, "Воспоминания", книга I, стр. 16-17.

#зәки #башҡорттар #көнкүреш

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

31 Oct, 14:04


Тәһәрәткә бәйле ҡайһы бер һорауҙар

1) Һорау: Иртәнсәк уянған ыңғайы ғәүрәт ҡапланмаған көйөнсә тәһәрәт алырға яраймы? Ғөсөл ҡойонғандан һуң яңылыш ҡул менән тейергә ярамаған ергә тейһәң, ғөсөл боҙоламы?

Яуап: Ир кешенең ғәүрәте – уның кендегенән алып тубыҡтарынаса тән өлөшө. Шул ғәүрәт ерҙәре тулыһынса ҡапланмаған килеш тәһәрәт алырға ярай. Хатта ниндәйҙер сәбәп менән шыр яланғас килеш тәһәрәт алһа ла, уның тәһәрәте тәһәрәткә һанала. Әммә оят ерҙәр ҡаплы килеш тәһәрәтләнеү яҡшыраҡ (Аллаһ алдындағы әҙәп яғынан).

Оят ергә (енси ағзаға) ҡул менән тейеү бер ниндәй осраҡта ла ғөсөлдө боҙмай.

Тәһәрәткә килгәндә, хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, оят ергә ҡул менән яңылыш ҡағылыу тәһәрәтте боҙмай.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.




2) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Ғөсөл алғандан һуң шунда уҡ намаҙ уҡырға яраймы, әллә намаҙ алдынан айырым тағы ла тәһәрәт алырға кәрәкме? ДжәзәкүмүЛлаһү хайран.

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ!

Ғөсөл ҡойонған кеше бер ыңғайы тәһәрәтле лә һанала (әлбиттә, әгәр ғөсөл ҡойонғанда тәһәрәтте боҙғандай бер нәмә лә эшләмәһә). Шуға күрә, ғөсөл алғандан һуң шунда уҡ намаҙ уҡырға ярай.

Әгәр ғөсөл ҡойонғанда тәһәрәтте боҙғандай нимәлер эшләһәгеҙ, шул ғөсөлдөң эсендә үк тәһәрәттә йыуылырға тейеш тән өлөштәрен кире йыуып үтергә мөмкин.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.




3) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы шайтанашыҡҡа тиклем йыуыу дөрөҫөрәкме, әллә тубыҡҡа тиклемме?

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Иң дөрөҫө – ашыҡ һөйәктәренә тиклем йыуыу (ашыҡ һөйәктәре менән ҡуша). Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе шулай тәһәрәт алған.

Аяҡтарын тубыҡҡа тиклем йыуып тәһәрәт алыусы бәғзе бер сәхәбәләр булған, эйе (күберәк сауапҡа ирешергә теләгәндән), әммә был – уларҙың шәхси ижтиһады.

Мәҙһәп китаптарында: "Ашыҡ һөйәктәренән бер аҙ өҫкәрәк мендереп йыуыу – мүстәхәб", – тигәндәр. Әммә был фарыз йә сөннәт түгел.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.




4) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Әгәр газ сыҡһа, тәһәрәт боҙоламы, тулыһынса яңынан алырға кәрәкме, әллә нимә? Мине бөгөн бутанылар.

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ! Эйе, газ сығыуы тәһәрәтте боҙа. Тәһәрәтте тулыһынса яңынан алырға кәрәк.



5) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ. Бер һорауым бар: бәҙрәфкә Аллаһ исеме яҙылған аҫма (урыҫса – подвеска, кулончик) менән инергә яраймы?

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ.

Бәҙрәфкә Аллаһтың исеме яҙылған бер әйберҙе лә индерергә ярамай (мәкруһ).


#һорауяуап #тәһәрәт #әҙәптәр

© "Башҡорттарға – дин!"

Дини ғилем

31 Oct, 10:01


🍷 Эскән мосолманды эшкә алырға яраймы?

(хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)

ҺОРАУ: Мин эш эҙләгән бер мосолман ҡәрҙәште беләм. Әммә, кешеләрҙән ишетеүемсә, ул ҡайһы ваҡыт эсеп ала. Миңә уны ялларға яраймы?

❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Иҫерткес эсемлек эсеү – Ислам буйынса, Аллаһ тыйған харам эш һәм ҡәһәрле ҡылыҡ. Хәмер эсеүсене Пәйғәмбәр ﷺ үҙе ләғнәтләгән.

