БСТ | Яңылыҡтар @bashbst Channel on Telegram

БСТ | Яңылыҡтар

@bashbst


Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

БСТ | Яңылыҡтар (Russian)

Добро пожаловать в канал "БСТ | Яңылыҡтар"! Этот канал предлагает вам самые свежие новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке. Здесь вы найдете актуальные новости, репортажи, интервью и многое другое, что касается политики, экономики, культуры и общественной жизни республики

Кто мы? Мы - команда профессионалов, следящих за самыми важными событиями в Башкортостане и делящихся этой информацией с вами. Мы стремимся быть вашим надежным источником достоверной информации

Чем мы занимаемся? Мы освещаем широкий спектр тем, от политики и экономики до культуры и спорта. Мы проводим интервью с влиятельными личностями, анализируем важные события и делаем репортажи с мест событий. Наша цель - информировать наших подписчиков о самых важных событиях в жизни Республики Башкортостан

Присоединяйтесь к нам, чтобы быть в курсе всех последних новостей и оставаться в центре происходящих событий в Башкортостане. Мы ждем вас в нашем канале "БСТ | Яңылыҡтар"!

БСТ | Яңылыҡтар

15 Feb, 19:08


Өфөлә «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» фестивале асылды

Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы һәм актриса Оксана Федорова Өфөлә «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» фестивален асты. Федор Шаляпиндың тыуған көнөнә арналған сара өс көн дауам итте.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Feb, 19:02


Борай ауылында көрәш буйынса республика беренселеге үтте

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылына арналған бәйгелә төрлө йәштәге егеттәр бил һынашты. Милли көрәш беренселеге республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 314 малайҙы берләштерҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Feb, 18:42


Афған ветерандары: үткәндәр һабағы – бөгөнгә маяҡ

Хәрби бәрелештәр алып барыу шарттары, технологиялар нисек кенә үҙгәрмәһен яуҙа алған тәжрибә алыштырғыһыҙ ҡала. Афған һуғышында интернационал бурысын үтәүселәр бөгөн дә сафта һәм уларҙың туғандарса яурыны махсус хәрби операция яугирҙарына ныҡлы терәк булып тора. Шуравиҙар өсөн һуғыш 36 йыл элек тамамланыуға ҡарамаҫтан, әле лә улар Ватаныбыҙ тыныслығын яҡлап көрәшә.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Feb, 18:33


Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай мәктәбендә Герой партаһы асылды

Герой партаһы. Ил кимәлендә старт алған Бөтә Рәсәй мәғариф проекты Башҡортостан район-ҡалалары мәктәптәрен иңләй. Йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өлгөһөндә тәрбиәләү, уларҙы хөрмәтләү маҡсатында ойошторолған сара Баймаҡ районында ла үтте. Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары Ватан тарихын дәреслектәрҙән уҡып ҡына түгел, ә районда, ауылда тыуып-үҫкән герой яҡташтары аша ла белә.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Feb, 18:18


Афған һуғышы ветерандары хәтер усағын һүндермәй

Тарихи дата айҡанлы бөгөн төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, хәрби ветерандар, яугир-интернационалистар «Ҡайғылы әсә» һәйкәленә сәскә һалды, һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Афған һуғышы илебеҙ тарихындағы ҡайғылы биттәрҙең береһе, хәрби бәрелештәр 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 фев­раленә тиклем дауам итә. Йәғни, был ҡан ҡойош 9 йылдан ашыуға һу­ҙыла. Афғанстанда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Башҡортостандан афған һуғышында 9 мең яҡташыбыҙ ҡатнаша, уларҙың 343-ө һәләк була, 5-һе хәбәрһеҙ юғала. Республика халҡы интернациональ бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән егеттәрҙе онотмай.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Feb, 18:04


Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында Ринат Мөхәмәтәйәнов таныштырҙы

Бөгөн - Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 36 йыл. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Ринат Мөхәмәтәйәновҡа арнаны.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Feb, 15:12


Рәхим Мерәҫев: фәнгә һәм белемгә хеҙмәт итеүсе шәхес

Ябай ауыл уҡыусыһынан юғары мәктәп профессорына тиклем. Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәхим Зәки улы Мерәҫев был юлды тырышлығы, эшһөйәрлеге, телдәрҙе өйрәнеүгә булған көслө ынтылышы арҡаһында уңышлы үтә алған. Бөтә илдә билдәлелек яулаған уҡытыусы үҙенең күркәм ғүмер байрамын яратҡан студенттары һәм коллегалары менән бергә ҡаршыланы.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 19:14


Өфөлә «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» тип исемләнгән акцияға старт бирелде

Башҡортостанда Китап бүләк итеү көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан республикала «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» тип исемләнгән акцияға старт бирелде. Уны Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республикалағы филиалы һәм Матбуғат һәм мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә ойоштора.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 19:00


Синоптиктар яҙғы һауа торошон фаразланы

Быйылғы ҡыш һымаҡ, ул ғәҙәттәгенән йылы килер тип күҙаллана. «Яндекс Һауа торошо» метеорологтары хәбәр итеүенсә, яҙ айҙарында Атлантика диңгеҙенән йылы һауа ағымы әүҙемләшә. Һауа температураһы климатик норманан 1 градустан юғарыраҡ булмаҡсы. Был Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Уралда, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта күҙәтеләсәк. Апрель Өфөлә лә йылы килә. Был үҫемлектәрҙең вегетация осорон, шул иҫәптән сәскә атыу ваҡытын тиҙләтә.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 18:35


Мәскәүҙә Башҡортостандың хәрби руханиҙары тураһындағы фильмдың премьераһы үтте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға рухи ярҙам иткән Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор тураһында төшөрөлгән «Пути твои» фильмы баш ҡаланың «Рәсәй» милли үҙәгендә күрһәтелде. Был турала тәүгеләрҙән булып социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 18:23


Әбйәлил районында иҡтисади үҫеш: яңы эш урындары һәм социаль проекттар

Эре предприятиеларҙың барлыҡҡа килеүе - өҫтәмә эш урындары ғына түгел, социаль-иҡтисади, инфраструктура үҫеше лә. Әбйәлил районында «Цемикс» предприятиеһы уңышлы эшләп килә. Ойошманан килгән килем социаль объекттарҙы төҙөүгә, юлдарҙы ремонтлауға тотонола. Әбйәлил районы «Яҡтыкүл» шифаханаһы менән дә дан тота. Әлеге ваҡытта унда 200-ҙән ашыу кеше ял итә. Бынан тыш, районда ауыл хужалығы тармағы ла иғтибар үҙәгендә.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 18:11


Өфөлә һаңғырауҙар спорты буйынса ҡышҡы спартакиаданы ябыу тантанаһы үтте

Башҡортостан декабрҙә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн һаңғырауҙар спорты буйынса ҡышҡы спартакиаданы ябыу тантанаһында белдерҙе. Хәбәр итеүебеҙсә «Беҙ бергә. Спорт» тип аталған ярыштар республикала 10 көн дауамында барҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 17:50


Радий Хәбиров Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты. Республика хөкүмәт йортонда үткән ултырышта төбәктә спорт инфраструктураһы үҫеше, күләмле спорт сараларын ойоштороу һәм яңы объекттарҙы төҙөү һорауҙары ҡаралды. Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт һәм әүҙем тормошҡа йәлеп итеү йүнәлешендә күп яҡлы эш алып барыла. Ошо маҡсатта 16 яңы спорт объекты төҙөлөшө дауам итә.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 11:13


Башҡортостан ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә

Ил Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе” билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына 80 мең һум аҡса бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләгәндәр, һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден-миҙалдары менән бүләкләнгәндәр һәм концлагерь, төрмә, геттолар тотҡондарына 55 мең һум түләнә. Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, әле Башҡортостанда түләү алырға хоҡуҡлы 7 мең ярымдан ашыу граждан, шул иҫәптән 116 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид йәшәй. Аҡса апрель пенсияһы менән бергә бирелә.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 07:33


Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө башланды

Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерә. “Беҙ күпәтн ҡала халҡына күперҙе төҙөкләндерергә вәғәҙә биргән инек. Яңы ике һыҙатлы күпер икенсеһенә алмаш була. Уның буйынса хәрәкәтте киләһе йыл аҙағына асырға планлаштырабыҙ. Ағиҙел йылғаһы аша күпер урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмәткә эйә- ул Стәрлетамаҡты баш ҡала һәм райондар менән бәйләй. Был мөһим транспорт артерияһын мотлаҡ тәртипкә килтерәсәкбеҙ”, тип яҙған Радий Хәбиров.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 06:59


Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар

Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Антта граждан илдең Конституцияһын һәм ҡануниәтен, уның граждандарының иркен һәм хоҡуҡтарын үтәргә, мәҙәниәтен, тарихын һәм йолаларын ихтирам итергә, шулай уҡ илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡларға вәғәҙә бирә.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Feb, 05:41


Рәсәйҙә чипс, косметика, машина майы тамғалана

Ил хөкүмәте "Ғәҙел тамға" системаһына ҡушылырға тейешле тауарҙар исемлеген билдәләне. 1 марттан тәмләткестәр, көнкүреш химияһы, автомобиль шыйыҡсалары өсөн ошондай талап ғәмәлгә инә. 1 сентябрҙән төҙөлөш материалдары, балалар тауарҙары ла тамғалы булырға тейеш.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Feb, 18:49


«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы теүәл фәндәрҙе популярлаштыра

Үҫмерҙәр «Асыш» медиапроектында үҙ проекттарын яҡланы. Медиаконкурстың беренсе этабы онлайн форматта үтте. Ҡатнашыусылар конкурска үҙҙәренең тикшеренеү эштәре тураһында видеояҙма төшөрөп әбәргән. Йәш тикшеренеүселәр биш номинацияла ярышты. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Feb, 18:37


Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты

Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты. Бынан ары почта бүлексәләрендә яҙыусының портреты төшкән конвертта хат-сәләм ебәрергә мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Feb, 18:24


Баймаҡ районы ауылдарына газ индереү дауам итә

Былтыр ҡасаба-ара Урғаҙа-Янғаҙы-Ишмөхәмәт газ үткәргес торбаһы файҙаланыуға тапшырылһа, йыл аҙағына тиклем «Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү һәм газификациялау» программаһына ярашлы тағы ла бер нисә йүнәлеш буйынса эш тамамланған. Һөҙөмтәлә Үрге Иҙрис, Ишмөхәмәт һәм Ишбирҙе ауылдары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды.

БСТ | Яңылыҡтар

12 Feb, 08:53


Халыҡ-ара башҡорт милли кейем конкурсы башлана

"Тамға" тигән был бәйгелә кейем тегеү оҫталары ҡатнаша. Тәүге этап 15 февралдән старт ала. Уның барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Быйыл конкурс биш номинацияла уҙғарыла, тип хәбәр итәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

БСТ | Яңылыҡтар

12 Feb, 06:37


Быйыл Башҡортостанда 86 ауылға юғары тиҙлекле интернет үткәрелә

Был турала Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. Республика проекты киңәйтелгән. Хәҙер унда халыҡ һаны 100 кешенән артҡан ауылдар ҙа инә. 5 йылда операторҙар меңгә яҡын ауылда элемтә булдырҙы. Әле интернет сифатын яҡшыртыу буйынса эш алып барыла тине ведомство етәксеһе Геннадий Разумикин.

БСТ | Яңылыҡтар

12 Feb, 04:44


«Ҡурай» телеканалында Рәми Ғарипов көнө

Бөгөн бөйөк Рәми Ғариповтың тыуыуына 93 йыл.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 18:54


Күгәрсен районынан «Айыҡ ауыл» республика конкурсында быйыл тәүәкәндәр һынау тота

Ошо уңайҙан Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә сираттағы ултырыш үтте. Йыйындың төп маҡсаты - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы йомғаҡтары һәм маҡсаттары хаҡында фекер алышыуға ҡоролғайны. Шулай уҡ урындағы ойошма эшмәкәрлегенең киләһе йылдарға ҡуйған бурыстары барланды . Халыҡ мәнфәғәтендә әүҙем эшләүселәр дәүләт һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 18:43


Башҡорт филологияһы факультеты ойошторолоуға 95 йыл

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ошо уңайҙан ҙур байрам ойошторҙо. Тантанала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Азат Бадранов факультет уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 18:34


«Защитник» берҙәм үҙәгендә буласаҡ яугирҙар өсөн хәрби әҙерлек дәрестәре үтә

«Черемушки» шифаханаһы базаһында улар ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәнә. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре тактик медицина буйынса махсус уҡыу-уҡытыу сараларын алып бара. Ошо рәүешле яугирҙар тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләренә төшөнә.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 18:28


Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашҡан ике яугирҙы генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яугирҙы генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Дәүләт наградаһы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан Радмир Байегетов менән Доставалов исемендәге батальондың медицина взводы командиры Арыҫлан Мырҙағоловҡа тапшырылды.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 18:10


Башҡортостан спорт объекттары һаны буйынса илдә өсөнсө урынды биләй

Был хаҡта Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев менән осрашҡанда һөйләне. Төбәктә уларҙың иҫәбе 13 меңдән аша. Былтыр ғына Өфөлә Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәкле слалом комплексы эшләй башланы. Нефтекамала бассейнлы «Амфибия» күп функциялы спорт үҙәге асылды. Әлеге ваҡытта тағы ла 16 ҙур объект өҫтөндә эш бара.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 17:56


Өфө-Минск маршруты буйынса аҙнаһына икенсе тура авиарейс асыу планлаштырыла

3 марттан Өфө-Минск маршруты буйынса аҙнаһына икенсе тура авиарейс асыу планлаштырыла. Был хаҡта республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 17:42


Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү: ауылдарҙа яңы мөмкинлектәр

