БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР @bashkortca_007 Channel on Telegram

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

@bashkortca_007


Тик башҡорт телендә донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, видеояҙмалар һәм йырҙар, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, яңылыҡтар! Мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы алыу тыйыла.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР (Bashkir)

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР Telegram каналы һөҙөрлөнүсеһеүләр булырға тағы йолын яшерә. @bashkortca_007 каналында башҡорт телендә донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, видеояҙмалар һәм йырҙар, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, яңылыҡтар һәм мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы тиелешке булырға белән аның иҫенсенән күҙергәндәр өсөн идеалдык канал. Башҡорт телендә донъяның эҙәләре белән танышыу өсөн, @bashkortca_007 каналына катнашыу өсөн барыһығыҙ, яҙмаларығыҙ һәм хикәйәләреһеҙ булырсыз! Канала кире биләһәү өсөн басыһығыҙ күңелдәү туган, фото-, видеоматериалдарҙы күреп, оның ирсенә булуғыҙ!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Jan, 07:40


https://hakmar.ru/articles/u-an-khuzhabik/2025-01-23/b-g-n-b-lesh-k-n-4093693?utm_source=vk&amp%3Butm_medium=social&amp%3Butm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Jan, 03:09


Хәйерле иртә! Яңы көнгә изге уйҙар, матур теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

22 Jan, 19:07


Ч хәрефенә 18 һүҙ табығыҙ. Только русса инде

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

22 Jan, 14:19


Буря мглою  небо  кроет...
                             Пушкин.
Буран.
Юлындағын  бирхат  итеп
Ҡырып,  һепереп,
Ирәндектән  буран  төштө
Төнөн  үкереп...

Һалам  түгел  тимәй  әле
Өйҙөң  ҡыйығын...
Ҡалайҙарын  дер һелкетеп
Бирмәй  тынғылыҡ,

Тапмаһа ла  мөрйәләрҙе
Төшөп  сыйнарға,
Үсен  төшөрә  тик  торған
Тимер  сымдарға.

Таң  атыуға  әкиәттәй
Булған  бар  донъя.
Ҡаф  тауҙары  күскәнме ни
Ишек  алдына!

Тышта  буран. Тыңлап  ятам
Пушкиндай  булып.
Буран  тымыуға  бер  шиғыр
Өлгөрҙөм  яҙып.
Исрафилова  Гөлзифа.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

22 Jan, 08:24


ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

🧅Ашаған ваҡытта 1-2 аш ҡалағы һуған һутын эсеү, һеҙҙе тымау, киҙеү кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлар, иммунитетығыҙҙы нығытыр.

🧅Йоҡо бүлмәһенә туралған һуғанды ултыртып ҡуйыу ҙа вирустарҙан һаҡлар. Тик был һуғанды ашарға ярамауын онотмағыҙ! Сөнки ул бер нисә сәғәт эсендә әллә күпме микробты үҙенә һурып ала.

🧅Йүткеректе дауалау өсөн бер стакан һөттә бер баш һуғанды ҡайнатып алығыҙ. Ошо һөттө эҫе килеш, әкрен генә эсегеҙ.

🧅Өс аш ҡалағы һуған һутын өс аш ҡалағы бал менән бутағыҙ. Был тәбиғи антибиотик булып һанала. Уны көнөнә өс мәртәбә ашар алдынан берәр сәй ҡалағы ҡулланығыҙ.

🧅Һуған һуты  менән тымауҙы ла, ҡолаҡ һыҙлауын да дауалап була. Икеһендә лә 1-2 тамсы тамыҙыр кәрәк.

👃Танау тонһа... Табала 5 аш ҡалағы тоҙҙо ҡыҙҙырып, ойоҡбаш эсенә тултырығыҙ һәм ипләп кенә танау өҫтөнә һалығыҙ.
Һаҡ ҡыланығыҙ: бешеп ҡуймағыҙ.

👅Тамаҡ ныҡ ауыртамы? Ҡайнап бер аҙ һыуынған һыуға берәр балғалаҡ тоҙ менән сода, бер-ике тамсы йод тамыҙығыҙ. Ошо шыйыҡса менән тамағығыҙҙы мәле менән сайҡатып тороғоҙ!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

22 Jan, 08:22


🌙 2025 йылда мосолман байрамдары
Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!


✨️26 ғинуар – Миғраж кисәһе

✨️13 февраль – Бәраәт кисәһе

1 март – Рамаҙан айы башлана

✨️26 март – Ҡәҙер кисәһе

✨️30 март – Ураҙа ғәйете

✨️5 июнь – Ғәрәфә көнө

✨️6 июнь – Ҡорбан ғәйете

✨️5–9 июнь – Тәҡбир әт-Тәшриҡ көндәре

✨️26 июнь – Һижри календарь буйынса 1447 йыл башлана

✨️5 июль – Ғәшүрә көнө

3 сентябрь – Мәүлит ән-Нәби

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

22 Jan, 03:39


😊Әбйәлил районында - ғәжәйеп күренеш

Ғинуар айында ҡаты һыуыҡтар тороуына күнеккәнбеҙ. Ә бына Әбйәлил районында сирень япраҡ ярырға бөрөләнеп ултыра!

Был фотоны 20 ғинуарҙа Асҡар ауылы үҙәгендә - ауыл хужалығы бүлеге бинаһы янында төшөрөп алғандар. Быға ҡыштың йылы булыуы сәбәпселер инде.

В.Рәхимова фотоһы

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

22 Jan, 03:39


Силәбелә бухгалтер яңылыш завод хеҙмәткәрҙәренә ғәҙәттәгенән 100 тапҡырға күберәк эш хаҡы күсергән:
50-80 мең урынына 5-8 миллион


Ҡайһы бер эшселәр аҡсаны тотонорға өлгөргән һәм, әгәр был бухгалтер хатаһы икән, ул үҙе яуап бирһен, тигән.

Юристар әйтеүенсә, был осраҡта завод судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Шулай ҙа закон күберәк хеҙмәткәрҙәр яғында, тикшереүҙәр оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Хатта суд эшселәрҙән аҡсаны ҡайтарырға талап итһә лә, улар үҙҙәрен банкрот тип иғлан итә ала.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

22 Jan, 03:36


Икәү генә үткән һуҡмаҡтар бар,
Икәү генә менгән үрҙәр бар,
Икәү генә йөрөгән туғайҙар бар,
Икәү генә белгән серҙәр бар.
Икебеҙгә килгән мөхәббәт бар,
Икебеҙгә тигән көндәр бар,
Икебеҙгә уртаҡ ғүмерҙәр бар,
Беҙ, тип өҙөлөп торған малайҙар бар,
Беҙҙән бәхетлерәк кемдәр бар?!

Мотал Рәмов.

Юлай Кәримов фотоһы.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Jan, 14:56


Матур йөрө. Ошо һүҙҙәр миңә
Ғүмер буйы юлдаш булдылар.
Шуғалырмы эшем һәр саҡ ыңғай,
Юлдарым да гелән уңдылар.

Матур йөрө. Әсәй фатихаһын
Алмайынса сәфәр сыҡманым.
Кеселәрҙе кесе туған күрҙем,
Оло һүҙен бер ҙә йыҡманым.

Бөгөн иһә бына үҙем әсәй-
Улым үҫә. Матур йөрөһөн.
Кешеләргә бул һин изгелекле,
Һәр ҡайҙа ла матур йөрө һин,

Тип оҙатып ҡалам, өй тупһаһын
Аша атлап сыҡһа урамға.
Имен генә йөрө берүк, балам,
Юлыҡмайса елгә, буранға.

Матур йөрө - әсәй фатихаһы,
Ауыр юлда юлдаш иң элек.
Ябай ғына ошо ике һүҙҙә
Әсә йөрәгендәй изгелек.

Айгөл Айытҡолова.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Jan, 14:05


Юҡ, кәрәкмәй көмөш, аҡса, байлыҡ,
Кәрәк түгел миңә алтын тау.
Мәшхәр уты һүнеп, һау-сәләмәт,
Балам ғына ҡайтһын иҫән-һау.

Иртә-кисен, көндөҙ - төндәрендә,
Тәҙ(е)рәлә минең күҙҙәрем.
Йә бер Раббым, һиңә ирешһендәр,
Ялбарыуым, теләк-һүҙҙәрем.

Һаҡсыл фәрештәләр һаҡлап йөрөтһөн,
Ауыр һынау бирмә балама.
Бала хәсрәттәре насип итмә,
Раббым Аллаһ, һис бер әсәгә.

Әсәләрҙең ҡылған доғаһында,
Пәрҙә булмаҫ тигән Раббыбыҙ.
Тик бер теләк- мәшхәр уты һүнеп,
Иҫән-имен тиҙерәк ҡайтығыҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Jan, 14:05


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-21/sh-m-ya-ty-y-k-el-yylytmay-hik-y-4091783?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Jan, 17:43


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-20/b-het-e-lekt-n-arynyu-hik-y-4090284?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Jan, 17:42


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-20/nikah-y-tol-4090299?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Jan, 08:03


Баҡсасыларға

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Jan, 06:52


Ҡышҡы  йылға.
Боҙ  аҫтында ҡалдым тиеп
Бер ҙә  көймәй,
Аға  йылға  сыңғырлатып
Көйләй - көйләй.
Йырлай- йырлай  аға  шулай
Тынғы  белмәй.
Боҙ  ҡоршауҙан  сығырына
Өмөт  өҙмәй.
Гәлсәр  ситлек  эсендәге
Зәңгәр  йылға
Йырлап  гөрләп  яҙҙарына
Яҡыная.

Шул  йылғаның  сабырлығы
Етмәй  әллә...
Күңелкәйем  тышауҙарын
Өҙөр  хәлдә!
Урамдарҙа  әле  ыжғыр
Сал  бурандар.
Бурандарҙа  яҙ  эҙләйҙәр
Хыялыйҙар.
Гөлзифа  Исрафилова.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

19 Jan, 12:59


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-18/sh-l-hik-y-mansur-i-i-tov-4087295?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

19 Jan, 12:58


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-19/ayat-ta-buldy-oyat-ta-buldy-yumoristik-hik-y-4087304?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

17 Jan, 18:36


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-17/kenes-e-bulmay-mer-r-bul-an-h-l-4087190?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

14 Jan, 02:30


🌞Ҡояшта ҙур корональ тишек табылған - NASA

Ул ҡояштың дүрттән бер өлөшөн биләй. Был феномен арҡаһында үтә ҙур тиҙлектәге ҡояш дауылы барлыҡҡа килгән һәм ул планетабыҙға йүнәлгән.

🤕Беҙҙе нимә көтә:

• Көслө магнит дауылдары.
• GPS, спутник телевидениеһы һәм радиоэлемтә бәйләнеше боҙолоуы.

2025 йыл, күрәһең, беҙҙе ныҡлыҡҡа һынарға ниәтләй 🙀

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

13 Jan, 13:20


Иҫкесә Яңы йыл менән ихлас йөрәктән Ҡайнар Ҡотлайым!🎉
"Ҡ" хәрефенә һеҙгә иң мөһиме:
Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ💪,
Ҡурай моңондай оҙон ғүмер🚶🏃👣📅,
Ҡайнар мөхәббәт💕💞💘,
Ҡыуаныслы көндәр👼🌟,
Ҡалын кеҫә💰💷💶💸,
Ҡиммәтле машина🚘🚗,
Ҡатыҡ🍵, Ҡымыҙ эсеп🍶, Ҡаймаҡ🍚, Ҡаҙы🐴 Ҡорот🍚, Ҡаҙ ашап🦢Ҡаҡшамай йәшәгеҙ

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

13 Jan, 11:52


Ғаиләбеҙҙә ҡот осҡос ваҡиға булды. Унан һуң бер йыл ваҡыт үтһә лә, һаман тыныслана алмайым, тормошобоҙҙоң йәме бөттө кеүек. Бәлки, был осраҡта мин ғәйепле түгелдер? Һеҙҙең фекерегеҙҙе ишетке килә.

Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек: Гөлсирә апайым һәм мин. Йәш арабыҙ - биш йыл. Мине, ҡыҙҙан һуң тыуған малайҙы, атайым менән әсәйем ныҡ көтөп алған. Ә апайым бала ҡараусыға әйләнгән дә ҡуйған. Миңә бар нәмәне рөхсәт итһәләр ҙә, апайым өсөн сикләүҙәр күп ине. Ниндәй әйбер алһалар ҙа, иң тәүҙә миңә бирәләр: кейемме ул, тәм-томмо, матур уйынсыҡмы. Эш боҙһам, мине түгел, апайымды әрләнеләр. Бөтә нәмә өсөн дә ул ғәйепле була торғайны. Быны тиҙ аңлап алдым һәм ошонан файҙалана инем. Шуға күрә иркә, тәкәббер булып үҫеп еттем.
Хәҙер миңә 30 йәш. Бала саҡ ҡылыҡтарымдың дөрөҫ булмағанын аңлайым. Ошо сәбәпле, үҫкәс тә апайым менән арабыҙ бер ҡасан да йылы булманы. Ул 18 йәше тулыу менән ситкә уҡырға китте. Беҙҙән алыҫҡа китеп, үҙаллы йәшәү өсөн осраҡлы кешегә кейәүгә сыҡты.
Апайымдың никахы бәхетле булманы. Еҙнәй эсте, үҙе ялҡау ине. Апайымды туҡмап та ала, тинеләр. Тик мин йәшлегем, үҙ мәшәҡәттәрем менән быға иғтибар итмәнем, яҡламаным. Атайым менән әсәйем был донъянан иртә китте: бер-бер артлы сирләп вафат булдылар. Берҙән-бер яҡын кешем - апайым ғына ҡалды. Тик бәләкәйҙән арала йылылыҡ булмағас... 25 йәштә өйләндем, бер йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Атай йорто мираҫ буйынса миңә ҡалғайны, уны һаттыҡ та иҫәпкә һалдыҡ. Ипотекаһыҙ ғына фатир алырға йыйына инек, шуға аҡса тупланыҡ. Йорт миңә ҡалғас, апайыма бүлеп биреү уйыма ла инеп сыҡманы. Ул үҙе лә һораманы.
Бер ҡалала торһаҡ та, аралашмай йәшәй бирҙек. Шуға күрә бер көн апайым килеп ингәс, аптырап киттем. Ул ябығып, бәләкәсәйеп ҡалған, арыуы йөҙөнә сыҡҡан ине. Кейәүгә сыҡҡас, оҙаҡ йылдар балалары булманы. Унан дауаландымы, нисектер, өс йыл элек ул тапҡайны. Бала тыуғас, еҙнә кешенең уны ташлап киткәнен ишетеп кенә белә инем.
Апайым, уратып-суратып тормай, тураһын әйтте. Баҡһаң, балаһы үлемесле сирләй икән. Ярты йыл элек унда яман шеш тапҡандар. Ошоға тиклем дауаланыуҙар файҙа бирмәгән. Өфө һәм тотош ил дауаханаларында баш тартып, өмөт юҡ, тип ҡайтарғандар. Апайым улын һауыҡтырыу өсөн Израиль табиптарына мөрәжәғәт иткән, унда барып дауаланыу өсөн бәләкәй генә бүлмәһен һатҡан. Унда бер ай булғандан һуң аҡсалары бөткән, һәм әле кире әйләнеп ҡайтҡандар.
"Улым дауаһыҙ үләсәк. Беҙгә кире Израилгә барырға, операция яһатырға кәрәк. Еҙнәңдән файҙа юҡ, ауылда әсәһендә эсеп ята", – тип дауам итте һүҙен апайым.
Уның тел төбөн шунда уҡ аңланыҡ, кәләшем менән бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ.
"Ошо хәл булмаһа, һинән бер тин дә һорамаҫ та инем. Атай йортонан өлөш сығармағайның... Һеҙҙең фатир алырға йыйынғанығыҙҙы беләм. Йәшһегеҙ, өлгөрөрһөгөҙ әле. Аҙаҡ бурысты ҡайтарасаҡмын. Зинһар өсөн, ярҙам ит..." – тип ялбарҙы апайым.
Уға тап беҙ йыйған самаһы аҡса кәрәк булып сыҡты. Кәләшем шунда уҡ ҡырт киҫте. Мине икенсе бүлмәгә саҡырып шыбырланы: "Ул бала барыбер үләсәк. Йәшәр булһа, бында ла ярҙам итерҙәр ине. Аҡсаны мин дә алһыҙ-ялһыҙ эшләп йыйыштым. Бирмәйбеҙ. Кеше тупһаһында йәшәп арыным".
Таныуы оят булһа ла, ҡатыным менән риза инем. Ысынлап та, балаһына дауа әллә килешә, әллә юҡ, ә беҙ фатирһыҙ тороп ҡаласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең дә бала үҫә. Уға ла уңайлы шарттарҙа йәшәргә кәрәк. Етмәһә, ҡатыным икенсе бала тураһында һүҙ йөрөтә башланы. Баш ҡалала фатир алыу уйын эш түгел.
Апайым иланы, ялбарҙы, тик беҙ баш тарттыҡ.
Шул ваҡыттан һуң бер ай самаһы үткәс, апайым тағы килде. Ул бөткән дә ҡуйған ине. Бер ҡара пакет тотторҙо ла бер нәмә лә өндәшмәй сығып китте. Пакеттың эсе тулы сабыйының фотолары булып сыҡты. Бына – бәләкәй генә ҡәбере. Асыҡланыуынса, апайым аҡса тапмаған, сабый бер аҙна элек баҡыйлыҡҡа күскән...
Миңә бик ауыр булды. Шулай ҙа ҡарарым дөрөҫ булғандыр тип уйлайым, аҡса бирһәк тә, бала барыбер үлер ине. Ә беҙ бер нәмәһеҙ ҡалыр инек. Күңел болоҡһоп йөрөгәндә, өс көндән ҡот осҡос хәбәр ишетелде: апайым үҙенә ҡул һалған...

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

13 Jan, 11:52


Бер йыл ваҡыт үтте. Күптән түгел фатир алдыҡ. Тик бынан бер шатлыҡ та юҡ. Ҡатыным менән дә арабыҙ боҙола башлаған кеүек. Бәлки теге ваҡыт ул ҡырҡа ҡаршы төшмәһә, аҡса бирһәк, бала һауығыр, апайым
бөгөн иҫән булыр ине...
Һорауҙар бик күп. Яуаптарым ғына юҡ. Ҡайһы саҡта үҙемде аҡлайым да кеүек: балаһы сирләүендә, апайымдың үҙенә ҡул һалыуында минең ғәйеп юҡ бит. Был аҙымға ул үҙе барған. Тик икенсе яҡтан... Тыныслыҡ юҡ күңелдә. Апайым мине кисерҙеме икән? Әллә рәнйеп киттеме был донъянан? Артабан нисек йәшәргә?..
(Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

13 Jan, 01:46


Аҙна һөйөнөслө ваҡиғаларға, изге хәбәрҙәргә бай булһын!

Хәйерле иртә! Илебеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләргә именлек, һәр кемгә һаулыҡ һәм иман теләйбеҙ!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

12 Jan, 11:37


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-12/k-g-rsen-yyry-hik-y-4079966?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

11 Jan, 16:27


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-11/yan-yn-4079963?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

11 Jan, 15:45


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-01-11/y-ni-4079970?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

11 Jan, 15:42


🐦‍🔥🆘 Иҫерек ҡоштарға теймәгеҙ!

