🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊 @islambash2020 Channel on Telegram

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

@islambash2020


🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020

🔅 Һорау биреү төркөмө:
https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy

🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊 (Tatar)

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊 каналы - бу, Ислам дини менән бөтөрле истиғаҙатлар менән бөлек. Каналда Тәүәлиәт өсөн мәғәнә мөяләшү вә Ислам дине күңеллеү менән бөлемлекләр булыр. Каналда БТУ каналының 'Йома' тапшырыуы алып барыусыһы вә Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты булыр Сәлиә Мөхәмәтғәлина. Аппаратырсыз куçенче өсөн каналға үңә алырсыһыңыз: https://t.me/islambash2020 🕊

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

13 Jan, 09:34


🕋 Ғөмрә сәфәре менән ҡыҙыҡһыныусылар иғтибарына!

13 февралдән 24-нә тиклемге турға өс урын бар.
- "Все включено" программаһы
- 1640$ (178760 һум)

📲 Белешмәләр өсөн телефон: 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

13 Jan, 04:34


بِسمِ اللّٰهِ الَّذِي لا يَضُرُّ مَعَ اسْمِهِ شَيْءٌ فِي الْاَرْضِ وَ لا فِي السَّماءِ ، وَ هُوَ السَّمِيعُ الْعَلِيمُ

"Бисмил-ләәһил-ләҙии ләә йәдурру мәғәс-миһии шәйъүн фил-әрдыи үә ләә фис-сәмәәъи, үә һүәс-сәмииғүл-ғәлиим".

***

"Көнөмдө Аллаһ исеме менән башлайым. Тик Уның исеме менән генә Ерҙә һәм күктәрҙә бер нәмә лә миңә зыян ҡыла алмаҫ. Аллаһ - Ишетеүсе һәм Барыһын да белеп тороусы".

Ошо гүзәл доғаны һәр иртәнге намаҙҙан һуң өс тапҡыр уҡыу хәйерле.

Матур, ғибәҙәтле булһын яңы аҙнабыҙ 🤲!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

12 Jan, 12:28


🕌Быныһы ысыны. Йома көнө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләмдең мәсетендә ирҙәр алғы рәттәргә ултырырға ашыға. Сөнки Йома вәғәҙендә алғы рәттә ултырыу ныҡ сауаплы.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

12 Jan, 12:27


Быныһы әкиәт 🤦🏻‍♀

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

12 Jan, 12:13


Бына ниндәй уларҙың хәйләһе. Иғтибар менән бер-нисә тапҡыр видеояҙманы ҡарағыҙ әле. Кешенең әйтмәгән һүҙен әйтте тиеп ниндәй ялған эш ҡылалар!
Бииик һаҡ булығыҙ! Интернет фетнәселәренең ҡапҡанына эләкмәгеҙ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

12 Jan, 11:32


Шикарная погода в Мекке!
Ни холодно, ни жарко!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

12 Jan, 11:26


Һорау:
"Мәккә һәм Мәҙинәне һыу баҫҡан тигән видеоларҙы күреп эс боша. Ысынлап та шулаймы икән?"

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

11 Jan, 16:05


Аллаһ миһырбанлы һәм Ул миһырбанлы кешеләрҙе ярата.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Jan, 13:20


Һорау:
"Ә хатын кеше уҡый аламы?иптәше уҡымаһа"

Яуап:
Ҡатын-ҡыҙҙар ғына йыйылһа, ярай. Әгәр ауылда бөтөнләй Ҡөрьән уҡый белгән ир юҡ икән (әстәғфируллаһ), тауышын бормаландырмай ғына монотонно тип әйтәйек, уҡый ала ҡатын-ҡыҙ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Jan, 12:58


Һорау:
"Хәйерле көн, Сәлиә ханым. Күрем вакытында телефондан көрьән укыһаң буламы. Ғәрәп хәрефтәре ен өрәнергә бер группала укып йөрөйөм. Күрем вакытында ярамай укырга тип дәрескә инмәһәң әрләйҙәр дәрестән сыгарбыҙ, тип.хәҙер арыу гына кушып укый башланык инде Әлхәмдүлилләһ. Минең төшөп калгы килмәй. Шуга телефондан көрьән укырга яраймы ?былай мусхафтан укыйбыҙ."

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Jan, 12:47


Һорау:
"Һаумыхыгыҙ,ошоно тыңланымда.Һорауым тыуҙы,тыуғандар йыйып өй хужаһы аят уҡый аламы?"

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Jan, 11:48


Һорау:
"Һаумыһығыҙ Сәлиә туғаным. Мине бер яуап борсой. СВО нан улеп ҡайтҡан, Мосолман егетен, рус ҡәберенә ерләнеләр, хатыны руская, үҙләренең ғөрөф-ғәҙәттәрен сәнғәт ҡуйҙырты. Оҙаҡламай 40 көне була, Әсәһе 40ын мосолман са Ҡөрьән уҡытырға теләй үҙенең ағай-энеһен йыйып. Үҙе шулай ярай микән тип уйлана-хәсрәтләнә. Уҡып йөрөгән Мулла Аят уҡырға риза булмаған. Хаталар булһа яҙыуында гәфү итегеҙ, шул һорау ға яуап бирһәгеҙ ине.
Һеҙгә Сәлиә туғаным, иҫәнлек-һаллыҡ, изге эшегеҙә."

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Jan, 10:05


"УҠЫ" китап уҡыу конкурсы тураһында барығыҙға ла мәғлүмме?
Яңы иғлан - конкурс даталары үҙгәрҙе:
- 19 апрель - онлайн тест
- 26 апрель - финал
"Дини мәктәп" менән берлектә быйыл 3-сө тапҡыр уҙғарабыҙ был матур һәм файҙалы конкурсты.Ҡатнашығыҙ!

Илдар Ғәләүетдиновтың "Благой нрав" исемле китабын уҡып сығып онлайн тестта ҡатнашырға кәрәк. Балдары иң юғары 50 кеше Өфөгә финалға саҡырыласаҡ.
🕋 Төп бүләк - Ғөмрәгә юллама.
Бер финалсы ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ 🎁

📚 Китаптар һатыуҙа бик аҙ ҡалды. Почта аша ебәреү мөмкин. Яҙығыҙ:
89279558645

📌 Видеояҙмала китаптан өҙөк алынды.

Конкурс тураһында төплөрәк телеграм каналында: https://t.me/IQRA_RB

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Jan, 04:44


Намаҙ уҡырға өйрәнеү ауыр түгел ул. Ә бына ғүмер ахырынаса уны дауамлы итеү, һәр көнөңдә ошо ғибәҙәтең ярҙамында холҡоңдо яҡшыға үҙгәртеү, әхлаҡ гүзәллегенә, аң үҫешенә ынтылыу еңел генә эш түгел. Әммә мөмкин һәм иҫ киткес сауаплы...

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Jan, 04:21


🕋 Ғөмрә ғибәҙәтен үтәүсе яҡташтарыбыҙҙың һаны арта, әлхәмдүлилләһ! Илебеҙгә нур, ҡот ҡайта 🤲!
Апрель айына тиклем ошо турҙарға урындар бар:

• 13.02 - 24.02
• 27.02 - 10.03 (Рамаҙан айының башы)
• 3.03 - 2.04 (тулы Рамаҙан айы)
• 21.03 - 03.04 (Рамаҙандың аҙаҡҡы көндәре)
• 10.04 - 20.04

📲 Белешмәләр өсөн телефон: 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

09 Jan, 08:06


Һорау:
"Һаумыһығыҙ, Сәлиә!Кисен аҡшам намаҙы ингәс ауыҙ асабыҙ тигәнһегеҙ.Намаҙҙы уҡығас ауыҙ асырғамы? Намаҙҙан элекме?"

Яуап:
Тәүҙә еңелсә ауыҙ асабыҙ. Финик, һыу менән мәҫәлән. Доғаларҙы ҡылғас намаҙ уҡып алыу яҡшы. Аҙаҡ инде иркенләп ашарға ла мөмкин.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

02 Jan, 17:05


https://umma.ru/noch-raga-ib

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

02 Jan, 12:57


Бөгөн ҡояш байыу менән Рәғәиб төнөнә индек. Изгелек менән уҙғарайыҡ уны 🤲

Был төн нимәһе менән үҙенсәлекле? Түбәндәге һылтанма аша үтеп уҡығыҙ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

01 Jan, 09:59


🌙 Рәжәп айыбыҙ мөбәрәк булһын!