«Һанлы тигеҙһеҙлекте юҡ итеү» проекты буйынса быйыл Башҡортостанда 86 ауылда мобиль бәйләнеш база станцияһы урынлаштырыу ҡаралған. Тораҡ пункттар республика халҡының тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған. Оператив кәңәшмә барышында электромобилдәр өсөн заряд станциялар төҙөлөшө, ауылдарҙы, баҡсасылар ширҡәттәрен газ менән тәьминәт мәсьәләләре лә ҡаралды.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 11:54


Баймаҡ лицей-интернатында йыр һәм строй конкурсы үтте

Киләсәккә йәш көс. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә уҡыусыларҙа рух, илһөйәрлек, ил тарихына һөйөү тәрбиәләү маҡсатында йыр һәм строй конкурсы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 11:39


Рима Баталова Бәләбәйҙән Михаил Һәм Дмитрий Буциктарҙың хыялын тормошҡа ашырҙы

Күктең етенсе ҡатында. «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты, Европа һәм донъяның күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова Бәләбәйҙән Михаил Һәм Дмитрий Буциктарҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Уларға бүләктән тыш, махсус мәҙәни программа ла әҙерләнгәйне.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 11:24


Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ир ҡар аҫтында ҡалған баҙға ҡолаған баланы ҡотҡарған

Геройҙар беҙҙең арала. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ир ҡар аҫтында ҡалған баҙға ҡолаған баланы ҡотҡарған. Бәхеткә, ваҡиға шаһиты булған әсә уҙып барған йәйәүлене ярҙамға саҡыра. Әйткәндәй, ҡатындың тормош иптәше, атаһы һәм ҡайныһы әлеге көндә махсус хәрби операцияла. Берәүҙәр хәрби бурысын үтәгәндә, тылдағылар уларҙың ғаиләһенә ярҙам итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 11:10


Республика аграрийҙары яҙғы сәсеүгә техника әҙерләй

Илеш районында ер эштәрен башҡарыуға тағылмалы агрегат менән 364 трактор сыға. Әлегә уларҙың техник әҙерлек кимәле яҡынса 80 процент тәшкил итә. Куйбышев исемендәге хужалыҡта сәсеү комплекстарын ремонтлау көҙҙән үк башланған. Цехтарҙа эш бөгөн дә дауам итә.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Feb, 05:56


Баймаҡ ваҡиғалары башҡорт халҡы өсөн һабаҡ

Валитов Тимурҙың Баймаҡ фажиғәләренә арналған фильмын, ниһайәт, ҡарағандан һуң тыуған төп фекер ошо.
Фильм быға тиклем беҙҙең каналда тап Баймаҡ ваҡиғалары буйынса яҙылған фекерҙәр менән тулыһынса ауаздаш һәм уларҙы тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Бер генә фактка туҡталғанда.

Фәнзил Әхмәтшин видео яҙҙырып ябай халыҡтың хис-тойғоларында уйнап ҡыланыуҙан тыш, эйе, халыҡты беҙ ойошторҙоҡ, бының өсөн минең үҙемә лә алдан Баймаҡҡа барып, егеттәрҙе туплап ҡайтырға кәрәк булды тип белдерҙе.

Берәү ҙә теленән тартмай, көсләмәй, интервью барышында Фаил Алсынов* менән һөйләшеүҙәре хаҡында үҙ ирке менән бәйән итә. "Һине ултыртасаҡтар, бер ысул - Ҡуштау ваҡытындағы һымаҡ урамға халыҡты алып сығырға кәрәк" тигән кәңәш биреүен белдерә. Йәғни шантажлау, власты ҡурҡытыу өсөн улар халыҡты файҙалана. Урынға барып ойоштороу эштәрен (үҙе лә әйтеүенсә, Баймаҡта 40-лап ир-егетте туплай) тамамлағандан һуң ул ябай халыҡты суд бинаһы янында йыйыу өсөн "илай-илай" ана шул видеоһын төшөрә лә инде. "Егеттәр, ҡыҙҙар, Фаилды* яҡлап сыҡмаһағыҙ нисек йоҡларһығыҙ? " имеш.

Бөгөн 80-гә яҡын ир-егет төрмәлә. Фәнзил Әхмәтшин хәҙер үҙе нисек йоҡлай икән? Беҙҙеңсә нормально йоҡлай. Беҙҙә тыйылған социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙының сәхифәһенән билдәле - Баймаҡ ҡорбандары халыҡтан аҡса йыйып, кредитҡа батып адвокаттар ялланғанда, Фәнзил Әхмәтшин Әбйәлил районында тотош Динопаркты ҡуртымға алып балаһына гөрләтеп туй үткәрә, районында мал үрсетә, ит-мал һатып аҡса эшләй. Һис тартынмай, ана, интервью бирергә лә йөрөгән.

Ә бына фильмды ҡарағанда күҙҙәргә йәш төйөлдө. "Яңылыш барып эләктек, үкенәбеҙ" тип рәшәткә артынан интервью биргән ир-егеттәрҙе йәлләп. Бигерәк тә тәү ҡарамаҡҡа
алтмышты күптән үткән оло ғына ағайҙың бер ҡатлы, үкенесле ҡарашы битараф ҡалдырманы. Уларҙы яҡлар өсөн Әхмәтшин да, блогерҙар ҙа халыҡты йыймай, үҙҙәре лә йөрөмәй. Сөнки һәр береһенә үҙҙәре, яҡындары, балалары ҡәҙерле.

Ә ни өсөн барған был ҡорбандар Баймаҡтың Суд бинаһы алдына? Был һорауға яуапты хөкөмгә тарттырылыусылар үҙҙәре белдерҙе. Баймаҡ, Урал аръяғы райондары халҡы араһында социаль селтәрҙәрҙә "ерҙәрегеҙҙе тартып алалар, яҡлап сығырға кәрәк" тигән саҡырыу таратылған. Кемдәр тарафынан икәне хәҙер инде аныҡ билдәле. Бер ҡатлы ябай халыҡ уларҙың алдағына ҡаба.

"Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк, банк картаһы номерын ебәрегеҙ" , йә "яҡынығыҙ ауыр хәлдә ҡалған тиҙ генә аҡса ебәрегеҙ" тип ябай халыҡты алдаған мошенниктарҙан былар күпкә ҡурҡынысыраҡ, яманыраҡ. Сөнки, халыҡ әйтмешләй, баш иҫән булһа, аҡса табыла. Ә былар күрәләтә үҙ халҡын ут эсенә алып барып тыҡты, уны уйынсыҡ итеп ҡулланды, яҙмыштар, ғаиләләр, бала бәхеттәрен емерҙе.

Я.Ө (яҙылғанға өҫтәп) Тимур Валитовтың ҡапыл сәйәси күҙәтеүсе, блогер, журналист булып китеүенә ҡараш икеле ине. Был хаҡта ла үҙ ҡарашыбыҙҙы белдергәйнек. Башҡортса һүҙ байлығы аҡһауы, фекерен еткереү ҡеүәһе етмәүе ышаныс уятмай килде. Ә русса сығарылыш шәп, ышаныслы килеп сыҡҡан

*Фаил Алсынов - террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Feb, 19:09


Илеш районында Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған сара үтте

Тыуған яҡ йырсыһы. Илеш районында күренекле шағир, прозаик, публицист Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған сара үтте. Ҡәләм оҫтаһын иҫкә алыуҙа туғандары, коллегалары, билдәле әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Осрашыуҙа ижади конкурстарға йомғаҡ та яһалды.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Feb, 19:01


Новосибирск ҡалаһында Континенталь хоккей лигаһының «Йондоҙҙар матчы» үтте

Чернышев дивизионы командаһы «Йондоҙҙар матчы»нда еңеү яуланы. Континенталь хоккей лигаһының сағыу сараһы быйыл Новосибирскиҙа үтте. Финалда Чернышев һәм Бобров дивизиондары осрашты. Уйын Виктор Козлов коллективы файҙаһына 9-8 иҫәбе менән тамамланды.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Feb, 18:44


Өфөлә «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең ҡала этабына йомғаҡ яһалды

Өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса абсолют еңеүсе тип «Эколог» үҙәгенән йәш педагог Эльвина Камалова танылды. Остазлыҡ эшен уңышлы алып барған замандашыбыҙ тураһында киләһе яҙма.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Feb, 18:31


Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында еңеү яуланы

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында еңеү яуланы. Артабан ҡаҙмаштар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Feb, 18:20


Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы махсус хәрби операция һалдаттарына ылау әҙерләй

Берҙәмлектә көс. Айыҡ ауыл республика конкурсында ҡатнашыусы Таулыҡай ауылы махсус хәрби операция һалдаттарына ылау әҙерләй. Был юлы улар өсөн толстовка тегеү, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Feb, 18:19


Сибай уҡыусылары өсөн яңы офоҡтар

3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернатында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты эшләй башланы.
Махсус бүлмәне асыр алдынан йәштәр бер нисә ай дауамында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү буйынса курс үткән. Яңы предметты уҡытыу педагогтарға бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Махсус кабинет заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Feb, 18:05


Ялда бер аҙ көс туплаған яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана

Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Урал Ниғмәтуллин Луганск халыҡ республикаһында барған ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яраланып, бер нисә ай госпиталдә дауалана. Ул 2024 йылдың майынан хәрби контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Бөгөн замандашыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә әҙерләнә. Әле ул ғаиләһе янында.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Feb, 17:52


Асҡын районынан 34-се гуманитар колонна махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған. Изге эшкә район эшҡыуарҙары ла, ирекмәндәр ҙә, халыҡ та дәррәү ҡушылған. Асҡындар махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 260 тоннанан ашыу эсәр һыу, 50-нән ашыу мунса һәм автомобиль, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре оҙатҡан. Гуманитар ярҙам йыйыу әле лә дауам итә.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Feb, 17:34


Минскиҙа Радий Хәбиров Борис Грызлов менән осрашты

Минскиҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара интеграция мәсьәләләрен тикшерҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Feb, 17:22


Радий Хәбиров Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Бөгөн 25-се тапҡыр Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 19:19


Өфөлә «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивале еңеүселәре билдәләнде

Күләмле сарала быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларында һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 69 ғаилә, барлығы ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Һырғалаҡ майҙансығында ойошторолған финал уйындарынан репортаж.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 19:09


Өфөлә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды

Сәйләндәрҙә - күңел нурҙарым. Ошо исем аҫтында бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Мәғариф ветеранының күптән түгел билдәгән юбилейы уңайынан ойошторолған экспозицияға ҡул эштәре менән бергә, хеҙмәт ҡаҙаныштары ла сығарылған.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 19:00


Башҡортостан ғалимдары яңы фәнни баҫмаларын тәҡдим итте

Рәсәй фәне көнө алдынан Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һуңғы ике йылда донъя күргән фәнни баҫмаларҙың исем туйын уҙғарҙы. Ғалимдарҙың хеҙмәте ярҙамында донъя илдәре Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәте, йолалары, фән һәм йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө хаҡында танып белә. Уларҙың тикшеренеүҙәре милли үҙенсәлекте һәм мәҙәни-ара диалогты нығытыу нигеҙе булып тора.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 18:52


Өфөлә отельерҙарҙы берләштергән тәүге форум үтте

Унда 200-ҙән ашыу бизнес вәкиле, туроператор саҡырылғайны. Фекер алышыуҙа ҡунаҡхаларға бәйле мөһим мәсьәләләр, уларҙың үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Отельерҙар панель дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, идара, туристарҙы йәлеп итеүҙә, хәүефһеҙлек мәсьәләһендә иң яҡшы практикаларҙы ҡараны.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 18:45


«Оса» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә икеләтә туй

Бер көндә ике байрам. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Оса» ҡушаматлы яугирҙың улы кәләш алды, ә ҡыҙы кейәүгә сыҡты. Икеләтә никах тантанаһы Өфөләге «Хәмзә» мәсетендә үтте. «Оса» ҡушаматлы яугир 2023 йылдың майында үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға махсус хәрби операцияға юллана.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 18:33


Минск һәм Өфө предприятиелары хеҙмәттәшлек киңәйтә

Башҡортостанда Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус предприятиеһы берлектә эшләй башлаясаҡ. Был килешеү ярҙамында республикала электр транспорты ике тапҡырға күберәк етештерелә башлаясаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белоруссия республиканың төп иҡтисади партнеры тип билдәләне. Ике республика араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм туризм йүнәлештәрендә ышаныслы хеҙмәттәшлек ойошторолған.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 18:23


Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән дә осрашты. Яҡтар төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһын ғәмәлгә ашырыу һорауҙарына туҡталды. Беларусь премьер-министры Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, сәнәғәт предприятиеларын асыу өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 18:10


Радий Хәбиров Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә республикалар араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары ҡаралды. Яҡтар араһында булдырылған үҙ-ара ышаныслы һәм һөҙөмтәле бәйләнештәр барланды.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 13:09


Ауыл халҡының үтенесе буйынса ФАП асылды

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты хаҡында депутат Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 12:04


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың туғандары маскировка селтәрҙәре үрә

Бының өсөн улар Саҡмағош районы үҙәгендәге Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына йыйыла. Алғы һыҙҙыҡтағы яугирҙарға ебәреләсәк маскировка селтәрҙәрен үреү уңайлы булһын өсөн махсус станок эшләнгән. Сарала һалдаттарҙың әсәләренә һәм ҡатындарына «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре психологик ярҙам күрһәтә.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 11:19


Республика йәмәғәтселеге Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 91 йыл тулыуҙы билдәләй

Бөгөн республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 91 йыл тулыуҙы билдәләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бер осорҙа эшләгән етәкселәр уның һәйкәленә сәскә һалды.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 11:09


Башҡортостанда йыл башынан 400-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән

Ҡыш йылы килеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда янғындар артҡан. Йыл башынан ғына 400-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән, уларҙа 28 кеше һәләк булған. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның пландан тыш ултырышында белдерелде.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 10:58


Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияға килде

Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияға килде. Эшлекле программа буйынса туғандаш республикалар араһында тиҫтәләгән килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белоруссия республиканың төп иҡтисади партнеры тип билдәләне.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 10:38


Тарихҡа ингән данлыҡлы ауыл

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы Ленин орденына лайыҡ булған «Йылайыр» совхозы менән дан тота. Унда йәшәгән халыҡ өсөн яҡшы шарттар булдырылырға тейеш, ти Башҡортостан хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Хәләф Ишморатов.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 09:38


Республика хужалыҡтары сәсеүгә әҙерләнә

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр тиеүҙәренсә, 2 миллион 800 мең гектар ерҙә эштәр ҡаралған. Бының өсөн 30 миллиард һум кәрәк. - Орлоҡ, яғыулыҡ, ашлама ҡиммәтләнә, эш хаҡы өсөн сығымдар арта. Федераль ауыл хужалығы министрлығынан ташламалы кредиттар бүленергә тейеш, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 08:02


Башҡортостанда ябылған баҙарҙар урынына йәрминкәләр ойошторола

2007 йылда 111 баҙар булған. 2024 йылдың декабрендә 32 генә ҡалған. Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, баҙарҙар һаны кәмеүе ҙур супермаркет һәм онлайн-сауҙа үҫеше менән бәйле. Конкуренция артҡан. Беҙҙең республикала әле 300-ҙән ашыу йәрминкә майҙансығы бар. Уларҙа 4 мең сауҙа урыны булдырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

07 Feb, 05:52


Өфөлә трамвай линияларын төҙөкләндереү башлана

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ошо турала белдерҙе. Бының өсөн республика бюджетынан 2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Йыл аҙағына тиклем проект-смета документтары әҙер була, ҡаланың көньяҡ өлөшөндә реконструкцияға старт бирелә. Сентябрҙә Өфөгә Мәскәүҙән 60-тан ашыу трамвай килтерелә. Улар тиҙ арала пассажирҙар йөрөтә башларға тейеш. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә ремонт эштәре 2025 йылдың аҙағында, 2026 йылдың башында башланырға тейеш. “Электр транспорты беҙҙең өсөн бик мөһим”, - тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 19:05


Өфөлә Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме бирелеүгә бәйле яҡташтар йыйыны уҙғарылды

Тантаналы сараға Башҡортостан Хөкүмәте, ҡала хакимиәте етәкселеге, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Почетлы ҡунаҡтар үҙ сығышында Ишембайҙың сәнәғәт үҫешенә бәйле тарихи мәғлүмәттәр, видеояҙмалар менән уртаҡлашты.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 18:54


«Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһында яңы маҡсаттар билдәләнде

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы һәм йәмәғәт ойошмаһының алдағы биш йылдағы проект эшмәкәрлеге буйынса «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһы уҙҙы.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6 съезында ойошманың Президиумы һәм Башҡарма комитеты составы яңыртылды. Әле ағзалар комиссияларға бүленгән, муниципаль берәмектәрҙә съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса йыйындар ойошторола.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 18:39


Өфөлә Алексей Касьянов Нәзиә Ишмөхәмәтованы 101 йәше менән тәбрикләне

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов Нәзиә Ишмөхәмәтованы 101 йәше менән тәбрикләне. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында тыуып үҫкән. 1941-1945 йылдарҙа ул СССР-ҙың Эске эштәр Халыҡ комиссариаты белгесе булып эшләй.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 18:32


Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәрби хәбәрселәр фотокүргәҙмәһе асылды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәрби хәбәрселәр фотокүргәҙмәһе асылды. Эштәрҙең күбеһен «Башинформ» агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәков тәҡдим итте.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 18:18


Саҡмағош районында йәшәүсе махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға баян моңдары яҙҙыра

Саҡмағош районы үҙәгендә йәшәүсе Марсель Әшрәпов махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға баян моңдары яҙҙыра. Хәрби музыканы башҡарған видеояҙмаларҙы ул былтырҙан алып атаһы - «Чикаго» ҡушаматлы яугир һәм уның хеҙмәттәштәренә арнап төшөрә. Марсель менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 18:01


Быйыл йәй Өфө үҙәгендә 1 мең 100 түләүле парковка урыны барлыҡҡа киләсәк

Был турала бөгөн журналистар менән осрашыуҙа баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, әлеге ваҡытта муниципаль контракттарға ҡул ҡуйылған. Ҡар иреү менән халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше башлана, мәғлүмәт системаһының ниндәй тариф һәм нисек эшләүе менән таныштырыу ҡарала. Шулай уҡ юлдарға тейешле билдәләр һәм тамғалар ҡуйырға кәрәк, - тине ҡала мэры.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 17:49


Радий Хәбиров «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Башҡортостан насар ишеткән кешеләр өсөн «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһын ҡаршылай. Ярышта ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәк башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, сарала илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу иң көслө спортсы сығыш яһай.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 17:05


Бөгөн Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин исемендәге «Диктор тауышы» төбәк-ара конкурсы үтте.

Бәйге еңеүселәре Линар Муралиев менән Айгүзәл Аслыева.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 11:49


Хәйбулла районында тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды. Интеллектуаль уйында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре - ике тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙ ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Feb, 11:34


Өфөлә яндан уҡ атыу буйынса асыҡ милли турнир үтте

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында яндан уҡ атыу буйынса асыҡ милли турнир үтте. Балалалар араһында тәүгә ойошторолған спорт сараһы мәғариф учреждениеһының 80 йыллығына арналды. Ярышта республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу уҡсы бәйге тотто.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Feb, 11:13


Парламент ултырышында дини татыулыҡ мәсьәләһе ҡаралды

Дини мөнәсәбәттәр, грант, медицина ярҙамы буйынса мөрәжәғәттәр. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың граждандар институты, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышының көн тәртибенә ошо һәм башҡа мәсьәләләр сығарылды.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Feb, 11:00


Радий Хәбиров Баймаҡ районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары, балаларының оло ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Feb, 10:45


Радий Хабиров «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хабиров Сибайҙа асылған «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән объект былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылғайны. Бында урындағы халыҡҡа эш табыу, өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, эшкә урынлашыу, резюме тултырыу буйынса консультациялар бирелә.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Feb, 07:49


Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу сифаты тикшерелде

Был мәсьәлә Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, 13 ғинуарҙан башлап мәктәп һәм балалар баҡсаларына 37 рейд ойошторолған. Ризыҡ лабораторияла тикшерелгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда етешһеҙлектәр кәмегән. - Учреждениеларҙа ашатыу сифатын күҙәтеү дауам итә. Шулай уҡ белем биреү ойошмалары ашнаҡсылары араһында һөнәри конкурс ойошторола, тип белдерелде ултырышта.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Feb, 07:23


Рәсәйҙә электр самокатында йөрөгән полиция патруле барлыҡҡа килде

Проект һынау үтә. Әле шәхси мобиль саралар Сочи урамдарын тикшергән ваҡытта файҙаланыла. Яҡын арала был тәжрибәне башҡа ҡалаларға ла таратыу ҡарала. Һынау уңышлы үткән осраҡта, электр самокаттары хоҡуҡ һаҡсылары өсөн киң ҡулланылған транспорт буласаҡ.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Feb, 07:18


Башҡортостанда 450 меңгә яҡын ғаиләгә Әсәлек капиталы тапшырылған

Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, был программа илдә 2007-се йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә республика ғаиләләренә 160 миллиард һумлыҡ сертификат бирелгән. Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Беренсе бала өсөн сертификат 676 мең һумға етте. Икенсе балаға тағы 217 мең һум өҫтәлә.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Feb, 06:47


Өфөләге "Еңеү" кинотеатрында реконструкция дауам итә

Черниковкала урынлашҡан бинаның нигеҙе нығытылған, ҡыйыҡта эштәр башҡарылған. Был турала Калинин район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Капиталь ремонт өсөн ҡала бюджетынан 235 миллион һум бүленгән. "Еңеү" кинотеатры 2000-се йылдан коммерция ойошмаһы ҡарамағында була. 17-се йылдың йәйендә ваҡытлыса ябылды. 2022 йылда бина Өфө йәш тамашасы театрына тапшырылды.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 18:59


Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәте»нең грант еңеүселәре күплеге буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе

Былтыр төбәктән 32 башланғыс конкурс еңеүсеһе тип табылған. «Беренселәр хәрәкәте»нән йәлеп ителгән грант күләме 124 миллион һумдан ашҡан. Был аҡсаларға тотош республикала алтмышҡа яҡын проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр тәбрикләнде.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 18:39


Башҡортостан туңдырмаһы экспортҡа сыға

Башҡорт һөтөнән етештерелгән татлы ризыҡ Вьетнам, Евразия иҡтисади союзы илдәренә, шулай уҡ Әзербайжан һәм Үзбәкстанға оҙатыла. Әле Ҡытай һәм Тайланд баҙарына сығыу мәсьәләһе хәл ителә. Етештереү ҡеүәтен арттырыуға «Башҡорт туңдырмаһы» компанияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән инвестиция проекты ярҙам итә. Уға ярашлы, предприятие базаһы тулыһынса яңыра, был туңдырманы етештереүҙе 20 процентҡа арттырырға мөмкинлек биргән.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 18:23


Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күпеҙә реконструкция дауам итә

Ҡала өсөн мөһим юл объектында күләмле төҙөлөш 50 процентҡа әҙер. Әле участкала 150 эшсе эшләй, тиҫтәләгән берәмек техника йәлеп ителгән. Реконструкция килешеү графигы буйынса алып барыла. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар көтөп алған Ағиҙел күпере быйыл август аҙағында асыласаҡ тип күҙаллана.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 18:13


Радий Хәбиров Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты. Биләмәлә медицина ярҙамы сифаты ла яҡшырған, яңы модулле участка дауаханаһы сафҡа индерелгән. Эш сәфәре барышында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы биләмәһендә күренекле дәүләт эшмәкәре, сирек быуатҡа яҡын БАССР-ҙың Министрҙар Советын етәкләгән Зәкәриә Аҡназаровҡа бюст та асылды.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 13:19


Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб ойошторола

Ул республика предприятиеларында вакансиялар булдырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Беҙҙә 120-нән ашыу студент отряды эшләй. Былтыр 4 меңгә яҡын кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, иртәгә Өфөлә студенттар фестивале үтә. Унда Башҡортостан һәм Рәсәй вуздарында белем алған ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнаша. Шулай уҡ ойошма һәм компания етәкселәре саҡырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 11:18


Ҡыштың йылы тороуына бәйле, республика йылға-күлдәренә рейдтар ваҡытынан алда башланыуы ихтимал

Ҡыштың йылы тороуына бәйле, республика йылға-күлдәренә рейдтар ваҡытынан алда башланыуы ихтимал. Иҫкәртеүсе саралар бөгөн Кушнаренко районының Сәрмәсән йылғаһында үтте. Эште урындағы хакимиәт ҡарамағындағы ҡотҡарыу хеҙмәте вәкиле алып барҙы. Ул күптән түгел махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 11:04


Бүздәк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә

Бөтәбеҙгә бер еңеү. Бүздәк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә. Гуманитар ылау әҙерләүгә барлыҡ учреждениелар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ ҡушылған.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 10:49


Башҡортостанда йәшәүселәр менән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары осраша

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы социаль мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү аҙналығы башланды. Башҡортостанда йәшәүселәр менән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары осраша. Аҙна дауамында ҡабул итеүгә килгән кешеләргә төбәктең социаль фонды һәм федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды, Рәсәй юристар ассоциацияһы кеүек ведомстволар һәм республиканың Кеше һәм Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәренә һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тыуҙырыла.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 10:34


Өфө заводы динамик подзарядкалы яңы «Электробус» линейкаһы сығарырға йыйына

Халыҡта улар «гармошка» тип йөрөтөлә. Был электробустарҙа тәпәш иҙән майҙаны ҙурайтылыуы аҙ мобилле граждандарға уңайлы. Навигация һәм климат-контроль системалары, видеокүҙәтеү, медиакомплекс - яңы троллейбустың яҡшы яҡтары күп. Улар бер зарядка менән 20 километр араны үтә ала. Модель Минск автомобиль заводы менән берлектә эшләнгән.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 10:23


Быйыл Башҡортостанда 94 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла

Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Ҡала мөхите сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә билдәләнде.Реновация «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса үтә һәм уға миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған Ленин исемендәге парк, Стәрлетамаҡта Киров исемендәге парк, Салауатта Космонавтар бульвары, шулай уҡ төбәктең башҡа мөйөштәрендәге йәмәғәт биләмәләре яңыртыла.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 07:58


Сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәрҙе атанылар

ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан 2 февралгә тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Роксалана, Сәлимә, Амилина, Богдана һәм Дияна. Малайҙарға Рауил, Абрам, Суан Ву һәм тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, Йәсминә, Эмилия, Ева, Амилия, Эмир, Мирон, Әмир һәм Михаил булған.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 06:33


Көнбайышта - "Евровидение", беҙҙә - "Интервидение"

Президент Владимир Путин быйыл халыҡ-ара музыка конкурсын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. "Интервидение" Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә үткәрелә. Илдәр араһында мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаты ҡуйылған. Конкурсты ойоштороу комитеты булдырыла, сараны уҙғарыу ваҡыты аныҡланмаған.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Feb, 06:06


Башҡортостан бокс федерацияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды

Юғары награда Бөтә Рәсәй боксерҙар форумында тапшырылды. Әле республикала 4 меңдән ашыу кеше бокс менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. 500 спортсы Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат, 23-ө спорт мастеры, икәүһе халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды, тип белдерәләр Спорт министрлығынан.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 19:08


Шишмә районы Дурасов ауылында Самат Вәлиев иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте

Ул Дурасов урта мәктәбендә 1977 йылдан 2002 йылғаса эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы чемпиондар быуынын тәрбиәләй. Улар иҫәбендә Сиднейҙа Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы Тимур Тайыпов та бар. Ул да тренер иҫтәлегенә дистанцияны үтте.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 18:53


