ЮЛДАШ радиоһы @radiouldash Channel on Telegram

ЮЛДАШ радиоһы

@radiouldash


ЮЛДАШ радиоһы (Russian)

Добро пожаловать в канал ЮЛДАШ радиоһы! Этот канал предназначен для всех любителей музыки, культуры и искусства. Наш канал охватывает широкий спектр жанров, начиная от классической музыки до современных хитов. Мы постоянно обновляем наш контент, чтобы предложить вам лучшие композиции и исполнителей

Подписывайтесь на наш канал, чтобы быть в курсе всех новинок и участвовать в наших интересных музыкальных обсуждениях. Мы также проводим регулярные тематические трансляции и мероприятия, где вы сможете насладиться живым исполнением музыки в уютной атмосфере

ЮЛДАШ радиоһы - это не просто канал, это сообщество единомышленников, где каждый найдет что-то особенное для себя. Присоединяйтесь к нам прямо сейчас и дайте себе возможность погрузиться в мир прекрасной музыки и творчества!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 16:32


Көйәрмәндәрҙе ҡотлайбыҙ!

Көндө еңеү менән тамамлайыҡ.
"Йәшел дерби"ҙа иҫәп 3:0.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 15:03


М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында икенсе көн тулы аншлаг менән
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатованың концерты бара.

"Апайыма аҡ сәскәләр" - бик күп тыңлаусылар яратҡан, үҙ иткән йыр. Уны "Юлдаш" радиоһында "Ҡәҙерле кешемә" музыкаль ҡотлауҙар тапшырыуында ла йыш һорайҙар.

Йырҙың авторҙары, коллегаларыбыҙ Миләүшә Ғәлиева һәм Риф Арыҫлан булыуы менән ғорурланабыҙ.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 14:32


Бөгөндән Рәсәй балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты.

Административ кодексҡа төҙәтмәләр көсөнә инде. Дума спикеры Вячеслав Володин белдереүенсә, 11 йәштән 17 йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙең фекерен белешкәндәр. Уларҙың 70 проценты тәмәке һатып алғанда бер ниндәй ҙә документ күрһәтмәүе тураһында белдергән.

Шуға хәҙер яза ҡәтғиләште, балаларға тәмәке һатыусылар өсөн иң юғары штраф 2 миллион һумға еткерелде.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 11:57


Башҡортостанда 282 миллион һумға "Эко ауыл" төҙөлә.

Яңы глэмпинг Әбйәлил районында урынлаша. Бында туристар өсөн йорттар, мунса һәм бассейндар комплексы булдырыла. Ер участкаһы билдәләнгән. Инвестор өсөн ташламалар ҡаралған.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 11:33


Башҡортостанда тәрбиәселәрҙең Республика Башлығы грантын алыу мөмкинлеге бар.

Конкурста шулай уҡ педагог-психолог, уҡытыусы-логопед, музыкаға өйрәтеүселәр, физкультура инструкторҙары ҡатнаша ала. Уларҙың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш.

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Грант суммаһы 575 мең һум.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 10:46


Бөгөн республика йәмәғәтселеге Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовты хәтергә ала.

Мәшһүр генералдың тыуыуына 116 йыл тулды. Ул 112-се атлылар дивизияһының кавалерия полкы командиры була, Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡ күрһәтә.


Легендар башҡорт генералына арнап халҡыбыҙ йыр ҙа ижад иткән:

Мауыҙҙы ла күле, ай, Яҡтыкүл,
Таһир Кусимов тыуған ер бит ул,
Туғыҙ йәшлек булған етем бала,
Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул

Мауыҙҙы ла күле, ай, тәрән күл,
Таһир Кусимов йөҙгән күл бит ул.
Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән
Таһир Кусимов хәрби ир бит ул.

Фотоһүрәттә: "Юлдаш"тар Күсем ауылында урынлашҡан Таһир Кусимовтың музейында.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 09:42


Башҡортостан ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә.

Ил Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарға, уларҙың толҡатындарына, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә
йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе” билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына 80 мең һум аҡса бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләгәндәр, һуғыш
йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден-миҙалдары менән бүләкләнгәндәр һәм концлагерь, төрмә, геттолартотҡондарына 55 мең һум түләнә.

Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән хәбәр
итеүҙәренсә, әле Башҡортостанда түләү алырға хоҡуҡлы 7 мең ярымдан ашыу граждан, шул иҫәптән 116 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид йәшәй.

Аҡса апрель пенсияһы менән бергә бирелә.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 08:51


Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы госпиталдә дауаланған яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплай.

Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Кәрәкле әйберҙәр исемлеге менән йәмәғәт ойошмаһы сайтында һәм социаль селтәрҙә танышырға була.

Ярҙам йыйыу 17 февралгә тиклем дауам итә.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 06:59


Дәүләт Думаһында тимер юл туризмын үҫтереү тураһында закон ҡабул ителде.

Ҡанун “тимер юлда туристарҙы йөрөтөү”, “турист поезы”, туристар өсөн тимер юл маршруты” тигән төшөнсәләрҙе аныҡлай.

Законға ярашлы, тимер юл транспортында туристик сәфәрҙәр ойоштороу өсөн тейешле шарттар булдырыла. Сәфәр барышында экскурсия һәм саралар уҙғарыла. Эске туризмды үҫтереү маҡсатында дәүләт власы органдарының вәкәләттәре киңәйтелә.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 06:20


💚Бөгөн "Салауат Юлаев" һәм "Аҡ барыҫ" командалары осраша.

Уйын “Өфө-Арена” боҙ һарайында үтә, 19:00 сәғәттә башлана.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 05:30


"Атайсалға изге эштәр" конкурсына йомғаҡ яһалды.
🎉🎊


2611 тауыш менән тәүге урынға Әбйәлил районы Ишбулды ауылы сыҡты. Ҡотлайбыҙ!

📷 Еңеүсене билдәләү мәле - видеояҙмала.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ бергә!

🏡 Атайсалыбыҙ күркәм эштәр менән биҙәлһен.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 03:44


14 февраль - Бөтә донъя китап бүләк итеү көнө.📚

Бөтә ғүмереңде сарыф ит һин китапҡа,
Бөтә тормош, бөтә аҡыл китапта.

Ш. Ғәбдиев.
Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Feb, 02:35


Хәйерле иртә! ❄️

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
 
Ел көньяҡтан талғын, көсәйеүсән
 
Һауа температураһы республикала аяҙытҡанда -15,-20, көндөҙ -4,-9 градус һалҡын.
 
Өфөлә -6,-8 градус һалҡын.
Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

13 Feb, 15:17


Өфөлә гөлләмәләргә хаҡтар 10 процентҡа артҡан.

Яҡын арала хаҡтарҙың тағы ла 10 процентҡа күбәйеүе көтөлә, тип фаразлай аналиктар. Ә беҙ һеҙгә гөлләмәне бушлай тәҡдим итәбеҙ. "Бәйләнештә" селтәрендә "Идея праздника" сәскәләр магазины менән берлектә уйын үткәрәбеҙ. Шарттары менән ошонда танышырға мөмкин:

https://vk.com/uldash_fm?w=wall-4647320_648246

Һөҙөмтәләр иртәгә билдәле була.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

13 Feb, 12:41


Изге кисте доғалар менән үткәрегеҙ.

Бөгөн ҡояш байығас та, изге бәрәкәтле кистәрҙән һаналған “Бәрәат кисе” башлана. Ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә ҡотолоу, аҡланыу тигәнде аңлата.

Был төндә, мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярыҡауҙы һорап, ихлас күңелдән доғалар уҡыла, уны изгелектәр ҡылып, ҡаршы алырға кәрәк, тиҙәр.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

13 Feb, 12:13


Республика милли китапханаһында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған исемле почта конвертына Федераль почта элемтәһе идаралығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡатнашлығында почта мисәтен һуғыу тантанаһынан күренештәр.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 15:54


Фатирник.

Кисегеҙҙе матур итеп үткәргегеҙ киләме?
Улайһа, беҙгә килегеҙ! 😍

Йырлы-моңло, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүле кисәгә рәхим итегеҙ, йәштәр!

Һеҙҙе яңы таныштар, тәмлекәстәр, гитарала йырҙар, күтәренке кәйеф көтә.

12 февраль, 17:00 сәғәттә.

"Юлдаш plus” йәштәр үҙәге!
Инеү бушлай! 😍

Ҡатнашырға теләүселәр комментарийға "" билдәһен ҡуйығыҙ.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 15:41


С министром спорта Российской Федерации Михаилом Дегтярёвым обсудили перспективы развития спорта в Башкортостане.

Мы действительно развиваем спорт, у нас хорошие успехи. Президент страны Владимир Путин поставил задачу – к 2030 году довести долю жителей республики, систематически занимающихся спортом, до 70 %. Сейчас этот показатель у нас – 61,8 %.

Совершенно точно, чтобы выполнить эту задачу, надо продолжать работу над развитием инфраструктуры – строить новые спортивные сооружения. И конечно, здесь необходима поддержка министра спорта России.

Сейчас в моменте мы строим 16 больших спортивных объектов. Во время форума «Россия – спортивная держава» я обратился к Президенту страны с просьбой оказать содействие в строительстве легкоатлетического манежа и училища олимпийского резерва в Уфе. Владимир Владимирович нас в этом вопросе поддержал.

Поэтому сейчас нам предстоит большая работа. Мы уже знаем, какой это будет объект, работаем над формированием строки в бюджете для его финансирования. Надеемся, что общими усилиями мы его построим.

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 15:02


Ишембайҙа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйыу урыны халыҡ фекерен иҫәпкә алып билдәләнә.

Йәмәғәт тыңлауҙары старт алды, тип хәбәр итте "Берҙәм Рәсәй" партияһы Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин.

"Халыҡ тәҡдимдәре үтә мөһим. Ошо маҡсатта предприятиелар коллективы, йәмәғәт ойошмалары, халыҡтан мөрәжәғәттәр анализлана", - тип яҙа ул социаль селтәрҙә.

Ил президенты Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 14:37


Өфөлә ҡоштар атласы булдырыла.

“Башҡортостан” милли паркынан хәбәр итеүҙәренсә, материалдарҙы 8 йыл дауамында орнитологтар йыйған. Төҫлө баҫмала 200-ҙән ашыу ҡош-ҡорт тураһында мәғлүмәт тупланған.

Атлас өҫтөндә Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзының төбәк бүлексәһе эшләй.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 12:52


Беҙгә алмаш үҫә! "Юлдаш" та ҡунаҡта - буласаҡ диктор Линар.

Әбйәлил районынан Линар Муралиев быйыл Учалыла “Диктор тауышы” конкурсында беренсе урын яулағайны. Бөгөн ул "Юлдаш" студияһы һәм "Теге өсәү" проекты егеттәре менән танышты.

"Өфө һөйләй" тип республиканы сәләмләрлек диктор булып үҫеүен теләйек.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 12:32


Ил Президенты Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне.

Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.Уға ярашлы, Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының шәфҡәт туташы Эльвира Төлкөбаева Республика кардиология үҙәге табибы Юлиә Рәхмәтуллина һәм ошо уҡ медицина ойошмаһының бүлек мөдире Тимур Тимербулатов Лука Крымский миҙалына лайыҡ булды. Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәновҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 12:27


Башҡортостанда М-12 трассаһы 100 йыл түләүле була.

Дү
ртөйлө - Әсет федераль трассаһының Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе аша үткән участкаһы быйыл йәй асыла. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, юл 2123 йыл аҙағына тиклем түләүле була.

Башҡортостанда ул Дүртөйлө – Борай, Өфө – Бөрө – Яңауыл, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, Яңауыл – Көйәҙе юлдары. М12 дүрт һыҙатлы “тиҙ магистраль” категорияһына ҡараһа, бушлай төбәк юлдарында ике хәрәкәт һыҙаты бар. Түләүле участка 98 километрға ҡыҫҡараҡ. Трассаның иң оҙон өлөшө – 140 километр Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша үтә.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 10:11


Республикала танылған композитор һәм педагог Айрат Ҡобағошовты иҫкә алып...

Бөгөн Өфө сәнғәт училищеһында ижадсының тыуыуына 75 йыл тулыуға бағышланған Хәтер кисәһе ойошторола. Айрат Ҡобағошов башҡорт композиторҙар мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Ул опера, симфоник, хор, инструменталь һәм вокал, халыҡ инструменттары өсөн әҫәрҙәр, спектаклдәр һәм кино өсөн музыка, күп йырҙар ижад итә.
Айрат Ҡобағошов бөтә ғүмерен халыҡ ижадын өйрәнеүгә бағышлай. Уның тырышлығы менән байтаҡ башҡорт музыка ҡоралдары тергеҙелә.

Айрат Миңләхмәт улы 2021 йылда арабыҙҙан китте. Уға 71 йәш ине.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 07:16


"Өфө йүкәләре" скверы булдырыла.

"Өфө йүкәләре" скверы булдырыла.

Ул Яҙыусылар союзы бинаһы янында була. Совет йылдарында Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе Назар Нәжми һәм композитор Рим Хәсәнов Өфөнөң рәсми булмаған гимнын яҙа. "Өфө йүкәләре" тигән йыр киң танылыу ала.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 03:18


Табиптар иртәнге аштан баш тартмаҫҡа кәңәш итә.

Бының өсөн кәмендә биш сәбәп бар, ти улар. Шулай итеп, иртәге аш:
1. Энергия бирә.
2. Матдәләр алмашыныуын көйләй
3. Көн буйына аппетиты контролдә тоторға ярҙам итә
4. Организмды файҙалы матдәләр менән тәьмин итә
5. Хәтерҙе һәм концентрацияны яҡшырта.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

10 Feb, 02:32


Яңы аҙна уңышлы килһен, яҡшы ваҡиғаларға бай булһын!