Әммә һеҙ ул кешенең боҙоҡ эштәре өсөн яуаплы түгелһегеҙ. Әгәр уны эшкә алыу уның хәмер эсеүенә туранан-тура сәбәп булып тормай икән, ялларға рөхсәт ителә.

Уға эш биреүсе һәм вазифа (дәрәжә) яғынан унан өҫтә тороусы кеше булараҡ, һеҙгә ваҡыты-ваҡыты менән уға был оло гонаһты ҡалдырырға нәсихәт [йә хатта бойороҡ] биреп тороу тейешле.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.

📝 Фәтүә биреүсе: Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй. Фәтүәне тикшереүсе һәм хуплаусы: Ибраһим Десәи мөфтөй.

#фәтүә #хәмер #кәсеп

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

30 Oct, 06:01


Ниндәй ҡан нәжес?

Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаhи үә бәрәкәтүһ! Тәһәрәт тураһында мәғлүмәт күп булды, әгәр һорауым ҡабатланһа, ғәфү итегеҙ. Ҡан нәжес булғас, тәһәрәтте боҙа бит инде, ә сей ит, сей балыҡ менән эш итеү шулай уҡ боҙамы? Рәхмәт!

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

1) Нәжескә ҡағылыу тәһәрәтте боҙмай. Тәндәге йә кейемдәге нәжес тейгән урынды йыуырға йә бүтән юл менән таҙартырға ғына кәрәк. Яңынан тәһәрәт алырға кәрәкмәй.

Әммә, мәҫәлән, кейемдәге ҡан тейгән урынды яҡшы итеп йыуғандан һуң да, ҡандың эҙе тап булып тороп ҡала икән, ул инде нәжес түгел. Бындай кейемдә намаҙ уҡырға ярай.

2) Балыҡ ҡаны нәжес түгел. Аҡҡан хәлдә лә.

3) Бүтән хайуандарҙың (һәм кешенең) аҡҡан ҡаны ғына нәжес. Мәҫәлән, мал салғанда тамырҙарҙан ағып сыҡҡан ҡан бысраҡ һанала.

Аҡмаған ҡан иһә нәжес түгел. Мәҫәлән, малды салғандан һуң ит эсендә ҡалған ҡан (ағып сыҡмай торған ҡан) нәжес түгел. Һәм ул хәләл (итте шул ҡаны менән ҡуша бешереп ашайһығыҙ, ҡурҡынысы юҡ).

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.


📌 "Нәжес" төшөнсәһе
📌 Хаҡиҡи (матди) нәжес
📌 Нәжес нисек таҙартыла – 1
📌 Нәжес нисек таҙартыла – 2

#һорауяуап #нәжес #ит

© "Башҡорттарға – дин!"

Дини ғилем

23 Oct, 14:37


Канал (тәржемә) эшендә һәм уҡыу эшендә ярҙам итергә теләүселәр өсөн:

5469 0600 2671 2601 (ЗФ).

Дини ғилем

23 Oct, 08:24


🍔 Мосолманға ресторан йә кафе асырға яраймы?

(хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)

ҺОРАУ: Ресторан йә кафе асырға шәриғәт рөхсәт итәме, шуны белергә ине? Хәмер һәм тәмәке тураһында уй юҡ, тик хәләл нәмәләр генә тәҡдим итәсәкмен. Ә бына банкет-фәләндәр мәлендә ни эшләргә? Әгәр ҡунаҡтар үҙҙәре менән хәмер алып килһә, бының өсөн миңә гонаһ буласаҡмы? Ғөмүмән, ресторандар һәм кафелар өлкәһендә нимәләр рөхсәт ителгән? Рәхмәт!

❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Түбәндәге талаптарҙы үтәү шарты менән һеҙгә ресторан йә кафе асырға ярай:

1⃣ Һеҙ бер ниндәй ҙә иҫерткес эсемлектәр һатмаясаҡһығыҙ;

2⃣ Һәм һеҙ Ислам дине тыйған бер ниндәй ҙә харам аҙыҡ-түлек һәм харам ризыҡтар менән булышмаясаҡһығыҙ (һатыуҙа ла, заказ ҡабул итеүҙә лә).