Өфө районы Шамонин ауылында ҡышҡы уйындар үтте

Икенсе йыл рәттән ойшторолған байрамда урындағы халыҡ саңғыла, күңелле старттарҙа көс һынашты. Ҡышҡы уйындарҙы ойоштороуҙо өс ғаилә үҙ өҫтөнә алған - Барлыбаевтар, Ғилметдиновтар һәм Юлдашбаевтар сараның программаһын әҙерләп, ауылдаштарға байрам кәйефе бүләк итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 18:39


Бүздәк районы Ҡаран ауылында «Эх, самауыр сәйе» тамашаһы ойошторолдо

Эх, самауыр сәйе. Бүздәк районы Ҡаран ауылында ошондай исем аҫтында бай тарихлы, хуш еҫле, йырлы-моңло тамаша ойошторолдо. Кисә «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Ҡарандар быйыл абруйлы конкурстың республика этабына сыҡҡан. Әле ауылда көн һайын тиерлек ижади, фәнни, мәҙәни, спорт саралары үтә, был эшкә олоһо ла, кесеһе лә йәлеп ителгән

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 18:24


Башҡортостан юлдаш телеканалында Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмы күрһәтелә

Иртәгә, киске сәғәт 7-се яртыла Башҡортостан юлдаш телеканалында Рәсәй Геройы, «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмының премьераһы күрһәтелә.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 18:14


«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды

Яңы көс менән еңеү артынан. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ике аҙналыҡ отпускта булған. Ватан һаҡсылары әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытлы ял тиҙ үткән. Шуға ҡарамаҫтан, улар ғаиләләре һәм яҡындары менән осрашҡан, йорт мәшәҡәттәре менән булышҡан. Бынан тыш, улар хаттар яҙған уҡыусылары менән дә осраша. Илһөйәрлек дәрестәрендә хәрбиҙәр балаларға үҙҙәренең хеҙмәте һәм яу яланында полкташтары күрһәткән батырлыҡтар тураһында һөйләй.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 18:00


Яңауыл ҡалаһында 21 кешегә яңы йорттан фатир асҡысы тапшырылды

Өс ҡатлы йорт Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ярҙамында сафҡа ингән. 2024 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, федераль программа Нуриман, Борай, Илеш, Бәләбәй, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында әүҙем тормошҡа ашырыла. Был урындағы ойошма-предприятиеларҙы йәш кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә булышлыҡ итә.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 17:40


Башҡортостан Донбаста тыныс тормошто тергеҙеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә

Өсөнсө йыл шефлыҡҡа алынған Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч, шулай уҡ Донецк халыҡ республикаһы ҡалаларында эш алып барыла. Яңы төбәктәрҙәге объекттарҙы тәртипкә килтереүҙә беҙгә подрядсылар ярҙамға килә. Уларҙың береһе, «Төҙөлөш өлкәһендә берҙәм заказсы» компанияһы менән Мариуполдә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 07:28


Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ер өсөн сертификат бирелә

1 ғинуарға ҡарата улар 4 мең 450 кешегә тапшырылған. Һәр береһенең суммаһы - 250 мең һум. Сертификатты ер участкаһы, йә торлаҡ алыу өсөн тотонорға була, тип хәбәр итәләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан. 2020 йылдан Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең ер участкаһы, йә сертификат алыу мөмкинлеге бар. Сертификатты файҙаланыу ваҡыты сикләнмәгән.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 06:27


Башҡортостанда һаңғырау спортсылар араһында ҡышҡы спартакиада уҙғарыла

Ул 6 февралдә башлана һәм 10 көн дауам итә. Ярыштарҙы асыу тантанаһы 8 февралдә була. Илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Улар саңғыла йүгереү, сноуборд, хоккей, футзал, шахмат, керлинг, тау саңғыһы спортында көс һынаша. Вице-премьер-Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов белдереүенсә, - Башҡортостандың ҙур халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарын уҙғарыу тәжрибәһе бар, беҙҙә заманса спорт инфраструктураһы булдырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Feb, 03:22


Силәбе өлкәһе Арғаяш районында медицина кластары асыла

Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре район етәкселеге менән осрашты. Төп маҡсат – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу. Медицина университеты уҡытыусылары химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен дистанцион рәүештә алып барасаҡ. Был турала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенән хәбәр итәләр.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 18:54


Хәйбулла районы Федоровка ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районы Федоровка ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы. Уны яңы ғына ойошторолған «Таяныс» атайҙар клубы үткәрҙе. Балыҡ ҡармаҡларға күрше ауыл вәкилдәре лә килде, тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа булды.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 18:39


Өфөлә Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте

«Фатихамды бирәм һиңә». Тап ошо исем аҫтында «Торатау» Конгресс-холлында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Һөйләшеүҙә танылған әҙиптәр, музей-китапхана хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәтселәр, тел белгестәре ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 18:28


Ҡаңны ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы

Бүздәк башҡорттары ҡор йыйҙы. Ҡаңны ырыуы вәкилдәренең ҡоролтайы бөгөн район үҙәгендә үтте. Сарала ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар, Бүздәк районында алып барылған эштәр менән танышты.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 18:09


Үҙ проектыңа миллион һум: Өфөлә грант алыу буйынса интенсив үтте

Үҙ проектыңа миллион һумға тиклем нисек грант йәлеп итеү тураһында Өфөлә үткән интенсивта һүҙ барҙы. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Ресурстар үҙәге белгестәре грант шарттары һәм тәртибе менән таныштырып, ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһаланы. Тәжрибә уртаҡлашыуға республика район - ҡалаларынан 200-гә яҡын кеше килгәйне. Улар төрлө йүнәлеш буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 17:54


Асҡын районы ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре үрә

Дошман күҙенә күренмәй, тимәк,яугирҙарҙың ғүмерен яҡшыраҡ һаҡлай. Маскировкалау селтәрҙәренең яңы төрө махсус хәрби операция биләмәһендә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Был турала Асҡын районы хәрбиҙәренең береһе ҡайтҡан саҡта һөйләгән. Яҡташтары өсөн был ябай һүҙ генә булмай. Улар шунда уҡ пенопласт һәм капрон ярҙамында һаҡланыу сараһының яңы төрөн үрергә тотона. Ҡош осошонан ҡарағанда, селтәр аҫтындағы техника емерелгән бина ҡалдыҡтары һәм күмерләнгән кирбес кеүек тойола. Был эштә Асҡын ауылының беренсе мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла әүҙем ярҙамлаша.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 17:35


Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү программаһы ойошторолоуға - 5 йыл

Ошо ваҡыт эсендә республика трассаларында йөҙләп объект сафҡа индерелгән, иҫке биналар төҙөкләндерелгән. Кафе, дарыухана, йылы бәҙрәф, ҡунаҡхана, кибет төҙөлгән, башҡа уңайлыҡтар булдырылған. Рәсәй юл буйы сервистары исемлегендә иң яҡшы тәжрибә тип табылды.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 09:59


Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам: Ишбирҙелә фәһемле осрашыу һәм концерт үтте

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы биләмәһендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы үтте. Ошо уңайҙан фәһемле осрашыу, хәрби-патриотик концерт ойошторолдо.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 09:48


Ике аҙналыҡ ялдан һуң хәрбиҙәрҙең бер төркөмө йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды

Күптәр өсөн был иҫәп буйынса бишенсе отпуск булған. Мобилизация буйынса махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы ғаиләләре, дуҫтары оҙатты. Яугирҙар «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙандан хеҙмәт урынына тиклем уңайлы шарттарҙа биш автобуста бара.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Jan, 09:36


Өфөнөң Дим биҫтәһендә глэмпинг-парк төҙөләсәк

Проект менән «Инвестиция сәғәте»ндә «Феникс» компанияһы етәксеһе Евгения Машко таныштырҙы. Майҙансыҡты әҙерләүгә һәм рекреацион объекттар төҙөүгә 250 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында ер участкаһы һайланған һәм кәрәкле проект документацияһы әҙерләнгән.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 11:59


Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында «Йырлайыҡ әле» конкурсы уҙҙы

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы буйынса ойошторолған бәйге биш этаптан торҙо. Ҡатнашыусылар татар халыҡ, ретро һәм заман йырҙарын башҡарҙы. Композициялар тыуған илгә һөйөү, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ темаларына арналғайны.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 11:48


Туймазы районында «Локатор» ҡушаматлы яугир һәм уның кәләше Әҙиләнең никах тантанаһы үтте

Туймазы районының Төмәнәк ауылында «Локатор» ҡушаматлы яугир һәм уның кәләше Әҙиләнең никах тантанаһы үтте. «Локатор» ҡушаматлы яугир 22 йәштә. Алғы һыҙыҡҡа 2022 йылда, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткәндән һуң, контракт буйынса юлланған.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 11:36


Башҡортостандың МХО ветерандары ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогына» әҙерләнә

Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогына» әҙерләнә. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың күбеһе спортҡа килеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур еңеүҙәргә ирешкән. Йыйылма командала 15 ветеран, улар Өфө һәм Күмертау ҡалаларындағы спорт объекттарында саңғыла йөрөү һәм башҡа уйындар буйынса күнекмәләр үтә. Күләмле ярышҡа килгәндә, быйыл ул мартта Ханты-Манси автономиялы округында уҙғарыла.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 11:18


Баймаҡ районы Йомаш ауылы халҡы яугирҙарға ярҙам күрһәтә

Баймаҡ районы Йомаш ауылының «Һаҡмар» ирекмәндәр ойошмаһы хәрби операцияла ҡатнашҡан яүгирҙарға ярҙам күрһәтә. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар аҙыҡ-түлек, тәү кәрәк-яраҡтар, бетеүҙәрҙән торған ылау әҙерләгән.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 11:00


Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыу өсөн ғаризаны 1 февралгә тиклем тапшырырға мөмкин

Өфөлә төбәктең Мәғариф һәм фән министры рәйеслегендә сығарылыш класс уҡыусыларының иң мөһим һынауын ойоштороуға арналған матбуғат-конференция үтте. Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, быйыл имтиханды тапшырыу тәртибендә ҡәтғи үҙгәрештәр юҡ. Бер предмет буйынса имтиханды ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге һаҡлана. Бынан тыш, юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан өс түгел, ә дүрт имтихан талап итеүе ихтимал.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 08:12


Тәтешлелә МХО яугиры ғаилә ҡорған

Махсус операцияла Тәтешле яугиры ялға ҡайтҡанда һөйгәненә тәҡдим яһаған, ә ошо көндәрҙә йәштәр район ЗАГС-ында сәстәрен-сәскә бәйләгән. Был хаҡта район район хакимиәтенән хәбәр итәләр.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 06:44


Башҡортостан ҡыҙҙары һәм егеттәре Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһен яҡшыртҡан

Былтыр сығарылыш уҡыусыларының 73 проценты һынау билдәләрен үҙгәртеүгә ирешкән. Улар икенсе тапҡыр имтихан тапшырыу мөмкинлеген файҙаланған. Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн 1 февралгә тиклем ғариза бирергә кәрәк. 3 һәм 4 июль һынауҙарҙы ҡабаттан биреү көндәре булараҡ иғлан ителде. “Был мөмкинлек менән ҡулланыр алдынан ентекләп уйларға кәрәк. Сөнки тәүге һөҙөмтә юҡҡа сығарыла. Икенсе тапҡыр тапшырылған имтихан баһаһы ҡуйыла.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 06:24


Февраль айынан балалар пособиеһы арта

Был турала Социаль фондтан хәбәр итәләр. 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә йәшәү минимумы 15 процентҡа күтәрелде. Ул пособиеларға йоғонто яһай. Айлыҡ түләү суммаһы төбәккә ҡарап 1-2 мең һумға күтәрелә. Киләһе айҙан Рәсәйҙә 40-тан ашыу түләү, шул иҫәптән пенсия индексациялана.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 06:19


Башҡортостанда шағир һәм мәғрифәтсе ҡәбере һаҡланған статус алды

Уларҙың тәүгеһе - Баймаҡ ҡалаһында яҙыусы Мирхәйҙәр Фәйзи ҡәбере. Икенсеһе Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында мәғрифәтсе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Сәйетбатталов ерләнгән урын. Рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған документҡа ярашлы, һаҡланған объекттар янында капиталь төҙөлөш, ер эшкәртеү, мелиорация эштәре тыйыла.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 05:31


Парламент Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреүҙе хуплай

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорет фронтты тимер менән тәьмин итә. “Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөшө онотолмаҫҡа тейеш”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев. Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһында Белорет район Советы депутаттары ебәргән мөрәжәғәт иртәгә ҡарала. Был көндө парламентта пленар ултырыш үтә.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Jan, 03:03


Башҡортостанда быйыл 244 километр юл ремонтлана

Улар буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Бының өсөн 7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә, тип белдерелде "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Иң ҙур объекттарҙың береһе - Сибай-Аҡъяр юлы. Быйыл бында 36 километрҙа эштәр ҡаралған. Шулай уҡ Яңауыл менән Үрге Тәтешле араһында - 10 километр, Благовещен районында - 9, Хәйбулла районында - 7, Бөрйән районында 5 километр яңыртыла. Республикала үтә насар юлдар халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса билдәләнә. Был программа Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 19:08


«Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы» активистары уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Ултырышта Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм илдең башҡа төбәктәренән хәйриәселәр ҡатнашты. Союз ағзалары төрлө йүнәлештәр буйынса эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай ҙа төп иғтибар Ватан һағында торған яҡташтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 18:54


Ейәнсура районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ира-Магнитогорск юлында «Land Rover» автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Hyundai Solaris» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә һуңғы иномарканың 32 йәшлек водителе ваҡиға урынында вафат була. Внедорожникҡа идара иткән 29 йәшлек ҡатын тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Фажиғәле осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 18:39