🥂 Өфө парктарында иҫерешеп ятҡан ҡоштар күбәйә бара.

🍒 Улар - туңған балан ашап, эстәрендә әсеүҙән иҫергән мышар турғайҙары.

☝️ Урындағы халыҡ, ерҙә ятҡан был ҡоштарҙан ҡурҡмаҫҡа һәм теймәҫкә

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

10 Jan, 02:32


Изге Йомабыҙ мөбәрәк булһын!

🌱Һәр көн ҡояш ҡалҡҡас та, тәнебеҙҙәге
быуындар һанынса саҙаҡа бирергә тейешбеҙ. Ике кешенең араһын яраштырыу - саҙаҡа.
🌱Кешене атҡа атланырға ярҙам итеүең - саҙаҡа, йөгөн күтәрешеүең йәки ултыртып алып барыуың - саҙаҡа.
🌱Яҡшы һүҙең - саҙаҡа.
🌱Мәсеткә, йәмәғәт намаҙына атлаған һәр бер аҙымың - саҙаҡа.
🌱Юлдағы ҡамасаулаған нәмәләрҙе ситкә алып ҡуйыуың - ул да саҙаҡа. Был хәҙисте имам Бухари менән имам Мөслим риүәйәт иткән.
🌱Изге Йома көнөндә саҙаҡа бирергә онотмайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр. Саҙаҡа етмеш төрлө бәлә-ҡазанан ҡотҡарыр.
🤲Раббыбыҙ һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, ҡоростай һаулыҡ-сәләмәтлек, рух ныҡлығы, иман байлығы, ике донъя бәхете, күңел тыныслығы насип итһен, ике йома араһында баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарын ярлыҡаһын ин шәә Аллаһ.
🤲Тиҙерәк ҡан -ҡойоштар туҡтап, тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын, алдағы көндәребеҙ яҡты, тормошобоҙ тыныс, нурлы булһын ин шәә Аллаһ🤲

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

09 Jan, 08:45


Башҡортостан юлдарында көслө ҡар һәм буран арҡаһында сикләү бар.

Өфө-Инйәр-Белорет юлында 67-се саҡрымдан 222-се саҡрымға тиклем (Архангел һәм Белорет райондары) әлеге ваҡытта транспорт хәрәкәте туҡтатылған.

Бынан тыш, Өфө-Бөрө-Яңауыл участкаһында ( 33-сө саҡрымдан алып 150-се саҡрымға тиклем) юл ябыҡ.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Telegram-каналында сикләүҙәр бөтә төр транспортҡа ла ҡағыла, тип хәбәр итәләр.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

09 Jan, 08:17


ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

*ҒИНУАР ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр. Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер. Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.

*Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер. Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.

* Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр».

* Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июлдә ямғырлы килер.

* Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә, сатнама һыуыҡтарға. Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара. Әгәр инде көтмәгәндә күк күкрәһә, көслө ел сығыуын көт тә тор.

*Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.

*Сәүкәләр өймәкләшеп осһа, һауа торошо яҡшырыуға.

*Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыуға. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.

* Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.

* Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға. Ут дөрләп янһа – әсе һыуыҡтарға, насар һөрәһә – көндөң епшеүенә. Мейестәге ут ялҡынланып янһа – әсе һыуыҡҡа, аҡһыл төтөнләнеп торһа – көн йылытыуға. Торба шаулаһа – әсе һыуыҡтарға.

* Һарайҙа ат бесән өҫтөнә ятһа, епшек көнгә. Ат «хырылдаһа», көслө буранға.

* Төндә әтәс ҡысҡырһа – көндәр йылыныуға. Тауыҡтар оса башлаһа ла, әсе һыуыҡтарға. Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа ла, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, һыуҙа йыуына башлаһа – тиҙҙән йылытыр.

*Турғайҙар тауыҡ ояһынан мамыҡ, ҡанат йыя башлаһа – сатнама һыуыҡтарға. Әгәр инде турғайҙар ағаста шым ғына ултырһа – елһеҙ генә ҡар яуыр. Өймәкләшеп ҡарғалар, сәүкәләр күк йөҙөндә өйрөлһә, күп итеп ҡар яуыр. Ҡарғалар тубы менән ҡарҡылдашһа, тиҙҙән һыуытыр. Ҡарға төшкөһөн төньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – әсе һыуыҡҡа, көньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – епшек көнгә.

* Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа –тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.

*Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.

* Ҡышҡы ҡояш үгәй әсә менән бер – яҡтырта, әммә йылы бирмәй.

* Яңы йыл етеү менән бер аяғың яҙға баҫыр. Ғинуарҙа ҡарҙың күп булыуы – ямғырлы йәйгә. Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр. Ғинуарҙа ай тыуыуы – һауа торошоноң үҙгәреүенә.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

08 Jan, 20:50


(Күңелһеҙ шиғыр)

Йоҡоһоҙлоҡ. Таң һыҙыла.
Тәрән йоҡола ауыл.
Торам тәҙрә ҡаршыһында,
Әйтерһең, бер һағауыл.

Үле тынлыҡ.Сана сыжлап
Ҡырпаҡ ҡарҙан юл ярмай:
Малсылар таң һарыһынан
Ат егеп, эшкә бармай.

Тәҙрәләрҙә бер-бер артлы
Ҡабынмай иртүк уттар:
Мәктәптә белем алырлыҡ
Балалар инде юҡтар.

Һаман торам. Күҙҙәремә
Осмот та йоҡо йоҡмай.
...Һаташыулы төштәр күреп,
Ҡартайған ауыл йоҡлай.
М.Байғарина.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

08 Jan, 13:53


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-29/b-hetle-bul-tim-g-n-hik-y-4070394?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

08 Jan, 12:40


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-29/yu-g-ld-rk-yem-ulay-yaramay-4070405?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

08 Jan, 12:39


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-31/egerme-yylly-hyyal-hik-y-g-lnara-mostafina-4070980?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

08 Jan, 12:38


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-31/z-f-r-hik-y-4070992?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Jan, 08:33


Тормош мине, бәйге аты кеүек,
Гел сыбыҡлап алға сығарҙы.
Ашығып та шунан яҙа баҫһам,
Сыбыртҡылап ихлас һыҙырҙы.

Ашыҡҡанға хаталаныу ҡәҙим,
Ашҡа түгел, эшкә бешәһең.
Алып китке килә күтәрмәләп
Иңгә йөкмәп бөтә-бөтәһен.

Сыбыртҡылар аҙ теймәгән арҡа
Көйәнтәләй ҡуя бөгөлөп.
Хаталарың шунан битәр булып
Юл ситенә сыға теҙелеп.

Шул юлды ла лайыҡ үтә алһаң,
Эймәй башың, сөймәй танауың,
Ваҡытынан алда һемерергә
Мәжбүр булған яҙмыш һынауын,

Эй, ҡыҙыҡай, тормош һинән яһай
Сафта ҡалыр яугир йоратын.
...Бәйгеләрҙә янған бер ат ҡарап тора
Ҡыҙығып та тыныс йорт атын.

Айгөл Йәмилева.
Июнь, 2024.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Jan, 07:26


Аҙан – ул намаҙға саҡырыу. Уны намаҙ алдынан мәсеттә генә түгел, яңғыҙығыҙ өйҙә булғанда ла уҡырға кәрәк. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә теләһәгеҙ, аҙанды хатта сүллектә булғанда ла әйтегеҙ. Аҙандың үҙенсәлектәренең береһе - шайтандарҙы ҡурҡытыу . Аллаһ Илсеһе с.ғ.с. әйтте: “Ысынлап та, шайтан аҙанды ишетеү менән шул тиклем алыҫҡа ҡаса, ар-Раухаъ тип аталған ерҙәргә тиклем барып сыға”
Аҙанды һәр ир мотлаҡ белергә тейеш.
Аҙан транскрипцияһы:
1)Аллааһу әкбәр! - 4 тапҡыр
2)Әшһәдү әлләә иләәһә иллаллааааһ! - 2 т.
3)Әшһәдү әннә Мүхәммәдәррәсүлуллаааһ! - 2 т.
4)Хәййә ғәләссаләәәһ! - 2 тапҡыр
5)Хәййә ғәләл фәләәәх! - 2 тапҡыр
6)(Әссаләтү хайрум минән нәүүүм! - 2 т.)
7)Аллааһу әкбәр - 2 тапҡыр
8)Ләә иләәһә илләллаааһ - 1 тапҡыр
Тәржемәһе: Аллаһ бөйөк! - 4 тапҡыр.
Шаһитмын шуға, Аллаһтан башҡа һис тәңре юҡ! - 2т.
Шаһитмын шуға, Мөхәммәд Аллаһтың илсеһе! - 2т.
Ашығығыҙ намаҙға! - 2т.
Ашығығыҙ ҡотолоуға! - 2.т
Намаҙ йоҡонан яҡшыраҡ! - 2т.
Аллаһ бөйөк! - 2т.
Аллаһтан башҡа һис тәңре юҡ! - 1т.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Jan, 05:50


Яға

Һауаланма, бөйөклөк бит,
Бер Аллаһтың сифаты.
Мин- мин тимә, Һин бары тик,
Аллаһтың бер ижады.

Һәләтең дә, төҫ- башың да–
Ваҡытлыса аманат.
Аллаһ һине күтәрмәләп,
Иманыңды һынамаҡ.

Көрәш бит ул беҙҙең ғүмер–
Нәфсең менән үҙеңдең.
Һәр хәл- торош хикмәт бит ул,
Әйтмә: еңдем... Еңелдем...

Еңелеүең– булыр еңеү,
Еңеүҙәрең– еңелеү...
Эҙләмә, һин, һыу түгелһең,
Барыр юлдың еңелен.

Һауаланма, мин- минләнмә,
Пәйғәмбәр үҙе әйткән:
" Бойҙай ҙурлыҡ ғорурлыҡты
Йөрәгендә йөрөткән,
Инә алмаҫ ожмахтарға..."
Уға юл бикле икән.

Көрәш бит ул был донъялар–
Һәр минуты, секунды;
Нәфсең менән яғалашыу,
Ана, берәү уҡынды...

Тамсы ғына бер уй һалһам,
Ошо шиғырым менән.
Бер гонаһым, бәлки, кәмер,
Улар шығырым, беләм.

Һауаланма, ыуаланма,
Әҙәмдән көтмә баһа.
Һәм онотма: нәфсе... Көрәш...
Йыртыла тимә яға!

🖊️Фәнис Сирбаев

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

03 Jan, 15:06


"Саҡ ҡына..."
Зәбих Мәмәлимов көйө,
Риф Тойғон һүҙҙәре.
Юлай Асҡаров башҡарыуында.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

02 Jan, 12:41


Бронхиттан. Кәзә һөтөн ҡайнатып, һыуытҡас, бер балғалаҡ бал һәм әҙерәк бурһыҡ майы ҡушып, яҡшы итеп бутарға кәрәк. Шифалы коктейлде бер аҙна буйы көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә тәҡдим ителә.
Йүтәлдән. Һөттө ҡайнатып сығарғас, бер аҙ аҡ май һәм кәзә майы ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Геморройҙан. Ас ҡарынға кәзә һөтөнөң эремсек һыуын эсергә кәрәк. Уға ике балғалаҡ тоҙ ҙа өҫтәгәндә, ашҡаҙанды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара килеп сыға.
Кәзә һөтөн һап-һау кешеләргә лә туҡланыу рационына индерергә тәҡдим ителә. Ул арыуҙы баҫа, нервыларҙы тынысландыра, депрессиянан арындыра, стрестан һаҡлай. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйгән мәлдә эскәндә, был сирҙәр һеҙҙе урап үтер.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

02 Jan, 10:51


🌙ТӨРЛӨ ЯУЫЗЛЫҠТАРҘАН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА🌙

"Аллаһүммә иннә әғүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үрадда әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғаҙабил-ҡәбр".

Мәғәнәһе: «Эй Раббым! Һаранлыҡтан ҡасып мин Һинең үҙеңә генә һыйынам, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып та үҙеңә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъяла фетнәләренән, донъя алдауҙарынан үҙеңә һыйынам, Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым!»

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

02 Jan, 07:57


Китмәҫ  әле  күңелдән.
Һандар  алышынды.
Йыл  исемен
Үҙгәрттеләр инде  бөгөндән.
...Тик  иҫкеһен  улай  еңел  генә
Юйып  ташлап  булмаҫ  күңелдән.

Үткән  йылдар 
Беҙҙең  ғүмер  бит  ул-
Мәрйен  кеүек  кенә  теҙелгән.
Йыл  яңырҙы  тиеп  үткәндәрҙе
Өҙөп  ташлап  булмаҫ  күңелдән.

Үткән  йылым,
Һәр  минуты  менән,
Минең  йәнгә  ҡуша  үрелгән.
Йылдарымдан  ҡалған  эҙҙәрҙе
Юйып  ташлап  булмаҫ  күңелдән.

Үткән  йылдарымдың
Йәдкәрҙәре
Йөрәгем  төбөнә  күмелгән.
Үткән  йылдар, матур  йырҙар  кеүек,
Китмәй  әле  күңел  түремдән.
🖊️Гөлзифа  Исрафилова.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Jan, 07:34


https://hakmar.ru/news/novosti/2025-01-01/inuar-yyldy-bashy-yshty-urta-y-ynamyshtar-4068899?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485
Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы. Һынамыштар

Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған.Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән — күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуын көт. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, ти...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Jan, 07:07


"Теге өсәү"ҙән "Ай йыры" - йыл йыры ҡотлауы.
🎄 Яңы йыл менән!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Jan, 07:06


Яңы йыл менән һөйләшеү.

Эй, яңы йыл! Тағы киләһеңме?
Әллә нишләп бигерәк йышланың?!
Әллә нишләп хәҙер ваҡыт елә,
Бәрәкәте юҡ шул көн, айҙың.

Аңлап өлгөрмәйһең - тәүлек үтә,
Арлы-бирле итһәң - аҙна юҡ,
(Тик пенсия килә һағындырып,
Көтмәҫ инең - алтын ҡаҙна юҡ).

Бәрәкәте юҡ шул сәғәттәрҙең,
Шәберәк әйләнәме Ер шары?
Әллә, тимен, үҙем олоғайып,
Ығышланып барам ни бары?

Сәбәләнеп донъя ҡыуыу үтте,
Йүгермәйем көҫәп мал-данды,
Етер инде! Тиҫтәләрсә йылдар
Былай ҙа бит күңелем алданды.

Был донъяны барыбер ҡыуып тотоп
Булмай икән уға атланып,
Ҡәнәғәтмен бөгөн булғанына,
Һәр таңымды көтәм шатланып.

Һаулыҡ булһын! Донъя имен торһон!
Балаларым булһын бәхетле!
Юлдағылар имен-һау йөрөһөн -
Нимә кәрәк тағын шул хәтле?

Эй, яңы йыл! Ҡөҙрәтеңдән килһә,
Алып килсе илгә тыныслыҡ!
Яуҙа йөрөгән улдарыбыҙ осон
Һәр бер көнөң айға торошлоҡ.

Сирләгәндәр һауыҡһындар ине,
Һағышлылар зарын онотһон,
Ғүмер буйы бушҡа алданғандар
Лотерея алып, бер отһон!

... Эй, яңы йыл! Тағы ябаһыңмы
Ғүмер китабымдың бер битен?
Ни күрһәм дә, илем-халҡым менән,
Улар менән мин дә бер бөтөн!

Тыныслыҡ бир илгә, байлыҡ, муллыҡ!
Башлыҡтарға иман, аҡыл бир!
Халҡыма бир рәхәт, етеш тормош,
Һәр тырышлыҡ өсөн хаҡын бир!

Ғаиләләр тулы, теүәл булһын,
Шатландырып үҫһен балалар,
Яңы йорттар күпләп ҡалҡып  сыҡһын,
Гөрләп торһон ауыл-ҡалалар!

Эй, яңы йыл! Төклө аяҡ менән
Изге эштәр менән генә кил!
Бөтә донъяларҙа иң тынысы,
Иң бөйөгө булһын беҙҙең ил!!
Фирүзә Абдуллина.
20.12.2023.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Jan, 06:59


Яңы йыл менэн! 🌲🌲🌲Өйҙәрегеҙ йылы булһын.🔥 Түрҙәрегеҙ киң булһын. Сөкөрләшеп, мәж килешеп сәй эсерлек моң булһын. 💃Дәрт булһын. Туғандар булһын. Арып, үҙ өйөңдәге тәмле генә сәйҙе һағынып ҡайтырлыҡ эшегеҙ булһын. Һағынып көткән яҡындарығыҙ булһын. 👨‍👩‍👧‍👦 Донъялар имен булһын.
Күңелдәр көр булһын. Ихаталар аҡ көрт булһын.❄️❄️❄️ Тәҙрәләрҙә уттар булһын. Тормош йыры гөрләп торһон. ☃️☃️☃️

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Jan, 06:58


Мин дә көтәм

Күңелемә уйҙар ялҡын өҫтәп,
Мин дә көтәм килер көндәрҙе.
Киләсәктә ниҙәр булыуҙары,
Уйландырмай икән кемдәрҙе?
Мөғжизәләр хәҙер көтмәһәм дә,
Үҙгәрештәр өмөт итәмен.
Көндәр, айҙар, йылдар ағымында,
Үҙем һаман алға китәмен.
Һиҙелмәйсә үткән йылдарымдан,
Йөҙҙәрем дә һырлы - һипкелле.
Яңы йылда ғүмер китабының,
Яңы битен асам шикелле...
М. Мәғәсүмов.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Jan, 04:53


Хәйерле иртә, ҡәрҙәштәр! Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Именлек, тыныс тормош, ҡәҙерлеләрегеҙҙең еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Тәрбиә эше бер ҡасан да туҡтамай. Хәхләндиәлә лә алып барабыҙ ундай эште.
Егеттәремде ҡотлап, ошоларҙы яҙғайным. Ғәфү, русса инде🙏

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Jan, 04:53


Доброе утро! Вот и вступили мы в новый год. Желаю, чтобы он пришел с добром, счастьем, миром, достатком, спокойствием ко всем! Желаю каждому из вас терпения, выдержки, настойчивости, готовности идти до конца.
Эти годы (хотя мы и не замечаем) оставили глубокий след в сердце каждого. За это время мы многому научились.
Самое главное - внутренние перемены. Многие доказали себе и окружающим тот факт, что они могут вести трезвый образ жизни. Это, я считаю, одним из главных личностных побед, потому что, кто-то не смог себя победить. И они, вы сами знаете, в глазах товарищей упали на дно, потеряли доверие и уважение.
Мы научились жить в экстримальных условиях, выживать на минимуме. Видели страх и умение человека бороться с ним. Испытывали друзей в трудных ситуациях. Чувствовали эгоизм,
предательство, или же, доброту и крепкое, надежное дружеское плечо, научились заново жить в коллективе.
Что нам готовит будущее? Пока не известно. Все разговоры - это как вилами по воде. Поэтому, нам остается не расслабляться, твердо верить в наше правое дело, вносить свой посильный труд для достижения поставленных целей.
Продолжаем боевое дежурство.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Dec, 08:25


Яҡынлашып килгән яңы йыл менән! 🌲🌲🌲Өйҙәрегеҙ йылы булһын.🔥 Түрҙәрегеҙ киң булһын. Сөкөрләшеп, мәж килешеп сәй эсерлек моң булһын. 💃Дәрт булһын. Туғандар булһын. Арып, үҙ өйөңдәге тәмле генә сәйҙе һағынып ҡайтырлыҡ эшегеҙ булһын. Һағынып көткән яҡындарығыҙ булһын. 👨‍👩‍👧‍👦 Донъялар имен булһын.
Күңелдәр көр булһын. Ихаталар аҡ көрт булһын.❄️❄️❄️ Тәҙрәләрҙә уттар булһын. Тормош йыры гөрләп торһон. ☃️☃️☃️

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Dec, 08:04


ҠАБУЛ БУЛҺА ИНЕ ТЕЛӘКТӘР.