Өфө һәм ҡалаға яҡын райондар өсөн намаҙ ваҡыттары.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

31 Dec, 18:12


🌙 Бөгөн, ҡояш байыу менән изге Рәжәп айына индек. Был ай Аллаһ билдәләгән дүрт хәрәм айҙарҙың береһе. Йәғни ыҙғыш-талаштар, фетнә ҡороуҙар, дошманлашыу һәм башҡа насар ғәмәлдәр ҡылыу айырыуса ныҡ тыйылған миҙгел. Әлбиттә, беҙ башҡа ваҡытта ла гонаһлы эштәрҙән һаҡланырға тейеш. Әммә изге Зөлҡәғдә, Зөлхиджә, Мөхәррәм, Рәжәп айҙарында насар эштәрҙең гонаһы тағы ла ныҡ арттырыла. Бик ныҡ һаҡ була торған осор!

Айҙарҙың иң изгеһе, әлбиттә, Рамаҙан. Шуға ла Рәжәпте артыҡ изгеләштереп ебәреү ярамаҫ. Мосолман тап ошо айҙа Рамаҙанға әҙерлек башлай. Ҡазаға ҡалдырылған йә нәфел ураҙаларын тота, изгелектәрен арттыра, нәфсен тәрбиәләй. Хәрәм айҙар шуныһы менән үҙенсәлекле - хәйерле эштәрҙең сауабы күпләп арттырыла 🌾🌾🌾

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

31 Dec, 07:59


Әлегә намаҙ уҡый, ураҙа тота белмәһәң дә хәмерҙән тыйылырға мөмкин.

Тыйылғандан баш тартыу - үҙе ҘУР ҒИБӘҘӘТ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

27 Dec, 08:45


Аллаһ рәсүлен ﷺ нисек яратырға?

МДУ профессоры Ғашиҡ Сәид Ҡонурбаевтың нәсихәтен тыңлайыҡ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

27 Dec, 08:44


"Мине ата-әсәйегеҙ, балаларығыҙҙан да артығыраҡ яратмайынса тороп иманығыҙ камил булмаҫ", - тине һөйөклө рәсүлебеҙ Мөхәммәт салләЛааһү ғәләйһи үә сәлләм.

АЛЛАAҺҮММӘ САЛЛИ ҒӘЛӘӘ СӘЙЙИДИНӘӘ МҮХӘММӘДИН ҮӘ ҒӘЛӘӘ ӘӘЛИ СӘЙЙИДИНӘӘ МҮХӘММӘД 💚.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

26 Dec, 17:06


Последние дни перед Новым годом.

Как культурно, халяльно и осмысленно вы планируете его провести?

Смысл этих дней в том, что это переход от старого к новому, завершение и подведение итогов, ожидание нового интересного.

Вероятно, Новый год — семейный праздник. Если вы хотите и можете его таковым организовать. Собраться с родственниками вместе и вступить в Новое время вместе!

Мне нравится этот видимый рубеж между старым и новым.

Вероятно, оставить усталость, напряженность прошедшего года.

Осмыслить, в меру возможностей, прошлый год и поблагодарить Всевышнего Аллаха.

Новыми силами начать свой новый виток.

Я разрешаю себе со стороны наблюдать и чувствовать предновогоднюю суету.

Я занимаю свое уютное место и улыбаюсь, предвкушая приятное, загадочное и светлое.

Какое ваше настроение?

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

26 Dec, 14:18


Можно ли поздравлять со светскими праздниками?

Поздравление человека с Новым годом указывает на проявленное внимание к ближнему и пожелание ему добра в новом по григорианскому календарю году. А Дед Мороз, Снегурочка — просто очередная сказка, сказочные персонажи, дарящие подарки, что также является сунной.

Мнение о том, что запретно поздравлять немусульман с их религиозными и национальными праздниками, может быть проговорено знатоком мусульманского богословия, изучавшим его в границах узкой идеологической направленности, либо человеком, ограниченным в своем анализе Корана и Сунны арабским, например, обществом. Интернет-молодежь, повторяющую это мнение на форумах, незнакомую с каноническими азами, я вообще не беру во внимание.

Обычно арабские богословы не могут понять в полной мере те проблемы или ситуации, с которыми сталкиваются мусульмане в обществах, где они составляют меньшинство. Именно не могут, потому что они не сталкивались с этим и не имеют возможности взглянуть на Священный Коран и Сунну более широко, объективно, отойдя от укоренившихся арабских стереотипов, парадигм и подойдя к широте смысла священных текстов, являющихся каноном по своей сути и по широте своего смысла не только для арабов, но и для людей вообще.

Поздравлять немусульман с их религиозными праздниками, как и принимать поздравления от них в полной мере допускается с точки зрения канонов Ислама. Исключением является только дарение явно запретного.

Если же говорить о поздравлении с государственными и иными праздниками, то с этим «вообще нет никаких проблем. Можно поздравлять других, принимать поздравления, а также участвовать в праздничных мероприятиях».

Безусловно, я не говорю о том, чтобы участвовать в распитии спиртных напитков или устраивать дискотеку. Верующий человек преобразует мир. Пусть постепенно, но идя именно навстречу другим, особенно немусульманам!

Люди, изучающие Ислам по-дилетантски, поверхностно и черпающие знания из сугубо идеологизированных источников, как по этой теме, так и по многим другим, в оправдание собственной категоричности (поздравлять — харам) любят цитировать следующий хадис: «Кто старается походить на других, тот — из них». Соглашусь, что узколобая, явно выделяющаяся группа интернет-поколения, накачанная враждебным отношением ко всему, что не вписывается в их рамки понимания религии, очень любит цитировать данный хадис, не имея возможности понять его в свете Корана и Сунны, что на самом деле выдает их невежество.

Любой здравомыслящий, читающий Коран и Сунну в оригинале и изучающий мусульманское богословие во всей широте взглядов, мнений, трактовок и аргументаций, хорошо понимает, что данный хадис, его смысл, трактуем в сторону запрета (а возможно, и нежелательности) тех или иных действий, поступков, употребления словосочетаний или копирования манер лишь в том случае, если есть намерение, сердечный и мысленный настрой уподобиться (копировать, походить, перенимать повадки и привычки) представителей той или иной религиозный группы или сообщества людей, народа, племени.

Полный текст материала:
https://umma.ru/mozhno-li-pozdravlyat-so-svetskimi-prazdnikami#_ftnref25

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

26 Dec, 14:13


"Яңы йылға ҡарашығыҙ ниндәй?" тигән һорауҙы йыш ебәрәһегеҙ.
Шамил хәҙрәт Ғәләүетдиновты тыңлап алайыҡ әле.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

26 Dec, 10:58


Әйткәндәй, кемдәр Рамаҙан айының һуңғы 15 көнөн изге Мәккә һәм Мәҙинәлә уҙғарырға теләй, яҙылып өлгөрөгөҙ! Мин бара торған төркөмгә ни бары 3 урын ҡалды.
📲 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

26 Dec, 09:58


Нисек доға ҡылырға?

Буласаҡ хәжиәләрҙе ғөмрәгә әҙерләгән төркөмөмдән һеҙгә лә бер яҙманы күсереп һалайым. Файҙалы булһын 🤲

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

24 Dec, 11:36


Һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм тормошона бәйле тарихи урындар... Китаптан ғына уҡыма, барып күр!
Ғөмрә сәфәренә яҙылыу дауам итә. Кемдәр ғинуар айына урындар һораған ине? Өсәү бушаны, теркәлергә өлгөрөгөҙ!

• "Все включено" программаһы
• Хаҡы - 1640$ (турфирма курсы буйынса 174660 һум)

📲 Белешмәләр өсөн телефон: 89279558645 (Сәлиә ханым)

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

21 Dec, 13:52


📓 "Бурыс дәфтәре"

Шамил хәҙрәт һәм улы Исламдың финанс грамотлыҡ буйынса шәп кәңәштәрен тыңлайыҡ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

21 Dec, 13:46


Төркөмдә йыш ҡына Шамил һәм Зилә Ғәләүетдиновтарҙың яҡшы кәңәш, үәғәҙҙәрен һалып барам. Минең өсөн улар матур ғаилә өлгөһө. Эшмәкәрлектәрен һәр саҡ һоҡланып күҙәтәм, үрнәк алам. Бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәре, ғаилә һәм йәмғиәт эштәрендә әүҙемлектәре, ысын мәғәнәһендә, беҙгә лә этәргес көс, дәрт бирә!
Замандаштарыбыҙға күҙ теймәһен, мәшәлЛаһ 🤲!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

21 Dec, 04:48


Кесе хаж ҡылырға ниәтләүселәр иғтибарына!

Ғөмрә миҙгеле 2025 йылдың апрель айында ябыла. Үрҙәге графикка ҡарап сәфәрегеҙҙе алдан планлаштырығыҙ.
1) Февраль турына бер-нисә генә урын ҡалды.