Башҡортостан яугирҙарының ижади мираҫы музейҙарға һәм китапханаларға тапшырыла

Ижад аша Еңеүгә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре, хикәйәләре һәм шиғырҙары менән өсөнсө йыйынтыҡ баҫтырҙы. Унда 58 авторҙың ижады менән танышырға мөмкин, араларында Башҡортостан яугирҙарының әҫәрҙәре лә бар. Автрҙар мөхәббәт, дуҫлыҡ, юғалтыу, һағыныу темаларын күтәрә. Республика Хәрби Дан музейында яңы йыйынтыҡтың презентацияһы үтте.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 18:24


Беҙ еңербеҙ: фронт хаты тарихтың тере шаһиты булараҡ һаҡлана

«Беҙ еңербеҙ... Бер үк борсолма, әсәй». Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың ошондай юлдар менән яҙылған һуңғы хаты 83 йылдан һуң дәүләт һаҡлауына алынды. Туғандары теләге буйынса ул «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ижади төркөмө ярҙамында Республика Хәрби дан музейына тапшырылды.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 18:09


Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә

Хәрбиҙәр һәм гуманитар колонналар өсөн юлдарҙы минанан таҙартыу, биләмәне тыныс тормош өсөн әҙерләү. Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә. Киләһе сюжет ошондай инженер-штурмлау подразделениеларҙың береһенең командирына арналған. Һалдатты өйөндә ғаиләһе түҙемһеҙләнеп көтә.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 17:54


Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға

2024 йылдың 1 декабренә тиклем Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр өсөн Өфөләге «Защитник» үҙәге көн һайын эшләй. Бында 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла көтәләр. Декабрь аҙағында Башҡортостан башлығы указы менән менән хәрбиҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы артты.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 17:39


Өфө ҡалаһы Волга буйы федераль округының иң ҙур транспорт үҙәге булыуы ихтимал

Әле үк ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү динамикаһы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Ҡатнашыусылар төбәк биләмәһендә тимер юл транспортын үҫтереү мөмкинлектәрен ентекле тикшерҙе. Һүҙ тәү сиратта юл инфраструктураһын, шулай уҡ составты яңыртыу хаҡында барҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 14:03


Яугирҙарға — тәмле күстәнәс

Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән бергә яугирҙарға күстәнәсәкә 25 ҡап тәмле сәк-сәк әҙерләгән.

— Уҡыусылар ҡыуанып эшкә тотондо, үҙҙәренең аш-һыуға һәләтен һәм, әлбиттә, яугирҙарға ярҙам итеү теләген күрһәтте. Беҙҙең ил һаҡсылары сәк-сәкте ашап, өй йылыһын тойһон, — ти ашхана мөдире Фәнирә Шәйәхмәтова.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Jan, 11:58


Республикала “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү системаһы киңәйтелә

Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Статистика буйынса иң күп янғын осраҡтары унда теркәлә. Благовещен районына бер камера ҡуйыла. Ҡоролма ут һәм төтөн сыҡҡан урынды теркәй, мәғлүмәтте идара итеү серверына тапшыра. Белгестәр тиҙ арала килеп етеп, янғынды һүндерә ала.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 11:07


Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты рекордын ҡуйҙы

Юлаевсылар легионеры «Авангард» менән һуңғы уйында 3 шайба индерҙе һәм быйылғы миҙгелдә дүртенсе тапҡыр хет-трик яһаны. Быға тиклем өсәр хет-трик менән юғары ҡаҙанышты Владимир Тарасенко, Найджел Доус, Илья Ковальчук һәм Дмитрий Яшкин бүлешә ине. Яҡташыбыҙ шулай уҡ Владимир Тарасенконың хет-триктар һаны буйынса рекордын ҡабатланы.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 10:52


Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй

Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы Диана Гәрәева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй. Бүләкте ҡулына алған алғы һыҙыҡтағылар ябай ғына уйынсыҡтарҙа өй йылыһын тойоуын билдәләй. Уларҙы бетеү итеп кеҫәләрендә лә йөрөтә. Ҡыҙ бәйләмдәрҙе былтыр бәйләй башлаған. Ырғаҡ менән оҫта эш итергә уны әсәһе өйрәткән.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 10:42


Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә

«Салауат Юлаев» кубогы өсөн илдең төрлө төбәктәренән 14 команда дәғүә итә. Тәүге көндә спортсылар уҡыу башняһына баҫҡыстан ваҡытҡа күтәрелһә, бөгөн «ике алыш» ойошторола. Шулай уҡ программа буйынса «ҡаршылыҡтар һыҙаты»н үтергә ҡалған. 138 ҡатнашыусы араһында спорт мастерҙары күп булғанға, ярыш та көсөргәнешле бара.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 10:27


Республикала Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы заявкалар ҡабул ителә

Күпселек район-ҡалалар конкурс комиссияһына тәҡдим итәсәк проекттарҙы һайлаған. Ейәнсура районының Ишемғол ауылы урындағы Еңеү паркын төҙөкләндермәксе.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 10:12


Өфөнөң Нуғай ауылында күп функциялы үҙәк асылды

Заманса талаптарға яуап биргән үҙәк Рощинская урамы 15\5 адресы буйынса эшләй. Офиста 450-нән ашыу муниципаль һәм дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өсөн өс тәҙрә ойошторолған. Урындағы халыҡ Өфө үҙәгенә йөрөмәй документтар менән бәйле хеҙмәттәрҙе Нуғай ауылы биләмәһендә башҡара ала.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 10:01


Башҡортостанда яңыртылған халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре һаны арта

Бөгөн Башҡортостанда яңыртылған 50 халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшләй, быйыл тағы ла төҙөкләндерелгән 18 учреждение асыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 08:33


Һунар менән шөғөлләнергә теләүселәр мотлаҡ имтихан тапшырырға тейеш була

1 сентябрҙән шундай талап көсөнә инә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, билет алыу өсөн теория һорауҙарына яуап бирергә кәрәк, шулай уҡ ҡоралды ҡуллана белеү тикшерелә. Башҡортостанда 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 05:10


Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре Брайль шрифы менән нәшер ителә

Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы әҙерләгән проект Президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Уға ярашлы, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн композиторҙар әҫәрҙәренең нота-музыка баҫмаларын уҡыу мөмкинлеге булдырыла. Был уларҙың музыкаға һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Брайль шрифы менән нәшер ителгән баҫмалар Башҡортостанда 14 уҡыу йортона тапшырыласаҡ.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Jan, 04:04


Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 300 тонна аҙыҡ әҙерләнгән

Айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларға ҡышлау өсөн бөтә шарттар булдырылған. “Урман кейектәренә ҡышты еңелерәк үткәреү өсөн ашлыҡ, бесән, еләк-емеш һалына”, - тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ҡырағай хайуандарҙы ашатыу айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларҙың популяцияһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ти белгестәр.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 19:13


Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә

Милләт һәм конфесссия-ара татыулыҡ өлгөһө. Бөрйән районының төрлө милләт халыҡтары йәшәгән Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл әле күмәк эштәрҙән, төрлө сараларҙан гөрләп тора. Урында спорт ярыштары ла, мәҙәни программалар ҙа, патриотик рухтағы кисәләр ҙә ойошторола.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 18:58


Башҡортостанда өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп 200-гә яҡын кеше зыян күргән

«ӨфөХаус» төҙөлөш компанияһы килешеү буйынса граждандарға әҙер йорттарҙың асҡыстарын тапшырырға тейеш булған. Әммә республиканың төрлө раойндарында төҙөлөш эштәре уҙған йылдың авгусында туҡтатылған, компания етәкселеге бәйләнешкә сыҡмай, уларҙың офисы ябылған.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 18:44


«Белый» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә шатлыҡлы яңылыҡ – улы тыуҙы

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итеүсе «Белый» ҡушаматлы яугирҙың улы тыуған. Атай кеше фронтта булғанлыҡтан Бала табыу йортонан сабыйҙы «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты ағзалары ҡаршы алды.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 18:35


Махсус хәрби операция башланыу менән «Беҙ бергә» девизы менән тылда халыҡ берләште

Баймаҡ районы халҡы һалдаттарға ярҙам итеүҙе бер минутҡа ла туҡтатмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 18:22


Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы

Өфөнөң Ленин районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Һуңғы өс йылда райондан Ватан һағына 600-ға яҡын кеше баҫҡан, уларҙың күп өлөшө - ирекмәндәр һәм контракт төҙөүселәр. Район хакимиәтендәге һәр бер хеҙмәткәргә бер яугир ғаиләһе теркәлгән, улар төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә бурыслы. Район даими рәүештә фронт биләмәһенә гуманитар ылау оҙата. Ирекмәнлек эшендә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуарҙар тантаналы сарала Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 18:09


Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған

Евразия киңлегендә яңы техника. Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған. Ошо маҡсатта Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең машиналар төҙөлөшө йүнәлешендәге компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 17:50


Луганск Халыҡ Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булдырылды

Ул Красный Луч ҡалаһында урынлашасаҡ. Был туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңы структура Башҡортостан менән Луганск Халыҡ Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеү менән шөғөлләнәсәк. Башҡортостан башлығы хакимиәтенә ойошманың структураһы һәм штат һаны буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 13:38


Өфөлә хужаһыҙ хайуандарға ярҙам буйынса акция уҙғарыла

Ул ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев башланғысы менән ойошторола. 25 ғинуарҙа Урмансылар паркында приюттарҙа аҫралған эттәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыла. Аҙыҡ-түлек, медицина препарттары, уйынсыҡтар килтерергә була. Тәүге тапҡыр был акция уҙған йылдың декабрендә үтте. Уны ай һайын уҙғарыу планлаштырыла.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 10:29


Башҡортостанда исемен алмаштырырға теләүселәр һаны артҡан

Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса уҙған йылда 4 мең 456 кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Был 2023 йылдағынан 17 процентҡа күберәк. Исем алмаштырыусыларҙың күбеһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларында теркәлгән.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 10:27


Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранттары роботты башҡортса һөйләшергә өйрәткән

Тимер ярҙамсының телмәр һүҙлеге әлегә ҙур түгел, тик ғалимдар уны камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Киләсәктә иһә ул Евразия кампусында башҡортса экскурсиялар ойошторорға тейеш, тигән маҡсат ҡуйылған.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Jan, 10:12


Башҡортостанға яҡынлашып килгән сатлама һыуыҡтар һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙә дәрестәр туҡтатылыуы ихтимал

Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Метеорологтар фаразлауынса, яҡын арала төбәктә һауа температураһы түбәнәйеүе көтөлә. Шуға ла ауыл ерендәге башланғыс кластар - 23, ҡалала - 25, 5-9 кластар - ауылда - 25, ҡалала 27, өлкән кластар ауылда - 30, ҡалала 32 градусҡа тиклем һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 18:57


Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте

Бөрйән башҡорттары ҡор йыҙы. Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Һөйләшеү милли ойошманың алтынсы съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, ҡоролтай проекттарында ҡатнашыу, мәғлүмәт һуғышына ҡаршы көрәш һәм башҡа мөһим бурыстар тураһында барҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 18:43


«Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ

Башҡортостандан Лас-Вегасҡа. «Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ. Матурлыҡ бәйгеһендә Ауырғазы районында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәгән Гөлназ Ғәбитова ҡатнашасаҡ. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлназ Лас-Вегаста үтәсәк ярышҡа әҙерлек барышы менән таныштырҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 18:27


Хәлил ауылында 4 айҙа яңынан төҙөлгән заманса мәсет асылды

4 ай ҙа 10 көн тигәндә яңы мәсет. Әбйәлил районы Хәлил ауылында 6 сентябрҙә янып көл-күмергә әйләнгән мәсет урынында заманса иман йорто үҙ ишектәрен асты. Был объектты халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, Хәлил ауылы кешеләренең йүнселлегенә һәйкәл тип әйтергә мөмкин. Сөнки төҙөлөшкә һәр кем үҙ өлөшөн индергән: берәүҙәр ҡул көсө, икенселәре аҡсалата, өсөнсөләре һүҙ менән булышлыҡ иткән. Мәсәғүт Мортазин исемендәге Хәлил ауылы мәсетен асыу тантнаһынан репортаж.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 18:15


Иглин районында махсус хәрби операция яугиры Вячеслав Чудов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Вячеслав Евгеньевич Рәсәй тимер юлдары компанияһының 49-сы юлсылар машина станцияһында эшләй. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Яҡташыбыҙ былтыр апрелдә яу яланында һәләк була. Фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул вафатынан һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Вячеслав Чудов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ул эшләгән станция бинаһына беркетелгән.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 17:59


Миәкә районы ауылдары махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй

Берҙәмлектә беҙҙең көс. Миәкә районы ауылдары махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Әйберҙәр алғы һыҙыҡтағы яҡташтары һорауы буйынса тупланған. Бынынң өсөн махсус штаб булдырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 17:49


Павловка һыуһаҡлағысында ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙең хәүефтәре тураһында иҫкәртәләр

Боҙҙа ҡаргиҙәрҙә елдереү хәүефле. Павловка һыуһаҡлағысында ғына һуңғы айҙа үҙйөрөшлө техника менән бәйле ике күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Тулыһынса туңып етмәгән йылғаларҙа фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 17:32


Радий Хәбиров Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәүсе Диана Ғәзина тураһында яҙған

Республика башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәүсе Диана Ғәзина тураһында яҙған.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 09:48


Башҡортостанда Яңы йыл алдынан 175 шыршыны рөхсәтһеҙ ҡырҡҡандар

Урман хужалығы министрлығы "Шыршы" операцияһы һөҙөмтәләрен иғлан итте. Ул 25 ноябрҙән 8 ғинуарға тиклем уҙғарылды. 1 мең 700-ҙән ашыу рейд ойошторолған, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар тотолған. Урманға зыян 1 миллион 600 мең һумға баһаланған.