Яңы  йылды  көтөп  ярһыу  аттай,
Типкән  саҡта  беҙҙең  йөрәктәр.
Һәммәгеҙгә  рәхмәтемде  әйтеп,
Бар  бит  еткерәһе теләктәр.

Иң  беренсе  сәламәтлек  теләйем,
Бер  үк  уныһы  ташлап  китмәһен.
Ғүмерҙәрҙе  матур  үткәрәйек,
Бер  минутта зая  үтмәһен.

Өҫтәлдәрҙә  һәр  саҡ  икмәк  булһын,
Килеп  йөрөһөн  туған-күршеләр.
Бер-береһенә   миһирбанлы,  һәм  дә
Игелекле   булһын  кешеләр.

Балалар ҙа,   йөҙҙө ҡыҙартмаһын,
Хоҙай  бирһен  тәүфиҡ,  иманды.
Юлдаш  булһын  ине,  һәр  ҡайһына,
Матур  тормыш,   яҡты киләсәк.

Парлыларға  тигеҙ  тормош  теләйем,
Парһыҙҙарға   насип   йәрҙәрен.
Күркәм сабырлыҡтар  бирһен Хоҙай,
Иртә   юғалтҡанға  парҙарын.

Ауыр  һүҙҙән,  йәмһеҙ  ҡараштарҙан,
Йәш   түкмәһен   ата-әсәләр.
Парлы, тигеҙ, татыу ғаиләләрҙә,
Тыуып  торһа  ине, балалар.

Илдәр  тыныс,  күктәр аяҙ булһын,
Өйҙә  булһын  дуҫлыҡ,   татыулыҡ.
Ғәиләләрҙә  ысын   яратыу  булһын,
Балаларға   үрнәк   алырлыҡ.

Ил-көндәргә тыныслыҡтар  иңһен,
Иҫән-имен   булһын   балалар.
Бала   юғалтыуҙың   асыларын,
Татымаһын   ата-әсәләр.

Хәләл  малдар,  яҡшы эштәр генә,
Осратһасы  ябай эшселәр.
Туғандар ҙа,   дуҫ-татыу  йәшәһен,
Булмаһындар  уҫал,  көнсөлдәр.

Баҫыуҙарҙа  иген  шаулап  үҫһен,
Келәт  тулһын  арыш-бойҙайға.
Аҙбарҙарҙа ҡош-ҡорт, малың булһын,
Кәрәк  саҡта   йығып  салырға.

Яңы  йылды  көтөп   ярһыу   аттай
Типкән   саҡта  беҙҙең  йөрәктәр,
Хоҙайымдан  һорайым - бер  үк ҡабул
Булһа  ине  минең   теләктәр.

Биреүсе  лә,  алыусы  ла   Үҙең,
Һин берҙән бер, бөйөк бер Аллаһ.
Мин ышанам, изге теләктәрҙе
Ҡабул ҡылырһың  Һин ИншаАллаһ.

(Ф. Мөхәммәтйән - Тегермәнле )

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Dec, 02:50


Башҡорт шыршыһы оҡшаймы?

Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина биҙәгән шыршыҡай барыһын да хайран иткән.

Үҙенсәлекле башҡорт шыршыһына ❤️-те йәлләмәгеҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Dec, 12:05


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-30/y-yl-ayfon-yumoristik-hik-y-4070962?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Dec, 05:31


Хәйерле иртә, ҡәрҙәштәр! Күмертау яҡтарынан гуманитар күстәнәс килде.
Һәммәгеҙгә лә рәхмәт, һалдат яҙмышын еңеләйтергә тырышҡанығыҙ өсөн! Хоҙайыбыҙ сауап-әжерен икеләтә ҡайтарһын!
Ә был мәтрүшкәне башҡорт йыйғаны яҙыуынан билдәле😂😂😂😂😂😂😂👍👍👍👍👍

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Dec, 18:29


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-29/yu-g-ld-rk-yem-ulay-yaramay-4070405?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Dec, 15:01


Мөғжизәләр көтәм...

Бала саҡтар... Яңы йыл алдынан,
Теләктәрҙе яҙып ҡағыҙға,
Көтә инек, ниҙәр алып килер,
Ҡыш бабайы малай йә ҡыҙға...

Нимә көтһәк, шуны таба инек
Тылсым тулы шыршы төбөндә,
Шатлыҡтарҙың сиге булмай ине
Яңы йылдың тәүге көнөндә...

Үҫмер саҡтар... Яңы йыл алдынан,
Теләктәрҙе яҙып ҡағыҙға,
Мөғжизәләр көттөк... Ә ул килде
Һөйөү булып егет һәм ҡыҙға...

Һәр яңы йыл ниҙер алып килде:
Бала бәхетен, эштә уңыштар...
Аҡланмаған саҡтары ла булды...
Яҙмыштарҙан тапмай уҙмыштар...

Инде бөтәһе бар... Бүләктәре өсөн
Рәхмәтлемен үткән һәр йылға!
Ә шулай ҙа яңы йыл алдынан
Теләктәрҙе теҙәм ҡағыҙға:

Имен булһын минең балаларым!
Хыялдары ашһын тормошҡа!
"Атай! Әсәй" тиеп, күмәкләшеп,
Ашҡынһындар өйгә - төп йортҡа!

Имен булһын минең яҡындарым!
Көлөп торһон туған - дуҫтарым!
Бөтәбеҙгә һаулыҡ, ырыҫ һорап,
Яңы йылға һуҙам устарым...

Ә шулай ҙа иң - иң ҙур теләгем -
Һаҡла тыныслығын еремдең!
Ыҙғыш, болаларҙан азат ит һин!,
Һаҡла башҡорт телен илемдең!

Ҡайтарырға ҡотон, йәмен ерҙең
Килер тием һинең ҡулыңдан.
... Йылдағыса мөғжизәләр көтәм
Юлға сыҡҡан яңы йылымдан.

Тотманова Сәкинә

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Dec, 11:00


ҮТЕП БАРА
Йәнә бер йыл яйлап үтеп бара,
Тырышһам да уны һуҙырға.
Яңы йылым, ана, ишек шаҡый,
Хужа булып түргә уҙырға...

Иҫкеһе бит әле иҫкермәгән,
Хәтирәләр яңы, кисәңге.
Һиҙелмәйсә йылдар алышына,
Үткәндәре хәтер, иҫтәге.

Ваҡыт даръяһында йыл үлсәме,
Ҡыҫҡаҡ ҡына, дәүер шикелле.
Шул дәүерҙәр берәм-берәм үтеп,
Ҡабатланыуҙары икеле...

Йәнә бер йыл яйлап үтеп бара,
Ваҡыт өсөн юҡ шул кәртәләр.
Бар теләгем, илдәр имен торһон,
Тыныс атһын ине иртәләр...

Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Dec, 10:17


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-28/e-n-e-men-n-b-hetle-ul-4070323?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Dec, 09:53


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-28/t-bala-ayym-t-inde-hik-y-4070356?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Dec, 09:16


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-29/b-hetle-bul-tim-g-n-hik-y-4070394?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

03 Dec, 08:32


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-12-02/urman-anuny-hik-y-g-ld-r-k-limullina-4032694?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

02 Dec, 03:53


Ата-әсә тураһында башҡорт мәҡәлдәре 🪶

Үҙ әсәң бауырһаҡ, үгәй инәң - һарымһаҡ.
Әсә янында бала етем булмай.
Атаһыҙ бала етем түгел, әсәһеҙ бала етем.
Әсә ҡуйыны тундан йылыраҡ.
Әсә йылыһы - ҡояш йылыһы.
Ата-әсәһен тыңлаған әҙәм булған, тыңламаған әрәм булған.
Ағасына күрә алмаһы, әсәһенә күрә балаһы.
Бала шатлығы - әсә шатлығы.
Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.
Әсә һөтө менән инмәгән - тана һөтө менән инмәй.
Ата-әсә алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ.
Ата-әсәһенә ҡәҙер күрһәтмәгән - үҙе лә изгелек күрмәҫ.
Баланың ғәйебе - ата-әсәнеке.
Донъяла ата-әсәнән башҡа бар нәмә лә табыла.
Астан үлһәң дә, ата-әсәңде ташлама.
Ир бала - ата-әсәгә таяу, ҡыҙ бала - өйгә яҡҡан буяу.
Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер.
Әсә булмай әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең.
Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге һыҙлар.
Бала ҡәҙерен әсәй белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Эшләгәнең атаң менән әсәң өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн.
Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында.
Телhеҙҙең телен әсәhе белер
Ҡыҙҙы әсәhе hаҡлаhын, улды - атаhы.
Ҡыҙҙың инәhе - ҡырҡ, ҡырҡ беренсеhе сыбыҡ
Ҡыҙ ҡыҙлы булмаҫ, әсә ҡәҙерен белмәhә,
Ул уллы булмаҫ, ата ҡәҙерен белмәhә.
Бала ҡарама ҡыуышынан төшмәй (әсәнән тыуа).
Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге hыҙлар.
Атаhыҙ етем - туйҙа етем, әсәhеҙ етем - көн дә етем.
Атаhы күрер - улы hөйләр, әсәhе күрер - ҡыҙы hөйләр.
Ата - алтын hаҙаҡ, инә - алтын ҡанат
Ата байлығы улға йоҡмаҫ, әсә байлығы ҡыҙға йоҡмаҫ.
Ата hүҙен тотмаған, әсә hүҙе йоҡмаған - яуға сабыр ир булмаҫ.
Атай - еҙнә, инәй - ҡаҙна.
Ата-әсәнән ҡасҡан - яманлыҡ менән күҙен асҡан.
Ата-инә алғышы утҡа-hыуға батырмаҫ.
Ата-инә - алтын hөйәк.
Ата-инә берҙәм булhа, балалары күндәм була.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Dec, 04:08


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-30/k-rshe-ha-y-hik-y-4031817?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Dec, 03:08


Төклө аяҡтарың менән,
Ҡыштың тәүге айы-декабрь.
Бурап-бурап ҡарҙар яуыр әле,
Яумай тормаҫ әле барыбер.

Ябалаҡлап ҡарҙар яуһын әйҙә,
Бурандар ҙа,әйҙә,туҙһындар.
Борма-борма ғүмер юлдары,
Һағыш-ҡайғыларһыҙ уҙһындар!

Аяҙ булһын зәңгәр күктәребеҙ,
Тыныс ҡына ғүмер итәйек.
Ҡыштың тәүге айы декабрҙән,
Изге хәбәр генә көтәйек!🙏

ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Nov, 15:29


Бир, Хоҙайым!

Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы,
Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә,
Бир, Хоҙайым, миңә көс, йәшәрлек
Шөкөр итеп бары бөгөнгә.


Бир, Хоҙайым, һаулыҡ, кеше көнлө,
Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ,
Бир, Хоҙайым, байлыҡ, хәләл малды
Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ.

Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым
Рәхәтлектә ғүмер кисерһен,
Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым,
Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен.

Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек
Башҡаларға ярҙам итерлек,
Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым,
Кешем булһын ярҙам көтөрлөк…

Бир, Хоҙайым, таҙа намыҫ менән
Ғүмер юлын йәшәп үтергә,
Бир, Хоҙайым, бурыс-үкенесһеҙ
Фани донъяларҙан китергә.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Nov, 13:48


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-29/rm-kse-auy-hik-y-r-mil-imranov-4030799?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Nov, 18:36


Был йыр барлыҡ яугирҙарға һәм уларҙы зарығып көтөүселәргә бағышлана!!!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Nov, 18:27


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-29/rm-kse-auy-hik-y-r-mil-imranov-4030799?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

28 Nov, 17:16


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-28/bala-ar-yshy-hik-y-rinat-kamal-4026762?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

28 Nov, 05:32


Яугир балаларға саңғылар бүләк иткән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Азамат Суфиянов Әбйәлил ауылындағы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһына өлкәндәр төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр өсөн 25 пар һәм тәрбиәселәргә 2 пар саңғы бүләк иткән. Бәләкәй төркөм бүлмәһенә яугир ярҙамында телевизор алынған. Герой яугиргә оло рәхмәттәрен "Ҡояшҡай"ҙа тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре һәм баҡса хеҙмәткәрҙәре еткерә! Афарин, яугир!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

28 Nov, 05:30


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-27/balalary-dy-al-da-sy-yp-kit-4026758?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

28 Nov, 05:08


Эт хужалары өсөн талаптар ҡәтғиләшә

Думала ошо турала закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, ябай кешеләр өсөн штраф суммаһын 5 мең һумға еткерергә тәҡдим ителә. Законды ҡабатлап боҙған осраҡта тейеш сумма икеләтә артыуы мөмкин. Ҙур, кешеләр өсөн хәүефле булған эттәрҙе мороноҡһоҙ, йә бәйһеҙ йөрөтөүселәр иғтибарға алына. Бындай хайуандарҙың кешеләргә ташланыу осраҡтары теркәлеп тора.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

28 Nov, 03:27


Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре
“Ҡотҡарығыҙ!”
Элек сенаж, бесән осоронда совхозға эшкә йөрөүе үҙе бер байрам, бик тә ҡыҙыҡ була торғайны. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла сәләхтәр зыҡ ҡубып шаярҙылар.
1975 йыл. Йәй бик ҡоро килде. Етмәһә, япраҡтарға ҡарышлауыҡтар төшөп, ағастарҙы яланғас ҡалдырҙы. Сәләх бригадаһы сенажды ла, бесәнде лә ҡыпсаҡтарҙан алда тамамлап, күршеләргә ярҙамға йөрөй торғайныҡ Бер шулай “Беларусь” арбаһына тейәлеп, күршеләргә китеп барабыҙ. Ғәҙәттәгесә, барыһы ла шаяра, көлә, бер-береһен мәрәкәләй. Арбаның алғы ике яҡ мөйөшөнә ҡатындар ҡыҙыл яулыҡтарын флаг итеп элгән.
Ҡыпсаҡҡа етәрәк ҡатын-ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтеп, бейешә башланы.
Әйттергәндәр түгелме,
Теттергәндәр түгелме!
Әйттереүсе, теттереүсе
Беҙҙекеләр түгелме!

......................................
Асса, беҙҙекеләр баҫа,
Беҙҙең сәләхтәр баҫҡанда,
Ҡыпсаҡтыҡылар ҡаса!

Үҙҙәре сыу булып көлөшәләр. Арабыҙҙа ултырған шаян егеттәребеҙҙең береһе булған Байморат ағай иң оло еңгәйемдең елкәһенә бер ус ҡарышлауыҡ йыйып һалды бер мәл. Бер ни уйламай, таҡмаҡлап бейеп торған еңгәм ултыра һалып, сисенеп ташламаһынмы шул саҡ! Үҙе һөрән һалып ҡысҡыра:
–Ҡотҡарығыҙ!
–Уй, еңгәй, ул ни ҡыланаһың? Ауылға инеп киләбеҙ бит!
–Бына быныһы, эротик бейеү, тип атала!
–Төшәйем генә әле, ауыҙыңды йырам, ҡәйнеш! – Күлдәген ҡағып-һуғып, рәтләй-рәтләй, еңгәйем төшмәк менән ашыҡты...
–Был сәләхтәр таң менән һуғып алалар әллә... Көн дә бик күңелле киләләр...
–Знамо шулай, арбала бушҡа сисенешеп торалар тиһеңме!
Эшкә китергә бүлексә кантораһы алдына йыйылған кешеләр ҙә беҙҙе дәррәү көлөшөп ҡаршылай...

“Нимә күргәндәр икән?”
Илдең ҡәһәрле һуғыштан һуң яңы-яңы мандып, аяҡҡа баҫып килгән сағы. Ауылдар халҡы дәррәү генә йөрөп, совхоз малдарына ҡышлыҡ аҙыҡ хәстәрләй. Шулай ҙа ваҡыт-ваҡыт ололар үҙ күҙҙәре менән күреп, иңдәрендә татыған ауырлыҡтарҙы, һуғыш михнәттәрен иҫтәренә төшөрөп, хәтирәләргә бирелеп алалар...
Элек совхоз ара-тирә өмәләр үткәреп, бар халыҡты эшкә йәлеп итер ине. Ундай көндәрҙә дөйөм ҡаҙан өсөн берәр тана һуйыла, өмәселәр өсөн күңел күтәргес эсемлек һатып алына торғайны. Әлбиттә, ололарға эйәреп, балалар ҙа ҡырға сыға.
Бер шулай өмәлә ололар артығыраҡ “күңелләнеп” ташлағандар. Трактор арбаһында кис эштән ҡайтып киләләр икән. Бер инәй менән ағай, үткәндәрен күҙ алдына килтереп, юл буйы ҡосаҡлашып, илай-илай ҡайтҡандар.
–Уй, ҡустым, күрҙек бит... күрҙек, – тип һамаҡлай икән инәй.
–Ҡуй инде... күргәндә ҡандай күрҙек...
–Беҙ күргәнде балаларыбыҙ күрмәһендәр инде... – Инәй уның һайын нығыраҡ сеңләп, ағайҙы ҡосаҡлай.
–Шулай, апай, шулай... Беҙ күргән дә еткән.
Эргәләрендә ултырған малай – Рәшит ағай инәй менән ағайҙың ни хаҡында һөйләгәндәрен аңлай алмай бер булған. “Нимә күрҙеләр икән? Улай иларлыҡ булғас, бик ҡурҡыныс нәмә күргәндәрҙер инде...” – Рәшит ағай бала аҡылы менән үҙенсә шулай фекер йөрөтә. Ауылға ҡайтып, ишек алдарына инеү менән атаһы Хәлиулла олатайҙан һорай ҡуя:
–Атай, Сибәрбикә апай менән Ғәйсәр ағай нимә күрҙеләр икән? Юл буйына: “Күрҙек бит, күрҙек,” – тип илай-илай ҡайттылар...
Өтөк кенә Хәлиулла олатай:
–Эй, улым, күргәс, күрҙек, тиҙәр инде... Күрҙек шул, күрҙек... – ти ҙә үҙ эше менән булыуын дауам итә.
“Атам да күргән... Ә мин ҡайҙа йөрөп ҡалдым икән?” – Рәшит ағай тағы ла нығыраҡ аптырауға ҡалған...
Оло быуын кешеләре күргән аслыҡ-яланғаслыҡ михнәттәрен бала ҡайҙан ғына аңлаһын инде...

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

28 Nov, 03:26


Таң атҡанда бәхет теләп уянығыҙ
Балағыҙға, туғандарға, күршеләргә!
Был донъяға тыныслыҡтар
теләү кәрәк,
Яҡты күңел, һөйөү хисе кешеләргә!

Йәне ҡоро булғандарҙың һүҙе уҫал,
Матур йәнле кешеләрҙең йөҙө яҡты!
Мөхәббәткә тулы йәндәр —
бәхет тулы,
Нәфрәт йыйған йән бәхете —
ярым - ярты.