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, башлыса яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Ел талғын.

Һауа температураһы республикала -7,-8 градус, Өфөлә -9, -11 градус һалҡын.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 17:15


Премьера! 🔥
Һөйләй, көйләй "Ашҡаҙар"!


Бөгөн тамашала композитор, “Ашҡаҙар” радиоһында оҙаҡ йылдар тауыш режиссеры булып эшләп киткән Гөлйемеш Баязитова Хәсән Назар шиғырына ижад иткән көйгә рухлы гимн яңғыраны. Уны Дамир Тайыпов, Нурзиә Сабитова, Рәфис Сирусин башҡарҙы.

Тыңлағыҙ, 💙-кә баҫырға онотмағыҙ!

«Ашҡаҙар» 15 йыл эфир киңлектәрендә.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 16:42


Моңдарыбыҙ, йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ мәңгелек.

"Донъя үҙәгәрә, техника алға китә. Кешеләр ҙә үҙгәрә.Әммә мәңгелек ҡиммәттәр – моңдарыбыҙ, йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ, яҙыусыларыбыҙҙың алтын аҡылынан сыҡҡан һүҙҙәр «Ашҡаҙар» радиоһында һәр ваҡыт ҡаласаҡ, тип уйлайым. Улар – мәңгелек, " - ти Урал Ниғмәтуллин.

Башҡорт халыҡ йыры "Уйыл". Урал Ниғмәтуллин башҡара, ҡурайҙа - Азат Айытҡолов.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 15:18


Көйлө халыҡ иткән ҡурайым, көслө халыҡ иткән ҡурайым!

Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле - "Ашҡаҙар"ҙың байрам тамашаһында.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 14:34


Ашҡаҙарҙар "Ашҡаҙар"ҙы ҡотлай!

Сәхнәлә - Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең
"Ашҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмө.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 14:22


"Ашҡаҙар" эфир киңлектәрендә - 15 йыл

Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова башҡарыуында «Ашҡаҙар» йыры.

Ҡурайҙа - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 12:34


Рәсәйҙә 1 марттан шәхси йорт төҙөү һәм баҡсасылыҡ өсөн бүленгән ер участкаларын файҙаланыуға бәйле законға үҙгәрештәр индерелә.

Яңы ҡануниәткә ярашлы, участканы төҙөлөш өсөн әҙерләүгә өс йыл бирелә. Был осорҙа тәғәйенләнеше буйынса уны файҙалана башларға – йорт, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөргә кәрәк. Ошо мәлдән милексе ерҙе файҙаланмаған өсөн яуаплылыҡ тота.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 11:39


- Бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһы - үҙ йөҙө, йүнәлеше, аудиторияһы булған тотороҡло мәғлүмәт сараларының береһе. Һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән ул бынан 15 элек ҡабул ителгән ҡарарҙың дөрөҫлөгөн тулыһынса иҫбатланы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, «Ашҡаҙар»радиоһына аҡһаҡалдар аҡылы, ағинәйҙәр зирәклеге хас. Бай халыҡ ижады, үлемһеҙ халыҡ йырҙары, мәшһүр композиторҙар, шағир, яҙыусыларыбыҙҙың классикаға әйләнгән әҫәрҙәре менән рухиәтебеҙҙе байыта. Тамыры ныҡтың ғына аҙымы ныҡ, ти халҡыбыҙ. Үткән менән киләсәк араһында төплө күпер һалып, «Ашҡаҙар» радиоһы милләтебеҙҙе үлемһеҙ итә.

Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров, «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

("Ашҡаҙар" - моңло радио" китабынан).

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 11:18


Башҡортостанда ике үҫмер һаҡ аҫтына алынды.

Федераль именлек хеҙмәте мәғлүмәттәр буйынса, уҙған йылдың июнендә 16 һәм 17 йәшлек студенттар Бөрйән районы сигендә Рәсәй империяһы флагын яндыра.

Быны видеоға төшөрөп ала. Улар ғәйебен таныған, тәфтиш изоляторына ябылған. Тәртип һаҡсылары экстремистик эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың барыһын да асыҡлау буйынса эш алып бара.
Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 11:01


Делегацию Башкортостана всегда очень тепло и радушно встречает Президент Республики Беларусь. Благодарим Александра Григорьевича Лукашенко за возможность обсудить перспективы развития белорусско-башкирских отношений.

Прежде всего мы поздравили Александра Григорьевича с убедительной победой на выборах Президента Беларуси. Это событие является важным для двух братских государств.

Мы регулярно встречаемся с руководством этой страны. И сегодня обсудили итоги и перспективы нашей совместной работы.

В частности, одна из ключевых наших задач – развитие взаимной торговли с Беларусью. Импорт белорусских товаров в Башкортостан растет. Пока остаются вопросы по экспорту. Сейчас Беларусь занимает 5-е место во внешнеторговом обороте нашей республики, будем стремиться к 1-му. Тем более что потенциал для роста большой.

Президент Беларуси всегда подталкивает наши предприятия к более глубокой промышленной кооперации. Сегодня доложил Александру Григорьевичу о наших успехах в этом направлении – о совместных проектах с белорусскими холдингами «Амкодор», «1АК-GROUP», сотрудничестве Уфимского трамвайно-троллейбусного завода и Минского автозавода по производству троллейбуса «Горожанин».

Беларусь для нас – не просто внешнеэкономический партнер. Это братский народ, с которым мы хотим развивать и социально-культурные, гуманитарные, научные, творческие отношения. Поэтому обсудили также продолжение проекта «Башкирско-белорусское долголетие», культурные и научные обмены.

И конечно, я рассказал Александру Григорьевичу о судьбе нашего экологического проекта, который он поддержал, – о маленькой семье белорусских зубров в Башкортостане. Стадо выросло, появилось пять телят. Договорились, что завезем к нам в республику еще одну партию зубров из Беларуси.

Спасибо! Работаем дальше.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 08:21


Илештә танылған шағир Ринат Хәйриҙе иҫкә алалар.

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында һәм ижадсының тыуған ауылы Үрмәттә Хәтер кисәһе бара. Унда шағирҙың ҡәләмдәштәре, дуҫтары һәм уҡыусылар ҡатнаша. Шиғри конкурс еңеүселәрен бүләкләү була.

Шағирҙың хәләл ефете Айһылыу Зәки ҡыҙы Хәйретдинова үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 08:16


Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме бирелеүгә бәйле яҡташтар осрашыуы.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 07:43


🎶Ижадсылар Башҡорт атына арналған гимн конкурсында ҡатнаша ала.

1 мартҡа тиклем авторҙар, ойошмалар, музыка коллективтары һәм ижади берекмәләрҙән эштәр ҡабул ителә. Гимн тексы рус һәм башҡорт телдәрендә булырға тейеш.

🐴 Конкурста еңеүсегә башҡорт тоҡомло ат тапшырыла.
Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 04:55


🩺 Фатирникта һаулыҡ хаҡында һөйләштек.

Башҡортостанда Бөтә донъя яман шеш сиренә ҡаршы көрәш аҙналығы бара.


Район һәм ҡала дауаналарында табиптар иҫкәртеү саралары ойоштора, диагностик тикшеренеү үткәрә.

Беҙ ҙә үҙебеҙҙең сығарылыштарҙа был теманы даими яҡтыртабыҙ. Был аҙнала ла ҙур иғтибар бирелде. Страттағы фатирникта республика клиник онкология диспасеры табиптары ҡатнашты.

Онколог -хирург Замир Абдуллин һәм онколог-колопроктолог Ғаяз Йәноҙаҡов саҡырҙыҡ. Белгестәр менән яман шеш сирен иҫкәртеү, диагностик тикшереү, дауалау буйынса әңгәмә ҡоролдо. Шулай уҡ һәр кем шәхси һорауҙары менән дә табиптарға мөрәжәғәт итә алды.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Feb, 04:10


📻 Бөгөн "Ашҡаҙар" радиоһына - 15 йәш.

Башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, телде һәм әҙәбиәтте, театр асыштарын, тарих һәм фольклорҙы һаҡлау һәм тыңлаусыға еткереүҙе үҙ маҡсаты тип билдәләгән радио 2010 йылдың 7 февралендә тәүге тапҡыр эфирға сыға.

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Тоғро тыңлаусылар, яңы бейеклектәр теләйбеҙ.

📻 Моңло радионы Өфөлә 66.68 МГц йышлығында, ә интернет киңлектәрендә онлайн режимда тыңлай алаһығыҙ.
Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 19:33


Көйәрмәндәрҙе ҡотлайбыҙ!

💚 Бөгөн дә #матур_хоккей булды.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 13:11


Рәсәйҙә студенттар өсөн декрет пособиеһын ун тапҡырға арттырырға кәңәш итәләр.

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығыны ошондай башланғыс менән сыҡты. Пособиены 235 мең һумға тиклем күтәреү мөмкинлеге бар. Уны иҫәпләгәндә стипендия күләме урынына минималь хеҙмәт хаҡына ҡарарға тәҡдим ителә.

Закон проекты Думала яҙғы сессияла ҡарала.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 12:17


Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияға ярҙам иткән умартасыларға рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров Өфөлә үткән халыҡ-ара умартасылар форумында сығыш яһаны.

“Һеҙҙең тырышлыҡ һәм хәстәрлек һөҙөмтәһендә беҙҙең яугирҙар балдан өҙөлмәй”, - тине республика етәксеһе.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 12:12


Башҡортостанда Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһы исемен биреү ҡарала.

Был турала әҙиптең 100 йыллығын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерелде.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 11:32


Башҡортостан райондарында ҡатын-ҡыҙ консультациялары булдырыла.

Улар Языков, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман, Үрге Тәтешле район дауаханалары базаһында эшләйәсәк.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай сара ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырыу, уларҙы дауалау өсөн шарттарҙы яҡшыртыу мөмкинеге бирә. Ул "Ғаилә" милли проектына буйынса башҡарыла.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 10:11


Һауа температураһы ныҡ түбәнәйгән осраҡта балаларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

Был хаҡта Мәғариф һәм фән министрлығынан белдерәләр. Ауылда – 23, ҡалала – 25 градус һыуыҡта башланғыс класс уҡыусылары өйҙә ҡалырға хоҡуҡлы. Ауылда – 25, ҡалала – 27 градус һыуыҡ булғанда 5-се - 9-сы класс уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

Ауылда - 30, ҡалала 32 градус һалҡын күҙәтелгәндә юғары класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 08:54


API Global халыҡ-ара умартасылар форумы күргәҙмәһенән күренештәр.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 08:16


Новосибирскиға осабыҙмы әллә?

🛫 Был ҡалаға Өфөнән рейстар арта. "Өфө" аэропортының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, бөгөндән өҫтәмә авиарейстар асыла. Осоштар көн һайын башҡарыла.

Юлға 2 сәғәт 40 минут ваҡыт китә.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 07:07


Бөгөн “Салауат Юлаев” һәм “Сочи” командалары осраша.

💚 Континенталь хоккей лигаһында даими чемпионат барышында уҙғарылған матч Сочи ҡалаһында үтә.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уйынды тура эфирҙа күрһәтә. Ул 21:30 сәғәттә башлана.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 06:09


Башҡортостан Афғанстанға күберәк тауар һата башлай.

🇷🇺 Ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан белдереүҙәренсә, ағас материалдары, ашлыҡ һәм иген продукттарын сығарыу арта. Белорет предприятиеһы был дәүләткә 115 кубик метр ағас оҙатҡан.

Продукция өлгөләре лабороторияларҙа экспертиза уҙған, етешһеҙлектәр асыҡланмаған.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 04:55


Республика йәмәғәтселеге бөгөн Рәүеф Сиражетдинов менән хушлаша.

🥀 Рәүеф Дәүләт улы бар ғүмерен мәғариф, комсомол, партия, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдарына бағышлаған замандашыбыҙ.
"Юлдаш" радиоһы мәрхүмдең яҡындарының, Бөрйән халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

📌 Оҙатыу 23 ғинуар 13.00 сәғәттә “Атайсал” мәҙәниәт һарайында (Кустарная урамы, 17) үтә.

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 04:40


Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара умартасылар форумы башлана.

🐝 Сара “Торатау” конгресс-холында уҙа. Унда Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡытай, Белорусь, Чили, Италия, Грузия һәм Америка Ҡушма Штаттарынан вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.

Форумда умартасылыҡ үҫеше мәсьәләләре ҡарала һәм илдә тәүге тапҡыр бал конкурсы ойошторола.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

23 Jan, 03:49


Һеҙҙә нисек, өшөшмө, дуҫтар?

Термометр нисәне күрһәтә?

Фото: Михаил Матвеев.

Беҙгә 📻лдаш бул!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 15:34


🎶 Йырлап асыла күңел.

Үҙеңә һаҡлап ҡуй, дуҫың менән дә уртаҡлашырға онотма!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 14:56


Артем Нәбиев - “Иң яҡшы яңы уйынсы”

Континенталь хоккей лигаһы сираттағы аҙнаның иң яҡшы уйынсыларын билдәләне. “Салауат Юлаев” командаһынан Артем Нәбиев “Иң яҡшы яңы уйынсы” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Йәш хоккейсы өс уйында ике гол индереүгә өлгәшкән.

Юлаевсылар киләһе уйынын иртәгә уҙғара. Өфөгә Түбәнге Каманан “Нефтехимик” килә.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 14:16


Рәсәйҙә "Светофор" магазиндары тикшерелә.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте белгестәре ғинуар аҙағында рейдтар башлай. Ил хөкүмәтенә был селтәрҙә сифатһыҙ тауар һатыуҙары тураһында ялыу-мөрәжәғәттәр килгән. Ошо хәбәрҙе тикшерәләр.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 13:56


Бөгөн Республика Милли музейында “Үҙебеҙҙекеләр тураһында” исемле күргәҙмә асылды.