БСТ | Яңылыҡтар

18 Jan, 05:08


Шыршыларҙы утилләштереү буйынса акция башланды

Өфөлә бөгөн һәм иртәгә, шулай уҡ 25 һәм 26 ғинуарҙа Яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса экология акциялары ойошторола. Байрамды биҙәгән урман ҡупшыҡайҙарын баш ҡаланың һәр районында махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға була. Акцияның маҡсаты- граждандар иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеү һәм ҡулланылған шыршыларҙы икенсел эшкәртеүгә оҙатыу.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 18:57


Башҡортостан йәмәғәтселеге Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты

Башҡортостан йәмәғәтселеге телевидение ветераны, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты. Уға 75 йәш ине.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 18:49


Өфө районы Жуков ауылында яңы табип амбулаторияһы асылды

Медицина учреждениеһында терапевт, акушер-гинеколог, балалар табибы ҡабул итеү ойоштора. Шулай уҡ көндөҙгө стационар эшләй. Объектты асыу тантанаһынан репортаж.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 18:36


Бәләбәй районынан сираттағы ылау Махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте

Тыуған яҡтың ҡайнар сәләме. Бәләбәй районынан сираттағы ылау Махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Гуманитар миссияны Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Караберов етәкләне.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 18:23


Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары киңәйтелә

Махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләрҙе берләштереү, йәрәхәтләнгән яугирҙарға психологик ярҙам күрһәтеү өсөн белгестәр әҙерләү, адаптив спорт үҙәктәре ойоштороу. Был Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү йылын үткәреү буйынса Ойоштороу комитетының тәүге ултырышында тәҡдим ителгән башланғыстарҙың бер нисәүһе. Эшлекле һөйләшеүҙә Башҡортостан башлығы, Хөкүмәт ағзалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 17:56


Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баҡалы районында булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баҡалы районында булды. Көн тәртибендә республика етәксеһе йомортҡа етештереүҙә махсуслашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Район үҙәгендәге хужалыҡта тауыҡтар тәүлегенә 90 мең йомортҡа һала. Инвестиция проекты буйынса фермала һуңғы ике йылда производство йыһаздары яңыртылған, комплекс майҙаны киңәйтелгән. Бынан тыш, эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ахман ауылында капиталь ремонтан һуң асылған мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Баҡалы ауылындағы «Хәрби дан» паркында булды, халыҡ менән аралашты.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 14:54


Белорет юлының бер өлөшөндә мобиль элемтә булдырылды

Архангел һәм Ҡолмас ауылдары араһында 6 станция урынлаштырылды. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был эштәр милли проект буйынса башҡарылған. Элек бында элемтә булманы. Хәҙер Терекле, Ҡурғаш, Күлтабан, Ҡолмас, Уҫаҡлы ауылдары халҡы мобиль телефон ҡуллана ала. Киләсәктә Инйәр-Белорет араһында 5 элемтә станцияһы урынлаштырыу планлаштырыла.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 11:34


Аҡъяр ауылында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса район-ара турнир үтте

Махсус хәрби операция геройҙарына арналған ярышта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында көслөләр асыҡланды. Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу - башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Һуңғы йылдарҙа спорттың был төрө республика төбәктәрендә киң танылыу алды. Хәйбулла районында ойошторолған бәйгелә хужаларҙан тыш, тағы ла тиҫтәгә яҡын төбәктән 50-нән ашыу кеше ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 11:18


Урындағы башланғыстар программаһы Миәкәлә 117 мәсьәләне хәл итте

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында һуңғы йылдарҙа Миәкә районында йәмғеһе 117 мәсьәлә хәл ителгән. Быйыл да төбәк ауылдары республика проектына ҡушылырға теләк белдергән. Улар ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү, һыу селтәрҙәрен яңыртыу кеүек һәм башҡа бурыстар ҡуйған.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 09:34


Башҡортостан сит илдәргә 426 мең тонна иген һатҡан

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса шундай һан иғлан итте. Тауар 20 илгә оҙатылған. Башҡортостан игенен Әзербайжан, Беларусь, Бельгия, Германия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай күпләп алған. Башҡортостанда "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" тигән милли проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 07:59


Башҡортостан шәкәр заводтары уҙған йыл уңышын эшкәртеп өлгөрә алмай

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, рекорд уңыш булған, 2 миллион 600 мең тонна йыйылған. Бөгөнгә уның яртыһы ғына эшкәтелгән. Көндәр йылыта башлауға ике ай ҡалды, сөгөлдөрҙөң бер өлөшө эшкәртелмәйәсәк. Бындай уңыш булғаны юҡ ине. Норма 1 миллион 700 мең тонна. Был да республика ихтыяжынан 6-7 тапҡырға күберәк, - тине ул. Быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙаны 10 мең гектарға кәметелә.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Jan, 07:34


Мәктәп уҡыусыларының яҙғы каникулы 9 көн була

Уҡыу календарына ярашлы, ял 29 мартта башлана һәм 6 апрелгә тиклем дауам итә. Уҡыусылар өсөн иң оҙон өсөнсө сирек башланды. Иң ҡыҫҡа сирек йәй алдынан буласаҡ.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 19:00


Өфөлә Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле башҡорт шағиры, журналист һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар шәхестең тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 18:53


Өфөлә Башҡортостандың бер төркөм журналистары ведомство наградалары менән бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостандың бер төркөм журналистары ведомство наградалары менән бүләкләнде. Тантаналы сарала республика кимәлендә матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған төрлө конкурстарға йомғаҡ яһалды. БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова «Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу» бәйгеһендә беренсе урын алһа, рус редакцияһынан коллегаларыбыҙ араһында Артур Шәмсетдинов менән Эмиль Басареев «Алға» айырым иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә арналған репортаждар конкурсы еңеүселәре тип танылды.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 18:44


Дүртөйлө районының Түрбейек ауылы халҡы яңы мәҙәниәт йортон туйланы

Заман талаптарына яуап биргән бина «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса төҙөлгән. 15 йыл клубһыҙ йәшәгән халыҡ өсөн ул ҙур бүләк.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 18:28


27 йыллыҡ тәжрибә һәм һөнәренә һөйөү: Марат Ҡотлоевтың хеҙмәт юлы

Хеҙмәт геройҙары беҙҙең арала. «Яңылыҡтар» редакцияһына Ҡариҙел районы пассажирҙары тәжрибәле һәм иғтибарлы водителде төшөрөп күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Марат Ҡотлоев Ҡариҙел-Өфө маршруты буйынса 27 йыл пассажирҙар ташый. Уның хеҙмәтен пассажирҙар ҙа, предприятие етәкселеге лә юғары баһалай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 18:17


Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре пилотһыҙ осоу аппараттары тәьҫирендә ҡалды

Ете субъект властары дрондар һөжүме тураһында хәбәр итте, тағы бер губернатор дошмандарҙың ракета һөжүме яһарға маташыуы тураһында белдерҙе. Зыян күреүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Айырым төбәктәрҙә объекттарға зыян килтерелә. Өфө, Ҡазан, Калуга, Һарытау, Тамбов һәм тағы ла биш ҡала аэропорттарында рейстарҙы ҡабул итеүгә һәм ебәреүгә ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә. Бер үк ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яңы һөжүмдәр ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Шулай уҡ белгестәр дрондар һөжүм иткән осраҡта ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәңәш итә.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 17:50


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә 40 төр ярҙам ҡаралған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуйҙы. Бөгөн республикала төрлө өлкәләргә ҡағылған 40 ярҙам сараһы әҙерләнгән.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 11:44


БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллинаның туған телдәр буйынса репортажы иң яҡшыһы тип табылды

БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында беренсе урын алды.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 10:58


Рәсәйҙә сығарылыш уҡыусылары өсөн дәүләт аттестацияһын үткәреү ваҡыты асыҡланды

Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, 11 кластар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа башлана. Математиканан 27 майҙа, рус теленән 30 майҙа һынау үтә. 9-сы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы 21 майҙан 16 июнгә тиклем дауам итә. 1 февралгә тиклем сығарылыш уҡыусылары имтихан тапшырыу буйынса ғариза бирергә тейеш.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 10:53


Өфө урамдарындағы тәртипте Ситуация үҙәге көйләй

Баш ҡала хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан берҙәм система ғәҙәттән тыш хәл, урамдарҙы таҙартыу, юл тығындары менән бәйле оператив мәғлүмәтте туплай. 117 экран аша йыйылған мәғлүмәт нигеҙендә белгестәр иғтибар талап ителгән проблеманы тиҙ арала хәл итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 10:42


Чат-бот ярҙамында тағы ла бер иҫерек водитель ҡулға алынды

Эскән ирҙең рулгә ултырыуын Ишембайҙан битараф булмаған кеше домофон камераһы аша күреп ҡала. Был хаҡта ул шунда уҡ дәүләт автоинспекторҙарына хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала урынға сығып, урамдарҙың береһендә автомобилде туҡтата. 31 йәшлек водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта, бының өсөн уға административ протокол төҙөлә.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 10:34


Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотланы

Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Учреждение асылғандан алып, йыл ярым эсендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар аша ауыр, ҡатмарлы сирҙәрҙән яфаланған, паллиатив ярҙамға мохтаж 1 меңдән ашыу өлкән кеше һәм 200-гә яҡын бала үткән.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 10:31


Башҡортостанда фатирҙа хайуандар һанын сикләргә тәҡдим итәләр

Республика {өкүмәтендә ошондай ҡарар проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, торлаҡтың һәр 18 квадрат метрында бер эт, йә ике бесәйҙән артыҡ аҫрарға ярамай. Шулай уҡ эттәр урамда хужаһыҙ йөрөмәҫкә тейеш. Уларҙы приютҡа оҙатасаҡтар. Йәмәғәт транспортында эттәрҙең мотлаҡ бәйле һәм морондоҡло булыуы шарт.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 10:13


2026 йылда Өфөлә Дәүләт циркы төҙөкләндерелә башлай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә финанслау алған саҡта ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн эш проектын өйрәнергә ҡушты. Бынан тыш, ул республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театрын реконструкциялауҙы башлау өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыу тантанаһында ҡатнашырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Jan, 07:28


Башҡортостанда һыу буйҙарында хәүефһеҙлеккә иғтибар арта

Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 247 миллион һум тотоноу ҡаралған. 250 -нән ашыу пляж булдырыу мөмкинлеге бар. Башҡортостан рәсми йыһазландырылған һыу инеү урындары буйынса Волга буйы округы төбәктәре араһында беренсе урында. Беҙҙең республикала 174 пляж булдырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Jan, 18:59


Өфөлә Сергей Ғимаев кубогына хоккей буйынса турнир уҙҙы

Башҡортостанда йыл һайын Сергей Ғимаев кубогына хоккей буйынса турнир уҙа. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. 1 ғинуарҙа легендар шәхескә 70 йәш тулған булыр ине.
Сергей Ғимаев иҫтәлегенә арналған хәйриә матчы «Өфө-арена»ла үтте. Уйындың Башҡортостанда уҙыуы берҙә осраҡлы түгел, сөнки Сергей Наил улы хоккейҙағы тәүге аҙымдарын баш ҡалала башлай.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Jan, 18:48


Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә «Йәшел шәмбе» экологик акцияһы уҙҙы

Сарала туҡыма ҡурсаҡтар, шәмдәр һәм ағастан картиналар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Активистар кәрәкмәгән кейем-һалым ҡабул итте. Йыйылған әйберҙәр икенсел эшкәртеүгә ебәреләсәк, ә уларҙың бер өлөшө ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәгенә тапшырыла.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Jan, 18:39


Өфө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алыуға дәғүә итә

Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Әле Бөтә донъя һөнәрселек советының жюри ағзалары эш сәфәре менән Өфөлә. Улар төрлө йүнәлештә ижад итеүсе оҫталар менән осраша, баш ҡаланың һөнәрселек йүнәлешен баһалай. Уның һөҙөмтәләре буйынса, юғары исемде биреү һорауы хәл ителәсәк.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Jan, 18:14


Өфөлә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды

Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһендә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды.
Таныҡлыҡ махсус хәрби операция ветерандарына тапшырыла, улар ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителгән.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Jan, 17:57


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырыласаҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылында дәүләт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек бермә-бер артасаҡ. Был турала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әле төбәктә махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡырҡтан ашыу ярҙам төрө күрһәтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр ведомство был исемлекте киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.

БСТ | Яңылыҡтар

13 Jan, 13:26


Ейәнсурала МХО яугиры әсәй булған

Ейәнсура районынан МХО-ла ҡатнашҡан «Юна» позывнойлы яугир әсәй булған.

Резеда – табип. МХО зонаһында госпиталдә хирург ярҙамсыһы булып эшләй. Уның һиҙгер ҡулдары күп кенә яралыларҙы аяҡҡа баҫтыра, яугирҙар барыһы ла «Юна»ға оло бәхет теләй. Теләгән изге теләктәр ысынлап та Яңы йыл байрамдарында тормошҡа аша.