Кисерегеҙ дошмандарҙың
яуызлығын,
Һөйөү хисе теләгеҙ һеҙ ҡырыҫтарға!
Иман юҡҡа йәндәр һалҡын,
тар күңелдәр!
Йылы өләшһәң, яуыз йән дә
тыныслана.

Яман һүҙ ул ағыу кеүек, көн дә тамһа,
Ҙур ағас та ергә ауыр ҡороп - сереп!
Бер яҡшы һүҙ, бер тамсы һыу кеүек,
Көн дә тамһа, ҡоро ағас
тамыр бирер.

Изге уйҙар булһын йәндә
таң атҡанда,
Изге теләк булһын ине кис ятҡанда.
Улар ғына нурҙар һибеп йылыта бит
Яманлыҡтан, яуызлыҡтан
йән ҡатҡанда.

🖊️Флёра Шәрипова.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

27 Nov, 09:22


Тарыуал яғындағы Бетерә йылғаһы

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

27 Nov, 02:50


Эй, Хоҙайым, бөгөн кемгә ауыр - шуға көс, кем сирләй - уға һаулыҡ бир. Хәсрәткә батҡанға йылмайырлыҡ сәбәп ебәр.

Хәйерле иртә! Рух көсө, һаулыҡ һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

25 Nov, 17:37


Ниндәй йәнлектәрҙе күрәһегеҙ?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

25 Nov, 14:24


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-25/ik-n-ik-gen-hik-y-4023253?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Nov, 17:01


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-21/f-it-ylyu-4018798?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Nov, 15:35


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-21/u-la-an-kene-4018787?utm_source=vk&amp%3Butm_medium=social&amp%3Butm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Nov, 15:03


Бал ҡорттары – «математиктар». Уларҙың кәрәҙҙәре тигеҙ яҡлы, ифрат ныҡлы төҙөлөштө хәтерләтә һәм яҡтарының мөйөштәре 109,28 градусҡа тиң.
Бал ҡорттары еҫ һиҙеү буйынса чемпиондар. Улар төрлө еҫте кешегә ҡарағанда 1 мең тапҡырға көслөрәк һиҙә, ә сәскә еҫен бер 1 саҡрымдан тоя.
Инә ҡорттоң ҡарышлауығы (личинкаһы) биш көн эсендә 1500 тапҡырға ҙурайырға өлгөрә.
Бал ҡорттарының кешегә билдәле булмаған тағы бер серле сифаты бар: улар ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа, ғаиләһен һаҡлар өсөн, ғүмерҙәрен оҙайта ала.
Бал ҡорто 100 грамм бал әҙерләр өсөн 46 мең саҡрым юл үтә, ул экватор буйлап әйләнеп осоп сыҡҡанға тиң.
Эшсе ҡорт бер көндә ете мең сәскәне һеркәләндереп өлгөрә. Ҡайһы берәүҙәре үҙенән бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ йөк менән оса ала.
Йөкһөҙ ҡорттоң тиҙлеге сәғәтенә 65 саҡрым булһа, йөк менән ул ике тапҡыр әкрен оса.
Бер ҡорт бер осоуҙа 40-50 мг һут килтерә.
Осоп барған бал ҡорто үҙе тирәһендә электр майҙаны ҡора һәм уның һүлпәнәйә башланған заряды 1,5-1,8 вольтҡа етергә мөмкин.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Nov, 08:10


❤️ МХО башланғанға 1000 көн🇷🇺🙏🙏🙏
1000 көн һәм төн🫣
Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын😢
2 йыл, 8 ай һәм 25 көн🙏😞. Әйҙәгеҙ, егеттәребеҙгә ярҙам итәйек, 50 һум, 100 һум, 200 һум ... Кем күпме күсерә ала 🙏 Хәйер булыр, бөгөн бит кесе йома 89273254905 Сбербанк, Эльвира Фазыльяновна.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Nov, 08:10


Хөрмәтле дуҫтар! Мин үҙем волонтёр ҙа булып торам. Баймаҡта йәшәйем. Яугирҙәрҙең заказдары буйынса эшләйбеҙ. Мөмкин тиклем уларға ярҙам итәйек, зинһар🙏 Бергә булайыҡ! Берҙәмлектә — көс!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Nov, 02:00


Елмерҙәк, Өфө-Белорет юлы♥️♥️♥️
Имен булһын юлдар.
Хәйерле иртә, дуҫтар!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Nov, 18:08


Автобус ҡайһы яҡҡа китеп бара?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Nov, 11:13


Өфөләге Һүҙлек хәләль кафеһына барып пицца ашағығыҙ киләме?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Nov, 10:29


"Урам балалары" хикәйәһе

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Nov, 10:26


ҘУР БӘЛЕШ😋😋😋

Ҡамыр өсөн:
200 г аҡ май, йәки маргарин (иретелгән)
200 мл йылы һыу йәки һөт
1 балғалаҡ тоҙ
1 аш ҡалағы шәкәр
он

Эслек өсөн:
0,5 - 1 кг ит (ҡош ите менән бигерәк татлы була бәлеш)
0,5 - 1 кг бәрәңге
2 баш һуған
әҙерәк аҡ май
тоҙ, борос

Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. Иң ҙурын йәйеп, табаға һалырға. Уға эслекте бушатып, икенсе өлөшө менән ҡапларға, остарын тоташтырырға. Тағы ла бәләкәй йәймә менән бәлештең өҫтөн биҙәргә. Бәлештең уртаһындағы тишекте йомроҡас менән ҡапларға.
190 градусҡаса ҡыҙған мейестә 1,5-2 сәғәт бешерергә.
1,5 сәғәттән һуң бәлеште сығарырға, өҫтөндәге "ҡапҡасын" асып, ярты стакан ҡайнар һыу (уға ҡаҙ майын ҡушып ебәрһәң дә була) йәки һурпа ҡойорға. Бәлештең өҫтөн аҡ май менән һылап сығырға (ҡамыры ҡаты булмаҫ) һәм ҡурғаш менән ҡаплап, йәнә 30 минут бешерергә
Аштарығыҙ тәмле булһын!

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Nov, 10:26


Фирүзә  АБДУЛЛИНА

    УЛ  БӘХЕТЛЕ  БУЛДЫ,  ТИҺЕНДӘР

Ғүмер буйы мин әҙәпле булдым:
Сабыр итеп көттөм хаҡ баһа,
Ғәмәлдәрен дөрөҫ, уйым яҡты —
Эх, берәйһе күреп, маҡтаһа?..

... Сираттарҙа күпме нахалдарҙы
Тыныс ҡына алға үткәрҙем,
Күпме тапҡыр рәнйеш-нахаҡтарҙы
Тауышланмайынса күтәрҙем!

Оҡшағанды үрелеп алманым шул,
Теймәйем тип кеше өлөшөн,
Һөйгәнемдән һөйөү һораманым,
Сабыр көттөм миңә тейешен.

Һуңғы телем икмәк ҡалғанда ла,
Үрелмәнем, бирҙем башҡаға,
Эшләгәнгә хаҡын һораманым,
Изге эште тиңләп аҡсаға.

Ваҡыт үҙе баһа бирер, имеш,
Кем кемлеген ваҡыт күрһәтер,
Ҡәҙеремде кемдер белмәй икән,
Йәнәһе лә, тормош өйрәтер.

Арлы-бирле түрә ишараты
Рәнйеткәндә сабыр күтәрҙем,
Уртты сәйнәп түҙҙем, йәнәһе лә,
"Ғорурлығым менән үлтерҙем".

Уңыштарым булды. Ҡара көсөм,
Тырышлығым менән өлгәштем.
Үҙем һаман хәләл өлөшөмдө
Сит-яттарға йомарт өләштем.

Ғорур аҡыл менән сабыр ғына
Йәшәп үттем тормош юлынан...
Нишләп түҙҙем? Нишләп хәләл малды
Яҡламаным ситтәр ҡулынан

Йәнәһе лә, әҙәп рөхсәт итмәй,
Кешеләрҙән оят талашыу,
Иғтибарҙы һорап алып булмай —
Етмәй ҡалды ҡай саҡ аңлашыу...

Эй әҙәпле, сабыр йәшәп үттем,
Ғәҙел баһа көттөм — булманы,
Күпме мөмкинселек булған да бит...
Аңламайса ҡалып һуңланым.

Үтте йылдар. Әй, юҡ — ғүмер үтте!
Кеше көлдөрмәйсә йәшәнем,
Сикә сәстәремде ҡырау һуҡты —
Эстән күпме күкрәп-йәшнәнем!

Аҙмы-күпме генә ғүмер ҡалған,
Ҡалғандары матур үтһендәр,
— Ул әҙәпле булды, — тип әйткәнсе,
— Ул бәхетле булды, — тиһендәр.

   2023.  "Әсәйем һабаҡтары"
               исемле китаптан.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Nov, 07:44


Һинһеҙ.

Һинһеҙ бешкән икмәктең һис
Тәме булмай,
Нимә генә һалһалар ҙа
Һинһеҙ уңмай.
Һимеҙ ит тә тәме юҡтан
Ябыҡ кеүек,
Барса ризыҡ араһында
Һин иң бөйөк.
Ер аҫтынан да алалар
Һине ҡаҙып,
Һыу эсенән дә алалар
Һине һөҙөп.
Ҡайҙа ғына йәшенһәң дә
Табасаҡтар,
Аштарына тәм өҫтәргә
Һаласаҡтар.
Һин кәрәкһең атына ла
Һыйырына,
Ҡулланма-тип врачтарҙың
Тыйырына,
Аяттарҙа иң алда һин
Ултыраһың,
Тәндәреңә илһам нуры
Тултыраһың.
Табын йәме икәнеңде
Берәү күрмәй,
Тәмең сыҡһа ҡабат һиңә
Һис үрелмәй.
Урталыҡтан һине ситкә
Этеп ҡуйып,
Ҡарҡ кикерә ризыҡтарҙы
Маҡтап,туйып.
Һине берәү иҫкә алмай,
Бар икәнең
Тоҙһоҙ бешһә шунда ғына
Бар икәнһең.

Салауат Әминев

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Nov, 03:58


БӘХЕТЛЕ БУЛ!

Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл.

Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң.
Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.
Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.
Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.
Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!
Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, унан һиңә түгел, үҙенә зыян. Шуға ла был хаҡта күп уйлама.
Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.
Һәр эштә лә тәүәккәл бул, бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.
Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

Һаулығыңды һаҡла, тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге.

Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

19 Nov, 16:07


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-19/altyn-ayym-4015204?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

18 Nov, 17:44


Әлдә әле ошо эшем бар…

Бил ауырта бөгөн, аяҡ һыҙлай,
Быуыныма төшкән арыуым…
Ҡартлыҡ килеп ишек шаҡый микән?
Бөттө микән инде ҡарыуым?

Эшем бар шул! Эшкә барырға тип,
Эй һөйрәлеп килеп торам да,
Атлап китәм. Тәүҙә шығыр-шығыр…
Төҙ атларға кәрәк урамда!

Форма тотоу кәрәк! Кеше көлөр…
Шат йылмайып инәм мәктәпкә,
Һәр береһе балҡып сәләм бирһә,
Хәл өҫтәлә кеүек йөрәккә.

Күпме күҙҙәр өмөт менән баға,
Күпме күңелдәргә ут һалам…
Эй, балалар! Әлдә һеҙ бар әле!
Мин үҙем дә һеҙҙән ҡуҙ алам!

Онотола билдең ауыртҡаны,
Арыу ҡайҙа булған – белмәйем,
Көсөм ташып тора. Ә ҡартлыҡты
Бер еремә лә мин элмәйем!

Арыһам да, хатта әрләһәм дә,
Эшем барҙа әле ашым бар,
Сирҙе оноттороп, бәхет биргән
Әлдә әле ошо эшем бар!

Фирүзә Абдуллина.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

18 Nov, 17:39


Киске уйын: һүрәттә 7 кешене һәм 3 йәнлекте табығыҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

18 Nov, 17:02


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-18/merlek-azap-hik-y-motal-r-mov-4013453?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

18 Nov, 15:56


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-18/f-resht-4013465?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

18 Nov, 04:43


18 ноябрь — Ҡыш Бабайҙың тыуған көнө! Әйҙәгеҙ, уға хат яҙайыҡ. Әле унан нимә һорар инегеҙ?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

17 Nov, 15:23


Бер сәғәт йәйәү йөрөү ӨС йыл ғүмер өҫтәй.

Австралия ғалимдары шундай һығымтаға килгән. Тик бер иҫкәрмә бар: көн дә йәйәү йөрөргә кәрәк.

Ҡатмарлыраҡ варианттар ҙа бар - көн һайын 4,8 км/сәғ тиҙлек менән 111 минут йөрөһәң, ғүмереңде 11 (!) йылға тиклем оҙайтырға мөмкин икән.

👍 - йәйәү йөрөргә яратам
👎 - был бысраҡта үҙегеҙ генә йөрөгөҙ

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

17 Nov, 14:34


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-17/v-4010578?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

17 Nov, 11:40


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-17/in-utta-yanyp-lerg-teyesh-ine-4010573?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

17 Nov, 08:47


Атайыңдан алда өҫтәл артына ултырма – тапҡан малың үҙеңдән алда юғала торор
Атайҙың һүҙе алтын, тыңламаһаң – алтын биреп тә түләй алмаҫһың
Атайыңдан алда аш башлама – өлөшһөҙ ҡалырһың
Атайыңдан алда һүҙ һөйләмә – алйот тиерҙәр
Әсәй – Тәңренән һуң икенсе йән
Әсәйеңдең фатихаһын иң көслө кешеләрҙең маҡтауынан да алда йөрөт
Ир кеше – ил терәге, ҡыҙ кеше – ил биҙәге, кеше – донъя үҙәге, кеше бул
Көнләшеү – сир. Яҡшы һүҙ әйтеп дауалан
Кешенең аҡсаһын һанағансы, үҙеңдең күләгәңде байҡа
Батыр булам тиһәм – тауға менеп йөрө, сәсән булам тиһәң – яҡшы һүҙ һөйләп йөрө

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 19:25


Ейәнсура таңдарынан алып, бында һалдым, урлашҡан, тип ғәйепләмәгеҙ🙏🙏🙏🙏🙏🙏🙏🙏🙏🙏🙏🙏🙏

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 19:21


- Беҙ белгән донъя ғаләмдәрҙән ғибәрәт. Беҙ, Әҙәм балалары — бер ғаләм. Милләткә, дингә ҡарамайынса, беҙҙең нәҫел иң беренсе кешеләр — әсәбеҙ Һауа менән атабыҙ Әҙәмгә барып тоташа. Икенсеһе беҙ белмәгән,әҙәмдәр тоя, күрә алмай торған ғаләм — фәрештәләр ғаләме. Улар нурҙан, яҡтылыҡтан яратылған. Ут ғаләмендә уттан яратылған ендәр ғүмер итә. Улар араһында, нәҡ кешеләр араһында кеүек, Хоҙайға ышаныусылар ҙа, динһеҙ йәки кәферҙәр ҙә бар. Беренселәре, мосолман ендәр намаҙ ҙа уҡый, никахлаша, бала таба, ә икенселәре яуыз ендәр. Яуыздары кешегә зыян килтерә, кешеләрҙе төрлө насарлыҡтарға өндәй, сихырға өйрәтә. Бөгөн кешеләр ендәр барлығына иғтибар итмәйенсә күберәге сит планетанан килгән НЛО-ларға, осоусы тәрилкәләргә күберәк ышана булһа кәрәк. Ғәжәйеп түгел, Аллаһы Тәғәлә һәр дәүерҙең кешеләренә улар ышана торған әйберҙәре менән ендәрҙең барлығын раҫлай. Беҙ улар тураһында белмәйбеҙ тигәнгә генә, улар юҡ тигән һүҙ түгел. Ендәр тураһында Ҡөръәни Кәримдә, хәҙис — шәрифтәрҙә лә әйтелгән. Пәйғәмбәребеҙ (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм) заманында бер кеше юғала. Байтаҡ йылдар уҙғас ҡына өйөнә кире ҡайтып инә ул. Сүлдә барған ваҡытта йомошон үтәргә кергән еренән уны яуыз ендәр әсирлеккә алып китә, ул шайтани ендәргә хеҙмәт итә. Шунан шайтани ендәр менән мосолман ендәр һуғыша. Һуңғылары еңә. Улар егетте үҙ теләге менән юғалған урынға ҡайтарып ҡуялар. Ендәрҙең йәшәй торған урындары күбеһенсә барлыҡ буш урындар, ҡара урмандар, тауҙар, ғөмүмән кеше йәшәмәй торған урындар. Ләкин улар кешеләр янында ла, әйтәйек ташландыҡ өйҙәрҙә, һарайҙарҙа ла йәшәргә мөмкин.
- Ендәр ниндәй ҡиәфәткә инә ала?
- Ут тәбиғәтенән булғас төрлө ҡиәфәткә инә алалар. Халыҡ араһына шундай ырым бар, имеш, ҡара бесәй юлыңды бүлһә, уңышһыҙлыҡҡа. Тик ҡара бесәйҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Ул татарҙың ғөрөф-ғәҙәте түгел. Хәҙис-шәрифтәргә күҙ һалһаҡ, бесәйҙең исеме «таиф», «таифә». Был һүҙ әйләнеүсе тигән мәғәнәне белдерә, хажға — ғөмрәгә барғаста Ҡәғбәтулла тирәләй әйләнеп йөрөүҙе йәки тауафты аңлата. Бесәй ҙә хужабикә ҡайтып ингәс аяҡ тирәләй әйләнеп йөрөй бит. Пәйғәмбәребеҙ бесәйҙән ҡалған һыуҙы хатта кәрәге сыҡһа ҡулланып та була тигән. Ә бына ҡара эттән ҡурҡырға кәрәк. Ҡара эткә ен, шайтан инә. Шашып өрә торған, өҫкә һикерә торған эттәр енле була.
- Хайуандар әллә ендәрҙе һиҙә микән? Әбейем һөйләгәне иҫтә. Беренсе егеүле атта барғанда, оло юлда уларға бер кеше килеп ҡушыла. Тик ул арбаға ултырыуға ат ҡуҙғалмай. Шунан бабай билендәге ҡыҙыл таҫманы сисеп, ул кеше ултырған урынға һала, белгән доғаларын уҡый башлай, ни хикмәт, теге кеше юҡҡа сыға, ат та еңел атлап китә.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 19:21