2) Рамаҙан айында өс осоу:
- Баштағы 11 көнө
- Тулы бер айға
- Аҙаҡҡы 15 көнө
Урындар барыһында ла һанаулы.

3) Апрель турына урындар бар әле.

✈️ Осоу Өфөнән.
📲 Программалар, хаҡтары буйынса яҙып йә шылтыратып белешә алаһығыҙ: 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

02 Dec, 11:52


🌙 Яңы айға аяҡ баҫтыҡ. Бөгөн Джүмәдәл-ахыр айының тәүге көнө.

Өфө һәм ҡалаға яҡын райондар өсөн намаҙ ваҡыттары 👆

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 13:06


https://vk.com/wall70823015_5773

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 13:04


Һорау:
"Нисә кеше өсөн Умрала тауаф утергә ярай?"

Яуап:
Ғөмрә - айырым бер ғибәҙәт. Кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғөмрә ҡылырға тырышырға тейеш.
Шулай уҡ был ғибәҙәтте башҡалар исеменән дә үтәргә мөмкин. Мәҫәлән, кемдер ҡартлыҡ йә сире сәбәпле бара алмай, йәки мәрхүмдәр өсөн.
Әгәр кеше үҙ аллы бара икән Ҡәғбәтуллаһ янына, үҙе ҡарай инде күпме ғөмрә үтә алыуын. Сиктәр юҡ. Беҙҙең "Умма тур" турфирмаһы менән барғанда 5 ғөмрә ҡылына. Тәүгеһен үҙең өсөн, ҡалған дүртәүһен яҡындар өсөн.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 12:58


Һорау:
"Әссәламегаләйкем вә рахмәтуллаһи вә бәрәкәтүһ 🤲. Ураза кайчан керә. Әйтә алмассыз микән🤲."

Яуап:
Быйылғы Изге Рамаҙан айының тәүге көнө 1 март буласаҡ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 12:04


https://umma.ru/izobrazhenie-v-islame

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 12:04


Һорау:
"Әс Сәләму Ғәлейкүм Салия апай
Дин буйынса ниндәй һүрәттәр төшөрөргә ярай, ә ниндәй ярамай?
Ишеү фото төшөрөү хәрәм түгелме микән?"

Яуапты түбәндәге һылтанма аша үтеп уҡый алаһығыҙ 👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 07:36


Һорау:
"Хәйерле көн! кеше мәрхүм булғас 3,7,40 көндәре нисек дөрөҫ була, үлгән көндән, әллә ерләнгән көндән? Ҙур рәхмәт яуабығыҙға,үҙемә генә яҙһағыҙ ярай"

Яуап:
Бигерәк ошо һорауҙы күп бирәһегеҙ инде, апайҙар. Мәрхүмдәр өсөн көн дә доға кәрәк. Ниндәйҙер 3,7,40-нда ғына түгел. Был динебеҙ талабы түгел, әммә инҡар ҙа итмәйбеҙ. Ҡөрьән уҡылған мәжлестең зыяны юҡ. Түбәндәге мәғлүмәт барыбыҙға ла файҙалы булыр.

umma.ru сайтынан:
Очень хороший обычай, который может только приветствоваться с точки зрения религиозных канонов. Угощение близких и незнакомых, укрепление родственных связей, совершение благого от имени умершего — это все то, о чем говорится в высказываниях пророка Мухаммада (да благословит его Всевышний и приветствует) как о благом и вознаграждаемом. Достаточно даже вспомнить следующие слова посланника Божьего: «О люди! Приветствуйте друг друга миром, кормите и угощайте, молитесь ночью, когда другие спят, — и вы благополучно войдете в Рай». На какой по счету день можно устраивать угощение и приглашать родственников — канонически значения не имеет.Люди установили себе эти сроки в качестве ориентиров, чтобы вспоминать о покойных благой молитвой сообща с родственниками и делать что-то хорошее, например угощать от имени покойного. Последнее канонически приветствуется и имеет немало подтверждений в Сунне. Важно понять, что если бы этих ориентиров не было, то люди крайне мало вспоминали бы об уже ушедших из этой жизни. Строго придерживаться того, на какой день отмечать, не следует. Лучше подвести все к выходному дню, чтобы большее число родственников и близких смогло посетить это мероприятие. Одной из важнейших задач ученых-богословов является просвещение людей в вопросах обязательности, желательности, допустимости, нежелательности или запретности. Ведь очень часто верующие люди, ведомые неуместным проявлением чувства набожности, желательное действие или допустимое возводят в ранг обязательного, а нежелательное делают запретным.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 06:16


umma.ru сайтынан:

Хадис от Са‘ида ибн аль-Мусайиба повествует о том, что Абу Бакр и ‘Умар вели однажды с Пророком беседу о намазе Витр. Абу Бакр сказал: «Что касается меня, то я читаю Витр перед сном. Если просыпаюсь утром, читаю дополнительные молитвы по два ракяата до времени утренней молитвы». ‘Умар сказал: «А я ложусь спать, прочитав двухракяатный намаз. Затем встаю в конце ночи [ближе к заре] и читаю Витр». Пророк Мухаммад, обращаясь к Абу Бакру, заметил: «Ты осмотрителен». «А ты — силен», — обратился он к ‘Умару (хадис приведен известным богословом Абу Сулейманом аль-Хаттаби ).

Подавляющее большинство ученых соглашается с тем, что после совершения намаза Витр можно читать любые дополнительные молитвы по два ракяата. Но затем повторно читать Витр нельзя. Посланник Господа (да благословит его Всевышний и приветствует) изрек: «Две [молитвы] Витр в одну ночь не читаются». Из вышеизложенного следует, что хотя Витр и является заключительной молитвой, однако если человек совершил ее в начале ночи, опасаясь проспать, затем, по воле Всевышнего, проснулся до начала времени утренней молитвы (Фаджр), то он может читать дополнительные молитвы, например Тахаджуд, не перечитывая вслед за этим Витр-намаз.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 06:15


Һорау:
"3рэкэгэт витр намазын кис укымай тэхэджуд намазы укырмын тип яткан инем йоклап калганмын, витр намазы каза кылынамы? Бер абыстай витр каза кылынмай тигэн ине"

Яуап:
Үитр намаҙҙын уҡыу - үәджиб. Йәғни мотлаҡҡа яҡын. Етди сәбәптәр менән уҡылмай ҡалһа, ҡаза ҡылына.
Әйе, үитрҙы йәстүнән һуң төндә тороп уҡырға мөмкин. Тик һеҙҙең осраҡтағы кеүек, йоҡлап ҡалынһа, ҡаза ҡылырға кәрәк буласаҡ. Шуға йәстүнән һуң шундуҡ уҡыу хәйерле.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 06:15


Һорау:
"Сэлия Ханым, мин Витр намазын Ясту намазынан Сун Бер нисэ минутах укыймын. Был дорос буламы?

Яуап:
Дөрөҫ була.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

29 Nov, 04:37


Әгәр йөрәгеңдә Раббыңа ҡарата саф, еңел, илһамландырыусы, ҡанатландырыусы ризалыҡ хисе бар икән, тимәк Аллаһ һинең менән дә риза.

"Аллаһ улар менән риза, ә улар [иманлы кешеләр] Раббыһы менән..."
"Әт-Тәүбә" сүрәһе, 100-сө аят

ЙОМА КӨНӨБӨҘ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

28 Nov, 08:22


📍Өҫтәп үтәм. Мин төп төркөм етәксеһе түгелмен. Ни бары ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөн ойошторусы ғына. Яҡынса 48-50 хажи (хажиәләрҙән) торған төркөмдө тәжрибәле хәҙрәт етәкләйәсәк.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

28 Nov, 08:15


Һөйөнөслө хәбәрем менән уртаҡлашам! Аллаһтың рәхмәте менән быйылғы Рамаҙанда Ғөмрәгә барырға ниәтләндем. Дөрөҫөрәге, Раббым Мәккәлә ҡылған доғаларыма яуап ҡайтарҙы 🤲!
"Их, Ҡәҙер төндәрен, Ғәйет байрамын ошо изге урындарҙа уҙғарһам ине", - тип күп тапҡыр доға ҡылған инем. Әлхәмдүлилләһ, турфирма етәксебеҙ эш сәфәре менән Рамаҙандың аҙаҡҡы 14 көнөнә Ғөмрәгә ебәрәбеҙ, тип олуғ бүләк яһаны 🕋.

ИншәлЛаһ, буласаҡ 30 хажиәгә урын алынды. Яртыһынан күберәге тулды ла. Кемдәрҙең теләге бар, яҙылығыҙ. Бергә-бергә онотолмаҫлыҡ рухи сәйәхәт ҡылырбыҙ, Аллаһ бирһә 🤲.