Ресторанығыҙҙа (йә кафеғыҙҙа) айыҡ банкеттар ойошторорға мөмкин. Әммә ҡунаҡтарҙың үҙҙәре менән хәмер индереүенә юл ҡуйырға ярамай.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.

📝 Фәтүә биреүсе: Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй. Фәтүәне тикшереүсе һәм хуплаусы: Ибраһим Десәи мөфтөй.

#фәтүә #кәсеп #хәмер

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

22 Oct, 14:02


Ит ашамаҫ өсөн алдашыу

Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаhи үә бәрәкәтүһ. Ҡунаҡта, туғандар менән йыйылышҡанда, хәләл ит булмағас, ашамағас, үсегәләр, хөрмәт итмәү, тиҙәр. "Яңы дин тота, ул сектант, дингә ул хәтле ныҡ бирелергә ярамай", – тип яманлағандарын да беләм. Шулайтып аптыратмаһындар өсөн, мин "веган", тип кенә әйтергә рөхсәт ителәме, әллә был алдау буламы? Уларға аңлатһаң да, һорауҙарына яуап бирһәң дә, ҡолаҡтарына алмай, көлөшөп тик ултыралар барыбер.

ДжәзәкүмүЛлаhү хайран.


Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Вегетариан булмаған кеше: "Мин вегетариан", – тип алдашырға  тейеш түгел, әлбиттә. Етмәһә, тап вегетарианлыҡ – ул бит үҙе "яңы дин" һәм сектантлыҡ ғәләмәте. Тик "сектант" берәй башҡорт йә иһә "сектант" берәй мосолман ғына үләнсе (вегетариан) була ала, ысынында. Ниндәйҙер ауырыу сәбәпле генә ит ашамай йөрөмәһә инде.

Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн, ҡунаҡҡа барыр алдынан (йә табынға ултырыр алдынан) хужа кеше менән айырым, аулаҡта һөйләшеп алығыҙ. Бер кеше менән алдан аңлашыу аҙаҡ күп кеше менән аңлашыуға ҡарағанда һәр ваҡыт байтаҡҡа еңелерәк.

Мәҫәлән: "Мин иттең хәләллегенә ныҡ иғтибар итәм, динем шулай ҡуша. Шуға намаҙ уҡыусы кеше салған малдың ғына итен ашайым. Йә – әгәр ит аҙығы кибеттән һатып алынған икән – тышында "хәләл" тигән яҙыуы булғанын. Аңлап ҡабул итегеҙ, рәхмәт. Әгәр ит хәләл түгел икән, һеҙгә ҡунаҡҡа бара алмаҫмын инде, ғәфү итегеҙ, кеше алдында аш ашамай ултырыу уңайһыҙ булыр. Бында һеҙҙең яҡтан бер ғәйеп тә юҡ, борсолмағыҙ", – тигәнерәк һүҙҙәр менән бер нисә көн алдан иҫкәртегеҙ.

Әгәр яҡын таныш икән, итте бергәләп барып һайларға йә ҡайҙан хәләл ит алырға мөмкин икәнен кәңәш итергә мөмкин.

Бик булмаһа, һеҙҙең өсөн айырым бешерһендәр. Итһеҙ йә кибеттән алынған (йә үҙегеҙҙең) хәләл ит менән. Ҡыҫҡаһы, йорт хужаһының һеҙҙең менән ниндәй кимәлдә үҙ-ара аңлайыш һәм ихтирам булыуынан сығып эш итегеҙ. Бөтә кеше менән дә уртаҡ тел табып була, ин шәә Аллаһ (Аллаһ теләһә).

Әгәр ҙә инде табын алдынан ғына аулаҡта һорашып, иттең намаҙ уҡымаған кеше салғанын белеп ҡалһағыҙ, һеҙгә аш һалмауҙарын һорағыҙ. Сәй генә эсерһегеҙ ҙә, турама ғына ашарһығыҙ. Әммә был осраҡта ла хужаға алдан аулаҡта әйтеп ҡуйыу яҡшыраҡтыр. Аҙаҡ, алдығыҙға аш ҡуйылғас, бөтә кеше алдында аштан баш тартып, быны дин менән аңлатып ултырғансы.