Ул Ватан һаҡсылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылына арнала. Музейҙың бүлек мөдире Гөлназ Манапова белдереүенсә, экспозицияла Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында төшөрөлгән фоторәсемдәр тәҡдим ителә.

“Үҙебеҙҙекеләр тураһында” исемле күргәҙмә менән 23 февралгә тиклем танышырға була. 12+

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 13:12


Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса координация советы булдырылды.

Радий Хәбировтың ошо турала Указы бар. Совет 14 йәштән өлкән уҡыусыларҙы, шулай уҡ студенттарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Кәңәшмә органды Радий Хәбиров етәкләй. Совет составына шулай уҡ министрҙар, университет вәкилдәре, ирекмәндәр инә.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 12:23


Мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған "Диктор тауышы" асыҡ республика конкурсына эштәр ҡабул ителә.

Быйыл ул "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына арнала. Конкурста ҡатнашыусылар ике видеояҙма ебәрә: тасуири мәғлүмәт шәлкеме уҡыу һәм “Беҙҙең мәктәп тормошо” темаһына репортаж. Ижади эштәр 20 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон:
8 (34791) 6-02-18.

🎙Диктор тауышы - радио-телевидение донъяһына әйҙәүсе берҙән-бер конкурс! Ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе һынағыҙ, еңегеҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 11:51


Бөгөн Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Алмас Сафиндың батырҙарса һәләк булған көнө.

Яугир 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ул етәкләгән парашют-десант взводы Кременная ҡалаһы янында була. Һалдаттарға оборона тотоу һәм дошманды үткәрмәү бурысы ҡуйыла.

14 ғинуарҙа Украина Ҡораллы Көстәре Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә булған бөтә көстәрен ошо секторға ебәрә. Алмаз Сафин взводы дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Алыш барышында ҡаршы яҡтың 50-гә яҡын һалдаты юҡ ителә, танк һәм бронемашиналар сафтан сығарыла. Алдына ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәгән старшина яу ваҡытында алған йәрәхәттәрҙән вафат була.

Батыр Шафран ауылында Һалдаттар зыяратында ерләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы буйынса Алмаз Сафин, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелде.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 11:11


Ура, йылды еңеүҙәр менән башлайбыҙ!

Бөгөн Өфөлә журналистар бүләкләнде. Рәсәй Матбуғаты көнө уңайынан киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре араһында уҙғарылған ижади конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Шулай уҡ Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Еңеүселәр араһында "Юлдаш" радиоһы журналистары ла бар. Радионың Яңылыҡтар хеҙмәте коррупция менән көрәш темаһын иң яҡшы яҡтыртыусыларҙың береһе тип билдәләнде.

Рәсүл Сәғитов "Террорға ҡаршы проблемаларҙы иң яҡшы яҡтыртыу буйынса", Гүзәл Зарипова "Дәүләт телдәре һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау темаһын яҡтыртыу буйынса", Динара Сафина сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға арналған конкурста, Азамат Нуриев "Алға" иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса, ә Роза Усманова финанс грамоталылығы темаһын яҡтыртыу буйынса конкурста еңеү яуланы.

Коллегаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 09:37


Бөрөлә юл-транспорт фажиғәһендә бер кеше һәләк булған.

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Бөрө-Янауыл юлында ике еңел автомобиль бәрелешкән. Һөҙөмтәлә 57 йәшлек ир үлгән, өс кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 06:16


Өфө ApiGlobal халыҡ-ара умартасылар конгресын ҡабул итергә әҙерләнә.

🐝 Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, сарала Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡытай, Беларусь, Чили, Италия, Грузия һәм Америка Ҡушма штаттарынан белгестәр ҡатнашыуы көтөлә.

Халыҡ-ара конгресс 23 ғинуарҙа үтә, уның барышында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бал конкурсы ойошторола.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 05:15


Бөгөн Республика Милли музейында “Үҙебеҙҙекеләр тураһында” тигән күргәҙмә асыла.

✔️ Ул Ватан һаҡсылары һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йылына арнала. Экспозицияның авторы - музей хеҙмәткәре Леонид Юлдашев. Ул 2024 йылдың октябренән алып Беренсе роботлаштырылған электрон комплекстар отрядында хеҙмәт итә.

Күргәҙмәлә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында төшөрөлгән фоторәсемдәр тәҡдим ителә.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 04:06


Архангел районының Зәйет ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды.

🩺 200-гә яҡын кешене хеҙмәтләндергән медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған, халыҡҡа сифатлы тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Быйыл республикала 135 модулле медицина пункты асыу ҡарала.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Jan, 02:45


Хәйерле иртә!

❄️ Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа - боҙлауыҡ.

Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

Һауа температураһы республикала -3, -8 градус, Өфөлә -3,-5 градус һалҡын.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Jan, 18:02


У нас появилась еще одна хорошая, важная традиция – на старый Новый год приезжать в наш Уфимский хоспис.

Это место – поистине уникальное. Хоспис спроектирован и построен для тех, кому нужна такая специализированная помощь. Важно, что проект полностью реализован на пожертвования. И продолжает развиваться во многом благодаря неравнодушным людям. Благодарю каждого из них – за милосердие и любовь к ближнему.

Сегодня в хосписе работают 120 человек – врачи, медсестры, администраторы, младший медицинский персонал, волонтёры. Днем и ночью они поддерживают тяжелобольных и их родных, наполняют их жизнь теплотой и светом, помогают избавиться от трудных мыслей.

За год хоспис принял почти тысячу пациентов, в том числе 126 детей. Более 3 тысяч раз сотрудники выезжали к людям на дом.

Сопереживать, сочувствовать другим – это все про хоспис. Призываю всех, кто может помочь, сделать это.

Поздравляю со старым Новым годом и прошедшими праздниками коллектив хосписа, его подопечных и всех, кто им помогает. Всего самого доброго!

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 15:34


🎶 Йырлап асыла күңел.

Үҙеңә һаҡлап ҡуй, дуҫың менән дә уртаҡлашырға онотма!

Хәлимә Ғәббәсова йырлай.

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 13:53


"Бөрө билмәне" фестиваленән күренештәр.

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 12:11


Контракт буйынса хәрби хеҙмәт – һөнәр генә түгел, юғары бурыс та!

Үҙеңдең һәм ғаиләңдең ышаныслы киләсәген тәьмин ит. Тотороҡло килем, шулай уҡ социаль пособиелар һәм гарантиялар ал.

Еңеүҙе яҡынайтыусы Герой бул! 122-гә шылтырат һәм 4 520 000 һум аҡса ал.

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 11:03


Иҫкә алайыҡ...

Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың арабыҙҙан китеүенә ике йыл.

Республикаға идара итеү дилбегәһен уға Рәсәйҙең яңы тарихының һынылыш осоронда, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм иҡтисади көрсөк, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙең үҙгәргән ваҡытында алырға тура килә.

Тап Мортаза Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙә Башҡортостан социаль-иҡтисад үҫеш юлына баҫты. Республиканың көс-ҡеүәте һаҡлап ҡалынды, халҡыбыҙҙың йәшәү сифаты артты. Намыҫлы хеҙмәте менән ул халыҡ араһында оло абруй һәм лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанды. Уның тынғыһыҙ ғүмере, фиҙакәр хеҙмәте тулыһынса халыҡҡа һәм тыуған республикаһына бағышланды.

Ил ағаһының исеме халыҡ күңелендә йәшәр, яҡты рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 10:06


Республикала ашығыс медицина ярҙамы подстанциялары төҙөлә.

Улар Өфөнөң Затон биҫтәһендә һәм Дүртөйлө ҡалаһында сафҡа индерелә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, былтыр ашығыс медицина ярҙамы тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленгән. Кадрҙарға ҡытлыҡ кәмей. Хеҙмәткәҙәргә яңы махсус кейем алынған.

Иглин ауылында яңы подстанция асылған. Йыл дауамында табиптар 1 миллион саҡырыу буйынса ярҙам күрһәткән.

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 10:01


Бөгөн Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө.

Башҡортостанда 3 ҡурсаулыҡ, 5 тәбиғәт паркы бар. Уларҙа хайуандарҙы ҡышлатыу, үҫемлектәрҙе һаҡлау, законһыҙ эшмәкәрлекте иҫкәртеү менән махсус белгестәр шөғөлләнә. Шулай уҡ бындай биләмәләрҙә туризмды үҫтереү буйынса эш алып барыла.

Фотола - "Башҡортостан"милли паркы директоры Владимир Кузнецов. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙә уның йөҙөндә тармаҡ эшселәрен ҡотланы.

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 08:09


🎄 Нефтекама һәм Башҡортостан, алға!

Нефтекама ҡалаһы "Рәсәй шыршылары" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Дуҫтар, әйҙәгеҙ ошо һылтанма буйынса дәррәү генә үтеп,
Башҡортостан Республикаһы өсөн тауыш бирәйек:
vk.com/wall-224717408_130141
Теркәлеү кәрәкмәй, ВК-ла аккаунт булыу ғына шарт.

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 06:08


Йырсылар фронтҡа ярҙам итә.

Бөгөн Өфөлә хәйриә концерты була. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операция яугирҙарына кәрәк-яраҡ алыу өсөн тотонола.

Тамаша “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Фойела республика Хәрби дан музейы әҙерләгән күргәҙмә менән танышырға мөмкин. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы консультация майҙансығы ойоштора.

+6

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 04:08


Билмән бешереү оҫталары Бөрөлә осраша.

Бөгөн ҡалала "Бөрө билмәне" фестивале уҙа. Сара барашында итле ҡамыр ризығының 20-нән ашыу төрөн ауыҙ итергә була, ти байрамды ойоштороусылар.

Ҡала брендына әүерелгән байрам бишенсе тапҡыр үткәрелә.

ЮЛДАШ радиоһы

11 Jan, 02:42


Хәйерле иртә!

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа - боҙлауыҡ.

Ел көньяҡтан, талғын.

Һауа температураһы республикала -3 градус һалҡындан +2 градусҡа тиклем йылы, Өфөлә 0,+2 градус йылы.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 14:22


🎄 Яңы йыл байрамдарынан һуң шыршыны нимә эшләтергә?

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре аңлата:
Шыршыларҙы ғәҙәти сүп-сар контейнерҙарына ташларға ярамай, сөнки улар ҡаты коммуналь ҡалдыҡ тип иҫәпләнмәй. Уларҙы үҫемлек сүп-сарын йәки шыршыларҙы йыйыу урындарына алып барырға кәрәк. Әгәр ундай урындар булмаһа, шыршыны, төбәк операторы хеҙмәткәрҙәренә йәки урам һепереүселәргә ҡатмарлыҡ тыуҙырмаҫлыҡ итеп, контейнер майҙансығы эргәһенә ҡуйығыҙ.

Ылыҫлы ағастарҙы тәбиғәткә зыян килтермәйенсә утилләштереү өсөн "Шыршыны - юнысҡыға" акцияһында ҡатнашығыҙ. Акция 18-19, 25-26 ғинуарҙа Өфөлә үтә.

📍 Шуныһы мөһим: ҡупшыҡайҙы тапшырыр алдынан биҙәүестәрен, төргәктәрҙе һәм нығытмаһын алырға кәрәк.

18 һәм 19 ғинуарҙа 12:00 сәғәттән 16:00 сәғәткә тиклем бөтә майҙансыҡтарҙа ла шыршыны мандаринға алыштырырға мөмкин.

Фото: интернеттан.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 13:33


Түбән остан берәү килә
Аяҡтарында быйма.
Беҙҙә ҡыштар һыуыҡ була
Быймаңды ташлап ҡуйма.

Быйма - беҙҙең тәбиғәт шарттарында үтә лә кәрәкле аяҡ кейеме. Йыл башында республиканың байтҡ районында быйманы маҡтау һәм данлауҙы маҡсат итеп ҡуйған саралар үтте. Мәҫәлән. "Быйма байрамы" Учалы районының Илсе ауылында, Ейәнсура районы Ибрай ауылында, Әбйәлил районы Ишҡол ауылында, Бөрйән районы Килдеғол ауылында ойошторолған.

Ә һеҙ быйма кейәһегеҙме? Һеҙҙең дә быймағыҙ ҡупшымы?

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 12:16


Башҡортостанда боҙло ямғыр көтөлә.

Киләһе тәүлектә Башҡортостанда боҙло ямғыр яуыуы, буран сығыуы фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төндә урыны менән ҡар һәм епшек ҡар, буран, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға емшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 16-20 метрға етеүе ихтимал.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 11:21


Бер быуатлыҡ юбилей.

Учалы районының Иҫке Балбыҡ ауылынан Нурҙиҙә Иҡсанова йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне. Был яңылыҡ менән Туңғатар ауыл советы хакимиәтенән уртаҡлашалар.

Нурҙиҙә Иҡсанова лайыҡлы тормош юлы үткән, тыл хеҙмәтсәне, 40 йыллыҡ эш стажы бар. Йөҙйәшәр инәй тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 10:27


Башҡортостанда юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй.

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, федераль һәм төбәк трассаларында 850-нән ашыу берәмек техника юлды ҡарҙан таҙарта. Өфө урамдарына 262 техника сығарылған. Юлдарҙа шулай уҡ боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар күрелә. 3 мең тонна махсус материал ҡулланылған.

Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Синоптиктар белдереүенсә, бөгөн һәм иртәгә республикала ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 09:29


Кушнаренко районы үҙәгендә яңы поликлиника эшләй.

Декабрҙә асылған өс ҡатлы медицина учреждениеһы сменаһына 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Андреевский биҫтәһе биләмәһендә төҙөлгән.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров районға эш сәфәре барышында яңы поликлиникала булды. Уның беренсе ҡатында рентген диагностикаһы бүлеге һәм дөйөм бүлмәләр урынлашҡан. Икенселә – эндоскопия бүлмәләре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, терапевтар кабинеты һәм башҡа бүлексәләр. Өсөнсө ҡатта иһә физиотерапия һәм терапия бүлектәре. Балалар бүлексәһе өлкәндәрҙән айырым урынлашҡан.

Радий Хәбиров кабинеттарҙы ҡараны, табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Медицина хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, яңы поликлиникала эшләү һәм пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 08:35


Мәктәптәрҙә метапневмовирус арҡаһында сикләүҙәр ҡабул ителмәй.

Был турала Мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

“Рәсәй белем биреү системаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй”, тине ул. Ҡайһы бер төбәктәрҙә метапневмовирус таралыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Рәсәйҙә уҡыусыларҙың каникулы был аҙнала тамамлана.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 07:44


Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлы йөк һәм пассажир транспорты өсөн генә сикләнгән хәрәкәт режимына күсә.

Быға тиклем трасса бөтә төр транспорт өсөн ябыҡ ине.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 07:02


Быйылдан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф арта.

Дума депутаттары административ кодексҡа төҙәтмәләрҙе хупланы. Уға ярашлы электерелмәгән ҡайыш өсөн штраф мең ярым һумға тиклем була.

Светорфорҙың ҡыҙыл утына үткәндәр ҙә шундай сумма тейеш. Иҫерек килеш машина йөрөтөүселәр 45 мең һум түләй. Штрафты тиҙ түләүселәр өсөн 50 процентлыҡ ташлама бөтөрөлә, ул 25 процентҡа тиклем кәметелә.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 05:32


Йөрәк өшөткөс хәбәр килде...

Радиобыҙҙың тоғро дуҫы, даими эксперты, коллегабыҙ Дилара Самат ҡыҙының хәләле, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов вафат.

Илдар Миҙхәт улы 1961 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 1983-1990 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990-1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты була. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Финанстар институтында) эшләй.

80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар, авторы. Илдар Ғәбитов бик күп йылдар “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия” тапшырыуының даими эксперты булды. Иҡтисадҡа ҡағылышлы мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереп, тыңлаусыларға аңлайышлы итеп еткерә белгән белгес ине.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 05:01


Башҡортостан юлдарында көслө ҡар һәм буран арҡаһында сикләү бар.

Өфө-Инйәр-Белорет юлында 67-се саҡрымдан 222-се саҡрымға тиклем (Архангел һәм Белорет райондары) әлеге ваҡытта транспорт хәрәкәте туҡтатылған.

Бынан тыш, Өфө-Бөрө-Яңауыл участкаһында ( 33-сө саҡрымдан алып 150-се саҡрымға тиклем) юл ябыҡ.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Telegram-каналында сикләүҙәр бөтә төр транспортҡа ла ҡағыла, тип хәбәр итәләр.

ЮЛДАШ радиоһы

09 Jan, 02:40


❄️ Яңы йылдың тәүге һәм иң ҡыҫҡа эш аҙнаһы менән!

Эш кәйефе бармы, төркөмдәштәр?

ЮЛДАШ радиоһы

06 Jan, 03:02


"Юлдаш" барығыҙға ла матур ял сәғәттәре теләй!

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, урыны менән ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.
 
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын
 
Һауа температураһы республикала -5, -7 градус һалҡын.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 12:26


Уйнап алайыҡ, төркөмдәштәр!

Ялдарығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 10:36


Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй.

 Республикала төп тантаналар 9 майҙа үтә. Был көндө Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле һәм Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалына. Сарала ветерандар, хәрби-патриотик клуб ағзалары, ирекмәндәр һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнаша. 9 майҙа баш ҡалала хәрби техника парады була. Шулай уҡ “Үлемһеҙ полк” акцияһын һәм тантаналы йыйылыш уҙғарыу ҡарала.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 09:21


Рухлы, әһәмиәтле сара .

Дәүләкән ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан төнъяҡ амурҙарына арналған турнир үтте. Ярышта Новосибирск, Яр Саллы һәм Башҡортостандан ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҡатнашты. Улар уҡ атыу, бысаҡ һәм балта ырғыттыуҙа ярышты.

Боронғо хәрби ҡоралдар менән ярыш ҡатнашыусыларға бик оҡшаны.
"Бындай сараны йәйен Асылыкүл буйында ла мәртәбәле итеп үткәрергә ниәтләйбеҙ",, - ти ойоштоооусылар.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 08:21


Йәмилә һәм Айнур Хәйбуллиндар - республикабыҙҙа ғына түгел, илдә бер тигән ғаилә!

Йәштәрҙең тормош һәм хеҙмәт юлы: Өфө - Төмән - Мәскәү.
Ҡайҙа йәшәһәләр ҙә - башҡорт мөхите үҙҙәре менән. Айнур хәләл ефетенә һәм балаларына - матди һәм рухи терәк. Кәләше Йәмилә - йәшәү йәме, тормошоноң ҡото. 6 йәшлек Мәликә ҡустыһы Ибраһимға ( исемдәр ниндәй бит, ә!) һәр яҡтан өлгө булыры хәҙерҙән билдәле. Иң элек, апаһы уға туған телде һеңдерәсәк. Ниңә тейһегеҙме? Ҡыҙсыҡты Мәскәүҙә башҡа балалар менән аралашҡанында күрҙем.

" Уфа" түгел, "Өфө", "кукла" түгел, "ҡурсаҡ" тип төҙәтһенме... "Түшелдеректе шәрә тәнгә тағырға ярамай " тип өйрәтһенме... Сөнки баланың әсәһе Йәмилә ғөрөф - ғәҙәтте нигеҙендә күргән. Яҙыусы Наил ағай Ғәйетбаев ҡыҙы! Ә баланың атаһы Айнур - журналист Клара Шәрипованың улы. Клараның "Баймаҡ ҡағанаты" ҡыҙы булыуын телгә алыу ҙа етә. Тимәк, рухи эстафета матур дауам итә.

Айнурҙы төҙөлөш эше буйынса Төмәндән Мәскәүгә саҡыралар. Ул башҡорт, урыҫтан тыш, төрөк, инглиз телдәрен һыу кеүек эсә . Эшендә был телдәргә ихтыяж ҙур. Ошо Хәйбуллиндар ғәиләһе хаҡында бөгөн "Юлдаш" радиоһында 16:05 сәғәттә " Мәскәү башҡорттары" тапшырыуын тыңлағыҙ.

☑️ Авторы - Әнисә Муллағолова.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 06:59


Хәүефһеҙ ялдар теләйбеҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 06:09


Башҡортостанда янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекле янғын һүндереүселәр командаһы Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылындағы йортто утты һүндергәндә 42 йәшлек ирҙең кәүҙәһен таба. Белорет районының Егәҙе ауылы халҡы ҡотҡарыусыларға металл вагон-бытовка яныуы тураһында хәбәр итә.

Янғында ир егеттең кәүҙәһе табылған, уның шәхесен асыҡлау һәм ут сығыу сәбәптәре буйынса тикшереү башланған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 04:37


Бына, исмаһам, Ҡыш бабай!

Салауат районының Сулпан ауылында йәшәүсе Марат Йосопов бәһлеүән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу әүәләп, ауылдаштарын ҡыуандырған.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Jan, 03:05


Хәйерле йәкшәмбе иртәһе менән!

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, ҡар яуыуы көтөлә.

Юлдарҙа боҙлауыҡ.
 
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.
 
Һауа температураһы -3, -6 градус һалҡын.

Фотоһүрәттә: "Юлдаш"тың Ҡыш Бабайы һәм Ҡарһылыуы.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Jan, 12:56


Хәйбуллаға көслөләр йыйылды.

Байғусҡср ауылында көс экстримы буйынса ярыш үтте. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналды.

"Көсөргәнешле һәм сәмле турнир йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Аҡъяр ауылынан Миңнур Нураев яуланы, 2-се урында - Яңы Ергәндән Зәбир Рәхмәтуллин, ә Ивановканан Рауил Ураҡов 3-сө урын алды", - тип хәбәр итә "Хәйбулла хәбәрҙәре".

ЮЛДАШ радиоһы

04 Jan, 11:56


Республикала Яңы йыл каникулдарында һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, асыҡлау һәм тотоу маҡсатында рейдтар үткәрелә.

Был осорҙа мышы һәм ҡоралайға һунар рөхсәт ителә. Бөгөнгә 50-гә яҡын һунарсы тикшерелгән. Һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланмаған.

Республикала 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән. Йыл һайын Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 15-ләп осрағы асыҡлана, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡырағай хайуандарҙы атырға рөхсәт ҡағыҙҙары булмау, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәү, шулай уҡ двигателе эшләгән механик транспортта ҡорал асылған булыуҙы индерергә була, тип белдерәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Jan, 11:41


"Юлдаш" бүләктәр өләшә.

🎁 "Белермән" уйынының 2024 йылдағы һуңғы сығарылышы еңеүсеһе Сибайҙан Фәниә ханымға гитараны тапшырҙыҡ.

Бағыусыбыҙ - "Баян - Лайн" компанияһы әҙерләгән бүләккә ул ифрат ҡыуанды. "Тормош юлдашым гитарала уйнарға ярата", - ти тыңлаусыбыҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Jan, 10:07


Ай янында яҡты йондоҙ...

Кисә яңы ай Сулпан йондоҙға бик ныҡ яҡынйҙы. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәүселәр матур фоторәсемдәре менән уртаҡлаша.

ЮЛДАШ радиоһы

02 Jan, 02:36


Хәйерле иртә!

Бөгөн Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы республикала 1 градус йылынан -4 градусҡа тиклем һалҡын, Өфөлә 0, -2 градус һалҡын.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 13:41


ОСАГО полисы Белоруссияла ла ғәмәлдә була.

Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Яңы ҡағиҙә киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Рәсәйҙә полис алған водитель унда өҫтәмә килешеү индерә ала.  Был документ союздаш дәүләт биләмәһендә йөрөү мөмкинлеген  бирә. Автомобиль ике илдең береһендә теркәлгән булырға тейеш.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 11:42


Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында туристик һалым ҡабул ителде.

1 ғинуарҙан Бөрө ҡалаһында ҡунаҡханаларҙа йәшәү хаҡының 1 проценты туристик  иғәнә  булараҡ алына. 2026 йылда ставка 2 процентҡа етә һәм йыл һайын арта барып 2029 йылдан 5 процент була. Быға тиклем шулай уҡ Күмертау һәм Стәрлетамаҡ  ҡалаларында туристик һалым индерелде.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 11:11


Бөгөн Өфөлә "Вәғәҙәләр уҙышы" үтте.

Арт-квадрат һәм Ленин майҙандарында, “Ҡашҡаҙан”, МЕГА, Дим мәҙәниәт һәм ял парктарына йыйылыусылар 2 мең 25 метрға йүгерҙе.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 10:40


һөйөнсө, бәпес тыуған!

Республикала Яңы йыл төнөндә 10 сабый - 5 малай һәм 5 ҡыҙ донъяға килгән. Иң беренсе балалар Өфөлә һәм Белорет үҙәк район дауаханаһында тыуған. Юлия һәм Игорь Тудаковтарҙың - ҡыҙы, Рукияхон һәм Рәүҙәт Хәкимовтарҙың - улы бар.

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙған. Радий Хәбиров сабыйҙарға һәм уларҙың ата-әсәләренә һаулыҡ теләгән. Яңы йылда дежур булған медицина хеҙмәткәрҙәренә оло ихтирамын белдергән.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 08:11


Рөстәм Нәбиев ҡыуанысы менән уртаҡлаша:

"2025 йылда беҙ күп балалы ғаилә булырға әҙерләнәбеҙ".

Ишле ғаилә - ил күрке. Ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 07:01


Бөгөн баш ҡалала “Вәғәҙәләр уҙышы” үтә.

Спорт байрамы Өфөнөң Арт-квадрат һәм Ленин майҙандарында, “Ҡашҡаҙан”, МЕГА, Дим мәҙәниәт һәм ял парктарында үтә. Ул ошо минуттарҙа башланып тора. Яңы йыл иҫәбе буйынса 2025 метр араға йүгереү ҡарала.

Сараның маҡсаты – үҙеңә Яңы йылда ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында уға өлгәшеү. “Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә 10 тапҡыр ойошторола.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 06:51


Табиптар Яңы йыл осоронда хәүеф тыуҙырған мәлдәр тураһында иҫкәртә.

Шуларҙың береһе - байрамға таратылған татлы күстәнәстәр. Күп кәнфит ашау балалар һаулығы өсөн зыянлы, ти белгестәр. Айырыуса тән ауырлығы, шәкәр диабеты хәүефе булған балалар иғтибарһыҙ ҡалмаһын. Шулай уҡ татлы ризыҡтың иммунитет системаһы, мейе, бауыр һәм тештәргә зарары ҙур. Кәнфитте күп ашау йоҡоға ла кире йоғонто яһай”, - ти табиптар.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 05:10


Өфөлә Ҡыш Бабайҙың өс ихатаһы булдырылды.

Төп резиденция Ленин майҙанында асылды. Ул көн һайын 12:00-20:00 сәғәткә тиклем ҡунаҡтар ҡабул итә.