• "Все включено" программаһы
• 1990$

🕋 ҠӘҘЕР ТӨНӨ МӘККӘЛӘ
🕌 ҒӘЙЕТ БАЙРАМЫ МӘҘИНӘЛӘ

📲 89279558645 (Сәлиә ханым)

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

27 Nov, 16:31


Мөхәммәт салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм әйтте:

"Кешегә Аллаһ тарафынан бирелгән ике ниғмәт бар. Әммә уларҙың ҡәҙере юҡ. Тәүгеһе сәләмәтлек, икенсеһе буш ваҡыт".

Ғәфләт йоҡоһонан уянып мөмкин тиклем Раббыбыҙ рәхмәтенә һыйынырға тырышайыҡ, йәмәғәт. Аллаһү Тәғәлә: "Әҙәм балаһы ҡылған ғәмәлдәрҙең минең өсөн иң һөйөклөһө - Мин ҡушҡандарҙы үтәүе", - ти икән, йөкмәтелгән фарыз эштәребеҙҙе башҡарырға ашығайыҡ.

Иртәгә кесаҙна. Тимәк Рәсүлебеҙ ﷺ сөннәтенә эйәреп нәфел ураҙаһын тота алабыҙ. Кемдәрҙең Рамаҙан айында тотолмай ҡалған ураҙалары бар, бурыстарығыҙҙы ҡаплағыҙ.
Ҡыҫҡа ҡышҡы көндәрҙең ҡәҙерен беләйек 🤲.

28 ноябрь көнөнә (Өфө һәм ҡалаға яҡын райондар өсөн):

Сәхәр ваҡыты - 7:00-гә тиклем.
🥧 Ауыҙ асабыҙ - 17:00

• Башҡа райондарҙа йәшәүселәр үҙ намаҙ ваҡыттарығыҙға ҡарағыҙ. Иртәнге намаҙ (фәджр) ингәнсе ярты сәғәт алдан сәхәрҙе тамам итәбеҙ. Кисен ҡояш байығас (аҡшам ингәс), 5-7 минут үткәс ауыҙ асабыҙ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

25 Nov, 13:57


Ихрам хәлендә нимәләр эшләргә ярамай?
"Умма Тур" хаж фирмаһы вәкиле Ридван хәҙрәтте тыңлап үтәйек.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

25 Nov, 11:59


ИХРАМ (ғәр.إحرام ҡотолоу, ваз кисеү, бағышлау) - айырым бер төр кейемде һәм ихрам халәтен аңлата.

Ихрам (кейем)

Мәккәлә хаж йә ғөмрә ҡылыусы кейә торған кейем. Ир кешеләрҙә ул - етен йәки мамыҡтан туҡып эшләнгән ике буй аҡ туҡыма. Береһе яурын аша тәнгә һалына, икенсеһе билгә урала. Бындай туҡымаға энә теймәгән булырға тейеш. Был кейем элек-электән хаж, ғөмрәгә  барыусыларҙың яҡшы ниәт менән сәфәр тотоуын аңлата. Был кейем тулы ғөсөл алып, ихрам хәленә инергә ниәт итеп кейелә. Ихрам кейеме һәр кешенең ихлас ниәттә булыуын һәм Аллаһ алдында тигеҙлеген һынландыра. Ир-аттың аяҡ кейеме лә асыҡ булырға, бармаҡтары, табандары күренеп торорға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ихрам хәленә инеү ниәтен әйтеп, мөслимәләр кейеменә талаптарға ярашлы теләгән күлдәген кейә. Ихрам халәтенә ингәндә 2 рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Ихрам халәтенә ингән кеше өсөн айырым тыйыуҙар бар. Был тыйыуҙар ниәт һәм тәлбиә әйтеү менән үк көсөнә инә. Ихрам халәтенә ингән кеше мөхрим тип атала.

Ихрам халәте

Мосолманға ихрам хәлендә бер ниндәй йән эйәһен дә үлтерергә, ерҙән бер генә үҫемлекте лә йолҡорға, ағас йәки ҡыуаҡ ботаҡтарын һындырырға, сәс алдырырға йәки тырнаҡ киҫергә, ҡырынырға, енси яҡынлыҡ ҡылырға, ләззәткә бирелергә рөхсәт ителмәй.Уға сауҙа һәм донъя эштәренә ҡағылышлы нәмәләр менән шөғөлләнергә ярамай, шулай уҡ ҡатын һората йәки өйләнә алмай.Асыуланыу, кемделер рәнйетеү тыйыла; ҡырыныу, сәс һәм тырнаҡ ҡырҡыу, биҙәүестәр тағыу һәм тартыу шулай уҡ рөхсәт ителмәй.

Ихрам хәленә инер алдынан хажигә ошо доғаны ҡылыу кәңәш ителә:

اللَّهُمَّ أُحْرِمُ لَكَ شَعْرِي وَ بَشَرِي وَ لَحْمِي وَ دَمِي

"Әллааһүммә үхримү ләкә шәғрии үә бәшәрии үә ләхмии үә дәмии"

Мәғәнәһе:

"Йә, Раббым! Һинең ризалығың өсөн үҙемдең сәсемде, тәнемде, ҡанымды хәрәм ҡылдым (тыйылған иттем)".

• Ихрам кейемен кейгән саҡта: "Йә Аллаһым! Һинең ризалығың өсөн хаж (йәки ғөмрә) ҡылырға ниәт иттем", тиеп ниәт ҡылына.

• Ихрам кейеме кейелгәс тә хажи: "Йә Раббым! Ихрам халәтенә инеү ниәте менән  ике рәҡәғәтлек намаҙ уҡыйым", - тиеп тәүге рәҡәғәттә "Әл-Фәтихә" һәм "Әл-Кәфирун", икенсеһендә "Әл-Фәтихә", "Әл-Ихләс" сүрәләре менән намаҙ ҡыла.

Намаҙ уҡыу - мөстәхәб (кәңәш ителә). "Әл-Фәтихә"нән һуң башҡа сүрәләр уҡырға мөмкин.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

25 Nov, 11:59


Һорау:
"Тәлбиә ләббәйкә доғаһын хажға бармаусыға ла әйтергә мөмкиндер, шулаймы?
🙏❤️"

Яуап:
Тәлбиәне хажиләрҙең махсус доғаһы тип әйтергә мөмкин. Әммә мәғәнәһенә иғтибар итһәгеҙ, ундай һүҙҙәр беҙҙең һәр ваҡыт уйҙа, телдә булырға тейешле. Ихсанлыҡ - Аллаһты күҙҙәр менән күрмәһәк тә, Уның беҙҙе һәр ваҡыт күреп тороуына инаныу. Тәлбиәне аңлағыҙ, ятлағыҙ. Файҙанан башҡаһы булмаҫ 🤲.

Ғөмрә йәки Хажда мосолмандар ихрам хәленә ингәс тә был доғаны ҡабатлай башлай. Нимә ул ихрам? Уҡып үтегеҙ 👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

25 Nov, 11:21


ТӘЛБИӘ

Тәлбиә (ғәр. التلبية‌‎), ләббәйкә - хаж, ғөмрә ҡылыусылар тарафынан ихрам хәленә ингәндә ҡат-ҡат ҡабатлана торған доға.

لَبَّيْكَ اللَّهُمَّ لَبَّيْكَ، لَبَّيْكَ لا شَرِيكَ لَكَ لَبَّيْكَ، إِنَّ الْحَمْدَ وَ النِّعْمَةَ لَكَ وَ الْمُلْكَ، لا شَرِيكَ لَكَ.

"Ләббәйкә-ллааһүммә, ләббәйк. Ләббәйкә ләә шәриикә ләкә ләббәйк. Иннәл-хәмдә, үән-ниғмәтә, ләкә үәл-мүлк, ләә шәриикә ләк."

Мәғәнәһе:

"Бына мин Һинең алдыңда, Аллаһым, мин Һинең алдыңда! Һиңә тиңдәш юҡ, бына мин Һинең алдыңда! Хаҡтыр, Һиңә маҡтау, Һинең рәхмәтең үә ниғмәтең, мөлкәтең киң! Һинән башҡа табыныр зат юҡ!»

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

25 Nov, 11:21


Һорау:
Ләбәйкә доғаһын ишетергә ине . .
Алдан рәхмәт🤲

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

25 Nov, 10:42


📍 5 декабргә бер урын бар
Хаҡы - 1690$

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

11 Nov, 14:11


🕋 ЙӘРӘБӘЛӘ ҠАТНАШ, РАМАҘАН АЙЫНА ҒӨМРӘ ОТ!