- Әйе, хайуан тотошона күҙ һалһаҡ улар беҙҙең күҙҙәр күрмәгәнде күреүҙәре асыҡлана. Әйтәйек, әтәс фәрештәне күрә, шуға ҡысҡыра. Был ваҡытта, «Сүбханала» тиергә кәрәк. Эттәр өрә башлаһа, «Әғүҙү бисмилла» әйтергә кәрәк, сөнки улар яуыз енде күреп өрә башлайҙар. Әбейегеҙ һөйләгән тигәндән, минең дә бер ваҡиға иҫемә төштө. Өләсәйем һөйләгән ине. Боронғо әбейебеҙ бала таптырыусы кендек әбей булған. Бер ҡыш көнө уның ишегенә шаҡылдаталар. «Беҙҙең бәпәй тыуырға тора, ярҙам ит», — тип уны алып китәләр. Былар ендәр була. Ҡараңғыраҡ ҡына кешеләр тип һүрәтләгән уларҙы өләсәй. Өйҙән сыҡҡас улар: «Һин беҙҙән бер ни ҙә һорама, ултыр ҙа, күҙҙәреңде йом», — тиҙәр әбейгә. Кендек әбей тире киҫәге кеүек нәмәгә утырҙым, күҙ асып йомғансы урманда инем, тип һөйләгән. Шәм уты ғына янып торған, мунса һымағыраҡ бүлмәлә бәпәй таптырған. Бала йөнтәҫ булып тыуған. Әбейгә белгән доғаларын уҡымаҫҡа, һыуҙарҙы түкмәҫкә, бер ни ҙә һорамаҫҡа ҡушҡандар. Эш тамаланғас, шул уҡ ысул менән, ҡулына күстәнәстәр тоттороп өйөнә ҡайтарып ҡуйғандар. Әбей ҡайтып еткәс, күстәнәсте асып ҡараһа, кәзә, йылҡы, һыйыр тиҙәктәре, ти. Былар барыһы ла ендәрҙең ризығы. Улар кендек әбейгә рәхмәт йөҙөнән саҙаҡа — күстәнәс булһын тип үҙҙәре ашай торған ризыҡтарын биргәндәр, күрәһең. Исхаҡ бабабыҙ һөйләгәндәр лә ҡыҙыҡ. Бер төндө мунсанан сыҡҡанда ул “бисмилла” әйтеп мунсаның ишеген ябып сығып киткән. Күпмелер ваҡыт уҙа, тәҙрәгә кемдер шаҡылдап: «Исхаҡ, мунса ишеген ас әле», — тип әйтә. Баҡһаң, «бисмилла» әйтеп ябылғас, ендәр мунсанан сыға алмайҙар икән. Олатайбыҙ ҡарсығына мунса ишеген япҡанда бисмилла менән япҡанын иҫкә төшөрә. Мунсала ҡуна торған, йәшәй торған ендәр керә алмаҫ булған сәбәп ишекте асырға һорағандар тигән һүҙ. Шуға ла һәр ерҙә лә «бисмилла» әйтеп йөрөргә кәрәк, ул ендәрҙән һаҡлай.
- Һыуҙың, утың үҙ хужаһы бар тигәнгә нисек ҡарайһың, был тәңреселекме?
- Боронғо заманда, Ислам дине донъяға асылғансы, бер ғәрәп кешеһе сүлдән барған ваҡытта ят ерҙә туҡтап ял итер алдынан: “Әй ошо урындың эйәһе, миңә зарар килтермә", — тип доға ҡыла торған булған. Һыу эйәләре, йорт эйәһе — улар беҙ белеп бөтөрмәгән айырым донъя. Фәрештәләрҙән, ендәрҙән башҡа беҙ белмәгән күпме мәхлүкәт бар! Ҡөръән Кәримдә Аллаһы Тәғәләнең ғәскәриҙәре, ер-күк ғәскәриҙәре тигән төшөнсәләр ҙә осрай. Шуға күрә берәр төрлө нәмә тураһында мәғлүмәт булмау йәки уны таба алмау тәбиғәттә ундай нәмә юҡ тигән һүҙ түгел әле! Ҡайһы бер «ғилем эйәләре» динде беләм тигән була, әммә мираҫыбыҙҙы, милли үҙенсәлектәребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеп бөтөрмәй йәки ғөмүмән белмәй. Ислам дине бер булһа ла уның төбө, һабағы бер, әммә таж япраҡсалары төрлө -төрлө. Артыҡ ғалим булғандар Тәңре, Хоҙай һүҙен дә ҡулланмаҫҡа ҡуша. Әммә, был үҙ халҡыңдың тарихын белмәйһең тигән һүҙ. Хоҙай — фарсы телендә «Илаһ» тигәнде аңлата, татар телендә «Илаһ» һүҙе Тәңре тип тәржемә ителә. Аллаһы — Раббыбыҙҙың иң оло исеме. Әммә, Хоҙай, Тәңре тип әйтеү ҙә хата түгел.
- Тыуған бала ен күрә тиҙәр?
- Беҙ ендәрҙе күрмәйбеҙ, әммә улар беҙҙең арала йәшәй, беҙҙе күрә. Кешеләр араһында фәрештәләрҙе һәм ендәрҙе яңы ғына тыуған сабый күрә. Фәрештә күрһә ул йылмая, енде күреп илай. Тел асылыу менән был һәләт баланан тартып алына. Әжәле еткәндә кешенең теле китә, ул ҡабат ендәрҙе күрә башлай, Әгәр теле булып күргәндәрҙе тирә йүнендәге халыҡҡа һөйләй башлаһа, ер йөҙөндәге бөтә кеше иман килтерер ине.
- Ен кешегә кермәһен өсөн нишләргә?
- Шәриғәт ҡушҡанса йәшәргә, намаҙ уҡырға, доға — зекерҙә, тәүбә — истиғфарҙар булырға кәрәк.
Сихырҙан нисек һаҡланырға? 5 кәңәш:
1. Иртән торғанда көндө «Бисмилла» менән башларға кәрәк. Хәлеңдән килгәнсә «Йә Раббым, көнөмде уңышлы ит, дошмандарҙан һаҡла, биргәнеңә шөкөр ҡыламын», тип доға ҡылырға кәңәш ителә.
2. Шикләнгән ризыҡты ашамаҫҡа тырышығыҙ. Башҡаһы булмаһа, доға ҡылырға кәрәк, тоҙ ҡабып ҡуйһағыҙ яҡшы.
3. Социаль селтәрҙәрҙә шәхси фотоларҙы ҡуймаҫҡа тырышығыҙ.
4. Тейешһеҙ урында, ишек алдында энә, ваҡ ҡаҙаҡ, ваҡ аҡса кеүек нәмә күрһәгеҙ, тимер һоҙғоға һалып сүплеккә ташлағыҙ.
5. Сихыр, боҙом хаҡ, шуға ла мосолман һәр саҡ һаҡланып йөрөргә тейеш.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 19:21


Эльвира Мозаффар. 2020 й.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 19:21


Боҙомдар һәм уларҙан һаҡланыу
Үкенескә ҡаршы, сихыр, боҙом күп таралды һуңғы арала. Хатта, газеталарҙа ла «һөйгән йәреңде ҡаратырға булышам, иреңде ғәиләгә ҡайтарам» кеүек эстәлектәге иғландар баҫыла, әпсен-төпсәнгә өйрәтә торған китаптар һатыла. Медицина ла сихырҙың барлығын таный. Дауалауҙың шифаһы теймәһә, үҙҙәре табибтар үк өшкөртөп ҡарарға кәңәш итә...
Боҙомдар һәм уларҙан һаҡланыу
Боҙомдар һәм уларҙан һаҡланыу
Сихырҙың билдәләре, унан һаҡланыу юлдары тураһында 20 йылдан артыҡ сихыр сығарыу менән шөғөлләнгән, Татарстан Республикаһы Изге Ҡөръән һәм Пак Сөннәт өйрәнеү үҙәге баш мөдире Фәрит хәҙрәт Сәлмән менән һөйләшеүҙе тәҡдим итәбеҙ. Ул "Дини календар"ҙан күсереп баҫыла.
- Фәрит хәҙрәт, һуңғы арала сихыр ни эшләп киң таралды икән?
- Ҡиәмәт алдында йәшәйбеҙ, был мәғлүм нәмә. Сихыр — ул Аллаһы Тәғәлә яҙғанды яһалма рәүештә үҙгәртергә тырышыу. Сихыр — ете оло гонаһтарҙың береһе. Сихырсы үҙен Аллаһы менән бер дәрәжәгә ҡуйырға теләй. Ул Аллаһы теләмәгәнде эшләй. Сихырсы Раббыбыҙҙың ҙур дошманы. Бик күбәйҙе шул сихырсылыҡ. Кеше ҡәнәғәтһеҙ, көнсөллөк көндән көн арта бара. Берәүҙә ике-өс машина булһа, икенсе берәүҙә берәү ҙә юҡ. Асыуҙан кеше бер нимәлер үҙгәртергә теләй, ниғмәткә, дәрәжәгә, ғәилә бәхетенә көнләшә.
- Сихыр ҡағылған кеше үҙен нисек хис итә?
- Кешенең хәле бөтә, күҙ алдары ҡараңғылана, һәр саҡ йоҡоһо килә, бер нәмәгә теләге юҡ, эшләйһе, йәшәгеһе килмәй.
- Ниндәй сихыр төрҙәре киң таралған?
- Ер йөҙөндә иң беренсе сихыр — ир менән ҡатын араһын боҙоу менән бәйле булған сихыр. Ул хәҙер ҙә киң таралған. Ир-ат менән ҡатынды айырыу, бала менән атай-әсә араһын боҙоу, кешене эшенән ҡыуҙырыу кеүек сихыр төрҙәре менән йыш осрашырға тура килә. Сихырҙың төп маҡсаты — кешелә булған ниғмәтте юҡҡа сығарыу.
- Күберәге нимә менән боҙалар?
- Ризыҡ менән, һыу менән. Мәйет йыуған һыу, күрем ҡаны, энәләр, бәйләнгән ептәр ҙә йыш ҡулланалар. Әле бына күптән түгел берәү үҙенең өҫкө кейем шкафында ғәрәпсә яҙылған ҡағыҙ бите тапҡан. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңлап була, ә ҡайһы берҙәренең хәрефтәре үҙгәртелгән. Был — боҙом. Хатта был боҙоҡ эш өсөн сихырсылар Ҡөръәнде лә ҡулланырға мөмкин. Шул маҡсат менән улар уны үҙгәртергә, алыштырырға тырышалар. 1950-60 йылдарҙа Ҡазанда бер әбей йәшәгән, тиҙәр. Ул сихырҙар өсөн Ҡөръәнде һул яҡтан уң яҡҡа аҫтын өҫкә килтереп яҙған булған.
- Ризыҡ менән боҙалар тигәндән, ҡайһы берҙә шикләнһәң дә, ашамайынса мөмкин түгел, был осраҡта нишләргә?
- Эйе шул, башҡаларҙан уңайһыҙ тип мәжбүри ашарға кәрәк саҡтар ҙа була. Нисек кенә булмаһын, кеше һәр саҡ һаҡланырға тейеш. Ашар алдынан «Әғүҙе — Бисмилла»ны әйтеп «Ҡөрәйеш» сүрәһен уҡырға кәңәш ителә. Хатта, хәләл кафе кеүек ерҙәргә ингәс тә, ризыҡ хәләл булыуына ҡарамаҫтан, ашағансы доға уҡыһаң хәйерле, ризыҡты әҙерләүсе ғөсөлдө — тәһәрәтле булғанмы — юҡмы, ниндәй ниәт менән ашарға бешергәнен белмәйбеҙ бит.
- Сығарып булмай торған сихыр бармы?
- Ғәҙәттә, сихырҙы сығарып була, тик бына бөтә өшкөрөүсенең дә көсө етмәҫкә мөмкин. Бик ауыр, ҡатлаулы боҙомдары осрай. Ҡайһы бер кешеләр үҙендә боҙом бар икәнен таныһа ла, шуның менән йәшәй, хатта үҙен дауаларға юл тапмаһын, шифа алырга теләмәһен тип эшләнә торған боҙоҡ — сихыр ҙа бар. Һөҙөмтәлә кеше үҙендә сихыр — боҙоҡ булғанды белә тороп үҙен дауаларға, дауаланырға теләмәй.
Шик тыуҙырған әйберҙе уң ҡул менән тотмаҫҡа кәрәк п.з.
- Кеше үҙендә сихыр икәнен тойһа, нишләргә?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 19:21


- Һәр кешенең зиһенендә яттан сүрә, доға, аяттар булырға тейеш."Аятүл Ҡөрси", «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» һәм башҡа аят, сүрәләрҙе белергә кәрәк. Сихырҙы сихыр менән ҡайтарырға ла ярамай, мөмкин дә түгел, ә бары тик шәриғәт рөхсәт иткән ысул генә ҡулланырға мөмкин. Сихырҙан ҡотолор өсөн өшкөрөү, доға ғына ярҙам итә ала. Әгәр үҙең уҡып ҡына еңә алмаһаң, өшкөрөүселәргә барырға тура килә. Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ, әгәр сихыр сығарыусы хеҙмәте өсөн алдан аҡса түләү талап итә икән, тимәк, был кәсеп кенә итеүсе, унан ҡасыу яғын ҡарағыҙ. Әгәр өшкөрөүсе кеше хаҡ һорамай икән, унан файҙаланыусы кеше үҙе белеп уның күңелен күрергә тейеш. Хәҙрәт үҙе хаҡ һораһа гонаһҡа бата, һорап алған саҙаҡа ла саҙаҡа түгел. Шул уҡ ваҡытта унан ярҙам һорап килгән кеше күбеһенсә саҙаҡа биреү тураһында уйламай. Өшкөрөүсе сихырҙы ҡайтара, бының өсөн көсөн сарыф итә, һулышы менән кешегә шифа килтерә. Ҡайһы бер кешенең төкөрөгө менән ерҙең тупрағы ла шифа булыр тиҙәр. Әлбиттә, бындай һәләт бөтә кешегә лә бирелмәй. Өшкөрөүҙең хеҙмәтен дөрөҫ баһаларға кәрәк. Был иһә файҙа күргән кешенең намыҫында ҡала. Саҙаҡа биреү беҙҙең ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе бар. Ҡыҙғаныс, хәҙер кеше һаранға әйләнде. Һәр төрлө юҡ — барға туҙған аҡсаһын һанамай, әммә тейешлесә саҙаҡа биреүҙән «ҡыйынһына». Йыртыҡ ҡағыҙ аҡса, йәки тимер ун тәнкәлек аҡса бирҙе лә хаҡ үтәлде тип уйлай. Әлбиттә, һәр кем саҙаҡа биргәндә үҙенең хәлен белергә тейеш. Әгәр бай кеше ярлы кеше генә бирерлек күләмдә саҙаҡа бирһә уның ҡабул булыуы ла шикле. Ярлы кеше бурысҡа төшөп бай кеше бирерҙәй күләмдә саҙаҡа бирһә — ул да шөбһәле.
- Әгәр ҙә өйҙә шикле, ят нәмә нәмә күрһәң нишләргә?
- Иң мөһиме уң ҡул менән тотмаҫҡа кәрәк, һәр ауылдың үҙ «Әттәхиәт»е тигәндәй, һәр ерлектең ғөрөф-ғәҙәттәре айырыла. Боҙом һалынған ҡаҙаҡтар (сөй), тимер энәләрҙе тимер һоҙғо менән алып сүплеккә ташларға кәңәш итәм. Ергә күмергә, һыуға ағыҙырға кәрәк түгел. Емеш бирә торған ағас төбөнә күмергә ярамай, ул ағасты ҡоротасаҡ, кеше йөрөй торған урынға ташларға ла ярамай... Шикле әйберҙе ташлағанда: “ йә Аллаһым, әгәр яңлышһам, ғәфү ит, сихыр булһа, эйәһенә кире ҡайтып, уға тәүбәгә килергә сәбәп булһын", — тиегеҙ. Был ваҡытта һеҙгә икеләтә сауап булыр.
- Сихырлы нәмә сүплектә зыянын сығарып ятмаҫмы һуң ?
- Юҡ, ғәҙәттә, сихыр адреслап (кемгәлер тоҫмалап) эшләнелә. Доға ҡылһаң, хәйер бирһәң, сихырға кәртә ҡуйылған. Хәҙистәрҙә саҙаҡа биреү 70 төрлө бәлә — ҡаза ҡаршыһында кәртә булыр тип әйтелә.
- Сихырсы үҙе белгәнде өйрәтеп ҡалдырмайынса, үлә алмай аҙапланасаҡ, имеш.
- Эйе шул, халыҡ телендә бындай һүҙ бар. Шулай булмаһа, сихыр әллә ҡасан ҡороған булыр ине, сихыр менән шөғөлләнеүселәр ҡалмаҫ ине. Сихыр Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡаласаҡ.
- Өшкөрөлөүсе кешенең доға уҡығанда ниңә күҙенән йәш аға, ауыҙы асыла?
- Өшкөргән ваҡытта быны йыш күҙәтергә була. Йәш сыҡмаған күҙ бәхетһеҙ, тиҙәр. Күҙ йәше сығарыу — күҙҙең зәкәте. Сөскөрөү Аллаһы Тәғәләнән булһа, ауыҙ асылыу, иҫнәү, йоҡо килеү — шайтандан. Әгәр өшкөргәндә ауыҙ асыла икән, тимәк, кешелә боҙом бар, күҙ тейгән.
- Булған ниғмәтте күрһәтеүҙән ҡурҡырға кәрәк п.з.
- Күҙ тейеү боҙомдоң бер төрө тиҙәр?
- Күҙ тейеү элек — электән булған. Ашайһы килһә, яман күҙлеләр йә һарыҡҡа, йә дөйәгә ҡарап хайуанды үлтерә торған булған. Хәҙер ҙә ҡаты күҙле кешеләр бар. Кеше ҡарашынан йә ҡулдан әйбер төшөп киттә, йә тура юлда һөрлөгәһең. Күҙ тейеү кешене ҡәбергә, дөйәне ҡаҙанға төшөрә тип тә әйтәләр. Шуға ла һәр саҡ доғалар уҡып, һаҡланып йөрөргә кәрәк.
- Күҙ теймәһен өсөн өйҙән сыҡҡанда баш осона тоҙ һибергә кәңәш итәләр, был ышаныу ғынамы?
- Сөннәт, ғөрөф-ғәҙәт буйынса ашар алдынан бер семтем тоҙ ҡабып ҡуйыу бар. Был ашҡаҙанын эшләтер өсөн генә түгел,тоҙ боҙомдан, ағыуҙан да дауалай. Өшкөргәндә лә һыу өҫтөнә йәки тоҙға йә иһә шәкәргә уҡыйҙар бит. Фәнни яҡтан да кристалдарҙан тәшкил ителгән тоҙҙың кешегә ыңғай тәьҫире раҫланған.
- Миләш ағасы күҙ тейеүҙән һаҡлаймы?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 19:21