Әгәр бер нисек тә хужа менән алдан һөйләшеп булманы икән һәм иттең хәләллегендә ныҡ шикләнәһегеҙ икән, аштан шым ғына баш тартығыҙ. Кеше ыңғайына һөйләшеп, икмәк-йыуаса, емеш-еләк ҡапҡылап ултырығыҙ ҙа, аҙаҡ, тәрилкәләрҙе йыя башлаһалар: "Апай, ашай алманым, бөгөн аш бармай, ғәфү итегеҙ, рәхмәт. Мин ҡайһы ваҡыт шулай итле-майлы аш ашай алмайым", – тигәнерәк дөйөм (еңел) һүҙҙәр менән ғәфү үтенегеҙ.

"Итегеҙ әллә хәләл, әллә юҡ, шуға ашаманым", – тип һөйләшергә ярамай. Был әҙәпһеҙлек булыр. "Намаҙ уҡымаған кеше – ул әллә мосолман, әллә кафыр", – тигән һүҙҙәрҙе лә ҡунаҡта күтәреү ныҡ урынлы түгел. Шуға күмәк кеше алдында аштан баш тартҡан саҡта динде ҡыҫтырмаҫҡа тырышығыҙ.

Әгәр табында бөтә кеше һеҙҙең ауыҙға ҡарап, һеҙҙең һәр һүҙгә: "Эйе, эйе", – тип ултырғандай абруйлы ҡунаҡ икәнһегеҙ, ул сағында, әлбиттә, икенсе төрлө лә, иркенерәк тә һөйләшергә мөмкин.

Әммә алдашырға ярамай. Һеҙҙе аңларҙары шикле булған йәмәғәт алдында бөтә хаҡиҡәтте ярып әйтмәү иһә – алдашыу түгел.

Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан.

#һорауяуап #ит #ғәмәли_кәңәштәр

© "Башҡорттарға – дин!"

Дини ғилем

20 Oct, 16:00


"Сөнки, – тип аңлата ғалимдар, – бәлә, ҡаза, ҡайғы һәм башҡа шундай ауырлыҡтарҙы Аллаһ Тәғәлә кешеләргә улар аңға килһен, ғафиллыҡтан уянһын, һиҫкәнһен, гонаһтары өсөн тәүбә итһен, Аллаһҡа һыйынһын өсөн ебәрә. Ләкин шундай бәлә, һынауҙар ваҡытында ла гонаһтарҙан туҡтай белмәү, Аллаһтан оялмау һәм ҡурҡмау – ысынлап та, һәләкәттең дә һәләкәтелер. Ундай йөрәктәр, тимәк, йә мәрттә, йә үле.

Ә йөрәк үлеүенән дә ҡурҡынысыраҡ ниндәй тағы һәләкәт булырға мөмкин?.."

Дини ғилем

20 Oct, 10:32


Яңылыҡтарҙы уҡыйһың да, урамға ҡарайһың да, ҡайҙа – ысынбарлыҡ, ҡайҙа төш икәнен аңлай алмайһың. Беҙҙән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына көнө-төнө шартлау, атыш, үлтереш, таш емеректәр аҫтында ҡанһырап ятҡан балалар, тереләй янған әсәләр, урын еткерә алмаған дауаханалар, дарыу еткерә алмаған табиптар, ҡоралы юҡ һалдаттар... Ә бында, урамға сыҡһаң – кино, ҡалъян, аяҡтуп, шаурма, хип-хоп, Тик-Ток... Бөтәһенә лә күңелле, бөтәһе лә йылмая... Шулай ҡара төнгәсә ултырып, йомшаҡ түшәктәрҙә йоҡлап китәбеҙ ҙә, иртәгеһенә – тағы ашау, тағы аяҡтуп, тағы күңелле музыка, тағы Тик-Ток.

Һәм мин әле ниндәйҙер Америка йә Англия йәмғиәте тураһында яҙмайым.

Юҡ, бында көн дә биш ҡат аҙан әйтелә, баҙарҙарҙа көнө буйы тиерлек Ҡөрьән уйнатыла, мәсеттәр күп, дини китаптар туп-тулы, хөтбәләр урамға яңғырап тора...

Аралары бер нисә саҡрым ғына, ә икеһе – ике төрлө донъя. Әммә бындай ике төр ысынбарлыҡтың бер үк ваҡытта шулай күрше йәшәүе мөмкин түгел. Юҡ!.. Был ике донъяның ҡайһыһылыр – ни бары төш кенә. Эйе, был ни бары төш кенә...

Уянырға ине.

Дини ғилем

18 Oct, 11:45


Йома көнө "Мәмерйә" сүрәһен яттан ғына уҡырға яраймы?

Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. "Кәһф" сүрәһен яттан белһәң, йома көнө уны тәһәрәтһеҙ ҙә яттан уҡырға ярайҙыр, эйе бит? Һәм уны аҙнагистән башлап уҡырға буламы, әллә йома көнө ҡояш сыҡҡандан алып йома намаҙынаса ғына уҡып өлгөрөп ҡалырғамы?

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

"Кем йома көнө "Кәһф" ("Мәмерйә") сүрәһен уҡый, шуға икенсе йомаға тиклем яҡтыртып торған нур бирелер", – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (сахих хәҙис).

"Кәһф" сүрәһен уҡыу ваҡыты кесаҙна көнө ҡояш байыу менән башлана һәм йома көнөнөң ҡояшы байығансы дауам итә, тигән ғалимдар (мәҫәлән, әш-Шәфиғи имам һәм башҡалар).

Сөнки – Ислам буйынса – ҡояш байыу менән, бер тәүлек бөтөп, киләһе тәүлек башлана (ә төнгө сәғәт 12-лә түгел).

Йома намаҙына тиклем уҡып бөтөргә кәрәк, тигән шарт юҡ. Уҡыу ваҡыты йоманың кисенә тиклем (йоманың ҡояшы офоҡ артына инеп юғалғансы) дауам итә. Әммә, әлбиттә, изге эштәрҙе иртәрәк эшләп ҡуйырға тырышыу, һуңға ҡалдырмау хәйерле. "Изге эштәрҙә үҙ-ара уҙышығыҙ", – тигән Аллаһ Ҡөрьәндә (2:148).

Яттан уҡырға ла ярай. Был осраҡта тәһәрәтле булыу мотлаҡ түгел, әммә ғөсөллө булыу мотлаҡ. Шулай уҡ, йома көнө дауамында намаҙҙар эсендә лә уҡырға мөмкин. Әммә барыбер иң яҡшыһы – мосхафтан ҡарап уҡыу (сүрәне яттан белгән хәлдә лә). Сөнки мосхафтан (Ҡөрьән китабынан) уҡыған саҡта күҙҙәр ҙә, ҡулдар ҙа ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнаша, һәм кеше шул рәүешле күберәк сауап ала, тиҙәр.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.


📌 "Мәмерйә" сүрәһен тыңларға ғына буламы?

#һорауяуап #йома #ҡөрьән

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

18 Oct, 09:02


💧 Тәһәрәттең сөннәттәре

Тәһәрәттең сөннәттәре нимә?

Тәһәрәттең сөннәттәре – ун өс эш:

1⃣ Ниәт (тәһәрәт алырға ниәт итеү).

2⃣ Тәсмиә ("БисмиЛләһ" тип әйтеү).

3⃣ Ҡулдарҙы беләҙектәргә ҡәҙәр өс тапҡыр йыуыу.

4⃣ Сиүәк [менән тештәрҙе таҙартыу].

5⃣ Ауыҙ эсен өс тапҡыр сайҡатыу.

6⃣ Танауға өс тапҡыр һыу тартыу.

7⃣ Һаҡалды [һыулы бармаҡтар менән] тарау.

8⃣ Ҡулдарҙың һәм аяҡтарҙың бармаҡ араларын йыуыу.

9⃣ Тәһәрәт алғанда йыуылырға тейешле һәр ағзаны өс тапҡыр йыуыу.

1⃣0⃣ Башты тулыһынса бер тапҡыр һыулап һыпырыу (мәсех эшләү).

1⃣1⃣ Ҡолаҡтарҙы [эстән дә, тыштан да] һыулап һөртөү.

1⃣2⃣ Тәһәрәт алыу тәртибен (эҙмә-эҙлелеген) һаҡлау.

1⃣3⃣ Өҙлөкһөҙлөк: бер ағза кипмәҫ борон киләһе ағзаны йыуа башлау.

♻️ Дауамы бар

📚 Мөхәммәт әд-Дәһләүи, "Тәғлим әл-Исләм әл-Мүраттәб"

#фиҡһ #тәғлим_исләм #тәһәрәт

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

17 Oct, 08:00


💧 Тәһәрәттең фарыздары

Башы бында ♻️

Мәсехтең мәғәнәһе нимә?