Аллаһ бирһә, киләһе йылдың Рамаҙан айында бер ҡәрҙәшебеҙҙе изге Ғөмрә сәфәренә ебәрәйек тигән ниәт-тәҡдим менән телеграмда төркөм булдырылғайны. Һәр берегеҙ унда теркәлеп, исемлеккә өҫтәлеп йәрәбәлә ҡатнаша ала. Шарттары:

🔸Рамаҙанда ғөмрәгә барырға теләгән кеше төркөм битенә исем фамилияһын яҙа.

🔸 Хеҙмәттәшем Айгөл ханымдың картаһына саҙаҡалар йыябыҙ. Әлеге көнгә 90 меңдән ашыу йыйылды, әлхәмдүлилләһ!

🔸 Йыйым ғинуар аҙағына тиклем дауам итәсәк. Февраль башында тура эфирҙа исемлек буйынса йәрәбә (жеребьевка) уҙғарасаҡбыҙ.
Әгәр тейешле сумма иртәрәк йыйылһа, йәрәбәне лә иртәрәк уҙасаҡ.

🔸 Еңеүсе "Умма тур" хаж компанияһынан Ғөмрә юлламаһы менән бүләкләнәсәк ✉️ 🕋 !

Был бәхеткә һәр берегеҙ дәғүә итә, туғандар! Йәрәбә төшмәгән осраҡта ла уңышһыҙлыҡта ҡалмаясаҡһығыҙ, өләшелгән саҙаҡағыҙ ҡәрҙәшегеҙгә ярҙам буласаҡ. Изге юлға сыҡҡан мосафирға ярҙам күрһәтеү динебеҙҙә юғары баһалана.

💳 Айгөл Рим ҡыҙы Хоҙайғолованың Сбербанк картаһы 89677319643 номерына бәйле ("Умра садака" тип билдәләргә онотмағыҙ).

📍Телеграм каналға ошо һылтанма аша үтегеҙ ⬇️
https://t.me/+AEP8NSNbtL4wNTky

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

11 Nov, 12:28


Әссәләмү ғәләйкүм! Хәйерле көн барығыҙға ла!

Кесе хаж буйынса мөрәжәғәт итеүселәр, график һораусылар күп. Төркөмгә лә һалайым әле. Алдағы көндәрҙә:
• Ноябргә урындар бөттө.
5 декабргә өс урын бушаны
• 28 декабргә урындар һанаулы ҡалды

Теркәлеү буйынса миңә шәхсән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
📲 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

10 Nov, 05:59


Аллаһтың ҡөҙрәте киң! Ярҙамға мохтаж ҡәрҙәшебеҙҙең бөтә бурысын беҙҙең ҡулдар менән ҡапланы! Аллаһү Әкбәр!
114500+4200= 118700 һум

Изге эштә булышыуығыҙ өсөн Аллаһү Тәғәлә һәммәгеҙгә лә ике донъяла меңләп ҡайтарһын 🤲!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

09 Nov, 04:31


Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ!

Йә Рабби, уш китерлек ҙур ярҙам килде бөгөн. Әле ышанмай ҙа торам! Һеҙгә нисек итеп, ниндәй һүҙҙәр менән еткерәйем икән күңелдә булғанды 🥲🤲🏻...
Бик оҙаҡ ара, ауыр ваҡыт булды.
Яратҡан шөғөлөмдө лә ташлап тик бурысты ябайым тейеп эшләнем дә, эшләнем. Ваҡытында аҡса еткереп былыр микән тейеп, һәр ваҡыт уйланып йөрөнөм.

Был аҡса шулай ҙур ярҙам миңә. Өҫтөмдән таш төшкәндәй былды. Инде барыһына еткерә алам. Аҙна һайын ял көнө дә алалам. Мин, ниһайәт, киләсәккә пландар ҡора алам 🤲🏻.

Аллаһ Сөбхәнә үә Тәғәләнең рәхмәте, рәхиме сикһеҙ! Минең ауырлыҡты аңлап, хәлемә инеп ярҙам ҡулын һуҙғанығыҙ өсөн Аллаһ һеҙгә рәхмәтен яуҙырһын! Гонаһтарығыҙҙы ғәфү итһен, донъяғыҙға именлек, бәрәкәт бирһен, ИншаАллаһ 🤲🏻🤲🏻🤲🏻.

ИншАллаһ, Ҡөрьән Кәрим уҡығанда барығыҙға ла бағышлап уҡырмын 🤲🏻.

Мең рәхмәтлемен! Мине шулай шатландырҙы, ҡотҡарҙы һеҙҙең ярҙам. Бар йөрәктән рәхмәт һеҙгә барығыҙга ла 🤲🏻💐

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

09 Nov, 04:31


Хөрмәтле туғандар, Р.ханым саҙаҡаларығыҙҙы илай-илай ҡабул итте 🥹. Хис-тойғоларын тыя алмай илап яҙған аудиоһын һалмаҫҡа үтенде. Рәхмәт һүҙҙәрен баҫып ебәргән 👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

09 Nov, 04:07


Әлхәмдүлилләһ, зиһен, йөрәктәребеҙҙе асыр ошондай ҡәрҙәштәребеҙ бар. Ниндәй фәһемле нәсихәт!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

09 Nov, 04:06


🤍

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

09 Nov, 04:05


Әссәләмү ғәләйкүм, хәйерле иртә, туғандар!
Р.ҡәрҙәшебеҙгә барыбыҙҙың бүләкте тапшырҙым 🎁🤍. Аллаһү Тәғәлә һәммәбеҙҙән риза булһын 🤲.
419 кешенән килгән саҙаҡалар, мәшәлЛаһ!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 15:57


🤲

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 15:44


Мәғлүмәт ошонда 👆

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 15:43


Бөтөн ғаләмдәрҙең Хужаһы Аллаһү Тәғәләгә мең рәхмәттәр булһын! Тамсынан күл йыйыла тигәндәй, ярҙамға мохтаж ҡәрҙәшебеҙгә, ҡарағыҙ, ниндәй сумманы йыйҙыҡ! Аллаһ Бөйөк! Беҙҙе ошо изге ғәмәлгә йүнәлтте!

Ихлас күңелле апай, инәйҙәр! Барығыҙға ла оло рәхмәттәремде белдерәм 💐! Мәғлүмәтте тыныс ҡабул иттегеҙ, битараф булманығыҙ, хатта башҡа төркөмдәргә лә күсереп һалдығыҙ. Аллаһ Күреүсе, барыһына Шаһит. Һәр берегеҙҙең ниндәй хәжәте бар, бөтәһе лә тиҙ арала хәл ителһен. Йомартлығығыҙға күрә уйламаған ерҙән бәрәкәт ҡапҡалары асылһын. Тәнегеҙ сәләмәт, йәнегеҙ тыныс, донъяларығыҙ имен булһын 🤲.

Әлеге мәлгә бөтәһе 96152 һум йыйылды. Р. ҡәрҙәшебеҙҙең 118000 һум бурысының, әлхәмдүлилләһ, ниндәй ҙур өлөшөн ҡаплайбыҙ! Бер-ике сәғәттән үҙенә күсерермен. Бәлки тулы сумманы ла тултырырбыҙ әле, иншәлЛаһ! 🤲

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 12:28


📍 +8050 һум

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 11:32


Аллаһү Тәғәлә биргән мөмкинселеккә мең шөкөрҙәр!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 11:09


📍 +14900 һум

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 09:20


Аллаһ Бөйөк! Беҙҙең булышлыҡ менән ҡәрҙәшебеҙҙең доғаларына яуап Ҡайтара!
Ошо сәғәткә 64 052 һум йыйылды 🤲

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 07:34


3 сәғәт эсендә 44820 һум! 🥹🤲

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 06:26


2 сәғәт эсендә 26700 һум!🤍🤲

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 05:18


МәшәлЛаһ! Бер сәғәт эсендә 9700 һум йыйылды 🥹. Аллаһү Тәғәлә һәммәгеҙҙе лә һөйөндөрһөн 🤲!

Р. ҡәрҙәшебеҙҙең бурысы 100 000 һумдан артыҡ. Күмәкләп берәй өлөшөн ҡаплаһаҡ та, ниндәй еңеллек булыр 🤲.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

08 Nov, 04:08


"Ҡәрҙәшенең ауырлығын еңеләйткән кешеһенә Аллаһү Тәғәлә Ҡиәмәт көнө ауырлығын еңеләйтер", - тине һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм.