Баш ҡаланың Дим районында һәм Затонда биҫтәһендә лә резиденциялар бар.

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 04:03


Ер өҫтөнә аҡлыҡ-паклыҡ алып килгән Яңы йыл байрамы ҡотло булһын! ❄️

Фотоһүрәттә: "Юлдаш"тың Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы

ЮЛДАШ радиоһы

01 Jan, 02:32


Яңы йыл менән! 🎄

Бөгөн Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.
 
Ел көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.
 
Һауа температураһы республикала 0-дән 5 градусҡа тиклем; Өфөлә -1,-3 градус һалҡын.

ЮЛДАШ радиоһы

31 Dec, 18:55


Всех жителей Башкортостана поздравляю с новым, 2025 годом!

Вместе со всей страной мы продолжаем решать задачи специальной военной операции. Наши земляки достойно сражаются за Отечество. Весь Башкортостан – рядом с ними. Все мы, плечом к плечу, приближаем нашу общую победу.  

Мы отвечаем на сложные вызовы реальными делами. Делаем всё для движения республики вперёд, благополучия наших жителей.

Это непростое время научило нас многому, заставило задуматься о главном. Стать мудрыми, стойкими. Ещё больше сплотиться перед лицом испытаний. Мы направили нашу энергию на преодоление трудностей и созидание. Ещё больше стали ценить наших любимых, родных и близких.

Желаю вам крепкого здоровья, благополучия и достатка, уюта и тепла в ваших домах!

Бәхетле булығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл менән! С Новым годом!

ЮЛДАШ радиоһы

31 Dec, 16:03


🎄 "Юлдаш" радиоһы һеҙҙе яңы йыл менән ҡотлай!

Хөрмәтле дуҫтар, беҙҙе эфирҙа тыңлағынығыҙ, "Бәйләнештә" һәм телеграм-каналда уҡығанығыҙ өсөн рәхмәт!

Һеҙҙең шылтыратыуҙар, комментарий һәм лайктарвғыҙ беҙгә дәрт, ҡеүәт өҫтәй. Яңы йылда ла бергә булайыҡ!

Һөйөү һәм ихтирам менән, һеҙҙең "Юлдаш".

ЮЛДАШ радиоһы

31 Dec, 13:14


Шишмә районы Бәрҫеүәнбаш ауылы халҡын Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу ҡотларға килгән.

Аттары бигерәк ярһыу икән, хатта тылсымсы ҡартты ла йүгертә түгелме?

Ауыл халҡы әйтеүенсә, был матур сараны йыл да Альберт Хәмитов ойоштора.

ЮЛДАШ радиоһы

31 Dec, 12:31


Учалынан тыңлаусыбыҙ Фәһим Шакиров:

Тик тормаҫ,шуҡ ейәндәр
Хәл белергә килгәндәр
Тигр, кит һәм йыландар
Дуҫтар бит оҙаҡ йылдар!
Яңы йылға теләктәр:
Иҫән булайыҡ дуҫтар
Өҫтәл тулы табындар
Тиҙерәк бөтһөн һуғыштар!

Фәһим ағай ейәндәрен ошондай ҡарһындар менән ҡыуандырған.

ЮЛДАШ радиоһы

31 Dec, 02:45


Хәйерле иртә! Йылдың һуңғы көнө менән!

Бөгөн Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы -1,-6, Өфөлә -4,-6 градус һалҡын.

ЮЛДАШ радиоһы

30 Dec, 16:42


Матур һәм тәмле ялдар теләйбеҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

30 Dec, 14:20


Башҡорт шыршыһы оҡшаймы?

Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина биҙәгән шыршыҡай барыһын да хайран иткән.

Үҙенсәлекле башҡорт шыршыһына ❤️-те йәлләмәгеҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

30 Dec, 13:38


Одним из достижений 2024 года считаю завершение строительства Республиканского центра детской онкологии и гематологии РДКБ.

К сожалению, дети болеют. И очень плохо, когда им приходится ездить на лечение в другие регионы. Ребят всегда хорошо принимали в столичных клиниках. Но такие поездки создавали дополнительные неудобства для них и их родителей.

Все-таки дома и стены помогают. Мы построили действительно хороший центр. Здесь современное оборудование, работают замечательные, сильные профессионалы. В этом году в центре провели уже две пересадки костного мозга. Будут делать и другие сложные операции.

Сегодня я заехал в центр, чтобы поздравить маленьких пациентов. Как и все дети, они радуются всему, что связано с Новым годом. Желаю всем им выздоровления. Это самое главное.

ЮЛДАШ радиоһы

30 Dec, 09:58


“Салауат Юлаев” хоккейсылары быйылғы һуңғы уйынын уҙғара.

Бөгөн юлаевсылар Астананан “Барыҫ” клубын ҡабул итә. Осрашыу “Өфө-Арена”ла көндөҙгө бишенсе яртыла башлана. Уны Башҡортостан телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.

ЮЛДАШ радиоһы

30 Dec, 06:03


Республикала “Шыршы” операцияһы бара.

Урман һағы инспекторҙары законһыҙ ағас ҡырҡыусыларҙы асыҡлау өсөн хоҡуҡ органдары менән берлектә даими рейдтар уҙғара. Дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур ойошторолған һәм стационар постар булдырылған.

“Урман ҡупшыҡайҙары”н рөхсәтһеҙ киҫеү осрағы буйынса 218-14-14 телефонына хәбәр итергә була.

ЮЛДАШ радиоһы

30 Dec, 04:02


Башҡортостанда киләһе йылға йәшәү минимумы раҫланды.

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙан республикала кеше башына йәшәү минимумы 15 782 һум була. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 17 202 һум; пенсионерҙарға — 13 573 , балаларға — 15 309 һум. Йәшәү минимумы ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда файҙаланыла.

ЮЛДАШ радиоһы

30 Dec, 03:01


Оҙайлы ялдар аҙнаһы менән!❄️🎄

Ҡышҡы ялдарығыҙ файҙалы, иң мөһиме — бәлә-ҡазаһыҙ үтһен.

Коллегабыҙ Салауат Заманов ҡайһы тауҙа ял итә?

ЮЛДАШ радиоһы

29 Dec, 14:25


Өфөнөн Урмансылар паркында һырғалаҡ асылды.

Уның оҙонлоғо - 1 км. Ул ҡыш буйына эшләйәсәк. Үҙеңдең коньки менән инеү бушлай. Әгәр улар юҡ икән, прокатҡа алырға мөмкин.

ЮЛДАШ радиоһы

29 Dec, 13:20


Мораҙым тарлауығында - яңы арт-объект.

Тәбиғәт биләмәһенә килеүселәрҙе ошондай зубрҙар ҡаршы ала. Башҡортостанға Белоруссиянан килтерелгән зубрҙарға бындағы тәбиғәт шарттары килеште, зубрҙар тоҡом бирә башланы.

ЮЛДАШ радиоһы

29 Dec, 12:11


Журналистарға бүләктәр.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында йыл дауамында бергә эшләгән, театр тормошон яҡтыртҡан журналистарҙы тәбрикләнеләр.

Улар араһында коллегабыҙ Динара Сафина ла бар. Ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

29 Dec, 10:40


Рәсәйҙә 1 ғинуарҙан айырылышыу өсөн 5 мең түләргә тура киләсәк.

Дәүләт пошлинаһын 10 тапҡырға тиерлек - 650-һумдан 5 меңгә тиклем күтәрҙеләр.

ЮЛДАШ радиоһы

29 Dec, 09:30


2024 йылда Башҡортостан урмандарын һаҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылған һәм киләһе йылға ниндәй бурыстар тора?

Яуап - карточкаларҙа.

ЮЛДАШ радиоһы

29 Dec, 07:23


🎇Өфө халҡына ҡайҙа салют аттырырға рөхсәт?🧨🎇🎉

🎉Дим районында – “Дим” паркы, Столяров урамындағы йорт тапҡырындағы асыҡ майҙанда һәм Карьер күле тапҡырындағы ике майҙанда;

🎉Калинин районында – Спивак майҙансығында, “Аленький цветочек” скверында һәм “Моторҙар төҙөүселәр” МЙ алдындағы майҙанда;

🎉Киров районында – 5 урын – “Ҡояшлы” пляжы, Ағиҙел яры буйы, Пугачев ур. 49, Сөләймәнов ур. 10, Әй ур. 16 йорттары тапҡырында;

🎉Ленин районында “8 март” торлаҡ комплексында урынлашҡан Ә. Мирзаһитов урамы, 8-се йорт эргәһендәге һәм “Водник” стадионы эргәһендәге майҙанда;
🎉Октябрьский районында – Рыльский һәм Өфө йылғаһының яр буйы киҫелешендә, “Башкирия” сауҙа үҙәге менән СССР-ҙың 50 йыллығы араһындағы аллеяла “Каруан” сауҙа үҙәге тапҡырында;

🎉Орджоникидзе районында – “Биатлон”ға төшкән ерҙә парковкала, Ладыгин һәм Российская урамдары араһында Руставелиҙағы майҙанда, “Бейегән торналар” фонтаны эргәһендә;

🎉Совет районында Владивосток урамы, 12-се йорт тапҡырында.

🚫Торлаҡ йорттарҙың ихатаһында салют аттырыу тыйылған!

Республикала пожарға ҡаршы махсус режим индерелде.

Һүрәт: Өфө ҡалаһы Янғын һағы идаралығы сайтынан.

Сығанаҡ: "Башҡорт донъяһы".

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 16:26


🎄"Юлдаш"та Яңы йыл марафоны тамам.
Беҙҙең менән бергә булғанығыҙға рәхмәт!❤️
Хәйерле төн!😇

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 15:56


Байрам марафоны ҡунағы Розалия Хисмәтуллина Яңы йыл теләктәрен еткерә.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 15:40


🎁 Урра, “Серле ҡумта”ны астыҡ.

Бүләк ҡумтаһына быйыл башҡорт балын йәшерҙек. Серле бүләкте иң беренсе булып Мәүлиҙә Бикйәнова атаны. Уға бер кибеттә лә һатылмаған, “Юлдаш” тигән яҙыулы шәп сувенирҙарыбыҙҙы ла бүләк итәбеҙ.

ЛИЗАОНЭЙР махсус программаһы тағы ла алты бүләкте тыңлаусыларыбыҙ араһында уйнатырға ярҙам итте.
Уларҙы Наилә Садырова, Ләйсән Зарипова, Мәймүнә Шәһитовна, Әлфиә Сирусина, Әлфиә Вәлиева, Айгөл Атауллинаға оҙатабыҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 14:30


"Юлдаш" радиоһы БСТ каналы менән йыл буйына әүҙем хеҙмәттәшлек итте.

Коллегаларабыҙ халыҡсан радио үткәргән бар сараларҙы ла хаҡында ваҡытында һәм оператив яҡыртып торҙо. Йәнле, сағыу сюжеттар өсөн рәхмәт, беҙ бергә!

Бөгөн БСТ каналының яңылыҡтар хеҙмәтенең уңған ике хәбәрсеһен айырым билдәләнек. Гөлназ Хәйбуллина һәм Азат Ғәлиуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙыҡ.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 14:27


Генерал беҙҙә ҡунаҡта!

Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов йылды Генерал дәрәжәһендә йомғаҡлай. Радиобыҙҙың даими экспертына артабан да яуаплы һәм ауыр эшендә уңыштар теләйбеҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 14:05


Вikbayman дизайн-студияһынан был сертификатты Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылынан Сажиҙә Мөхәмәтшина отто.

Яңы йыл радиомарафонын тыңлаусыларға бөгөн ҡыҙыҡлы ғына эш тәҡдим иттек: бер генә һөйләм менән Яңы йыл менән ҡотларға һораныҡ. Һөйләмдәге һәр бер һүҙ бер хәрефтән башланһын тигән шарт та ҡуйҙыҡ. Сажиҙә апайҙың ҡотлауы биҡ ҡыҙыҡлы ҡилеп сыҡҡан.

- Йәшел йылан йәмле йәйҙә йәштәргә йәшәү йәме йәлләмәһен.
- Киләсәк көндәр кешеләргә көрәп - көрәп көйөкһөҙ, көнләшерлек, кәрәкле, кәңәшле көндәр килтерһен.
- Мәртәбәле маҡсаттар малайҙарҙы малдар, машиналар менән майлаһын.


Дуҫтар, һеҙ ҙә үҙ вариантығыҙҙы комментарийҙа тәҡдим итә алаһығыҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 13:49


Атайыбыҙ Еңеү менән тиҙерәк ҡайтһын!

Яугир-коллегаларҙың балалары бөгөн Ҡыш бабайға иң ҙур теләген әйтте.

Балаларҙың хыялы мотлаҡ тормошҡа ашһын, тип теләйек. Уларға Яңы йыл бүләктәре өләшеп, кинотеатрға оҙаттыҡ.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 13:48


Эх, өҙҙөрә генә!

Билдәле музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтиховтың баян моңо Яңы йыл марафонына айырым бер биҙәк өҫтәне.

Ул хәләле Лилиә ханым менән бөгөн алып барыусы ролендә лә сығыш яһап, Флорида Ҡорбановаға эфир үткәрергә ярҙам итте.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 12:30


"Яңы йылда яңы йырҙар тыуһын", - ти Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 12:22


🎄Көндөң тағы ла бер шәп яңылығы!

Коллегабыҙ Айбулат Сәсәнбаев Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ихлас ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 12:09


🎄 Яңы йыл марафонында Рәсимә Ғәйнетдинова менән Азат Фазлиәхмәтов.