Мәсехтең мәғәнәһе: һыулы (еүеш) ҡул менән һыпырыу.

Башты мәсех ҡылыу өсөн ҡулдарҙы ҡайтанан һыулау тейешлеме, әллә алдағы тән өлөшөн йыуғандан ҡулдарҙың еүеш булыуы етәме?

Иң яҡшыһы – ҡулдарҙы ҡайтанан һыулау. Ләкин, әгәр ҡулында [алдағы тән өлөшөн йыуғандан] еүешлек ҡалып, шуның менән мәсехләһә лә, мәсехе дөрөҫ. Әммә бер тапҡыр мәсех эшләгән ҡулдар менән [шунда уҡ] икенсе тапҡыр мәсех эшләп булмай. Шулай уҡ, тәндең һыулы (йыуылған) ерҙәрен һыпырғандан ҡулы еүешләнһә, ундай ҡул менән дә мәсех эшләргә ярамай. Бындай хәлдәрҙә ҡулды мотлаҡ ҡайтанан (яңы һыу менән) һыулау зарур.

Әгәр берәү яланбаш булып, башына ямғыр тамсылары эләкһә, һәм ул һыуланмаған ҡулдары менән башын һыпырып, шул тамсыларҙы таратһа, уның мәсехе дөрөҫ буласаҡмы, әллә юҡмы?

Эйе, бындай мәсех дөрөҫ.

Тәһәрәт алғанда күҙҙәрҙең үҙҙәрен (эске яҡтан) йыуырға кәрәкме?

Юҡ, тәһәрәт алғанда күҙҙәрҙе эске яҡтан йыуырға кәрәкмәй, ундай вәджиб юҡ. Шулай уҡ, танау менән ауыҙ эстәрен йыуыу ҙа мотлаҡ (фарыз) түгел.

Тәһәрәт алғандан һуң берәү башын ҡырҙырһа йә тырнаҡтарын киҫһә, уға яңынан башын мәсехләргә йә тырнаҡтарын йыуырға кәрәкме?

Юҡ.

Әгәр берәүҙең терһәктән аҫта ҡулы булмаһа, [тәһәрәт алғанда] ул шул ҡулын йыуырға тейешме, әллә юҡмы?

Эйе, әлбиттә. Әгәр терһәге йә беләгенең берәй өлөшө бар икән, ул терһәген дә, уның аҫтындағыһын да (беләктең ҡалғанын) мотлаҡ йыуырға тейеш.

📚 Мөхәммәт әд-Дәһләүи, "Тәғлим әл-Исләм әл-Мүраттәб"

#фиҡһ #тәғлим_исләм #тәһәрәт

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

17 Oct, 02:01


🌱 Ата-әсәнең хаҡын ҡайтарыу

Әбү Һүрайра (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итеүенсә, Пәйғәмбәр ﷺ шулай тигән:

✳️ "Бала үҙенең атаһын йә әсәһен ҡол хәлендә табып, уны (ҡоллоҡтан) һатып алып, ирекле итһә, шул сағында ғына уларҙың хаҡын ҡайтара алыр".



Сәғит ибн Әби Бүрдә исемле тәбиғин үҙенең атаһынан [Әбү Бүрдә ибн Әби Муса әл-Әшғәри исемле тәбиғин ғалимдан] риүәйәт итеүенсә:

◾️ Бер мәл ул (йәғни, атаһы Әбү Бүрдә) Ибн Ғүмәр сәхәбә менән (Аллаһ унан риза булһын) бергә булған саҡта, үҙ әсәһен арҡаһына йөкмәп алған килеш Йорт (Кәғбә) тирәләй тауаф ҡылған һәм:

"Мин – әсәмдең күндәм генә бер дөйәһе,
Тик дөйәләй өркөтмәйем үҙ эйәһен!.."

– тип һамаҡлаған бер йәмәнле ир күренә. Шунан был ир:

– Йә Ибн Ғүмәр! Нисек уйлайһың, мин әсә хаҡын ҡайтарҙыммы икән? – тип һорай.

– Юҡ, хатта уның (бала тапҡан саҡтағы) бер ыңғырашаның хаҡын да, – ти уға Ибн Ғүмәр.

Шунан Ибн Ғүмәр (Аллаһ унан риза булһын) үҙе лә тауаф эшләп, Ибраһим маҡамы артында ике рәкәғәт намаҙ ҡыла ла:

– Йә Ибн Әби Муса, ысынында, һәр ике рәкәғәтлек намаҙ унан алдағы бөтә (бәләкәй) гонаһтарҙы юя! – ти.

