🌱Һәр көн ҡояш ҡалҡҡас та, тәнебеҙҙәге
быуындар һанынса саҙаҡа бирергә тейешбеҙ. Ике кешенең араһын яраштырыу - саҙаҡа.
🌱Кешене атҡа атланырға ярҙам итеүең - саҙаҡа, йөгөн күтәрешеүең йәки ултыртып алып барыуың - саҙаҡа.
🌱Яҡшы һүҙең - саҙаҡа.
🌱Мәсеткә, йәмәғәт намаҙына атлаған һәр бер аҙымың - саҙаҡа.
🌱Юлдағы ҡамасаулаған нәмәләрҙе ситкә алып ҡуйыуың - ул да саҙаҡа. Был хәҙисте имам Бухари менән имам Мөслим риүәйәт иткән.
🌱Изге Йома көнөндә саҙаҡа бирергә онотмайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр. Саҙаҡа етмеш төрлө бәлә-ҡазанан ҡотҡарыр.
🤲Раббыбыҙ һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, ҡоростай һаулыҡ-сәләмәтлек, рух ныҡлығы, иман байлығы, ике донъя бәхете, күңел тыныслығы насип итһен, ике йома араһында баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарын ярлыҡаһын ин шәә Аллаһ.
🤲Тиҙерәк ҡан -ҡойоштар туҡтап, тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын, алдағы көндәребеҙ яҡты, тормошобоҙ тыныс, нурлы булһын ин шәә Аллаһ🤲🤲🤲.