- Фәнни яҡтан ҡарағанда миләш, артыш ағастары кешегә ыңғай тәьҫир итергә мөмкин. Тик миләш ағасы үҙе көс эйәһе түгел. Уның хужаһы Аллаһы Тәғәлә. Аллаһы Тәғәлә кешене шул ағас арҡылы һаҡларға, шифа бирергә, таҙартырға мөмкин. Быны нисек аңларға? Беҙ хаж ҡылырға барғанда Аллаһының боронғо йорто — Кәғбәтуллаға барһаҡ та, маҡсатыбыҙ ошо Йорт түгел, әммә лә ләкин уның Хужаһы, йәки Аллаһы Тәғәлә. Шуға күрә кеше берәр төрлө үҫемлектән файҙа күрә икән, ул файҙаны бәндәгә шуның аша Аллаһы Тәғәлә генә биргәнде белергә һәм шуға инанырға кәрәк.
Дарыухананан табип ҡулланырға ҡушҡан дарыуҙы һатып алғас беҙ ҡулланһаҡ та, ошо дарыу аша шифаны биреүсе Аллаһы Тәғәлә бер Үҙе генә шифа биргәнде беләбеҙ.
- Бетеүҙең файҙаһы бармы?
- Бетеү тағыу һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм) заманында уҡ булған. Сәхәбәләр уҡый белмәгән балаларға доғаларҙы бетеү итеп яҙып бирә торған булғандар. Бала табырға тейешле ҡатындарға еңеллек килһен өсөн тейешле аяттарҙы шафран үҫемлеге менән яҙып шул һыуҙы эсертә торған булғандар. Ябай ғына әйткәндә, динебеҙҙә бетеү тағыуға ике ҡараш йәшәй: береһе бетеүҙә Ҡөръән аяттары, яҙылған булһа, уны тағырға ярай, әгәр бетеүҙә һеҙ танымаған яҙыуҙар булһа, ярамай. Әммә таныш булмаған яҙыу кемгәлер таныш булмаһа, икенсе белгес уның нимә икәнен аңлауы бар. Шуға күрә аңламаған доға ярамаҫ тигән һүҙ түгел әле. Әммә таныш булған нәмә шик тыуҙырмай, шуға күрә эстәлеге аңлайышлы доғалы бетеүҙе ҡулланыу хәйерлерәк булыр. Таныш булмағандан һаҡланыу өҫтөнөрәк булыр. Ә бына күҙ һүрәте төшөрөлгән булавкалар, Төркиәлә киң таралған хәҙрәти Фатима күҙе, ҡул һүрәте күҙҙән һаҡлай тип әйтеп булмай. Уларҙың маҡсаты төшә торған күҙҙең яманлығын юҡҡа сығарырға тип ҡулланғандары билдәле. Дарыу эскән ваҡытта ла кемгәлер файҙаһы була, кемгәлер юҡ. Аллаһы шифаны шул дарыу аша һалһа ғына ыңғай һөҙөмтә һиҙелә. Кешенең күңелендә насарлыҡ икән, һис шикһеҙ, күҙ тейеүҙән булавкалар ғына һаҡлай алмай.
- Йорт һалған нигеҙгә доғалар ҡуйып ҡалдырыу ғәҙәте лә бар.
- Бының зыяны юҡ. Баҡсаның дүрт сатына доға ҡуйыу ҙа осрай әле. Иҫке дини китаптарҙы утҡа ташлау дөрөҫ түгел, ә бына яулыҡҡа төрөп ергә күмһәң, был уға ҡарата хөрмәт билдәһе, ул бәрәкәт килтереп торасаҡ. Ғөмүмән, диндә бер мәсьәләгә икешәр, өсәр төрлө яуап табырға була, кемдең күңеле ҡайһыһын ҡабул итә.
- Хайуанға күҙ тейергә мөмкинме?
- Мөмкин, хайуанға ла, үҫемлеккә лә күҙ тейә. Ауырыған хайуанды өшкөрөргә кәрәк. Һоҡланып ҡарағанда һәр саҡ, «Сүбханалла» тиергә онотмағыҙ. Был һүҙ кешеләге насарлыҡты баҫа, яман күҙҙең тәҫьирен юҡ итә.
- Сихыр сыҡҡанда кеше эт булып өрә, дүрт аяҡта йөрөй тип ишеткәнем бар?
- Әйе, төрлө кешенән сихыр төрлөсә сыға. Быны күҙәткәнем дә бар. Был шайтан эше.
- Фото аша күҙ тейергә мөмкинме?
- Мөмкин. Яңы тыуған сабыйҙың фотоларын ижтимағи селтәргә ҡуйыуҙы, ғөмүмән, наҙанлыҡ тип һанайым. Баланы былай ҙа 40 көн булмайынса ят кешегә күрһәтмәҫкә ҡушалар. Ғөмүмән, баланыҡын ғына түгел, ғәиләнең, үҙендең фотоңды ла Инстаграмға, «В Контакте», «Одноклассники» кеүек социаль селтәрҙәргә сығармаһаң, яҡшыраҡ. Сөнки һин шул рәүешле дошманыңа үҙең юл асырға мөмкинһең. Бәлки ул һинең тормошоңдо белеп тә бөтөрмәйҙер, ә бында уның асыуын сығара торған фото ҡуйып, һин уны яуызлыҡҡа этәреүең бар. Бары бик яҡын кешеләргә генә фотоларҙы күрһәтергә мөмкин. Булған ниғмәтте кешегә күрһәтеүҙән ҡурҡырға кәрәк.
- Бәләкәй саҡта әбейемдең ендәр тураһында хикәйәттәрен шундай мауығып тыңлай инек. Йәшен йәшнәгәндә ен сабый бала булып илар, «бисмиллаһыҙ» кеше янында йөрөр тигәндәре ла иҫтә. Яҙ етеп, сиҙәм тигеҙләнгәс, әбейем йорт эйәләренә тип саҙаҡа бирә ине. Хатта, был хаҡта онотоп ебәрһә, йорт эйәләре үҙҙәре хәбәр итә: йә өйҙөң бүрәнәләре шығырҙай башлай, йә әбейемдең башы ауыртырға тотона ине. Һәр кешенең үҙ ене тиҙәрме әле? Фәрит хәҙрәт, ен башҡа, шайтан башҡа, тиҙәр. Улар бер-береһенән айырыламы, ҡайҙа йәшәйҙәр?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

16 Nov, 17:13


Иғтибарығыҙға — уйын

"А", "И", "К", "Р", "Ә" хәрефтәре булған ауыл исемдәрен яҙығыҙ.
Ауыл ниндәй райондан икәнен дә өҫтәгеҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

15 Nov, 09:49


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-15/tauyshtan-tanyu-4008934?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

14 Nov, 17:30


Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре
Теүәсәй
Сәбилә инәйҙең ике ҡыҙы, ейәндәре һәм ейәнсәре менән ишле генә ғаилә булып йәшәгән сағы. Электр уты юҡ, бар ғаиләләрҙә лә сыуалда тамаҡ йүнәтеп, самауыр ҡайнатып ризыҡланып, ауылса йәшәйҙәр. Бер көндө инәй самауырына ут һалып, ҡайнап сығыр мәле еткәс, теүәсәйен таба алмай бер була икән. Ғаилә ағзалары менән күмәкләп эҙләйҙәр... әммә теүәсәй табылмай. Көйәләнеп, балаларын әрләй-әрләй инәйебеҙ урамға сығып китә. Таяҡҡа таянған оло ғына йәштәге әбейҙең башы шул ҡәҙәрем ҡаңғырып киткәндер инде, үҙ алдына:”Теүәсәй, теүәсәй...” – тип һөйләнә-һөйләнә үрҙә йәшәгән улдарына йүнәлә. Осраған кешеләргә иғтибар ҙа итмәй.
–Һаумыһығыҙ, инәй! Ул ниндәй теүәсәй һөйләйһең? – Тап булған бер апай үҙенән ҡыҙыҡһынып һорай ҡуя.
–Ә-ә-ә... Теүәсәй шул, балам, теүәсәй... – Тамам буталған инәй туҡтап та тормаҫтан ары атлай. Теүәсәй тарихын ауылдаштары аҙаҡ ҡына ишетәләр һәм рәхәтләнеп көлөшәләр...

“Быныһы ла ҡарышҡан...”
Килендәре муйыл тирә киткәс, Заһира инәйем, ейән-ейәнсәрҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып, өйҙә ҡала. Башта сыр-сыу булып уйнаған балаларҙың бәләкәстәре, әсәләрен таптырып, илай башлайҙар. Инәй улай ҙа итеп ҡарай, былай ҙа... Юҡ, ипкә килтерә алмай береһен дә. Шунан, килендәренең ҡайҙа икәнлеген белгән инәй, һыу буйлап, ҡысҡыра-ҡысҡыра килендәрен эҙләргә сыға. Үҙе уларҙы ҡаралай әрләй-әрләй бара икән...
Әбейҙең тауышланып килгәнен ишеткән килендәр шым ғына муйыл тиреүҙәрен дауам итәләр.
–Тауыш бирмәгеҙ, әбей нимә эшләр икән? – бер-береһен тыйып, шым-шым көлөшөп ултыра былар. Күрәләр, инәй йылғаны аша сығырға була серек ерек төпһәһенә тотона ла арғы ярға ынтыла. Шул саҡ серегән төпһә һынып, инәйебеҙ һыу эсенә ҡолай.
–Быныһы ла ҡарышҡан... – Инәйебеҙ серек ағасты ҡулдары менән төйә-төйә һөрәнләүен дауам итә. – Ҡайтығыҙ! Балларығыҙҙы тыйып булмай... Йәшенеп ултыраһығыҙмы?
Юҡтан ҡыҙыҡ тапҡан килендәр көлкөләрен тыя алмай әбей янына киләләр.
–Беләм бит ошо тирәлә икәнегеҙҙе, нишләп өндәшмәгән булаһығыҙ? – Һаман булһа һыуҙа ултырған әбей, килендәрен күреп, аяҡтарына баҫа. Оҙон итәгенән һыу субырлап ағып тора икән. – У-у-йй һеҙҙең арҡала кисә генә йыуып кейгән күлдәгем эт алғыһыҙ булды... Тиҙерәк ҡайта һалығыҙ, баллар буҫығышып бөтә инде... Муйыл да булдымы бер тамаҡ?!
Әбей, килендәренең алдына төшөп, йүгерә-атлай ауылға табан йүнәлә...

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

14 Nov, 15:46


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-14/be-e-tashlap-kitk-n-atay-y-tuyymda-bulyuyn-tel-m-yem-4007993?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

14 Nov, 14:24


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-14/oray-al-a-hik-y-4007978?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

14 Nov, 12:05


Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн һәм алдағы көндәрҙә епшек ҡар яуыуы көтөлә.Һауа температураһы көндөҙ -3, +2 булыуы күҙаллана.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

14 Nov, 11:20


Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре аталды.

ЗАГС-тың реестрында баҫылған статистикаға ярашлы, малайҙар араһында Әмир, Тимур, Марк, Артем һәм Эмир киң таралған. Ҡыҙҙарға йышыраҡ Әминә, София, Эмилия, Ева һәм Арина тип ҡушалар. Һирәк исемдәр араһында Мөхәммәтәмин, Бексолтан, Анасжон, Монте, Әнүәр, Дәфнә, Адалин, Аэлита, Алтынай, Мила, Диана, Аилә осрай.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

14 Nov, 04:13


Ҡурҡып йүгергәнде күргән дошман һине тағы ла нығыраҡ эҙәрлекләйәсәк. Шуның һымаҡ, сир алдында ҡурҡып ҡалһаң, ул һине тағы ла нығыраҡ ыҙалаясаҡ. Ҡаршылыҡ булһа, йомшарасаҡ. Сиргә ҡаршылыҡ күрһәтергә кәрәк.

(М. Монтень).

🌀 ҺАУЛЫҠ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛ-ӘЙТЕМДӘР

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ.
Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
Халыҡ һаулығы — дәүләт байлығы.
Һаҡланған - һаулыҡҡа туйған.
Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана.
Һау кешегә көн дә байрам.
Һаулығың — байлығың.
Һәр дарыу самаһынан уҙһа — ағыу.
Тән ауырыһа, йән ҡурҡа.
Тәне һауҙың йәне һау.
Тир менән сир сыға.
Самалы ашаған һау булыр.
Саф һауа - тәнгә дауа.
Сир аяҡ аҫтында.
Сир ҡулдан йоғор, тымау - тындан.
Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә.
Сирле, сирленең холҡо - кирле-мирле.
Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ.
Сирләмәйенсә һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен
белмәҫһең.
Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл.
Оҙаҡ ауырыу йән ала.
Кешенең дарыуы - кеше.
Йәнең һау булһа, ауырыумын тимә, тәнең һау булһа, ярлымын
тимә.
Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр,
Дарыу көсәйһә, малыңды алыр.
Ауырыу күрмәгән кеше һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ.
Ауырыуға сыҙамаһаң, һаулыҡтың ҡәҙерен бел.
Байлыҡ башы — һаулыҡ.
Байлыҡ — бер айлыҡ, һаулыҡ — ҙур байлыҡ.
Байлыҡтың алды — тән һаулыҡ.
Паҡлыҡ һөйгән һау булыр.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

13 Nov, 15:46


Байрам өҫтәленә

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

13 Nov, 15:45


Тамырҙарҙы таҙартыу өсөн
Табиптар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарынан күптәр үлә. Шуға алдан профилактик саралар менән булышыр кәрәк.
1. Бының өсөн 1-әр балғалаҡ лимон һуты, бал һәм үҫемлек майын ҡушып болғатығыҙ һәм иртән ас ҡарынға эсегеҙ. 
Дауаланыу курсы – 10 көн. 
Шулай уҡ 1 балғалаҡ бал менән ярты лимон һутын ҡушып болғатығыҙ ҙа 3/4 стакан йылы һыуға һалығыҙ. 
Был һыуҙы йоҡлар алдынан 10 көн дауамында эсеп ятығыҙ. 
2. Ит турағыстан 2 уртаса ҙурлыҡтағы лимонды үткәреп, 2 аш ҡалағы бал ҡушып болғатығыҙ. Унан быяла һауытҡа һалығыҙ ҙа бүлмә температураһында бер тәүлек тотоғоҙ. 
Әҙер дауаны көнөнә 2-3 балғалаҡ ашағыҙ. Шулай уҡ сәйгә ҡушып эсергә була. 
Һау-сәләмәт булығыҙ! 

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

13 Nov, 15:17


Һинеке - миңә, минеке - һиңә (Булған хәл)
https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-13/ineke-mi-mineke-i-bul-an-h-l-4006707

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

06 Nov, 16:34


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-06/s-lih-mulla-lg-n-3998141?utm_source=vk&amp%3Butm_medium=social&amp%3Butm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

06 Nov, 14:10


Башҡортостан һәм Татарстан хоккейсылары боҙҙа күмәкләп һуғышып киткән. Унда
"Торос" һәм "Смена" командалары уйнаған. Ҡазан тренеры һуғышты 16 йәшлек башҡорт командаһы үҫмере башланы, тип белдерә. Иң ҙур зыянды ла ул күргән. Конфликтты башлаған ике уйынсыны ла боҙҙан сығарғандар. Ләкин Нефтекама хоккейсыһы һуңынан уйынға сыға һәм ҡаршы ҡапҡаға ике шайба индерә. Һөҙөмтәлә уйын 4:0 мәрәй иҫәбе, башҡорт хоккейсыларының еңеүе менән тамамланған.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Nov, 17:27


Айнур Киямов башҡарыуында "Матушка Земля" йыры ҡурайҙа яңғырай

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Nov, 17:10


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-05/bit-b-het-yanda-yna-bul-an-3996711?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Nov, 16:13


МХО

Йонсоу күктән ергә төшә
Аҡ нөктә төртөктәре:
Бер-бер артлы, талғын ғына,
Ап-аҡ ҡар бөртөктәре.

Һәр саҡ йонсоу Көнбайыштың
Еле ныҡ өшөттөрә.
Ҡара – ҡара, аҡ ул – аҡ тип,
Тик Хоҙай ишеттерә.

Яуһалар ҙа ап-аҡ ҡарҙар,
Ҡара ер һаман ҡара.
Төҙәлерме, уңалырмы,
Хакимдар һалған яра?..

Йонсоу күктән ергә төшә
Ап-аҡ ҡар бөртөктәре.
Ҡаяларын ташлап ҡолай
Уралым бөркөттәре...

Мәүлит КӘРИМИ
27.10.2024.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Nov, 15:59


Юғары баһа.

Кемдер һине буштан-бушҡа
Күрә алмаһа,
Аңлай алмай сәбәптәрен
Хәлең ҡалмаһа,
Араларҙы йүнәтергә
Юҡ икән сара,
Ситтән эҙләмә сәбәпте –
Көҙгөгө ҡара!
Бәлки, буйың зифараҡтыр?
Кейемең затлы?
Машинаң иномаркалыр?
Өйөң өс ҡатлы?
Кемдер парынан зарлана,
Кемдер – эшенән,
Тик үҙе ялҡау көнләшә
Уңған кешенән.
Һөйә белмәгән көнләшә
Мөхәббәтленән,
Йәлләү белмәгән зарлана
Мәрхәмәтленән.
...Кемдер һине ғәйепһеҙгә
Күрә алмаһа,
Бошонма! Был һинең өсөн
Юғары баһа!

Фирүзә Абдуллина.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Nov, 13:17


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Яңы йы ул ғаилә байрамы, тип билдәләне һәм махсус хәрби операция ваҡытында корпоративтарҙан тыйылып тороуға саҡырҙы.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Nov, 08:02


Башҡортостанда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпләнеләр

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, малайҙар күберәк тыуа. Яңы тыуған 100 малайға 95 ҡыҙ тура килә. Һуңынан был хәл үҙгәрә. 18-29 йәшлектәр араһында 100 ир-егеткә 112 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. 60 йәштән һуң айырма тағы артып, 56-ға етә. Бындай хәл, ир-егеттәр араһында үлем күберәк булыуы менән аңлатыла.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

05 Nov, 07:50


Хәрби разведчиктар көнө менән!

✔️Бөгөн 5 ноябрҙә Рәсәйҙә – Хәрби разведчиктарҙың һөнәри байрамы. Ул
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2006 йылдың 31 майындағы 549-сы указы менән билдәләнгән.
✔️Әйткәндәй, разведка буйынса беренсе орган – Йәшерен эштәр экспедицияһы 1654 йылда Алексей Михайлович батшалыҡ иткән осорҙа барлыҡҡа килгән.
Ә беҙҙең арала хәрби разведчиктар бармы?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 17:54


Һалҡын тейһә

Аяғығыҙҙы эҫе һыуға тығып, 20 минут тирәһе ултырып тороғоҙ. Быны мотлаҡ төнгә ҡарай, йоҡлар алдынан эшләгеҙ. Аяҡты һыуҙан алғас, табанығыҙҙы ҡыҙҙырыусы бальзам йәки спирт менән ыуығыҙ ҙа йылы ойоҡбаштар кейегеҙ.

Танау тонһа... Табала 5 аш ҡалағы тоҙҙо ҡыҙҙырып, ойоҡбаш эсенә тултырығыҙ һәм ипләп кенә танау өҫтөнә һалығыҙ. Һаҡ ҡыланығыҙ: бешеп ҡуймағыҙ.

Тамаҡ ныҡ ауыртамы? Ҡайнап бер аҙ һыуынған һыуға берәр балғалаҡ тоҙ менән сода, бер-ике тамсы йод тамыҙығыҙ. Ошо шыйыҡса менән тамағығыҙҙы мәле менән сайҡатып тороғоҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 16:42


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-04/b-het-ap-alary-asan-asylyr-3994467?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 10:17


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-03/y-nbik-atyndy-ular-a-kilg-nen-k-rep-aushap-kitte-nim-eshl-rg-belm-y-3994452?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 10:12


ӘСӘЙҘӘР ДОҒАҺЫ 🙏
(үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ)

🤲 Йә, Раббым! Рәхмәтең менән миңә балалар бирҙең. Миңә, балаларыма күркәм тәрбиә һәм яратыу бирер өсөн, ғүмеремдең һуңына тиклем яҡшы әсәй булырға насип ит! Йөрәгемде балаларыма ҡарата шәфҡәт, мәрхәмәт, миһырбанлыҡ менән тултыр. Балаларыма изге ғәмәлдәр ҡылырлык, бер ҡасан да күңелдәрен рәнйетмәҫлек, әрләмәҫлек, аҡыл менән ғәҙел тәрбиәләрлек рухи көс бир! Сабырлыҡ бир миңә, иман бир! Раббым, минең балаларымдан һәм минән риза бул!