Яңыраҡ таныш мөслимә ҡәрҙәшемдең ҙур бурысы барлығы хаҡында ишеттем. Ауыл ҡыҙы, башҡалала йәшәй. Әсәһе бер ике йыл элек мәрхүмә булды, бер туғандары юҡ, кейәүҙә түгел. Ҡуртымға (арендаға) алынған фатирҙа йәшәй. Эшләй.
Р. ҡәрҙәшем ҙур сумма бурыс йөгө менән йәшәй икән. Шул тиклем ярҙам итәһе, хәлен еңеләйтке килә.
Бөгөн Изге Йома көнө. Видеолағы хәҙрәттең нәсихәтенә ҡолаҡ һалып әйҙәгеҙ ҡәрҙәшебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Өләшкән саҙаҡабыҙ Раббыбыҙҙың мәрхәмәте булып ике донъяла ла әйләнеп ҡайтыр, иншәлЛаһ 🤲.

💳 Ярҙамды минең Сбербанк картаға күсерә алаһығыҙ.
89279558645 номерына бәйле (Сәлиә Вәкил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина)

Аллаһү Тәғәлә һәммәбеҙҙе лә бәлә-ҡазанан, бурыстарҙан аралаһын 🤲.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

07 Nov, 12:10


Хөрмәтле ҡәрҙәштәрем, барығыҙҙы ла "УҠЫ!" конкурсына саҡырам!
Төп еңеүсегә - кесе Хаж юлламаһы 🕋 🤲.

✔️Бөтә мәғлүмәттәр телеграм каналында:
https://t.me/iqra_rb

📘 Конкурс китабына заказды шәхсән бирә алаһығыҙ.
Илдар хәҙрәт Ғәләүетдиновтың "Благой нрав" китабы 1400 һум тора. Почта аша ебәреү мөмкин.

📲 89279558645.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

06 Nov, 13:40


Һорау:
"Әссәләмәғәләйкүм рахмәтуллаhи үә бәракәтүh Сәлиә hеңлем.
Диндә миңә аңлашылмаған нәмәләр бихисап.
Уйлап йөрөнемдә тағыла hеҙгә яҙып hорарға булдым.
Төрлө дини чаттарҙа яҙалар, төрлө пәйғәмбәрҙәргә шуныса китап төшөрөлгән тип.
Нисек аңларға ул китап төшөнсәhен.
Рәхмәт."

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

06 Nov, 13:20


Һорау:
"Әссәләмәгаләйкүм Сәлия сылу. Сина сорау бар. Күрәзәгә йоремә дигәнән.мин улымны мачеткә йортем иман аятлар бн өшкереп исемен алыштырды13 яшендә чөңки улым төннлә гел башы бн йореп ойнең төрле почмагында йоклар иде.аннан аның холкы узгәрде ддп әләгеп комада ятты. Куңелемдә авырлык кплды нигә ? Дигән. Белам ул Аллаха тәгәлә сыгау икәнендә беләм. Үиңа авыр шундый йок бн йорергә. Үиңа улымның ачуы каллы"

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

06 Nov, 13:08


Һорау:
"Һаумыһығыҙ Сәлиә ханым, һуңғы ваҡытта миңә иҫкәртеү яөанылар, һорау мәйеттәрҙе йыуыу тураһында, бер ханым миңә күп йыуырға ярамай, 9 ҙан артыҡ тине, минең өс тапҡыр артыҡ булып бара, йөрөмәйем тип ҡайтамда илап тигәндәй килгәс барамда ҡуям, шулай гонаһтар эшләнем микән күп йөрөп, яуаптарығыҙ өсөн Алла Тәғәлә риза булһын"

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

06 Nov, 10:56


Былтыр уҙған "УҠЫ!" конкурсы финалы 🏆

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

06 Nov, 09:56


🎉 "УҠЫ!" III республика китап уҡыу конкурсын иғлан итәбеҙ! Быйыл китап һөйөүселәр Илдар Ғәләүетдиновтың "Благой нрав" китабы буйынса көс һынашасаҡ.
Илдар хәҙрәт - билдәле дин эшмәкәре, күп дини хеҙмәттәр авторы, Мәскәү ҡалаһы мөфтөйө. Үткән йылдарҙағы конкурстар нәҡ уның китаптары буйынса уҙған ине.

Нисек ҡатнашырға?
• китапты уҡырға, анализларға
• iqra.su сайтында теркәлергә

✔️15 февраль - китап буйынса онлайн-тест (iqra.su сайтында)
✔️23 февраль - финал 🏆

Тест имтиханы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәле 50 ҡатнашыусы Өфөгә финалға саҡырыласаҡ. 1,5~2 сәғәт эсендә улар яҙма эш башҡара. Бөтөн һорауҙарға теүәл яуап яҙған еңеүсе "Умма Тур" хаж компанияһынан Ғөмрә юлламаһы менән бүләкләнә🥇🕋!
🥈,🥉урынды яулаусылар өсөн дә затлы бүләктәр әҙерләнә. Ҡалған ҡатнашыусылар буш ҡул менән ҡайтмаясаҡ 🎁🤲!

УҠЫҒЫҘ! ТЕРКӘЛЕГЕҘ! ҠАТНАШЫҒЫҘ!

📘 "Благой нрав" китабы һатыуҙа бар. Заказ буйынса шәхсән яҙығыҙ. Почта аша ебәреү мөмкин.
89279558645.

"УҠЫ!" проекты аккаунттары:
• Телеграм канал: https://t.me/iqra_rb
• Вк: https://vk.com/iqra_rb

📌 Конкурс тик Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн тәғәйен!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 15:08


Һорау:
"Әссәламү галейкум Сәлиә ханым, минем дә соравым бар иде.
Бакыйлыкка кучкәннәргә "Урының ожмахта булсын, тыныч йокла"- дип әйтәләр барсына да.
Дөресме шулай әйту?"

Яуап:
Үәғәләйкүм әссәләм. Был һүҙҙәрҙә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:54


Һорау:
"Хаерле кич
Сорау шундый Иде
Мэчет намазы дигэнне ишеткэнем бар олорак апалардан
Ул ничек укыла?
Мэчеткэ торле вакытта керергэ туры килэ
Мэсэлэн хаер салырга"

Яуап:
Әйе, мәсеткә ингәндә, сөннәт булараҡ ике рәҡәғәт намаҙ уҡыу яҡшы. Был фарыз (мотлаҡ) түгел, ә нәфел (өҫтәмә) намаҙҙар рәтендә. Уҡыһағыҙ, сауабы була, иншәлЛаһ.

Намаҙҙың махсус тәртибе юҡ. Һәр рәҡәғәттә "Фәтихә"нән һуң теләгән сүрәне уҡый алаһығыҙ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:49


Һорау:
"Ассаляму алейкум уа рахматуЛлахи уа баракатух. Һорауым бар ине. Урамда намаҙ уҡырға тура килгәйне.Ер һыу ине, Әттәхиәт менән Салауатты сүкәйеп ултырып уҡыным. Шулай дөрөҫме икән? Ҙур рәхмәт."

Яуап:
Диндә артыҡ сиккә уҙыу килешмәҫ. Намаҙ ваҡыты етһә, бер аҙ уйлап алыр кәрәк. Бәлки яҡын-тирәлә намаҙ уҡырлыҡ ышыҡ урын барҙыр. Мәсет яҡындыр..

Сәждә ҡылыр урыны таҙа булыу - намаҙҙың фарызы. Урамда уҡығанда был мәсьәләне етди уйлау мөһим. Сүкәйеп ултырырлыҡ бысраҡ булһа, һәм намаҙ бына-бына сығып килгәндә берәй эскәмйәгә булһа ла ултырып ым-ишара менән уҡырға мөмкин. Рөҡуғҡа ныҡ эйелмәй, сәждәгә нығыраҡ эйелеп.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:42


Һорау:
"Тағы бер һорауы: бер рәҡәғәтте уҡығандан һуң өҫ-башты, намаҙлыҡты рәтләп алырға буламы?"

Яуап:
Намаҙ уҡығанда артыҡ хәрәкәттәр яһамайбыҙ. Әгәр өс хәрәкәт (ҡыбырлау) булды икән, намаҙ боҙола.
Намаҙҙың бер генә рәҡәғәтен уҡыу әле намаҙ бөттө тигән һүҙ түгел. Намаҙҙан ике яурынға сәләм әйтеп сығабыҙ. Шул саҡ тамам була.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:38


Һорау:
"Әссәләмәғәләйкүм, Сәлиә хажиә!
Бер апайҙың һорауы буйынса яҙам.Иртәнге намаҙҙа аяҡтарҙы йыумаҫ өсөн ситек кейеп йоҡлайым, шулай эшләү дөрөҫмө икәнен белгеһе килә."

Яуап:
🤔 Иҙәндә тәпишкә кеүек кейеп йөрөгән аяҡ кейеме менән нисек түшәккә ятырға мөмкин икән? Таҙалыҡ - имандың яртыһы, тип өйрәтә динебеҙ..