Улар сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән элемтәгә сыҡты. Сығышы менән Саҡмағош районынан Рәмзиә Шәрәфетдинова 20 йылдан ашыу Италияла йәшәй. Был илдә йәшәүселәр яңы йыл алдынан иҫке йорт йыһаздарын балкондан ырғыта тигәнгә ышана инек. Баҡтиһәң, улай түгел икән. Рәмзиә ханым әйтеүенсә, итальяндар балкондан аҡса ырғыта, имеш...

Бына һиңә яңылыҡ! Әллә Италияға барып ҡайтаһы инде? Юлына ғына аҡса тапһаҡ)))

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 10:51


🎄 Фәрүәз Урманшин байрам марафонына эфирҙы һәм һеҙҙе һағынып, Ғафуриҙан “һә” тигәнсе килеп еттем, ти.

Дөрөҫөн әйткәндә, ул марафонды уйлап төнөн йүнләп йоҡламаған да икән. Кем әйтмешләй, ҡурҡҡан эш хәйерле була, уның Гүзәл Зарипова менән бергә алып барған төшкө эфиры дәртле, йәнле үтте.

Кемдәр тыңланы?

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 10:24


🎄 Яңы йыл марафонында “Теге өсәү” тыңлаусылары менән эфирҙан тыш та аралашты.

Баш ҡалабыҙҙағы күркәм кафеларҙың береһе - "Бәрәкәт" осрашыу урыны итеп һайланды. Айбулат, Филүс һәм Йәмил янына тәүгеләрҙән булып килеп еткән, "Юлдаш" һәм "Бәрәкәт" тигеҙ була мөхәббәт" тигән серһүҙҙе әйткән өс тыңлаусыға тап ошо кафеға мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.Гөлшат, Гүзәл һәм Алмирҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

"Бәрәкәт" һеҙҙе лә көтә дуҫтар! Был селтәрҙең Өфөлә 15 кафеһы бар. Оҡшағанын һайлап алығыҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

26 Dec, 10:00


🎄Яңы йыл - бүләктәр өләшеү мәле.

"Юлдаш"тың Ҡыш бабай һәм ҡарһылыуы 92-се Өфө коррекцион интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.

Мөмкинлектәр сикләнмәй. Бында һәләтле, тырыш, күңел ҡанаттары ныҡ булған балалар үҫә. Улар уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай.

Әйткәндәй, беҙҙең ҡарһылыу "Ҡанаттар" проекты авторы Сәриә Рамазанова балаларға үҙенең бүләктәрен дә өләште.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 15:50


👀 Күҙҙәргә күнекмә.

Һүрәттә йәшеренгән һанды кем табыр?😉

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 15:01


Махсус хәрби операция инвалиды йәшәгән шәхси йортҡа пандус ҡуйыу мөмкинме?

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында ошондай һорау бирелде.

Радий Хәбировҡа махсус операция ветераны, 1-се төркөм инвалиды Азамат Әйүпов мөрәжәғәт итте. “Аҡса табабыҙ. Пандус ҡуябыҙ. Мәсьәләне урындағы власть хәл итә”, - тине Радий Хәбиров.

Һорау авторы Азамат Әйүповҡа тиҙҙән ҡул менән идара ителгән автомобиль тапшырыла. 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 13:50


Иғтибар, ҡурҡыныс боҙ!

Өфөлә һыу буйҙарында боҙға сығыу тыйылыуы тураһында иҫкәртеүҙәр урынлаштырыла.

Бөгөнгә 82 урында ошондай эш башҡарылған. 257 рейд ойошторолған, тип хәбәр итәләр ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 12:20


Резеда Сәйҙәрова Белоретта “Башҡорт йорто” этномузейын аса.

"Тағы бер хыялым тормошка ашты. Ул - музей. Халҡыбыҙҙың рухиәтен һаҡлау - изге бурыс. Музей асыу теләге күңелемдә күптән йәшәне, күп ваҡыт һәм көс талап итте, музейҙың урынын, экспонаттар туплау ,туғандар менэн бергә шәжәрә төҙөү эштәре булды", - тип яҙа Резеда ханым.

"Башҡорт йорто" гөрләп эшләүен теләйек.

Әйткәндәй, Резеда ханым - Белорет районында билдәле шәхес, урындағы ҡоролтай ағзаһы, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уңышлы эшҡыуар. Уны "Еңеү яулығы" акцияһы аша беләбеҙ. Ательеһында тегелгән француз яулыҡтарын һатыуҙан килгән аҡсаның 20 проценты махсус хәрби операцияға ярҙамға ебәрелә.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 10:31


Башҡортостанда үлемесле авария булған.

Бөгөн Благовещен районында еңел машина һәм йөк автомобиле бәрелешкән. Еңел машина водителе һәм пассажиры һәләк булған. Был урынды урап үтергә теләп тағы ике автомобиль аварияға осраған. Бер пассажир һәм 10 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр итәләр автоинспекциянан.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 09:20


Фотоһүрәттә - "Рух" төркөмө.

Рок-концерттан һуң Радий Хәбиров "Рух" төркөмөнөң "Өлгөрмәнем" йырын яратып тыңлай икән. Был хаҡта республика етәксеһе Тура бәйләнештә белдерҙе.


Уйнарға ине гармунда
Моңдарын ойоҫҡотоп.
Шишмәләр сыңлаған саҡта
Ҡоштарҙың моңон отоп.

Ҡушымта:

Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем,
Булманы hайлағанса.
Тормош үҙемде уйната
Ҡанhырап аунағанса.

Сиртергә ине ҡылдарҙы
Бармаҡтар ҡанағанса,
Үрләргә ине үрҙәрҙе
Хәлһерәп (ҡанhырап) ҡолағанса...

Фәнил Әбделмәнов көйө,
Буранбай Искужин шиғыры.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 08:32


Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш бирәйек!

Рәсәй Банкы яңы мең һумлыҡ купюраға символ һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Тәҡдим ителгәндәр араһында – Салауат Юлаев һәйкәле лә бар. Үкенескә күрә, әле икенселәбеҙ, беренсе урында - Метеор теплоходы.

Салауат Юлаев һәйкәле өсөн 12 декабргә тиклем ваҡыт бар. Өлгөрөп ҡалайыҡ! Уның өсөн киләһе һылтанма аша тауыш биреп була: ➡️https://www.cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/1000/

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 07:18


Өфөлә Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге асылды.

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында ошо турала хәбәр иттеләр.

“Район һәм ҡалаларҙа эш сәфәрендә булғанда махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре һәм яралы хәрбиҙәрҙән дәғүәләр ишетергә тура килә”, - тине Республика етәксеһе Радий Хәбиров.

“Бюрократияны бөтөрөргә, ведомстволар араһында бәйләнеште яҡшыртырға кәрәк”, - тине “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы көн һайын 9:00-18:00 сәғәткә тиклем эшләй. Ул Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан.

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 05:01


Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезына әҙерлек барышында республика райондарында һәм ҡалаларында 318 делегат һайланған. Рәсәй төбәктәрендә илдең 34 төбәгенән 171 делегат билдәләнгән. Сит ил делегациялары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора: съезға 12 илдән 38 ватандашыбыҙҙың килеүе көтөлә.

#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#курултай #VIВКБ

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 04:39


Элвин Грей "Юлдаш"ты тыңларға саҡыра!

Моңло, халыҡсан радионы үҙегеҙгә юлдаш итеп алырға онотмағыҙ. Матур ялдар теләйбеҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

07 Dec, 02:30


Хәйерле иртә! ❄️

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, башлыса яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Ел талғын.

Һауа температураһы республикала -7,-12, Өфөлә -7,-9 градус һалҡын.

ЮЛДАШ радиоһы

06 Dec, 16:20


Урра! Көйәрмәндәрҙе ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

06 Dec, 13:50


Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейына яҙыусы Ноғман Мусин исеме бирелде.

Был туралағы Хөкүмәт ҡарарына Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡул ҡуйған. 
Билдәле  булыуынса, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен тыуған ауылы Ҡолғона мәктәбе лә  йөрөтә.

ЮЛДАШ радиоһы

06 Dec, 11:45


Башҡортостанда хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә бушлай һөт ризыҡтары бирелә.

Бындай ярҙам 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн ҡаралған. "Һөт кухняһы" учреждениеһының социаль ярҙам бүлеге етәксеһе Татьяна Балашова белдереүенсә, бының өсөн сығымдар республика ҡаҙнаһынан ҡаралған.

"Һөт кухняһы" продукцияһын бушлай алыусылар исемлеге 2022 йылда киңәйтелде. Уны билдәләгәндә ғаилә килеме иҫәпкә алынмай. Ташлама юллау өсөн педиатрҙан һәм хәрби комиссариаттан белешмә кәрәк.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 11:10


Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре аталды.

ЗАГС-тың реестрында баҫылған статистикаға ярашлы, малайҙар араһында Әмир, Тимур, Марк, Артем һәм Эмир киң таралған. Ҡыҙҙарға йышыраҡ Әминә, София, Эмилия, Ева һәм Арина тип ҡушалар. Һирәк исемдәр араһында Мөхәммәтәмин, Бексолтан, Анасжон, Монте, Әнүәр, Дәфнә, Адалин, Аэлита, Алтынай, Мила, Диана, Аилә осрай.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 10:14


Журналист Ильяс Батыргәрәев Салауат Юлаев һәйкәле кадрҙары менән бүлеште.

Батырыбыҙ һәйкәлен был ракурстан күргәнегеҙ бармы?

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 09:20


Башҡортостанда "Атайсал" форумы уҙғарыла.

Ул 15 ноябрҙә Иҫәнғол ауылында ойошторола. Йыйында Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Хәйбулла райондары, Күмертау ҡалаһынан 250-нән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Ошонда уҡ Ейәнсура районының брендтары менән таныштырыу була, махсус хәрби опперацияға бағышланған күргәҙмә ойошторола.

Форумда хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләрен бүләкләү сараһы ла ҡаралған, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 08:20


"Нағышлы Башҡортостан".

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында бөгөн ошолай тип аталған күргәҙмә асыла. Экспозицияла 2024 йылда ошо уҡ исемдәге республика фестивалендә ҡатнашҡан райондарҙың карталарын күрергә мөмкин.

Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект 2023 йылда республика етәксеһе Радий Хәбиров грантына тормошҡа ашырылған "Башҡортостандың нағышлы картаһы" республика проектының дауамы булып тора. Ул шулай уҡ Чебоксар ҡалаһында үткән "Нағышлы Рәсәй" Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашты.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 07:10


Башҡортостанда тағы 88 мәктәп төҙөкләндерелә.

2025-2027 йылдарҙа Башҡортостанда президент программаһы буйынса 88 мәктәп, 16 балалар баҡсаһы һәм 7 колледж төҙөкләндерелә. Ошо маҡсатта республикаға федераль ҡаҙнанан 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Уҙған өс йылда 55 меңдән ашыу бала уҡыған 146-нан ашыу мәктәп ремонтланған. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

Республика бындай күләмле эште үҙ көсө менән башҡарып сыға алмаҫ ине, тип билдәләне ул.

"Беҙ Владимир Владимирович Путинға ошо программа, уны мәктәпкәсә һәм урта профессиональ белем биреү өлкәһенә киңәйтергә тигән ҡарары өсөн рәхмәтлебеҙ. Башҡортостанда урта һөнәри белем биреүҙең матди-техник базаһын яңыртыу эшен алып барабыҙ, был йәһәттән федераль үҙәктең ярҙамы беҙгә бик урынлы", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 06:11


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яраланған өсөн 3 миллион һумға тиклем аҡса түләнә.

Яугирҙарға махсус хәрби операция биләмәһендә төрлө тән йәрәхәттәре (яраланыу, имгәнеү, контузия) алған осраҡта 3 миллион һумға тиклем аҡса түләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Указ ҡул ҡуйған көндән – 13 ноябрҙән көсөнә инә.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 05:05


Бөгөн Бөтә донъяла шәкәр диабеты менән көрәш көнө билдәләнә.

Был дата 1991 йылда булдырылды. Йыл һайын сиргә юл ҡуймауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла. Статистика буйынса диабет менән ауырыусылар һаны йыл һайын арта бара

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 04:05


Өфөлә бөгөн коллегабыҙ Айбулат Сәсәнбаевтың яңы китабы менән таныштыралар.

Сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ойошторола. Роман “Патриот бабай” тип атала. Әҫәр Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ойошторған конкурста еңеү яуланы. Китап тыңлаусыларға ла бүләк ителә.

ЮЛДАШ радиоһы

14 Nov, 02:40


Хәйерле иртә!

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ.

Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән.

Һауа температураһы республикала -3 градус һалҡындан +2 градусҡа тиклем йылы, Өфөлә 0 тирәһе.

Фотола: Ағизел йылғаһы. Алесей Никитин рәсеме.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 17:24


🎸Гитара көйҙәре күңелгә ял бирҙе

“Юлдаш” радиоһы һәр саҡ тыңлаусылар менән араны яҡынайтырға тырыша. Эфир тулҡындары нисек кенә уңайлы булмаһын, күҙгә-күҙ ҡарашып, ҡаршы тороп аралашыуға бер ни ҙә етмәй.

Бөгөн тоғро дуҫтарыбыҙҙы "Юлдаш plus" йәштәр үҙәгенә фатирникка йыйҙыҡ.

"Өфө һөйләй" тапшырыуын алып барыусы Гөлназ Хәлитова тыңлаусылар һорауы буйынса музыкант һәм йырсы Илгиз Муллағәлләмовты саҡырҙы. Ул ижадташ дуҫтары, йәш йырсылар Сабина Кучаева һәм Айназ Низаметдинов менән ял минуттары бүләк итте.

Рәхмәт тоғро тыңлаусылар! Беҙ бергә!