📚 Мөхәммәт әл-Бохари, "әл-Әдәб әл-Мүфрад", 10-11.

#хәҙис #әҫәр #ата_әсә

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

15 Oct, 16:15


"Ярҙам" сүрәһе (башҡортса)

© t.me/dinigilem

Дини ғилем

15 Oct, 10:01


🚺 Ҡатын-ҡыҙға тырнаҡ үҫтерергә яраймы?

(хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)

ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм! Ҡатын-ҡыҙға оҙон тырнаҡтар үҫтерергә яраймы? Алдан уҡ рәхмәт!

❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Оҙон тырнаҡтар үҫтереү Сөннәткә (Пәйғәмбәр ﷺ өйрәтеп ҡалдырған йәшәү рәүешенә) ҡаршы килә һәм Ислам сихәтенең (гигиенаһының) нигеҙ талаптарына яуап бирмәй.

✳️ "Ун нәмә¹ – фитраттан (тәбиғи таҙалыҡтан):

– мыйыҡты ҡыҫҡартыу,
– һаҡалды ебәреү (үҫтереү),
– сиүәк ҡулланыу (теш таҙартыу),
– танау эсен һыу менән сайҡатыу,
тырнаҡтарҙы киҫеү (ҡыҫҡартыу),
– бармаҡтар араһын йыуыу,
– ҡултыҡ төктәрен йолҡоу,
– түмһәкәй төктәрен ҡырыу
– һәм оят ерҙәрҙе (ярау иткәндән һуң) йыуыу",

– тигән Пәйғәмбәр ﷺ.

📚 Мөслим, "Сахих", 261-се хәҙис.

Был хәҙистән күренеүенсә, тырнаҡтарҙың ҡыҫҡа булыуы – дөрөҫ шәхси сихәттең (шәхси гигиенаның) бөр өлөшө. Ислам тәғлимәте шулай өйрәтә.

Ҡайһы бер сәхәбәләр һәм тәбиғиндәр аҙна һайын тырнаҡтарын киҫеп торор булған. Мәҫәлән, Ғәбдүллаһ ибн Ғүмәр сәхәбәнең (Аллаһ унан риза булһын) һәр йома һайын тырнаҡтарын һәм мыйыҡтарын ҡыҫҡартҡаны билдәле (ҡара: әл-Бәйһәҡи, "әс-Сүнән әл-Күбра", 3/244).

Әгәр бик тиҙ үҫмәһәләр һәм насар тойғо уятырҙай булмаһалар, тырнаҡтарҙы бер аҙнанан күберәк ваҡытҡа ла киҫмәйенсә ҡалдырырға мөмкин. Ләкин ҡырҡ көндән дә оҙағыраҡҡа уларҙы ҡырҡылмаған килеш ҡалдырырға ярамай. Ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла.

✳️ "Пәйғәмбәр ﷺ мыйыҡ ҡырҡыуҙы, тырнаҡ киҫеүҙе, ҡултыҡ аҫтын йолҡоуҙы һәм түмһәкәйҙе ҡырыуҙы беҙгә ҡырҡ төндән дә оҙағыраҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты", – тигән Әнәс ибн Мәлик сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын).

📚 Мөслим, "Сахих", 258-се хәҙис.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.



¹ Хәҙистә, "ун нәмә", тиелһә лә, әммә артабан туғыҙ ғына нәмә һаналған, сөнки хәҙисте тапшырыусыларҙан берәү (Мүсғәб ибн Шәйбә исемле риүәйәтсе) унынсы нәмәнең нимә булғанын аҙаҡ аныҡ ҡына иҫкә төшөрә алмаған. Бүтән ҡайһы бер сахих хәҙистәрҙә фитрат (тәбиғи таҙалыҡ) иҫәбенә ирҙәрҙең сөннәткә ултыртылыуы индерелә. Бәлки, бында ла тап шул ғәмәл төшөп ҡалғандыр. Унынсыһы – ауыҙҙы сайҡатыу, тип тә әйтәләр. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. – тәрж.



📝 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй

#фәтүә #ҡиәфәт #әҙәптәр

© t.me/dinigilem

1,371

subscribers

166

photos

22

videos