Ситек, әйе, тәһәрәт алыуҙы еңеләйтә. Әммә уны мәжбүри, йә ауыр осраҡтарҙа ҡулланыу яҡшы. Иң хәйерлеһе - һәр тәһәрәттә бөтә тейешле урындарҙы йыуыу.

Ситеккә тәһәрәт алған ваҡытта мәсех ҡылынды икән, 24 сәғәт эсендә дөрөҫ була. Был ваҡыт үтеүгә, ситекте сисеп яңынан тулыһынса тәһәрәт яңыртыла.

umma.ru сайтынан:

Как бы ни нарушалось состояние ритуальной чистоты, протирание (масх) действительно в течение 24 часов, а для путника (мусафира) – в течение 72 часов. Исключением является только случай, когда человеку необходимо совершить полное омовение (гусль).

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:30


Һорау:
"Мин фарыз,соннэт намазлар беткэч кенэ зикерлэр эйтэм диванга утырып Э Бер моселман кардэш эйтэ фарыздан сон тормыйча зикерлэрне эйтергэ ди Аннан сон гына соннэт намазын башкарырга ди Дореслэгез инде зинхар Рэхмэт".

Яуап:
Зекер әйтеүҙең махсус ваҡыты юҡ. Ҡасан әйтһәгеҙ ҙә дөрөҫ. Мин дә ғәҙәттә намаҙҙарҙы тамам иткәс зекер, доғалар ҡылам.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:28


Һорау:
"иртәнге намаҙҙы уҡый алмай ҡалдырғанда нисек ҡаза ҡылып уҡырға сөннәтендә, фарызында нисек уҡырға икән?"

Яуап:
Иртәнге намаҙҙы ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ! Хәҙер таң иртә атмай бит. Йәстү менән иртәнге намаҙ араһы ҙур. Йоҡо ла туя тигәндәй..

Ниндәйҙер етди сәбәптәр менән иртәнге намаҙ ҡалып китте икән, ҡояш ҡалҡып сәғәт тирәһе үткәндән һуң ҡаза ҡылырға тырышығыҙ. Ҡояш зәүүәлгә еткәнсе ике сөннәттен, ике фарызын да ҡаза ҡылабыҙ. Өйлә үткән икән, фарызы ғына ҡаза ҡылына. Ғәҙәттәгесә намаҙға баҫаһығыҙ. Ниәт ҡылғанда "шундай, шундай намаҙҙы ҡаза ҡылам" тип әйтәбеҙ.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:23


Һорау:
"Әссәләмү ғәләйкүм, Сәлиә ханым! Ҡөръән мәжлестәрендә аят уҡып бөтөп, доға ҡылғас иң беренсе хәйер- саҙаҡа кемгә бирелергә тейеш?! Ошо һорауға яуап бирһәгеҙ бик шат булырмын🤲🤲"

Яуап:
Ҡөрьән уҡыу мәжлесендә әллә ниндәй "тейештәр" юҡ ул. Күп нәмәне халыҡ үҙе уйлап сығара. Хәйер таратыу ҙа шул өлкәнән..

Беҙ, мосолмандар, ниндәй генә ғәмәл ҡылһаҡ та әҙәпте алдан йөрөтәбеҙ инде. Мәжлескә төп ҡунаҡ итеп Ҡөрьән уҡыусыны саҡырғанһығыҙ икән, уға тәүҙә өләшеүегеҙ яҡшы булыр.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

03 Nov, 13:18


Һорау:
"Әссәләмү ғәләйкум үә рахмәтуллаhи үә бәракәтүһү! Хәйерле көн! Балаларға тәһәрәтһеҙ Ҡөрьән китабынан уҡырға яраймы?"

Яуап:
Ҡөрьәнде төп нөсхәһендә уҡый белгән бала булһа, мәшәлЛаһ!💚
Изге Китапты тик ғөсөллө, тәһәрәтле килеш ҡулға алабыҙ. Әгәр Ҡөрьәндең тәфсире йә "Һәфтиәк" кеүек транскрипция, мәғәнәһе менән яҙылған китаптар икән, тәһәрәтһеҙ ҡулға алырға мөмкин.

Ҡөрьән уҡыр алдынан тәһәрәт алыуыбыҙ - Китап алдындағы әҙәп, хөрмәтебеҙ. Уны кесеһе лә, олоһо ла белһен.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

24 Oct, 11:54


🕋 "Хаж һәм ғөмрә ҡылыусылар Аллаһтың айырым бер вәкилдәре. Раббылары саҡырыуын улар ҡабул итте һәм ни һораһалар ҙа Хаҡ Тәғәлә бирер".
Хәҙис-шәриф.

📲 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

23 Oct, 12:58


✈️ 🕋 Аллаһҡа мең шөкөр! Ғөмрә, Хажға Өфөнән осоу рейстары асылды!

📲 Белешмәләр өсөн телефон:
89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

21 Oct, 15:47


Әссәләәмү ғәләйкә, йәә, ХәбиибәлЛааһ 💚!

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

21 Oct, 15:23


🕋 "Умма тур"- 19 йыл дауамында кесе һәм оло Хажды ойоштороусы ышаныслы тур фирма.

Изге сәфәр буйынса һорауҙарығыҙ булһа, шәхсән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
📲 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

21 Oct, 13:16


Аллаһү Тәғәләгә мең шөкөрҙәр!Кисәге төндә Өфө аэропортынан бер төркөм хажи, хажиәләрҙе Изге Тарафтарға оҙаттыҡ 🕋. Ун бер апайға һәм яҡташым Нәркәс һылыуға терәк булып, мәғлүмәт яғынан ярҙам күрһәтә алыуыма сикһеҙ шатмын. Изге ғибәҙәттәрен теүәл үтәп, йән рәхәте алып ҡайтырға насип булһын уларға!

Сәғүд Ғәрәбстанына башҡаланан тура оса торған тәүге рейс ине. ИншәлЛаһ, беҙҙең турфирма апрелгә тиклем айына 1, 2 тапҡыр Ғөмрә сәфәре ойоштороп торасаҡ. Кемдәрҙең ниәттәре бар, оҙаҡ уйламағыҙ. Киләһе тур 5 декабрҙән 15-нә тиклем.

• "Все включено" программаһы
• Хаҡы - 1690$ (турфирма хаҡы буйынса 167310 һум)

Хаҡ Тәғәлә һәммәгеҙгә лә изге юлдарҙы асһын 🤲!

📲 89279558645

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

20 Oct, 03:56


Һорау:
"Ассалямуалейкум Салия сенлем, соравым бар иде, олы яшлярдаге апа кызым белян бик тату идек ди, кызынын ойгэ кайткач котыра башлай ди, куразячегэ барган идём ди, ой хужагыз домовоегыз сезгэ ачуланган, дип жавап бирде ди, домовой белян бергэ остал азерляп сойляшеп кунак итеп сыйларга кушты ди, олы яшта апа, шул оебез элек мачет булган урынга салынган ди, мин анлатып карадым динда куразачелярга ойрерга кушылмай, дип мина мена ул бит сихерлямай дип айтеп куйды.Алля дорес итеп анлаталмадым инде.Салия сенлем сезга алдан ук рахматемне белдерам, узегезгэ куп тапкыр бирган гыйлемегез савап булып кайтсын. Жавабын группага куйсагызда ярый, бутан кешелярдэ белеп анлап торсалар бик файдалы булыр дип уйлаем."

Яуап:👇

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

20 Oct, 03:39


Һорау:
"Хорау : масетта дини конкурстар уткарган сакта, организационный яктан мина йорорга тура килха (курам вакыты булха,) масеттен эсена инеп йорорга була микан( ауыл масете, унда булмалар юк, шул бер общий щалда р намаз и конкурс ута)"

Яуап:
Етди сәбәптәр булмаһа, күрем ваҡытында мәсеткә инмәү хәйерле. Әгәр ғилем алырға килә икән кеше, артҡараҡ, намаҙ уҡылмай торған урында ултырып тыңлаһын.

Әгәр сара һеҙһеҙ үтә ала икән, мәсеткә инмәй тороуығыҙ яҡшы.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

20 Oct, 03:35


Һорау:
"Саумы Салия Вакиловна,намаз укыган кешегэ кумыз эчэргэ яраймы?"