6 ғинуарҙа Иҫәнғол ауылында Резеда өсөнсөгә әсәй була. Бәпескә ата-әсәһе Арсений тип исем ҡушҡан. Ғаиләлә тағы ла Искәндәр һәм Илнария исемле балалар тәрбиәләнә. Сабыйҙар ҡустыһы тыуыуына һәм, әлбиттә, әсәһенең өйҙә булыуына ҡыуанып бөтә алмай.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 19:13


Илеш районы Бишҡурай ауылында йәшәүсе Әнисә Хафизова 100 йәшлек юбилейын билдәләй

Илеш районы Бишҡурай ауылында йәшәүсе Әнисә Хафизоваға - 100 йәш. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән ханым юбилейын үҙ йортонда, ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалары менән ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙеү - былар барыһы ла Әнисә Закир ҡыҙын да урап үтмәй. Ләкин белем алыу, уҡытыу хыялы көслөрәк була. Төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 18:59


Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың быйылғы еңеүселәре тәбрикләнде

39-сы тапҡыр ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан тыш, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан республикаһынан 316 уҡыусы ҡатнашҡан. Еңеүселәргә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә, аҡсалата премия тапшырылды.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 18:49


Республика йәмәғәтселеге Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙатты. Мәрхүм менән хушлашыуға сәйәсмәндәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, журналистар, уның хеҙмәттәштәре һәм студенттары йыйылды. 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм публицистик мәҡәләләр, башҡортса сканвордттар авторы булараҡ билдәле Илдар Ғәбитов тыуған яғы Әбйәлил районы Буранғол ауылы зыяратында шәмбе ерләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 18:35


Өфөлә махсус хәрби операция барышын яҡтыртҡан республика журналистары бүләкләнде

Беҙҙең менән бергә булыуығыҙ өсөн рәхмәт! «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командованиеһы махсус хәрби операция барышын яҡтыртҡан республика журналистарына рәхмәт белдерҙе. Бүләкләнеүселәр араһында - журналистар десанты составында барған шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллина, коллегабыҙ, БСТ каналы журналисы Гүзәл Хәмитова ла бар. Тиҫтәләрсә телесюжет, тапшырыуҙар һәм гәзит-журналдар өсөн махсус яҙылған мәҡәләләр Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә әҙерләнгән.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 18:21


Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтан Матвей Ғәлиуллиндың машинист булыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашырҙы

Был «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында мөмкин булды. 5 йәшлек малай поездар менән ҡыҙыҡһына, киләсәктә һөнәрен дә ошо йүнәлеш менән бәйләргә теләй. Бөгөн тимер юл хеҙмәткәрҙәре малайҙы, әсәһе һәм өләсәһе менән бергә ҡаршы алып, «Финист» электропоезын күрһәтте. Уға Яңы йыл күстәнәсе лә тапшырылды. Матвей машинист кабинаһында булып, уның эсендәге йыһаздар менән танышты.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 18:04


Баш ҡалала Аксаков шыршыһы үҙҙы

Аксаков шыршыһы дуҫтарын йыя. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы башланғысы менән 5 йыл элек нигеҙ һалынған проект хәҙер йылдың иң йылы, иҫтәлекле сараларының береһенә әйләнгән. Быйыл Аксаков шыршыһына республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын бала саҡырылған. Улар физик мөмкинлеге сикәләнгәндәр һәм махус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Хәйриә акцияһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Балалар яратҡан әкиәт геройҙары менән фотоға төштө, аквагрим менән биттәренә биҙәктәр яһатты, шыршы тирәләй әйләнде, «Щелкунчик» спектаклен ҡараны.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 17:45


Башҡортостан колледждарында 2 мең өҫтәмә бюджет урындар барлыҡҡа киләсәк

Улар башлыса иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәренә эшсе һәнәрҙәр әҙерләүгә тәғәйенләнә. Был турала Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында белдерҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 10:59


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың быйылғы еңеүселәре тәбрикләнде

39-сы тапҡыр ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан тыш, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан республикаһынан 316 уҡыусы ҡатнашҡан. Еңеүселәргә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә, 7 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Шулай уҡ киләсәктә ул уҡыусыларға Республика юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл да бирә.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 10:46


Йылдың тәүге эш аҙнаһында Константин Толкачев депутаттар менән кәңәшмә уҙғарҙы

Йылдың тәүге эш аҙнаһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттар менән кәңәшмә уҙғарҙы. Көн тәртибенә парламенттың яҙғы сессияға эш планы сығарылды. Депутаттар ҡарамағына 65-кә яҡын закон проекты тәҡдим ителде. Уларҙы яҙғы сессия дауамында ҡарау күҙаллана.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 10:24


Республика юлдарында транспорт хәрәкәте өсөн барлыҡ сикләүҙәр ҙә алынған

Һауа шарттарына бәйле, кисәнән алып сикләүҙәр 12 юл участкаһында индерелгәйне. Хәл айырыуса ҡатмарлы юл участкаларында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары тарафынан дежур постар ойошторолған, йылытыу пункттары йәйелдерелгән. Төндә ҡотҡарыусылар М-5, М-7 трассалары һәм һәм Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юл-транспорт осрағына тарып туңа башлаған 5 кешегә ярҙамға килгән.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 07:34


Башҡортостанда китапханалар ремонтлана

2019 йылдан башлап 289 бина капиталь төҙөкләндерелгән. 19 китапхана өсөн заманса ҡорамалдар һатып алынған. Эштәр "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы башҡарылған. Республика мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, китапханалар 81 миллион һумлыҡ гранттар алған. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә адреслы ярҙам күрһәтелә.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 05:24


Сабыйҙарға ҡушылған иң үҙенсәлекле исемдәр аталды

ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан 8-енә тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Дилиә, Мәликә, Рамина, Камилла һәм Ғәйшә. Малайҙарға Сармат, Альмир, Мөхәммәт һәм Данияр тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, Йәсминә, Эмилия, Мирослава, Артем, Эмир, Матвей, Әмир һәм Даниэль булған.

БСТ | Яңылыҡтар

10 Jan, 05:20


“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 98 ихата төҙөкләндерелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, һуңғы биш йылда 1326 ихатаны тәртипкә килтереү өсөн алты миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Программаны ғәмәлгә ашырыуға аҡса башлыса республика бюджетынан бүленә. Уҙған йылда 143 ихатаға ремонт эшләнгән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 1 миллиард һум йүнәлтелгән. Ихаталарҙы төҙөкләндергәндә хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, парковка урындарын тәртипкә килтереү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу мотлаҡ башҡарылырға тейешле эштәр булып тора.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Jan, 18:59


Республика кардиология үҙәге хирургтары сираттағы уникаль операция яһаны

Яңы йыл байрамдарында улар йөрәк сире менән яфаланған пациентҡа стент-графт урынлаштырҙы. Ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн ҡулланылған көпшәне индереү ҡатмарлы әмәлиәт. Өфө белгестәре уны үҙенсәлекле ысул менән яһай. Һөҙөмтәлә операция күпкә тиҙерәк үтә һәм уның сифаты ла яҡшы. Пациент та әле үҙен яҡшы тоя.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Jan, 18:47


«Өйәҙе-тау» тау саңғысылары комплексында булған низағҡа ойошма етәкселеге аңлатма бирҙе

Диагнозды үҙҙәре ҡуйған, табиптарға мөрәжәғәт итеүсе булмаған. «Өйәҙе-тау» тау саңғысылары комплексында булған низағҡа ойошма етәкселеге аңлатма бирҙе. Мәскәү туристарының ял урыны тураһында насар баһаһынан һуң, Роспотребнадзор белгестәре урында тикшереү ойошторҙо. Ғауға сәбәптәрен БЮТ ижади төркөмө асыҡланы.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Jan, 18:37


Башҡортостан юлдарын ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә алып барыла

Федераль, төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге трассаларға 800-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән. Өфө урамдарына ғына йәмғеһе 262 транспорт сараһы сығарылған.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Jan, 18:17


Республикала Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған ир-егеттәргә түләүҙәр арттырылды

Башҡортостанда яңы йылдан Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған ир-егеттәргә түләүҙәр арттырылды. Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 2 миллион һумға етә, ә һуңынан ай һайын 210 мең һум тирәһе эш хаҡы бирелә. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәмендә 4 миллион ярым аласаҡ. Бынан тыш яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Контрактҡа хәрби комиссариатта йәки «Защитник» берҙәм үҙәгендә ҡул ҡуйырға мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Jan, 17:59


Кушнаренко ауылында Яңы йыл байрамдары алдынан 320 урынға иҫәпләнгән поликлиника асылды

Заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған учреждение ғинуарҙан тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған - бында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡабул ителә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса төҙөлгән поликлиникала төрлө йүнәлештә диагностика үтеү, дауаланыу бүлектәре ҡаралған. Яңы объект эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Jan, 12:25


Өфөлә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте

Өфө фән һәм технологиялар унивеситеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине. Илдар Миҙхәт улы 1961 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Jan, 11:49


Өфөлә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң йәнә Ватанды һаҡларға. Бөгөн яугирҙарҙың сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һауа торошо боҙолоп тороуын иҫәпкә алып оҙатыу сараһы «Өфө-арена» боҙ һарайы фойеһында үтте. Хәрби хеҙмәткәрҙәр яңы йылды ғаиләләре менән ҡаршылаған, яҡындары һәм иптәштәре менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Яугирҙар алыҫ юлға үҙҙәренең әйберҙәренән тыш, хеҙмәттәштәренә посылкалар ҙа алған.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Jan, 18:27


Ратмир Мәүлиев ихаталарҙа ҡар йыйыу сифатын тикшерҙе

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡаланың ихата биләмәләрендә ҡар йыйыу сифатын һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен тикшерҙе. Адрестар рейд барышында шунда уҡ алдан иҫкәртеүһеҙ һайланып барылды. Намыҫһыҙ идара итеүсе компанияларға ҡарата тейешле саралар күрәсәкбеҙ, тине Ратмир Мәүлиев. Шулай уҡ ихаталарҙы таҙартыу ваҡытында автомобилдәрҙе ваҡытында күсереп ҡуйыу өсөн халыҡ менән эште көсәйтеү кәрәклегенә баҫым яһалды.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Jan, 18:13


Өфөнән акушер Эльвира Ғәләмова яңы йыл каникулын оҫтаханала үткәрә

Ижади ял. Өфөнән акушер Эльвира Ғәләмова яңы йыл каникулын оҫтаханала үткәрә. 3 тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен медицинаға бағышлаған табип башҡала үҙәгендәге «Микеланджело» студияһында картиналар төшөрөү менән шөғөлләнә. Эльвира Тәлғәт ҡыҙы фекеренсә, матурлыҡ тыуҙырыу уға акушерлыҡ хеҙмәтендә - бала көткән гүзәл заттар менән эшләгәндә лә ярҙам итә.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Jan, 17:57


«Сируси» сериалы төшөрөлөүгә 10 йыл

Детектив жанрындағы фильм 2014 йылда Ишембай районының Маҡар ауылында, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында төшөрөлә.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Jan, 17:44


Башҡорт опера һәм балет театрында тарихи премьера – «Ете ҡыҙ»

«Ете ҡыҙ»ҙы хәҙер башҡорт халыҡ бейеүендә генә түгел, балетта ла күрергә мөмкин. Данлыҡлы легенда нигеҙендә либретто яҙылып, спектакль ҡуйылды. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә ул былтыр октябрҙә тамашасы иғтибарына тәҡдим ителде. Февралдә үтәсәк тамашаларға билеттарҙың ҡалмауы - милли балеттағы яңы сәхнә әҫәренең уңышы тураһында һөйләй.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Jan, 17:28


Күп балалы Кашаевтар ғаиләһе Яңы йылды бүләктәр һәм хыялдар менән ҡаршылай

Яңы йыл табынына төрөк тәмлекәсе. Иглин районы Һарт Лабау ауылынан күп бала тәрбиләүсе Кашаевтар ғаиләһе Яңы йылды көтөлмәгән бүләктәр, яҡты уй-маҡсаттар, матур теләктәр менән ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Jan, 17:12


Салауат районы Мөрсәлим ауылында йәшәүсе Максим Шаһиморатовтың хыялы тормошҡа ашты

Бөгөн ул Өфөләге Ҡурсаҡ театрында ҡунаҡта булды. Яңы йыл сараһына 5-се класта уҡыусы малай һеңлеләре менән бергә килде. Быға тиклем Максим Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә үҙенең хатын ебәреп, уға робот-трансформер бүләк итеүҙәрен һәм Башҡортостан етәксеһенең кабинетын күреү теләген белдергән ине. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Jan, 16:55


Радий Хәбиров: «Ирекмәндәрҙең изге эштәре беҙҙе еңеүгә яҡынайта»

Яугирҙарыбыҙ өсөн 10 меңдән ашыу маскировка селтәре, 25 мең окоп шәме - был Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының 2024 йылдағы эше һөҙөмтәһе, - тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы.

БСТ | Яңылыҡтар

03 Jan, 17:48


Асҡын районында йәшәүсе һәүәҫкәр рәссам ҡайын туҙына үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрә

Оҫта ҡуллы Гөлсиәр Сәғитованың картиналарын Рәсәйҙә генә түгел, хатта ситтә илдәрҙә лә яратып алалар. Рәссам ижади эштәрендә республика тәбиғәтен, хайуандар һәм ҡоштар донъяһын сағылдыра.

БСТ | Яңылыҡтар

03 Jan, 17:35


Бала саҡ хыялынан – Рәсәйҙең юғары наградаһына

Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, хеҙмәт ветераны, ветеринария станцияһы етәксеһе,өлгөлө атай. Башҡортостандың географик үҙәге Ерек ауылынан Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдиновтың биләгән вазифалары ла, хеҙмәт тәжрибәһе лә бай.

БСТ | Яңылыҡтар

03 Jan, 17:17


Айрат Рәхмәтуллин Кушнаренкола шәхси консультациялар үткәрҙе

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Кушнаренко үҙәк район дауаханыһының яңы поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышып, пациенттарҙы ҡабул итте. Айрат Рәхмәтуллин шәхси консультация барышында министр булараҡ ҡына түгел, табип-невролог кәңәштәрен дә бирҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

03 Jan, 17:03


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам концерты старт ала

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы 11 ғинуарҙа Рәмил Баҙамшиндың хәйриә концерты менән башлана. Билеттар һатыуҙан алынған килем Миңлеғәле Шаймортатов исемендәге махсус хәрби операция ветерандары һәм инвалидтарын социаль яҡлау фондына күсереләсәк.