💚 Йәнле осрашыуҙан күренеш видеояҙмала.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 14:32


“Уфимская Волна” конкурсының Гала-концертына рәхим итегеҙ!

Ул 21 ноябрҙә "Торатау" конгресс-холында үтә. Проектты “Тенгри” экологик берләшмәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында “Спутник ФМ” радиоһы тормошҡа ашыра.

2024 йылда ойоштороусылар 300-ҙән ашыу ғариза ҡабул иткән. Башҡортостан һәм Рәсәйҙең 46 ҡала һәм районынан 116 конкурсант һайлап алынған. Финалға 18 ҡатнашыусы сыҡҡан.

Концертта Рәсәй һәм донъя хиттары яңғырай. Ижади ярыш еңеүселәренә алтын скрипка асҡысы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Тамаша барышында “Халыҡ һайлауы” номинацияһы еңеүсеһе асыҡлана, тамашасылар араһында ла бүләк уйнатыла.

Гала-концерт 19:00 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 14:18


"Ҡыуанам".

Йырсы Сабина Кучаева фатирникҡа йыйылыусыларға атаһы Насип Кучаев репертуарынан йыр тәҡдим итте.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 14:17


"Аҡҡош" йыры беҙҙең тыңлаусыларыбыҙ күңеленә хуш килде.

Радионың 25 йыллығына 25 осрашыу серияһын дауам итәбеҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 14:12


Фатирник гөрләй.

Был минуттарҙа "Юлдаш plus" йәштәр үҙәгендә йырсы, музыкант Ilgizmo үҙенең ижадташ дуҫтары, йырсы Сабина Кучаева, музыкант Айназ Низаметдинов менән сығыш яһай.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 11:43


Республикала “Бишек йырҙары” аудиокитабы донъя күрҙе.

Ул Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылды. Йыйынтыҡҡа ингән йырҙарҙы башҡорт эстрадаһы артистары башҡара.

Иртәгә Өфөлә аудиокитаптың исем туйы үтә. Ул “Китап” нәшриәте магазинында ойошторола.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә танышырға мөмкин.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 10:20


Контракт хеҙмәте - илһөйәрҙәр өлөшө.

Был илебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыу! Ир-егеттәр өсөн лайыҡлы эш.

Контракт буйынса хеҙмәт ит һәм 3 825 000 һум ал. Был хаҡта 122 номеры буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ.

ЮЛДАШ радиоһы

13 Nov, 10:00


Өфөгә бөгөн талантлы йәштәр йыйылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылына йомғаҡ яһала. Әлеге минуттарҙа “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә “Рух майҙаны” зирәклек уйыны бара. Унда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 9 команда көс һынаша. Шулай уҡ егет һәм ҡыҙҙар “Рухлы йәштәр - халҡым йәшәр” исемле сессия ултырышында ҡатнаша.

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Рух” башҡорт йыры фестиваленең финалы уҙа. Унда яңғыҙ башҡарыусылар, дуэт, коллектив һәм рок-төркөмдәр сығыш яһай.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Nov, 08:02


Бөрйән уҡыусылары Мәскәүҙә еңеү яуланы.

Байназар урта мәктәбенең “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбле бейеү буйынса "Конкурент" халыҡ - ара конкурсында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ! Афарин, ҡыҙҙар, егеттәр!

ЮЛДАШ радиоһы

05 Nov, 07:02


Бөгөн Өфөлә "Торатау" конгресс-холы янында машина ҡалдырып булмай.

Ҡала хакимитәнен хәбәр итеүҙәренсә, гуманитар ылау оҙатыуға бәйле парковка ябылған. Сикләү киске сәғәт 6-ға тиклем ҡаралған.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Nov, 06:03


Бөгөн Республика хөкүмәтендә оператив кәңәшмә була.

Бында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы, юл-транспорт комплексындағы хәлдәргә баһа бирелә. Халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәре анализлана.

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проектын ғәмәлгә ашырыу, тауар сифаты, янғын хәүефе миҙгеле һөҙөмтәләре, газ үткәреү программаһы үтәлеше буйынса сығыштар ҡаралған.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Nov, 04:29


Башҡортостан Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына әҙерләнә.

Эшлекле йыйында 12 тармаҡ йүнәлеше буйынса 140-ҡа яҡын программа ҡаралған. Шулай уҡ иҡтисад, сауҙа, инвестициялар, транспорт һәм сәнәғәт өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса пленар ултырыш һәм гастрономия һәм спорт фестивале, урындағы етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.

Форум 26, 27 ноябрҙә үтә.

ЮЛДАШ радиоһы

05 Nov, 03:05


Хәйерле иртә!

🍁🍂
Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Һауа температураһы республикала төндә -4 градус һалҡындан +1 градусҡа тиклем йылы, Өфөлә 0 тирәһе.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 09:58


Беҙҙе Тыуған илгә һөйөү берләштерә.

Яугир егеттәр Берҙөмлек көнө менән тәбрикләү сәләме оҙата.
Илдә тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтһын.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 08:20


Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Автоэксперт Хәлим Әйүпов ҡатмарлы шарттарҙа водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 07:05


Әбйәлил ҡыҙҙары Мәскәүҙе яулай.

Мәскәүҙә "Рәсәйҙең милли матурлығы" Халыҡ-ара конкурсының төп финалында "Урал аръяғы-Һомай" студияһы (етәксеһе Зарина Йәнбирҙина) моделдәре Башҡортостан йөҙөн лайыҡлы яҡлай. Ҡыҙҙар юғары титулдар менән бүләкләнде һәм барыһы ла "Мисс Азия" конкурсына саҡырыу алды.

Студия етәксеһе Зарина Йәнбирҙина "Рәсәйҙең милли матурлығы" конкурсының төп тажын алды һәм Гран-при яуланы. Ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 06:05


💍Запорожьенан һөйгәне менән!

Сығышы менән Әлшәй районынан булған Алмаз исемле МХО-ла ҡатнашыусы яугирыбыҙ һөйгәне менән никахын теркәне.

Йәштәр Запорожье өлкәһендә осрашып бер береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ була. Егетебеҙ эште оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙҙы Ғәйнәямаҡҡа алып ҡайтырға ҡарар итә.

Урындағы никахтарҙы теркәү йортонда мөхәббәт ептәрен нығытып ҡуя йәштәр.

Лилиә менән Алмазға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле парлы ғүмер теләйбеҙ.

Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалы.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 05:48


Мы живем в непростое время. Каждый день жизнь испытывает нас на прочность, бросает нам вызовы. И только объединившись, мы сможем их преодолеть.

Сегодня воины из Башкортостана защищают нашу Родину с оружием в руках. Все вместе мы продолжаем ковать победу в тылу. Каждый из нас на своем месте делает свою работу – лечит, учит детей, развивает экономику, укрепляет мощь нашей страны. Каждый – вне зависимости от национальности и вероисповедания.

Единство народов нашей республики, всей России – главное наше богатство.

С Днём народного единства!

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 05:10


Иғтибар❗️Өфөлә Ғәли Ибраһимов урамының бер өлөшөндә хәрәкәт сикләнә.

Автомобиль йөрөшө 1 декабргә тиклем ябыла. Бындай  ҡарар ҡар иретеү пунктының икенсе өлөшөн төҙөү менән бәйле, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.

Ҡар иретеү ҡоролмаһы Сәғит  Агиш урамында урынлашҡан.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 04:09


Этнографик диктант яҙабыҙмы?

Башҡортостан халҡы Ҙур этнография диктантын яҙа. Акция 8 ноябргә тиклем бара. Ул "Халыҡтар күп - ил берәү генә" тигән девиз менән үтә.

Ҡатнашыусылар miretno.ru сайтында 45 минутта 30 һорауға яуап бирә. Акция 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышлана.

✍️ Диктант яҙыусыларға электрон сертификат бирелә.

ЮЛДАШ радиоһы

04 Nov, 03:00


🇷🇺 Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен булһын, тыныслыҡ ҡайтһын, дуҫ-татыу йәшәйек.

ЮЛДАШ радиоһы

03 Nov, 14:30


🎶Ноябрь хит-парады 🍁

"ЮлдашХит-2024" тамашаһына ХИТ йырҙарҙы бергәләп һайлайыҡ.

Күңелегеҙгә хуш килгәне өсөн тауыш бирегеҙ:


https://vk.com/app7198399_-4647320#poll67220e092bcc522050a3c9b6

#ЮлдашХит2024

ЮЛДАШ радиоһы

25 Oct, 03:01


Яңы көн менән!
🍂🍁🍂

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә.
 
Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын, көсәйеүсән
 
Һауа температураһы республикала +3, +8, Өфөлә +6,+8 градус йылы.

ЮЛДАШ радиоһы

24 Oct, 16:54


Уйын юлаевсыларҙың еңеүе менән тамамланды.

💚 Көйәрмәндәрҙе ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

24 Oct, 14:50


"Бетеү" фильмының трейлеры сыҡты.

Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһында төшөрөлгән картина махсус хәрби операция темаһына арнала. Режиссеры - Руслан Юлтаев.

Сюжет буйынса героиня берҙән-бер ейәнен махсус хәрби операцияға хеҙмәт итергә ебәрергә теләмәй. Уны туҡтатыу өсөн ул бетеүен алып ҡала. Үҙенең хатаһын аңлағас, бетеүҙе гуманитар ылау менән тапшырырға тырыша, әммә был бик еңелдән булмай сыға...

Фильм оҙаҡламай тамашасыларға тәҡдим ителә.

ЮЛДАШ радиоһы

24 Oct, 14:17


Уже третий раз в Уфе проходит Всероссийский форум-выставка «Ломая барьеры». Мероприятие начиналось как региональная инициатива, но быстро стало важной дискуссионной площадкой федерального значения.

Именно здесь с родителями наших особенных детишек мы обсуждали создание масштабного реабилитационного комплекса «Салют», который открыли в начале октября этого года. На «Ломая барьеры» родилась идея сертификатов на реабилитацию детей и взрослых. И во время форума мы приняли решение о поддержке республиканских производителей технических средств реабилитации. Уверен, что и в этот раз появятся новые инициативы, а мы их планомерно реализуем.

На форуме собрались единомышленники, которые очень много делают для особенных людей. А в условиях специальной военной операции у нас появился ещё один приоритет – помочь бойцам, которые получили тяжёлые ранения.

2024-й в Башкортостане – Год заботы о людях с ограниченными возможностями здоровья. Мы приняли решение объявить следующий год Годом участников СВО и членов их семей. Задача – сделать всё возможное, чтобы поддержать ребят, создать условия для их развития, адаптировать к полноценной, достойной жизни.

В Уфе с рабочей поездкой – статс-секретарь – заместитель министра обороны России, председатель Госфонда «Защитники Отечества» Анна Евгеньевна Цивилёва, директор Агентства стратегических инициатив Светлана Витальевна Чупшева, заместитель министра промышленности и торговли страны Екатерина Геннадьевна Приезжаева. Все наши гости приняли активное участие в форуме. Благодарим за такое внимание федерального центра к этому событию.

ЮЛДАШ радиоһы

24 Oct, 13:00


Өфө халҡы “Еңеү Поезы” менән танышты.

Уникаль күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арнала.

“Еңеү поезды” - хәрәкәт иткән поезда урынлашҡан донъялағы тәүге интерактив күргәҙмә. 10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған. 2023 йылдан ул хәрби трибуналдар тураһында яңы вагон менән тулыланған.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 16:39


Уйын юлаевсыларҙың еңеүе менән тамамланды.

💚 Көйәрмәндәрҙе ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 12:15


Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы киләһе уҡыу йылына Берҙәм дәүләт имтихандарына минималь балдарҙы билдәләне.

Бойороҡ проектына ярашлы, рус теле буйынса имтихан биреү өсөн минималь балл 42, математика – 39, физика – 39, йәмғиәт ғилеме – 42, тарих – 35, информатиканан – 44, сит телдәрҙән – 30, рус әҙәбиәтенән – 40, биология – 39, географиянан – 40 һәм химия буйынса 39 балл алынған.

Быйылғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, рус теле буйынса минималь балл 2-гә артҡан, йәмғиәт ғилеменән 45-тән 42-гә кәметелгән.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 11:04


Күңел талабы изгелек ҡылырға саҡыра.

Республика Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы филиалында башҡорт тарихи мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн билбауҙар һуға башланы.

Бала саҡтан балаҫ һуғырға ҡыҙығып үҫкән ҡыҙҙың хыялы уйламағанда тормошҡа аша. Ул интернет селтәрендә Сәжидә Муллағолованың балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре биреүе тураһында белеп ҡала һәм тиҙ арала станок һатып алып, эшкә өйрәнә, ҡулы ла тиҙ ҡалыплаша.
Интернет селтәрен гиҙгәндә, Туймазы районының Кендектамаҡ мәҙәниәт йортонда менеджер булып эшләүсе Татьяна Гордина яҙған мәғлүмәткә тап була. Ул, "кемдәрҙә һарыҡ йөнө бар, кемдәр йөн тетә, кемдәр йөн иләй, ярҙам итегеҙ әле, миңә МХО-ла ҡатнашған егеттәргә станокта билбау һуғыу өсөн һарыҡ йөнөнән иләнгән еп кәрәк", тип мөрәжәғәт итә.

Ошо һүҙҙәр Гөлмирә Йәмил ҡыҙының күңеленә инеп оялай һәм ошо уҡ мөрәжәғәт менән ауылдаштарына Ейәнсура районының Самаҙы ауылы халҡына өндәшә. Ауылдың ағинәйҙәре Мәүлиҙә Йылҡыбаева, Мәрфуға Ҡылысбаева, Миңнур Ҡылысбаева һәм Миңнур Дәүләтбаевалар тәҡдимде күтәреп алып, тиҙ арала йөн ептәрҙе Туймазы ҡалаһына оҙата.