Яуап:
Ярай, әгәр ул башҡа сығырлыҡ итеп әсегән булмаһа. Йәғни һаумал (свежий) булғанын эсергә мөмкин.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

20 Oct, 03:32


Һорау:
"Һаумыһығыҙ Сәлиә, бер һорауым бар, ҡорбан итен бешергәндә икенсе ҡаҙ, тауыҡ ите ҡушып бешерергә буламы, яуабығыҙ өсөн, рәхмәт🤲"

Яуап:
Әлбиттә була.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

20 Oct, 03:30


Һорау:
"Һаумыһығыҙ, Сәлиә ханым! Ҡыҙыҡ ҡына бер һорау бирҙе бикәсем, яуап бирә алманым, шунлыҡтан һеҙгә мөрәжәғәт итәм! Намаҙ уҡығанда күкрәксә ( бюстьгалтер) кейеү мотлаҡмы? Бер ҙә иғтибар бирмәй торғайным, хәҙер ул һорау тынғы бирмәй?! Яуап бирерһегеҙ тигән өмөттә ҡалам! Һеҙҙең чаттағы һорау- яуаптарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып барам, күп нәмәгә мәғлүмәт алам! Рәхмәт, иҫән һау булығыҙ!!!"

Яуап:
Намаҙҙың 12 мотлаҡ үтәлергә тейеш шарттары бар. Шуларҙың береһе - ғәүрәттең ҡапланыуы. Ҡатын-ҡыҙҙың бит овалы һәм ҡул суҡтарынан башҡа ере ҡапланған булырға тейеш. Кейем йоҡа булмаһын, тән үтә күренмәһен.
Күкрәксә кейеү мотлаҡ түгел 🌷.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

20 Oct, 03:29


Һорау:
"Ассаламагалайкум, хаерле төн, салбар кейеп намаз уҡырға яраймы икан? Салбар тышынан обизательно кулдак кейергаме икан?"

Яуап:
Үәғәләйкүм әссәләм. Ҡатын-ҡыҙҙың кейеме ирҙекен айырылып торорға тейеш. Шуға ла беҙ ,ғәҙәттә, салбарҙы ҡыҫҡа күлдәк (рубашка), кофта менән кеймәйбеҙ. Намаҙ уҡығанда ла, башҡа ваҡытта ла ошо принципҡа таянабыҙ.

Намаҙ өсөн айырыуса уңайлы кейем кәрәк. Хатта ирҙәрҙең дә оҙонораҡ күлдәк кейеүе яҡшы. Эйелгәндә билдәре асылмаһын өсөн. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәйен күлдәк аҫтынан йоҡа ыштан кейеүе һәйбәт. Атлағанда, күлдәк күтәрелеп ғәүрәт асылмаһын өсөн.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

20 Oct, 03:23


Әлхәмдүлилләһ яңы көнөбөҙгә ☀️!
Аҡ ҡағыҙҙай саф ғүмер битебеҙгә тик хәйерле, яҡшы ғәмәлдәр тураһында яҙылһын! Уйҙарыбыҙ изге, эштәребеҙ Аллаһ рәхмәте, ярҙамы менән уң булһын 🤲.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

15 Oct, 14:42


Если завидуешь, то попроси у Бога прощения (скажи «астагфирул-ла», то есть прости меня, Господи). А если увидел дурное предзнаменование [например, черная кошка перешла тебе дорогу], иди дальше [проигнорируй и продолжай свой путь]».

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

15 Oct, 14:42


Һорау:
"Ассаламагалайкум уа рахматуллахи уа баракатуху. Мәҫәлән кайхы сак окшатмай киткан кешега узена хиздертмайхен амма эстан нык йан коя, буштан бушҡа, (кай сак тауышын да ишеткхе узен да курге килмәй кита) Тышка сыгармай эстан уз алдыма хойланеп йоройом кай сак. Аллахы Тагала барыхын да белеп, ишетеп тора, гамал дафтарена эстан хойланеп йорган хузлар языла микан, унын осон спорс була микан ахират донъяхында.?Тырышам уземде тыйырга, шул шайтандын вас васахе микан?"

Яуап:
Беҙ бит фәрештәләр түгел, барыһы ла булырға мөмкин. Насар уйҙар насар ғәмәлдәргә генә ашмаһын. Шулай ҙа уйланырға урын бар 👇

"Бүлмәләр" сүрәһе, 12-се аят (umma.ru сайтынан):

"Верующие, сторонитесь подозрений (негативных размышлений) [не думайте плохо о хорошем]. Воистину, некоторые [ваши] размышления [когда вы думаете о других плохо, не имея на то явных доказательств, подозревая, додумывая] греховны! Не шпионьте [не выслеживайте, не выискивайте недостатки других, не ищите того, что люди стараются скрыть]. Не злословьте в адрес друг друга [не говорите о другом человеке в его отсутствие то, что не понравилось бы ему, будь он рядом]. Желал ли бы кто-нибудь из вас поедать мясо мертвого брата своего [куски мяса от тела другого мертвого человека]?! Вам ведь противно это?! [Столь же противным должно быть и злословие в адрес другого!] Бойтесь Аллаха (побойтесь Бога)! Воистину, Он Всепрощающ и Всемилостив."

***
«Не злословьте в адрес друг друга [не говорите о другом человеке в его отсутствие то, что не понравилось бы ему, будь он рядом]», даже если это отрицательное качество присуще данному человеку. Если же то, что вы говорите в его адрес, на самом деле отсутствует, то это еще хуже, так как является уже ложью и клеветой.

Пророк как-то спросил у своих сподвижников: «А знаете ли вы, что такое аль-гыйбэ (злословие, хула)?» Те ответили: «Всевышнему и Его посланнику лучше известно». — «Гыйбэ — это когда говорят о другом [в его отсутствие] то, что ему не понравится», — сказал Пророк. Один из слушающих спросил: «А если то, что я говорю о нем, характерно для него [действительно присутствует в нем]?» Посланник Божий ответил: «Если то, что ты говоришь в его адрес [в отсутствие этого человека], на самом деле есть в нем, то это [произнесение того, что ему не понравится] и есть гыйбэ [греховное злословие]. А если оно отсутствует, тогда это — бухтан [клевета, ложь, что значительно пагубнее]».

Пророк Мухаммад (да благословит его Творец и приветствует) сказал: «[В человеческой сути имеются] три качества, которые сложно поставить под контроль (сложно победить, обезопасить себя от них), [но работать над ними, прося помощи у Всевышнего и делая все от себя зависящее, необходимо]. Это — (1) [обращение внимания на] плохие приметы (предзнаменования) [зависимость от них на уровне мысли, первых впечатлений]; (2) дурные размышления [о других людях, приписывающие им что-то плохое]; (3) зависть [именно черная зависть, когда желаешь того, чтобы человек лишился своего преимущества или благосостояния]». У посланника Божьего спросили: «А как же нам быть, где выход [если так сложно полностью избавиться от этого]?», на что он ответил: «(1) Если увидел плохое [по народной традиции] предзнаменование, то не сворачивай [с пути, не обращай внимания, продолжай начатое]. (2) Если появляются плохие мысли [о ком-то], то не превращай их в истину [не убеждай себя в этом; не проверяй, не производи расследование, не оправдывай свои предположения; не веди разговоры об этом]. (3) А если появилось чувство зависти, то не давай ему хода [не делай что-либо грешное в адрес того, кому позавидовал]».

Также есть похожий риваят (вариант хадиса): «Три вещи [в той или иной степени] постоянно будут сопровождать моих последователей: (1) плохое мнение о других [когда больше замечаешь плохого, нежели хорошего], (2) зависть и (3) дурные предзнаменования [зависимость от них]. Если плохо подумал [о другом], то не подтверждай [не закрепляй эти мысли в сознании, например, размышляя об этом вслух; не развивай их, находясь в поиске «подтверждений» своих подозрений].

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

15 Oct, 14:41


Һорау:
"Әссәләмү ғәләйкүм. Хәйерле төн! Һеҙгә бер һорауым бар ине. Бөгөн икендене уҡығас гель от зуда и шелушения һөрткән инем ғәүрәт ерҙәремә.Тәһәрәтем боҙолманы тиеп аҡшамды уҡығайным. Беҙҙең мәҙһәб буйынса оят ергә ҡағылыу тәһәрәтте боҙмай тип белә инем, ҡайһы бер ғалимдар боҙола тей икән. РИУ ла ниндәй ғилем бирәләр ошо темаға?"

Яуап:
Әйе, дөрөҫ яҙаһығыҙ, беҙҙең Әбү Хәнәфи мәҙһәбе буйынса оят ергә ҡағылыу тәһәрәтте боҙмай. Тыйыу тик Шәфиғи мәҙһәбендә.
РИУ уҡытыусыларынан яңынан һораштым ☺️👌.

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

13 Oct, 09:40


• Фекер әһелдәренә нәсихәт

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

12 Oct, 12:40


🕋 🤲

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

12 Oct, 11:52


"Эй, Хаджи" ☺️👍