Йә, Аллаһым! Миңә хәйерле сәләмәтлек бир, бары тик сәләмәт булғанда ғына мин ғаиләмә файҙалы була алам. Йүгереп йөрөп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә аяҡ-ҡулдарым һыҙлауһыҙ булһын, күңелем тыныс, йәнем ҡәнәғәт булһын. Донъяма ҡот, ризығыма бәрәкәт, нигеҙемә именлек һәм ырыҫ бир! Балаларыма булған яратыуым, шәфҡәтем, иғтибарым уларҙа ла миңә ҡарата хөрмәт-ихтирам уятһын!

🤲 Йә, Раббым! Ир балаларыбыҙға иманлы, тәүфиҡлы, аҡыллы мосолман кәләштәре насип ит. Ҡыҙҙарыбыҙға иманлы, аҡыллы, ғаиләләренә яуаплы, бала һәм ҡатын хаҡын белгән мосолман кейәүҙәре бир. Яуызлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, насар уйлы кешеләрҙән йыраҡ йөрөт! Боҙомдарҙан, күҙ һәм һүҙ тейеүҙән, яманлыҡтан һаҡла!

Балаларыбыҙға асыҡ зиһен, сәләмәтлек, оҙон ғүмер бир. Кешелекле, изгелекле, ата-әсәләренә мәрхәмәтле ит. Йөрөгән юлдары уң, эштәре хәйерле, хеҙмәттәре уңышлы булһын. Белемле-ғилемле булһындар. Лайыҡлы ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар үҫтерһендәр, ғүмерҙәре буйы мөхәббәтле йәшәһендәр. Ир бәхете, ҡатын бәхете, балалар бәхете насип ит!

🤲 Эй Аллаһым, Һин мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе, кисереүсе, яратыусы! Бөтә нәмә Һинең рәхмәтең айҡанлы була. Белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү итеп, доғаларымды, теләктәремде ҡабул ит! Амин!🤲

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 09:28


Был донъялар эй ҡатмарлы, - тибеҙ,
Зарланырға сәбәп табыла,
Бер мәшәҡәт бөтөп, саҡ тын алһаҡ,
Яңылары тыуа тағы ла.

Көн дә яңы теләк, яңы хыял,
Яңы маҡсат әйҙәй, саҡыра,
Туҡтап, артҡа табан әйләнергә
Ваҡыт етмәй ҡала саҡ ҡына...

Ығы-зығы менән ғүмер үтә –
Ҡабатланмаҫ ғәзиз минуттар...
Баҫылырмы икән берәй ваҡыт
Тынғы бирмәй янған был уттар?

Ҡатмарлымы шулай был донъялар?
Ҡатмарламайбыҙмы үҙебеҙ?
Күп кәрәкмәй бит ул бәхет өсөн –
Етә ҡайсаҡ тик бер һүҙебеҙ.

Етә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙа,
Күп кәрәкмәй бит ул күңелгә,
Әрәм үткәрмәйек бер ғүмерҙе –
Ваҡытлыса килдек был ергә...

Фирүзә Абдуллина.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 09:09


Ныҡлы төйөн ҡулланып бәйләү алымдарын беләһегеҙме?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 08:19


Был һорау ябай ғына кеүек күренһә лә, уға ни бары 3% дөрөҫ яуап бирәсәк, ти белгестәр 👀🤔

Ошо смайликтар араһынан нисәүһе һеҙҙе үпәс итергә теләй?)

😊😊😊😙😊😊😊😊😊😊😙😙😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😙😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😚😙😊😊😊😙😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😙😊😊😊😊😊😊😊😊😊😚😙😊😊😙😊😊😊😊😊😚😙😊😊😊😊😙😊😊😊😊😙😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😙😙😊😊😊😊😊😚😚😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😙😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊😊

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 05:45


#Майорские_фильмы

К началу СВО русофобия достигла небывалых масштабов. Рабская государственность, нечто дикое, агрессивное, невозможное к сотрудничеству – таков наш образ уже воспитан в Западной Европе. Но если вы думали, что все это зародилось в 21-м веке, этот фильм для вас. Сегодня мы рассмотрим, как ложные установки продвигались со времен церковного раскола.

«По-обезьяньи подражать другим нациям. Эти люли потеряны до первобытного состояния и непригодны для цивилизации» ©

Клишированная пропаганда коснулась русского народа, русских лидеров, и даже трагедий – таких, как террористический акт в школе Беслана. Русофобия процветает в обществе, писательстве, журналистике.

«Напрасно думать, что все люди – люди. Русские — это не люди, это существа», - говорил Геббельс. Между тем, мы – единственная страна, которая выстояла против натиска нацистской армии, когда вся якобы цивилизованная Европа была захвачена немногим больше, чем за 100 дней. Истинная причина ненависти к русским – ее растущее влияние и сила, что не может нравится соперникам. Немецкие фашисты перед Великой Отечественной войной развивали антироссийскую пропаганду, чтобы оправдать грядущее вторжение. Но время идет, а методы не меняются.

Два майора

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

04 Nov, 04:27


🇷🇺 Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен булһын, тыныслыҡ ҡайтһын, дуҫ-татыу йәшәйек.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

03 Nov, 17:21


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-11-03/atayym-h-l-belerg-kildeme-in-balnis-a-yat-any-birle-y-nl-p-yg-ayt-any-la-yu-3994449?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

03 Nov, 17:16


Баймак ҡалаһынан пенсионер М. М. Шайморатов батальонының бәйләнеш взводына  яңы «питбайк» ебәргән.
Улар хәрби задание үтәгәндә айырыуса маневрҙарҙы, ауыр ерҙәрҙе лә еңел үтә алыуы менән отошло. 

Благодарим за помощь, Геннадий Васильевич 🙏

Беҙ бергә 💪
Мы вместе 💪

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

01 Nov, 02:10


Төклө аяғың менән, Ноябрь! Беҙҙең өмөттәрҙе аҡлаған ай бул. Беҙҙең, бөтәбеҙҙең дә бер теләк — тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын🤲🤲🤲

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 17:25


Яңы йыл корпоративының хаҡы күпме?

Барыһы ла байрамдың ниндәй майҙанда уҙыуы һәм сығыштың датаһына бәйле икән. Салауат Фәтхетдиновтың 40 минут сығышы – 400-500 мең һум, ә Айҙар Ғәлимовтыҡы – 300-400 мең һум, Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндарҙыҡы 30 минуттан алып 1 сәғәткә тиклемм – 600 мең һум, Илдар Хәкимов һәм Гүзәл Уразованың 40 минут сығыштарына 700 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ. Ә иң ҡиммәтле йырсы Элвин Грей тип табылған. Уның 45 минут сығышы – 2 миллиондан башлана.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 17:05


Бөтәбеҙ ҙә бер теләк менән йоҡларға ятып, таң аттырайыҡ

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 15:47


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-31/berense-layk-tan-ashi-buldym-3991348?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 15:46


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-31/orurly-y-ki-yu-altyu-hik-y-3991333?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 13:24


Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре
“Ирме,бисәме – милиция барып тикшергән...”
Элек, беҙ йәш саҡта, Яңы йыл һәм башҡа ҙур байрамдарҙа (23 февраль – Совет Армияһы көнө, 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы, 1 Май – Теләктәшлек көнө, 7 ноябрь – Бөйөк октябрь революцияһы көнө) ауыл йәштәре ҙур табындар ҡороп, бик матур уйнап-көлөп, йырлап-бейеп ултырырҙар ине. Үҫмерҙәр бер йортта, олораҡ йәштәр икенсе йортта, яңы өйләнешкән йәш ғаиләләр айырым табын ҡорҙолар. Аҙаҡ клубта осрашып, арығанса наза һуғыуҙар – “Сылбыр”, “Өс таған” бейеүҙәр, күмәкләшеп төрлө уйындар уйнау тарихта тороп ҡалды инде...
Беҙҙең дә өйләнешкән генә йылыбыҙ. Мәрхәбә еңгәй менән Шәрифйән ағайҙарҙың өйөндә парлылар йыйылғанбыҙ. Төрлө ҡыҙыҡтарҙы иҫкә алып, үткәндәр хаҡында көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултырабыҙ.
–Әй, ысын, ишеттегеҙме, Бараҡалда Кошаленко тигән берәү үлгән, тиҙәр... Ирме-бисәме... Милиция барып тикшергән... – Болараҡ телле Рәйлә ҡоҙасам хәбәр һалды бер мәл. Барыбыҙ ҙа яңылыҡҡа аптырашып, уға боролдоҡ.
–Уй, килен, һин хәбәрҙе абайлабыраҡ һөйләсәле... – Үҙе лә, теле лә шаян Шәрифйән ағай төҙәтергә ашыҡты. – Ул нишләп милиция барып, ирме-бисәме, тип тикшереп йөрөһөн инде...
–Юҡ та, ирме-бисәме, тип мин әйтәм. Фамилияһынан аңлап булмай бит...
–Шулайтып һөйлә! Әтеү беҙ ни ”ирме-бисәме, милиция барып тикшергән”, – тип аңлап ултырабыҙ ҙа инде, – Шәрифйән ағайҙың был һүҙҙәренән һуң табындағылар арығансы көлөшөп алдыҡ...

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 13:09


https://hakmar.ru/news/novosti/2024-10-31/noyabr-ayyna-ynamyshtar-3991339?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 13:07


🌷🌼🌺Сибәрлҽк өсөн 8 кәңәш🌷🌺🌼
🩷1.Көн дә иртән бер ҡалаҡ ҽтен орлоғо ашап ҡуйығыҙ. Биттең матурлығы эсәктәр менән бәйле тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын? Ә ҽтен орлоғо эсәктәрҙҽ бына тигән итеп таҙарта. Уның таҙарыуы йөҙөгөҙҙә шунда уҡ күренәсәк. 
🩷2. Көн дә бер бешкән сөгөлдөр ашағыҙ. Иртән дә, көндөҙ йәки кисен ашаһағыҙ ҙа ярай. Ул ҡанды таҙарта. Күрегеҙ ҙә тороғоҙ, сәләмәтлегегеҙ яҡшырыу менән бергә, йөҙөгөҙ ҙә үҙгәрәсәк.
🩷3. Ҡиммәтле кремдар урынына битегеҙгә көн дә глицерин менән Е витаминын ҡушып һөртөгөҙ. 30 грамм глицеринға 10 капсула витамин кәрәк. Капсулаларҙы энә менән тишеп, глицерин шешәһенә ағыҙығыҙ. Йыйырсыҡтар яҙылып, биттең төҫө матурланасаҡ, тире шымарасаҡ. 
🩷4. Көнөнә 80 грамм сәтләүҽк ашағыҙ. Ниндәйҙе яратһағыҙ, шундайҙы. Сәстәрегеҙ, тырнаҡтарығыҙ һеҙгә ике аҙнанан уҡ «рәхмәт әйтәсәк».
🩷5. Өс көнгә бер сәстәрегеҙгә ҡоро горчицанан маска яһағыҙ. Ҡоро горчицаны шыйыҡ май мҽнән ҡаймаҡ ҡуйылығында шыйыҡлағыҙ ҙа дымлы сәстәргә һылап, 20–30 минут тотоғоҙ.
🩷6.Үҙегеҙ өсөн тәбиғи матҽриалдан «йоҡо ойоҡбаштары» булдырығыҙ. Ятыр алдынан аяҡтарҙы йыуып, табандарға май һылағыҙ. Һуңынан инде аяҡҡа ойоҡбаш кҽйеп, йоҡларға ятығыҙ. Бер айҙан үксәләрегеҙ яңы тыуған сабыйҙыҡы кеүек буласаҡ.
🩷7. Туштан бушаған тюбикты бик яҡшылап йыуығыҙ ҙа, уға бойҙай шытымынан һығылған май (зародыш пшеницы) һалығың. Йоҡларға ятыр алдынан керпҽктәрегеҙҙе ошо май менән «буяһы» ғына ҡала. Бер аҙҙан керпектәрегеҙҙең ҡуйырып, үҫҽп китҽүен, ялтырап тороуын үҙегеҙ ҙә күрерһҽгҽҙ.
🩷8. Тән тиреһен дә онотмайыҡ! Мунсаға йәки ваннаға кергәндә үҙегеҙ менән 1 аш ҡалағы диңгеҙ тоҙо һәм 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ алып керегеҙ. Йыуынғандан һуң, массаж бҽйәләйенә тоҙ менән ҡаймаҡты һалып, тәнегеҙҙе ышҡығыҙ һәм таҙа һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 10:42


Малай тапҡан ҡатын — уңған ҡатын,
Бәхетлеһе — ҡыҙҙы баҡҡаны...
Шулай тиҙәр.
Тик был һүҙҙе,
Белмәйем, кем уйлап тапҡандыр.
Биләүҙә бит гел бер төрлө улар,
Бер үк тауыш менән илайҙар.
Үҫә башлағас та һөйөү-наҙҙы
Икеһе лә берҙәй һорайҙар.
Уллы әсә ҡыҙлыларҙы көнләй,
Ҡыҙлы әсәй теләй улдарҙы.
Үҫеп еткәс аңлашыла — икеһе лә
Бер үк төрлө бәйләй ҡулдарҙы.

...Күргәнем бар,
Ғәзиз әсәйҙәрен
Ҡулдарында йөрөткән улдарҙы.
Беләм тағы, үҙе әсә булып,
Әсәһенән биҙгән ҡыҙҙарҙы.
Улмы, ҡыҙмы —
Һин тыуҙырған бала,
Күңеленә һеңдер изгелек.
И, ҡатын-ҡыҙ,
Тик шул саҡта ғына
Һин күрерһең, бәлки, игелек.

Н. Биктимерова.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 07:59


Октябрь айы менән дә хушлашыр мәл етте. Ваҡыт бик тиҙ үтә шул...

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 06:54


🥀 Оло юғалтыу...

Радиобыҙ ветераны, журналист, йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина вафат.

Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.

1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй. 1996 йылда "Башҡортостан" телерадиокомпанияһына ҡабул ителә. Радиола бик күп уңышлы проекттар алып бара. "Ҡунағөй" тапшырыуы эфирҙа бик күп йылдар уңыш менән барған программаларҙың береһе булды. "Ҡунағөй"ҙә Нурия Абдуллина башлаған "Һөйөнсө, бәпес тыуған" рубрикаһы - "Юлдаш"та иң оҙон ғүмерлеһе. Ул әле лә эфирға сыға, тыңлаусылар яратып ҡатнашҡан сығарылыштарҙың береһе булып ҡала.

Нурия Абдуллина йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Ул ижад иткән йырҙар бик күп сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелен яулаған. "Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?", "Иҫән йөрөгөҙ, балам", "Ризыҡтарың өҙөлмәгән" йырҙары эфир тулҡындарынан һәм йырсыларҙың репертуарынан төшмәй.

Бәхил бул, Нурия апай! Һеҙ беҙҙең йөрәктә мәңге ҡалырһығыҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

31 Oct, 03:02


ДОҒАЛА булайыҡ.

Әлхәмдү лилләһи Раббиль ғәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әҗмәғыйн.

Йә Раббыбыҙ Аллаһ, ошо сәғәттә барса кәмселек-хаталарыбыҙҙы, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүеңде һорап доға ҡылабыҙ.
Беҙгә һаулыҡ- сәләмәтлек, ашарға ризыҡ, эсергә һыу, һуларға һауа, йәшәргә йорт, ғаилә һәм балалар биргәнең өсөн һәм барлыҡ ниғмәттәрең өсөн сикһеҙ шөкөрҙәребеҙ булһын Һиңә.
Бер Үҙеңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ, бер Үҙеңдән генә һорайбыҙ, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл, ҡулдарыбыҙҙы буш ҡалдырма.

Йә Раббыбыҙ, Һинең "Әл - Хафиз" тигән исемең менән һорайбыҙ, беҙҙең мобилизацияға эләккән башҡорт, татар һәм башҡа милләттән булган улдарыбыҙ, илебеҙҙе яҡлап Украина сиктәрендә һуғышыусы барлыҡ ватандаш улдарыбыҙ илебеҙҙе һаҡлау бурысын үтәйҙәр. Уларҙы барлыҡ яуызлыҡтарҙан, яман эштәрҙән һәм яман күҙҙәрҙән, әшәке кешеләрҙең әшәкелектәренән, бәлә - ҡазаларҙан, әсирлеккә төшөүҙәрҙән, яраланыуҙарҙан, юғалыуҙарҙан һәм үлемдән Үҙең яҡла, Үҙең һаҡла. Һинең Ҡөҙрәтең киң, Рәхмәтең ҙур!!!

Уларҙың араларына дуҫлыҡ, ныҡлыҡ, берҙәмлек, урынлаштыр. Йөрәктәренән ҡурҡыуҙы ал, иман - тәүфиҡ биреп күңелдәренә тыныслыҡ һал. Бер -береһенә ярҙам итерҙәй дуҫ-иптәштәр, хәйерле юлдаштар насип ит, уларға зыян тейҙермә !
Иҫән - һау өйҙәренә, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит!

Йә Раббым. Илебеҙҙе - еребеҙҙе ҡан-ҡойоуҙарҙан, емерелеүҙәрҙән, юғалтыуҙарҙан Үҙең һаҡла!!! Был һуғыштарҙың хәйерле ахырын бир.

Етәкселәрҙең, кешеләрҙең күңеленә тыныслыҡ , дуҫлыҡ хистәрен тарат.
Гәзиз әсәйҙәрҙең , балаларҙың күҙ йәштәре таммаһын. Һуғышҡа китеүселәрҙең әсәйҙәренә, ғаилә ағзаларына сабырлыҡ, тәндәренә сәләмәтлек, йәндәренә тыныслыҡ насип ит!!!
Йә Раббыбыҙ, бөтөн ер шарында тыныслыҡ, ғәҙеллек урынлаштыр!!!

Йә Раббыбыҙ Аллаһ! Үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла ҡушҡандарыңды үтәп, тыйылғандарыңдан тыйылып, БЕР ҮҘЕҢƏ ғибәҙәт ҡылып йәшәүҙәребеҙҙе насип әйлә! Беҙҙе ярҙамыңдан ташлама, Үҙеңдең рәхмәтеңдән мәхрүм итмә!!!

Аллаһумма ағини ғәлә ҙикрикә үә шүкрикә үә хусни ғибададикә

Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыйнәә ғазәәбәннәәр. Раббәнә ғфирли үәлиүәлидәййә үә лиль му' мининә йәүмә йәкүмүль хисаб. Биррахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.🤲🏻

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Oct, 15:28


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-30/yr-ty-u-an-buyauy-u-an-3989806?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Oct, 15:17


Өс баш кәбеҫтәгә 2 сөгөлдөр, бер баш һарымһаҡ, 1 ҙур кишер, 2,5 стакан һыу, 3 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 5 аш ҡалағы уксус, 2-3 лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос алына. Әгәр әсе яратһағыҙ, 1 әсе борос өҫтәгеҙ. Кәстрүлгә һыу ҡойоп, лавр япраҡтары, тоҙ, шәкәр, боросто һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас уксусты өҫтәйбеҙ ҙә, һүндерәбеҙ. Был маринад буласаҡ. Кәбеҫтәне эре итеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сөгөлдөр, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ йә йоҡа итеп балдаҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡтарҙы ла шулай турайбыҙ. Хәҙер һауытҡа (мин ҡапҡаслы капрон биҙрә тотонам) әҙерәк кәбеҫтәне һалабыҙ, унан әҙерәк сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡты һалабыҙ. Уларҙы алмашлап, ҡат-ҡат итеп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә маринадты ҡоябыҙ һәм ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуябыҙ. 8-10 сәғәттән салат әҙер. Баҫтырып ҡуйған әйберҙе алғас, салаттың өҫтөнә бер стакан самаһы көнбағыш майы ҡоям (минең серем шунда). Салатты биҙрәһе менән һалҡын урында һаҡларға йә банкаларға һалып алырға була. Урын етмәһә, соланға ҡуям.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Oct, 12:44


Виноград ултырттығыҙмы?