Бөгөнгө көндә Туймазы районының Бишенде, Кендектамаҡ, Татар Олҡан, Бишҡурай, Балтай, Ҡарамалы Ғөбәй ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары йөн менән ярҙам итә. Гөлмирә Бикбулатова һуҡҡан туҡыманан Кәримә апай Фәхретдинова, шартына еткереп, билбау итеп тегә.
"Әлеге көндә ветерандар советы ике станок һатып алды, миндә ике станок, береһе – эштә, уныһы менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм, ә икенсеһе өйҙә тора, өй мәшәҡәттәренән бушау менән билбау һуғырға ултырам", – ти егеттәргә ихлас күңелдән ярҙам итеү өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонған Гөлмирә Бикбулатова.

Етеп килгән һалҡын миҙгелдә был билбауҙар егеттәребеҙгә тыуған ер йылыһын да еткерһен, оҫталарҙың ҡулдары талмаһын.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 09:45


Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус операция биләмәһенә юлланды.

Бөгөн уларҙы “Өфө - Арена” спорт һарайы майҙанынан яҡындары һәм туғандары оҙатты.

“Ир-егеттәр Ватан алдындағы бурысты намыҫ менән үтәй”, - тип белдерҙе үҙенең сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.

Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына махсус автобустар алып бара. Транспорт саралары маршруты республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 09:07


Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында парктар төҙөкләндерелә.

Был хаҡта социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

“Улар “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Баймаҡта ҡаланың үҙәк майҙанына ремонт яһалды. Әле эштәр Салауат Юлаев паркында алып барыла: фонтан менән аллея яңыртыла, скейт-парк, спорт зонаһы булдырыла.

Верхотор ауылы элекке баҡыр иретеү заводы янында матур урында урынлашҡан. Биләмәлә сәхнә менән амфитеатр, уйын майҙансығы була, алма баҡсаһы ултыртыла. Эштәрҙе киләһе йылда тамамлау ҡарала. Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында лидерҙар рәтендә. Биш йыл эсендә 34 проект еңеүсе булды”, - тип яҙған Рәдий Хәбиров.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 08:10


25 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә.

Байрам поезы 19 ноябрҙә Тайшет ҡалаһынан стартҡа сыға. 24 декабрҙә ул Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында туҡтай.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 07:10


Республиканан бер төркөм руханиҙар Сәғүд Ғәрәбстанына кесе хажға юлланды.

“Өфө” халыҡ-ара аэропортынан изге сәйәхәткә юлланғандарҙың күбеһе быға тиклем дә хаж, ғөмрәгә барыу ғәмәле менән таныш булған. Сәфәргә сығыусыларҙы Мәҙинә һәм Мәккә ҡалалары буйлап тел, тарих, мәҙәниәтте белгән гид оҙатып йөрөйәсәк.

Ғөмрәне, йәки кесе хажды Мәккәнең Әл-Хәрәм мәсетендә талап ителгән көндәрҙә бәлиғ, сәләмәт, үҙ аңында булған һәм мөмкинлектәре рөхсәт иткән мосолмандар ҡыла.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 06:45


Өфөлә янғында бер кеше һәләк булған.

Ут Адмирал Макаров урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортта сыға. Янғын һүндереүгә 11 берәмек техника, 34 кеше йәлеп ителә, 150-ләп кеше эвакуациялана.

Ҡотҡарыусылар утты һүндергәндә бер кеше кәүҙәһенә юлыға, уның шәхесе асыҡлана. Янғын сәбәптәре буйынса тикшереү башланған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса идаралығынан.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 06:15


“Салауат Юлаев” үҙ майҙанындағы уйындар серияһын башлай.

💚 Бөгөн беҙҙекеләр “Сочи” командаһы менән осраша. Уны Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.

Уйын кисен сәғәт етелә башлана.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 05:46


Суданда Рәсәй самолетын бәреп төшөргәндәр.

Самолет Дарфурҙа һәләкәткә осрай, әле унда һуғыш бара. Һәләк булғандар араһында Туймазынан авиаинжинер Антон Селиванец барлығы асыҡланған. Һәләкәт урынынан алыҫ түгел уның паспорты табыла.

33 йәшлек ир-егет хәрби ярҙам менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре самолетын йүнәтергә осҡан була. Рәсәйҙең Судандағы илселеге һәләкәт тураһында мәғлүмәтте тикшерә.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 05:00


112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Аҡ торналар көнө уңайынан сара үтә.

Унда Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары ҡатнаша. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡағыҙҙан аҡ торналар һыны эшләгән.

Аҡ торналар - дәһшәтле һуғыштар алып киткәндәр хаҡында хәтер символы.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 04:31


Бөгөн Рәсәйҙа Аҡ торналар көнө билдәләнә.

Аҡ торналар көнө - шиғриәт байрамы һәм Ер йөҙөндә бөтә һуғыштарҙа һәләк булған ҡорбандарҙы иҫкә ала торған көн.

Байрам күренекле авар шағиры, киң билдәле "Торналар" шиғыры авторы Рәсүл Ғамзатов инициативаһы буйынса барлыҡҡа килә.

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 17:02


Башҡортостан рапирасылары алтын яуланы.

"Салауат ҡылысы" халыҡ-ара фехтование ярышында 21 һәм 24 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Ростислав Хәмдәмов Һәм Әмир Фәхретдинов беренсе урын яуланы. Беҙҙең төбәктән тағы ике спортсы Искәндәр Булатов һәм Валерий Корнилов 21 йәшкә тиклемге категорияла “бронза” алды.

#форумроссияспортивнаядержава #россияспортивнаядержава

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 14:11


Завершается форум «Россия – спортивная держава» в Уфе. Я уверен, что каждый из участников уедет домой с хорошими воспоминаниями об интересных мероприятиях, о хорошем уровне подготовки, о гостеприимстве Башкортостана. В эти дни у нас побывали представители многих регионов России и 50 стран мира.

Соревнования, деловые сессии, культурная программа, масштабная отраслевая выставка – на форуме состоялось более 40 мероприятий. Центральным событием стало заседание Совета при Президенте России по развитию физической культуры и спорта, которое провёл Владимир Владимирович Путин.

Я благодарен нашему Президенту, Правительству за помощь региону, за поддержку начинаний. Уверен, что долгоиграющим эффектом форума станет то, что в наши новые современные спорткомплексы, залы, секции придут мальчишки и девчонки с горящими глазами, желанием заниматься, воспитывать волю и побеждать. Важно, чтобы в спорт вовлекались и взрослые люди. Это тоже наша задача. Чтобы они заботились о своём здоровье, жили долго, комфортно и качественно.

Всем, кто принимал участие в подготовке форума, кто участвовал в нём, говорю спасибо. Считаю, что мы провели это мероприятие качественно, с душой.

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 12:50


‼️Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы ике сәғәткә ябыла.

Сикләү бөгөн төнөн 02:00-04:00 сәғәткә тиклем була, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Көнсығыш сығыу юлынан көн һайын 15 мең машина үтә. Ул Өфөлә тығындарҙы кәметеү мөмкинлеге биргән.

Юл түләүле, еңел машиналарҙан 100 һум алына.

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 11:05


Журналистар сәфәрҙә.

Махсус хәрби операция биләмәһенә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үргән маскировкалау селтәрҙәре барып еткән. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙарына һаҡланыу материалын республика журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаков етәкселегендәге делегация тапшырҙы.

"Башҡортостан" нәшриәт йорто директоры Айнур Дәүләтбәков ошо хаҡта һөйләй.

Маскировка селтәрҙәре яугирҙәребеҙҙе һаҡлаһын. Егеттәребеҙ иҫән-һау тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 09:11


🚶‍♂️2024 метр.

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө акцияһында ҡатнашыусылар шунса араны үтте.

Илдә был сара 2015 йылдан уҙғарылып килә. Быйыл ул "Рәсәй - спорт державаһы" форумы барышында үткәрелде. Акцияла хәбәрсебеҙ Динара Сафина ла ҡатнашты.

#форумроссияспортивнаядержава #россияспортивнаядержава

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 08:43


🇷🇺 Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумының һуңғы көнө.

Уның барышында Көрәш һарайы алдындағы майҙанда “Заманса спорт. Инновациялар һәм үҫеш мөмкинлектәре” тигән күргәҙмә эшләй. Унда заманса технологиялар һәм ҡорамалдар, спорт кейеме, экипировка етештереү һәм алдынғы спортсыларҙың юғары ҡаҙаныштары күрһәтелгән.

Экспозиция менән Өфө һәм баш ҡала ҡунаҡтары бөгөн 14:00 сәғәттән таныша ала.

#форумроссияспортивнаядержава #россияспортивнаядержава

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 08:20


Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнән видеояҙма.

#форумроссияспортивнаядержава #россияспортивнаядержава

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 08:04


Башҡортостан спортсылары "Беҙҙең дәүер геройҙары" турнирында 10 миҙал яуланы.

Унда махсус хәрби операция ветерандары сығыш яһаны. Ярыштарҙа ил төбәктәренән 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Рәсәй Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков белдереүенсә, Башҡортостан тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы физкультура һәм спортҡа ылыҡтары башланы.

Ҡатнашыусыларҙың еңеүгә ынтылышы, ныҡышмалығы буйынса был турнир күп халыҡ-ара ярыштарҙан кәм түгел, тине ул.

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 07:20


💥Ура, һөйөнсө!

"Юлдаш" радиоһы йылдың сағыу тамашаһын әҙерләй. Быйыл "ЮлдашХит" йыр фестивале бер түгел, ике көн уҙа.

Сәхнәлә - "Теге өсәү", һеҙ яратҡан йырсылар һәм улар башҡарған хиттар!

28, 29 ноябрь, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы.

Билеттар һатыуҙа: https://ufakoncert.ru/?s=%D1%8E%D0%BB%D0%B4%D0%B0%D1%88
6+

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 06:30


Башҡортостанда баҡса маршруттары ябыла.

"Башавтотранс" 20 октябрҙән һуң был йүнәлештәрҙә рейстарҙы туҡтата. Быйыл 64 баҡса маршруты булдырылды. Ул социаль эшмәкәрлек һанала. Рейстарҙа йөрөүселәрҙең күбеһе пенсионерҙар, улар өсөн льгота ҡаралған, тип хәбәр итәләр компаниянан.

Баҡса маршруттары апрель аҙағында асылғайны.

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 06:06


Спортсылар тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушылды.

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 05:30


Өфөлә ишкәкселәр ярыша.

Бөгөн “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярышының финал этабы уҙа. Ул Инорс биҫтәһендә ишеү слаломы өсөн төҙөлгән яңы комплекста үтә.

Турнирҙа Рәсәй төбәктәренән, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан 120-нән ашыу спортсы ҡатнаша. Был сара Өфөлә "Рәсәй - спорт державаһы" форумы программаһына ярашлы уҙғарыла.

#форумроссияспортивнаядержава #россияспортивнаядержава

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 03:54


🚶‍♂️Өфө бөгөн Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө акцияһына ҡушыла.

Илдә был сара 2015 йылдан уҙғарылып килә. Быйыл ул "Рәсәй - спорт державаһы" форумы  барышында  үткәрелә.

Сәләмәт тормош алып барыусылар Октябрь проспекты буйлап атлап үтә.

#форумроссияспортивнаядержава #россияспортивнаядержава

ЮЛДАШ радиоһы

19 Oct, 03:01


Хәйерле иртә! ☀️

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, башлыса яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.
 
Ел төнъяҡ-көнсығыштан талғын
 
Һауа температураһы +8, +13, Өфөлә +7,+12 градус йылы.

ЮЛДАШ радиоһы

18 Oct, 15:02


Дмитрий Чернышенко Өфөлә мәғариф объекттарын баһаланы.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары ВУЗ-ара кампуста булды. Бында төҙөлөштөң икенсе этабы бара. 103 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырыла. 4 мең 300 урынға ятаҡтар, уҡыу бүлмәләре, лабораториялар төҙөлә.

Дмитрий Чернышенко шулай уҡ Өфө радиоэлектроника колледжын ҡараны, студенттар менән осрашты.

ЮЛДАШ радиоһы

18 Oct, 14:30


Өфөлә муниципаль медиахолдинг булдырылды.

Ул "Вся Уфа" продюсер үҙәген, "Өфө" журналын, "Уфимские ведомости", "Вечерняя Уфа", "Киске Өфө" газеталарын берләштерә, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.

Яңы ойошманың етәксеһе итеп Юлия Юмагуена тәғәйенләнде.

ЮЛДАШ радиоһы

18 Oct, 14:01


"Салауат Юлаев" бөгөн "Трактор" менән көс һынаша.

Континенталь хоккей лигаһында даими беренселектә был осрашыу Силәбелә үтә. Ул әле минуттарҙа башланып тора. Уйынды Башҡортостан телевидениеһы күрһәтә.

ЮЛДАШ радиоһы

18 Oct, 13:15


Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялау тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Был көндәрҙә Өфөлә үткән "Рәсәй - спорт державаһы" форумында ауыр йәрәхәт алған, инвалид булып ҡалған хәрбиҙәрҙе адаптив физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.

Республика спорты министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина белдереүенсә, Башҡортсотандың адаптив спорт үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары менән эшләү бүлеге булдырылған. Аяҡ-ҡулы имгәнгәндәр өсөн 11, һуҡырҙар өсөн 8 спорт төрө ҡаралған.

2,971

subscribers

11,395

photos

1,859

videos