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Oct, 12:10


Бәхетемде күрше ҡыҙ урланы
Бына шулай, йәшәп ятам әле. Күңел ятҡан берәй ойошмағамы, түңәрәккәме йөрөй башларғамы икән, тип тә уйлап ҡуям. Өфөлә оло йәштәгеләр йөрөгән шундай башҡорт ойошмалары, клубтары бармы икән? Серҙәш, әхирәттәр табыр инем, бәлки...
“Миңә 67 йәш. Япа-яңғыҙмын. Дөрөҫөрәге бер улым бар, тик ул минән ныҡ алыҫта, сит илдә төпләнде. Уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Был хатты яңғыҙлыҡтан ни эшләргә белмәгәнлектән яҙам. “И-и-их...” тип уйланған саҡтарым да да етерлек. Барыһын да баштан һөйләйем әле.

Тормош иптәшем менән студент саҡта танышып, һуңғы курста өйләнештек. Ул бик әүҙем егет ине, студенттар профсоюзында лидер булып йөрөнө. Эшкә йүнәлтмә алыу мәле еткәс, атай-әсәй олоғайҙы, яҡыныраҡ булайыҡ тип, комиссия менән һөйләшеп, икебеҙгә лә үҙҙәренең район үҙәгенә йүнәлтмә алды. Ә асылда Өфөлә лә ҡала ала инек, теләһә, уны ҡалдырырҙар ине.

Ҡайтып төштөк район үҙәгенә. Минең өсөн бөтөнләй ят төбәк. Бер кемде белмәйем. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Ул саҡта әлеге кеүек оҙон-оҙаҡ декрет ялында ултырып булмай ине, етмәһә, урыныңа кеше алмайбыҙ, тигәстәр эшкә сыҡтым. Баланы күрше ауылдағы ҡәйнәм менән ҡайным ҡарашты, унан инде балалар баҡсаһына бирҙек. Район үҙәгендәге мәктәптә уҡытыу ике сменала ине. Дәрестәребеҙ икенсе сменала күберәк булһа, бигерәк һуңлап ҡайтабыҙ. Йә кискелеккә төрлө саралар, йыйылыштар ҡуялар. Ҡатнашмай хәл юҡ, партия заманы.

Шундай ваҡыттарҙа күршелә йәшәгән Дилә исемле ҡыҙҙан балалар баҡсаһынан улыбыҙҙы алыуын һорай инек. Алсаҡ, үткер ҡыҙ бер һүҙһеҙ ризалаша. Беҙ ҡайтҡансы бала менән өйҙә ултырып тора. Дилә беҙҙән ике-өс йәшкә генә кесе булғандыр, урындағы ПТУ-ны тамамлап, парикмахер булып эшләп йөрөй ине.

Шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда, Дилә менән иремдең бер-береһенә эҫенеүен тойғандай булдым. Беҙ эштән ҡайтҡас, бергәләп ултырып сәй эсәбеҙ. Дилә Мораттың ҡыҙыҡтарын һөйләй, үҙенең эшендәге, район үҙәгендәге хәл-әхүәлдәрҙе теҙә. Шунан ирем тегене оҙата сыға. Башта артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Бер мәл ҡараңғы төпкө бүлмәгә үтеп, нишләп һаман инмәй икән тип, тәҙрә пәрҙәһен асып ҡараһам, ҡапҡа алдында үбешеп торалар. Ай яҡтыһында ап-асыҡ күрҙем.

Ингәс, аңлашып ҡараным, әммә танмай, “күҙеңә күренгәндер” тип, мине ғәйепләп маташты. Шулай ҙа күңелгә шик төштө.

Шулай ҙа беҙ ҡапсыҡта ятамы һуң инде, бер көн килеп барыһы ла билдәле булды. Күңелем ҡалып, рәнйеп, баламды алып, үҙемдең тыуған яҡтарыма, атай-әсәйем янына ҡайтып киттем.

Эшкә сыҡтым. Улым яйлап үҫте. Әсәйем, йәш саҡта, матур саҡта яңынан тормошоңдо ҡор тиһә лә, ир-егеттәргә ышанысым ныҡ бөткәйне. Күңелдәге ярам ныҡ тәрән ине. Шулай ҙа улым 7-се класта уҡығанда бер кеше менән яҙмышымды бәйләп ҡараным, әммә килеп сыҡманы, ныҡ көнләште, ҡул күтәрҙе.

Улым үҫеп, белем алып, ҙур кеше булып китте. Атай-әсәй баҡыйлыҡҡа күсте. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙан кешеләр район үҙәгенә, Өфөгә күсеп бөтөп бара тиерлек. Миңә лә улым Өфөлә бер бүлмәле фатир һатып алып биреп, баш ҡалаға күсерҙе. Хәҙер инде өс йыл ҡала кешеһе булып йәшәп ятам. Башта көн үтмәй кеүек ине, хәҙер өйрәнеп тә барам. Шулай ҙа яңғыҙлыҡ бик ауыр икән.

Ә бит ирем менән шундай матур итеп, ҙур хыялдар ҡороп башлағайныҡ ғаилә тормошон. Бер аҙғын, еңел холоҡло ҡыҙ арҡаһында барыһы ла селпәрәмә килде. Балам да берәү генә булмаҫ ине. Үҙем яңғыҙ булғанға күрә (бер ҡустым – Афғанстанда, икенсеһе юл фажиғәһендә һәләк булды), күп итеп балалар табып үҫтерермен, тип хыяллана инем. Әллә ҡул күтәрһә лә, икенсе иремдән тағы бер бала тапмағанмын, тип тә уйлап ҡуям ҡайһы берҙә.

Бына шулай, йәшәп ятам әле. Күңел ятҡан берәй ойошмағамы, түңәрәккәме йөрөй башларғамы икән, тип тә уйлап ҡуям. Өфөлә оло йәштәгеләр йөрөгән шундай башҡорт ойошмалары, клубтары бармы икән? Серҙәш, әхирәттәр табыр инем бәлки... Ошонда яҙһағыҙ, үҙем табып, мөрәжәғәт итер инем.

Мәҙинә исемле апайығыҙ”.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

30 Oct, 08:18


Опущение матки, тураһында.

Админ... Зинһар анонимно ҡуйһаң ине...комментҡа яҙа алмайым, яҙғандарым бәлки йәштәргә фәһем булыр.
Ҡатын- ҡыҙҙар араһындағы бик йәшерен, оят, ғәрлек тойолған проблеманы күтәргәнһең автор.
Беҙҙең башҡорт, ҡыҙҙарын ҡәҙерләмәй үҫтерәләр, һәм шулай уҡ башҡорт ирҙәренә лә эшсән, әрһеҙ ҡатын кәрәк. Өйрәткәнбеҙ беҙ улар йоҡоһонда мал-тыуарҙы тәрбиәләп, ашарына өҫтәлгә ултыртып.
. Утын ярып, һыу ташып ингәндән һуң да әле, ризыҡты өҫтәлгә матур итеп ҡуя белмәйһең, тәмле бешерһәң дә, кухняла, өйҙә бардак, тиеп мыжыуҙары мөмкин.
. Бәлки шунан киләлер ҙә ҡыҙҙарға ауыр эш йөкмәтеү, әҙ генә ярҙамдарын тойһа әсәйҙәргә еңел дә...
. Мин дә автор кеүек бик оҙаҡ йылдар ошо ауырыу менән этләндем, ауырыу тип уйламаным да, оялдым, хатта иремә лә белдерергә тырышманым, эсемдең аҫҡы өлөшө түҙгеһеҙ ауырта башланы, билемдең һыҙлауына сыҙар хәлем ҡалмағас, табибҡа барҙым.
Көндән- көн ҙурайып сыҡҡан матканың әрнеп өйкәлеп ауыртыуына, ялҡынһыныуына түҙерлек түгел. Йөҙтүбән ятыуҙан эскә инһә лә, тороп баҫыу менән кире сыға.Махсус бандажлар ҙа ярҙам итмәне, төрлөһөн алып кейҙем, кольцо тигәндәренән хуже булды.
. Табиптарҙың тикшереүенән һуң матка үҙе менән ҡуша һейҙек ҡыуығын, йыуан эсәкте, бер бөйөрҙө аҫҡа һөйрәгәнлеге асыҡланды.
Операция ауыр булды, йыуан эсәкте йөлөн буйына ҡуша тектеләр, һейҙек ҡыуығын күтәрттеләр, матканы, яичниктәрҙе алып ташланылар, аналыҡты тарығайтып тектеләр, һәм ғүмер буйына ауыр күтәрмәҫкә!!!
. Мин риза булыр инем ауыр күтәрмәҫкә, мин көтмәһәм ир тауыҡ та аҫырамаясаҡ, бесән дә әҙерләмәйәсәк.
. Һөҙөмтәһе тағы ауырыраҡ, әлегә түҙәм әле, ни булыр.
. Айҙан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар больницаһы карауатында ятҡанда ниҙәр генә күрмәнем, бик күптәре интегә икән был ауырыу менән. Кемдер бөтөнләй тектереп ҡуйырға ризалаша, күптәр иренә алдырғанын әйтмәй икән, берәүҙәре ауырығандарын ирҙәренә ғүмер буйы бөтөнләй өндәшмәгәндәр, минең кеүек. Бында ҡайһылар фотоһон һал тигәндәр, беҙҙең быуын ҡатындары ирҙәргә күрһәтеү түгел, мунсала ҡаплап, уларға ҡырын тороп, ситкә ҡарап йыуына, әсәйҙәр ҡул менән йыуынғанда ла һаҡ булырға иҫкәрттеләр, бер тапҡыр ғына әйтеү, һәм ғүмерлек аҡыл, ҡул менән ҡағылмаҫҡа, бер кем тейергә тейеш булмаған тәндең зонаһы, ә һеҙ фото тейһегеҙ...
. Хәҙер рекламаланған партнерҙар күплеге, төрлө ысулдар ҡулланғандар киләсәген уйлаһа ине. Дин тәрбиәһе буйынса ла теге донъяла бөтә булған партнерҙары менән бергә, бер береһенә ишелешеп тағылып, өйөгөшөп йөрөйәсәктәр имеш, был әлбиттә бик ҙур гонаһтары юйылғансы.
. Ауыр күтәреүҙән һаҡланығыҙ тип нисек әйтә алам үҙем һаҡлана алмағас, сабырлығым етмәй, шулай ҙа йылы кейенеп йөрөгөҙ, бигерәк тә аяҡтарығыҙҙан һыуыҡ үтмәһен, билегеҙҙән, елкәгеҙҙән ел өрмәһен.
Урыҫ мәҡәле әйтмешләй ирҙәр бай апайҙы, һау бисәне ярата, ауырыһаң ҡәҙерҙәрең дә булмай, берәүгә лә кәрәгең ҡалмай. Кемгә кәрәк аяғөҫтө һыҡраһы ағып йөрөгән әсәй, ҡатын, өләсәй.
Ҡатындарҙың ирҙәренә әйтмәгән серҙәре, маткаларын алдырғандарын әйтәм, ирҙәренең кәмһетеүҙәренән ҡурҡыуҙары, ҡатынға һанламағанлығынан шөрләү, аҙағы хыянат, ғаилә тарҡалыуға килтерә.
. Тағы комментҡа яҙыусыларға һорау, һеҙ ҡатынығыҙға ихтибарлымы үҙегеҙ, ауыр саҡта ярҙам итәһегеҙме, күңелен аңлай алаһығыҙмы, улар бөтәһендә һөйләй алмайҙар, мыжымайҙар?
. Әлбиттә юҡ ауырыуын бар итеп, үҙенә ауырыу табып йәшәүселәр ҙә бар, улар тураһында түгел һүҙ.
Яҙҙым да, үҙем ебәрергәме, юҡмы тип ҡурҡып ултырам әле, күңел кисерешен яҙған берәү тип аңлап уҡырһығыҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Oct, 18:45


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-29/aty-a-r-hm-t-yt-hik-y-mirs-yet-ylysov-3988647?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

29 Oct, 18:45


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-29/k-l-bulayymmy-i-3988398?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

26 Oct, 03:08


Көҙ һағышы.

Эсем боша бөгөн. Бер сәбәп юҡ.
Имен-аман кеүек донъялар.
Йәннәт кеүек бөтә тирә-яғым –
Күңелемә бөгөн донъя тар.

Йәш тығыла ҡапыл күҙҙәремә,
Урын табып булмай. Нишләргә?
Тыя алмай ярһыу һағышымды,
Ирек бирәм ҡайнар йәштәргә...

Ҡыштыр-ҡыштыр япраҡ тауыш бирә,
Әүрәтергә, ахыры, самалай,
Үтер әле! Бындай әрнеүҙәрем
Көҙҙәр килгән һайын булғылай.

Иркә генә сикәләрҙән һыйпай
Ҡайындарҙың һары толомо,
Күңелемдә бөгөн көҙ һағышы,
Күңелемдә бөгөн көҙ моңо...

Фирүзә Абдуллина.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

26 Oct, 02:41


Борон-борондан тын юлы ауырыуҙарын боҫтама менән дауалағандар.
Тәбиғи һары майҙы (магазиндан алынғанды түгел!) сепрәккә манып, йүтәл, бронхит менән яфаланған кешенең күкрәгенә төнгөлөккә һалып, нығытып ҡуйырға кәрәк. Ошолай йүтәл бөткәнсе ҡабатлағыҙ.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

25 Oct, 19:04


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-25/aptyra-inde-aptyra-bash-at-an-ul-bary-y-la-k-rep-alyu-men-n-3984662?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

25 Oct, 19:04


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-25/ya-y-ly-osa-ynda-ibr-t-3984592?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

24 Oct, 18:13


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-24/etem-ya-lar-keshe-e-yu-tip-k-s-etk-ng-k-s-kt-y-bulyp-3981903?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

24 Oct, 17:52


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-24/bala-dy-ba-yr-a-aldat-a-3981908?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Oct, 17:54


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-23/ul-sy-yp-kite-g-palatala-y-bey-mi-t-b-lde-3980662?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Oct, 15:33


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-23/mine-k-rg-ne-de-ber-g-l-nd-shm-tine-ul-k-ren-n-os-ondar-s-sr-p-uy-y-3980671?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Oct, 10:12


ҠОТҠАРЫУСЫ
Бына бер заман поездағы күршеләрем, йәш пар, пыр туҙышып ирешеп алып китмәһенме!
– Һин мине яратмайһың! — тип ҡысҡырҙы йәш кәләш.
– Яратмағас, ниңә һинең менән йәшәй, тиһең? — тип үпкәләне ир.
– Мин һинең өсөн — өй рәтләүсе, бала ҡараусы, тамаҡ бешереүсе генә! — тине ҡатыны, ҡуймай.
– Ә мин һинең өсөн аҡса янсығы ғына! — тип ир ҙә ярһыны.
– Улай булғас... Айырылышайыҡ!?.
– Айырылышайыҡ!..
– Бала минең менән ҡала, ишеттеңме?! — тип күҙ йәштәрен тәгәрәтте ҡатын.
– Теләһә нәмә эшлә! — тип ҡул һелтәне ир.
Икеһе ике мөйөшкә ҡарап турһайышты былар. Ҡатын кеше танауын мыршылдатты, ир генәһе үгеҙҙәй ауыр итеп тын алды.
Әгәр миңә әхирәтем шылтыратмаһа, күпме ултырырҙар ине икән шулай, билдәһеҙ. Уның хәлдәрен белешкәс, үҙемдекен һөйләмәй, булдыра аманым.
– Әй, бара инде. Бына күршегә бер йәш пар эләкте. Ирешәләр генә! Айырылышып бөттөләр, — тип теҙҙем.
Ҡатын илауҙан туҡтаны. Ир һағайҙы. Икеһе лә мине тыңлай хәҙер.
– Айырылышыу пустәк эш түгел инде, – тигән булам, – шулай ҙа, ҡайҙа бараһың? Хәҙер ҡайтып етеп, ғариза яҙһалар, ике-өс айҙан айырып та ҡуялар. Бына шулай, биш минут эсендә бер ирекле ир булды. Мин сиратта беренсе торам. Эргәлә берәү ҙә ҡамасауламай. Күрмәлекле генә былай... Юҡ, өйҙәре бармы икәнен белмәйем... Эйе, бер балалары бар. Ярай, уныһы инде, эш хаҡының аҙ ғына өлөшө алиментҡа китә бит. Бик булмаһа, конвертта ғына биргән урынға урынлаштырырмын. Эйе, шул тиклем оҡшаны шул, — тип иргә ҡарап, күҙ ҡыҫам. Ул да миңә йылмайған була.
Шул саҡ ҡатыны миңә уҫал итеп тексәйҙе лә, хәләленең эргәһенә күсеп ултырҙы. Бер-ике минуттан һөйләшеп тә киттеләр. Юл дауамында ҡатын иренән күҙен алманы. Миңә лә ваҡыты-ваҡыты менән яман ҡараш ташларға онотманы. Ни булһа ла, поездан етәкләшеп төштөләр. Бына шулай, бер шылтыратыу ярҙамында, бер ғаиләне ҡотҡарҙым мин!

Айгөл СӘЛӘХОВА.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Oct, 10:00


Ҡайтығыҙсы

Ҡыр ҡаҙҙары оса көнбайышҡа...
Ел тарата моңло йырҙарын.
Тауыштары быйыл һағыш тулы,
Белгән кеүек алда ни барын.

Ураңҡырап осоғоҙсы, ҡоштар!
Тап булмағыҙ, тием, уттарға.
Һеҙ ирекле, һеҙҙең бурыс түгел
Ҡалҡан булыу йәҙрә - туптарға...

Көнбайышҡа китә ир-егеттәр,
Һағыштарын баҫып йыр менән.
Ут-һыуҙарҙы улар урай алмай,
Ир яҙмышы уртаҡ ил менән...

Яҙҙар етер... Ҡайтыр ҡаҙҙар, бәлки,
Бераҙ көйгән булыр ҡанаттар...
Яҙға ҡалмай еңеп, теүәл генә
Ҡайтығыҙсы улдар - һалдаттар!

Сәкинә Тотманова.

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Oct, 09:58


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-22/aytyp-y-r-y-m-tine-ul-mi-tisher-y-itep-arap-3979160?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

23 Oct, 06:51


Видео авторы оҫта хужабикә Эльвира Шәйәхмәтова ҡорот ыҫлай

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Oct, 16:41


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-21/etem-3977615?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Oct, 16:12


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-21/f-it-be-e-r-yl-3977521?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

21 Oct, 15:21


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-21/keshe-e-keshe-lter-3977607?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Oct, 16:09


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-20/ya-mysh-borolosho-hik-y-3973951?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

20 Oct, 06:36


https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-10-19/s-yg-ir-mi-atay-3973925?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

1,706

subscribers

1,118

photos

541

videos