БСТ | Яңылыҡтар

03 Jan, 16:45


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Дельфин» Яңы йылды ғаиләһе менән үткәрҙе

Яңы йыл байрамын ғаилә менән, балалар янында. Өфөнән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Дельфин» ҡушаматлы яугир ике аҙналыҡ отпускыһын дүрт балаһы, туғандары янында үткәргән. Ғаиләһе менән ил баш ҡалаһы Мәскәүгә Кремль шыршыһына барғандар. Яугир тыуған ерҙән көс алып яңынан яуҙаштары янына Донбассҡа, алғы һыҙыҡҡа юллана. Ул полкташтарына исемле посылкалар ҙа алған.

БСТ | Яңылыҡтар

03 Jan, 16:32


Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырышы үтте

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр Һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы ултырышы үтте.
Видеоконференция форматында үткән ултырышта муниципаль район биләмәләренә халыҡты иҫкәртеү сараларын көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.Профилактика төркөмдәре вәкилдәренә асоциаль тормош алып барған кешеләргә, күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға рейдтар үткәреү бурысы ҡуйылды.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Jan, 17:58


Шишмә районында Ҡыш бабайҙар парады ойошторолдо

Ул район үҙәгенең төп урамдары буйлап уҙҙы. Конкурста Ҡыш бабай, ҡарһылыуҙар,ҡар бөртөктәре һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашты. Халыҡ араһында йыл хужаһы булған йылан образын һайлаусылар ҙа күп.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Jan, 17:43


Хыялын тормошҡа ашырыр өсөн Антарктидала эшләп ҡайтҡан

Өфөнән Артур Исҡужин йыл ярым ерҙәге иң һыуыҡ ҡитғала командировкала булып, теген производствоһын асыуға аҡса йыйған. Хәҙер замандашыбыҙ этно стилдәге кейем брендын халыҡҡа тәҡдим итә.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Jan, 17:27


Яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә Башҡортостанда 10 бала донъяға килгән

Улар 5 малай һәм биш ҡыҙ. Сабыйҙарҙың ата-әсәләрен социаль селтәр аша Радий Хәбиров та ҡотлаған. Республика башлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, аҡ халатлылар байрам көндәрендә лә үҙ эшен яратып һәм ихлас башҡара, тип билдәләгән.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Jan, 17:09


Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә

Хәрәкәткә райондың 26 ауылы тоташҡан. Ирекмәндәр шул тиклем күп, хатта уларға хәрби кәрәк-яраҡтар етештереү өсөн материал етмәй. Шуға улар Республика башлығына мөрәжәғәт иткән. Бишбүләк ирекмәндәренең фронтҡа ярҙамы ошо билбауҙар тегеүҙән башлана. Бөгөн оҫталар 25-тән ашыу әйбер төрө етештереә. Улар араһында - носилка, буржуйка мейестәре, ҡоро аш, маскировка селтәрҙәре һәм башҡалар.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Jan, 16:44


Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән өсөн түләү 2 миллион һумға тиклем арттырылды

1 ғинуарҙан алып республиканан Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр 2 миллион, артабан ай һайын 210 мең һум түләнә. Шулай итеп контракт төҙөүселәр тәүге йылда 4 миллион 520 мең һум аҡса аласаҡ. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Dec, 19:03


Всех жителей Башкортостана поздравляю с новым, 2025 годом!

Вместе со всей страной мы продолжаем решать задачи специальной военной операции. Наши земляки достойно сражаются за Отечество. Весь Башкортостан – рядом с ними. Все мы, плечом к плечу, приближаем нашу общую победу.  

Мы отвечаем на сложные вызовы реальными делами. Делаем всё для движения республики вперёд, благополучия наших жителей.

Это непростое время научило нас многому, заставило задуматься о главном. Стать мудрыми, стойкими. Ещё больше сплотиться перед лицом испытаний. Мы направили нашу энергию на преодоление трудностей и созидание. Ещё больше стали ценить наших любимых, родных и близких.

Желаю вам крепкого здоровья, благополучия и достатка, уюта и тепла в ваших домах!

Бәхетле булығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл менән! С Новым годом!

БСТ | Яңылыҡтар

30 Dec, 10:30


🌟 БСТ каналында — Яңы йыл тамашаһы!

Яңы йылда һәр кем мөғжизәгә һәм иң изге теләктәренең тормошҡа ашырына ышана. БСТ телеканалы яратҡан тамашасыларына онотолмаҫлыҡ кис әҙерләй.

🎄Байрам студияһына Башҡортостандың иң билдәле йырсылары йыйылды. 31 декабрҙә – «Мәңгелек йырҙар. Йондоҙҙар» тапшырыуы.

😍Ситтә ҡалмағыҙ! Бөтә республика менән бергәләп йырлайбыҙ!

https://vk.com/video-85076499_456255603

БСТ | Яңылыҡтар

29 Dec, 07:25


БСТ каналында — башҡорт рок тамашаһы

1 ғинуар 21:00 сәғәттә республиканың төп телеканалында «Дәрүиш рухы+» башҡорт рок концерты экранға сыға!

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 18:50


Көмөш ирекмәндән Яңы йыл бүләге

Балаларға - йөрәк йылыһы һәм бүләктәр. Көмөш ирекмән Юрий Иванов Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының уҡыу алдынғылары менән осрашып, Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 18:35


Өфө районы Подымалов ауылында йәшәүсе өс йәшлек Зарина Әсфәғәнова Яңы йылға бүләк алып ҡыуанды

Йылдың иң тылсымлы байрамында ҡыҙ яңы ҡурсаҡлы булды. Был бүләкте «Теләктәр шыршыһы» акцияһынан Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников алған. Быйыл акцияға 3 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 300-ҙән ашыуы шыршынан алынған. Депутаттар, эшҡыуарҙар ошо теләктәрҙе тормошҡа ашырырға тырыша.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 18:20


БСТ телеканалы сәхнә легендалары менән бергә Яңы йыл кисен ҡаршыларға саҡыра

Нәжиә Аллаярова, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, «Карауанһарай»ҙың тәүге составы... БСТ телеканалы сәхнә легендалары менән бергә Яңы йыл кисен ҡаршыларға саҡыра.
«Мәңгелек йырҙар, йондоҙҙар» тип аталған тапшырыу төрлө йылдарҙа популяр булған йырҙарҙы иҫкә төшөрөргә, сәхнә йондоҙҙарына ҡушылып йырларға саҡыра.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 18:05


Өфөлә мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә йөк автомобиле асҡыстары тапшырылды

Яңы йылға бүләккә транспорт асҡысы. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә йөк автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.
2024 йыл Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары өсөн ижади йәһәттән дә, матди-техник базаны нығытыу яғынан да уңышлы булған. Тәү сиратта театр, филармония, музейҙарҙың транспорт паркы яңыртылған.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 17:47


Йыл йомғаҡтары һәм яңы йыл байрамында хәүефһеҙлек мәсьәләһе

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Төп темалар тураһында репортаж.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 16:05


Өфөлә башҡорт йәмәғәтселеге журналист Рәзил Бикбулатовты һуңғы юлға оҙатты

Рәзил Бикбулатов 1996 — 2003 йылдарҙа Башҡортостан телерадиокомпанияһында, «Тамыр» студияһында хәбәрсе, «Сәләм» тапшырыуында мөхәррир булып эшләне. Артабан 2004 — 2006 йылдарҙа хеҙмәттәшебеҙ «Йәшлек» гәзитендә эшләне.

2006—2008 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары вазифаһын башҡарҙы.

2008 — 2013 йылдарҙа Башҡортостан Милли китапханаһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.

2014 — 2019 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Баҡсасылар союзының Башҡортостан буйынса матбуғат секретаре.

2019 йылдан «Аманат» балалар журналының баш мөхәррире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 05:22


Дүртөйлө-Әсет трассаһы яҡты була

М-12 фдеераль трассаһы төҙөлөшө дауам итә. "Автодор" корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан биләмәләрендә 60 километрҙа яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылды. Республикала 140 километрҙа 54 трансформатор станцияһы, 7 мең 700 фонарь ҡуйыу планлаштырыла. Магистралдең Дүртөйлө-Әсет участкаһы Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе аша үтә.

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 05:00


🎊БСТ каналында - «СУЛПЫЛАР - 2024» асыҡ телевизион конкурсы финалы!

Моңло йырҙар, сағыу номерҙар! Йәш йырсылар менән бер сәхнәлә эстрадабыҙ йондоҙҙары сығыш яһай!

31 декабрҙә 12:00 сәғәттә БСТ каналын ҡабыҙырға онотмағыҙ!🎊
https://vk.com/video-85076499_456255614

БСТ | Яңылыҡтар

28 Dec, 04:59


Яңы йылда Өфөлә автобустарҙың йөрөү ваҡыты оҙайтыла

“Башавтотранс” компанияһынан белдереүҙәренсә, һүҙ 31 декабрҙән 1 ғинуарға тиклем 6-сы, 75-се, 51-се, 69-сы, 74-се һәм 226-сы маршруттар хаҡында бара. Билдәле булыуынса, ҡайһы бер рейстар башланғыс һәм аҙаҡҡы туҡталыштарҙан төнгө сәғәт 1-ҙә һәм 3-сө яртыла ҡуҙғала.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 19:10


Өфөлә Ләйсән Рәхмәтуллинаның «Акварелгә тоғролоҡ» күргәҙмәһе асылды

Акварелгә тоғролоҡ. Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның баш ҡаланың 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә асылған яңы күргәҙмәһе шулай тип атала. Тәү сиратта йәш рәссамдар өсөн тәғәйенләнгән экспозицияны ҡарарға акварель оҫтаһының ижадташ дуҫтары һәм һынлы сәнғәт белгестәре лә йыйылды.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 18:55


Әбйәлил районында Сәриә Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтте

Әбйәлилдәр ул-ҡыҙҙарын данлай. Төбәктә күренекле шәрҡиәтсе, диалектология белгесе Сәриә Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтте. Ул ғалимәнең тыуған ауылы - Тал Ҡусҡарыла ойошторолдо.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 18:37


«Теләктәр шыршыһы» хыялдарҙы тормошҡа ашыра

Өфөлә сираттағы төркөм дәүләт эшмәкәрҙәре акцияла ҡатнашып, осраҡлы рәүештә балалар теләктәрен һайлап алды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға - Өфөнән 10 йәшлек Тимурҙың Яңы йыл хыялы эләкте. Малайҙың үҙен поезд машинисы ролендә һынап ҡарағыһы килә.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 18:25


Радий Хәбиров Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған яңы бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты

Медицина яҡыная. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө поликлиникаларының Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған яңы бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты. Күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында балалар һәм өлкәндәргә беренсел ярҙам күрһәтелә. Филиалдар баш ҡала поликлиникаларын яңыртыу программаһы сиктәрендә эш башланы.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 18:10


Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Быйыл ғына ҡотҡарыусылар 2 меңдән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы уңайынан тәбрикләү тантанаһында белдерҙе.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, ҡотҡарыусы - иң мөһим, ихтирамға лайыҡ һәм выжданлы һөнәр. Улар һәр ваҡыт үҙ бурыстарын теүәл һәм намыҫ менән үтәй.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 17:57


Өфөлә Шаҡша күпере асылды

Бөгөн иртән транспорт артерияһының дүрт һыҙаты буйынса ла хәрәкәт башланды. Объектты сафҡа индереүҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ремонт эштәре «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарылған.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 12:05


Өфөлә йәшәүсе 9 йәшлек Никита Десятниковтың хыялы тормошҡа ашты

Ул бүләккә проектор алды. Малайҙың хыялы яҙылған шарҙы «Теләктәр шыршыһы» акцияһында Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова алған. Никитаға бүләкте Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тапшырҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 11:54


Радий Хәбиров Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған поликлиника филиалдарын ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн асылған поликлиника филиалдарын ҡараны. Ике медицина учреждениеһы ла бер үк адрес буйынса күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Унда участка педиатрҙары һәм терапевтарҙан консультация алыуҙан тыш, УЗИ, ЭКГ кеүек тикшеренеүҙәр үтергә була.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 11:40


Өфөлә Шаҡша күперенең бөтә дүрт һыҙаты буйлап хәрәкәт башланды

Объектты асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Өфө йылғаһы аша һалынған күпер Шаҡша биҫтәһен һәм Иглин районы ауылдарын баш ҡала менән тоташтырыусы берҙән-бер артерия булып тора, әммә ул ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмай. Шуға ла 2023 йылдың яҙында капиталь ремонтҡа тотонорға хәл ителә. Эштәр «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарала.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 08:37


Яңы йылда Өфө балалар туризмы баш ҡалаһы була

Ул федераль конкурста еңеү яуланы. 2020 йылдан башлап балалар һәм ғаилә туризмы үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында конкурс уҙғарылып килә. Йыл һайын балалар туризмы үҫеше буйынса проекттар күрһәтелә, төрлө төбәктәрҙән туристик бизнес вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша. Киләһе йылда бындай саралар Өфөлә уҙғарыла.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 07:35


Өфөлә Затон күперендә капиталь ремонт 9 миллиард һумға барып баҫа

Был объект 1971 йылда төҙөлгән. Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова белдереүенсә, ремонт буйынса федераль программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге ҡарала. 53 йыл элек Затонда Ағиҙел аша төҙөлгән күпергә ремонт кәрәк. Бында ауырлығы 10 тоннанан ашыу йөк машиналары йөрөшө тыйылды.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 06:13


"Салауат Юлаев" мең һумға хоккейсы алды

"Спорт-Экспресс" хәбәр итеүенсә, Магнитогорскиҙың "Металлург"ы менән уйынсы өсөн аҡсалата компенсация тураһында килешеү бар. Скотт Уилсон Өфө командаһына күсә, уның өсөн 1 мең һум ғына түләнә. Уилсон даими беренселектә 30 уйында ҡатнашҡан, 4 шайба индергән, 3 һөҙөмтәле пас биргән.

БСТ | Яңылыҡтар

27 Dec, 04:58


Яңы йыл кисендә БСТ каналында яңы шоу-программа!

Телеканалыбыҙҙа 31 декабрҙә «Мәңгелек йырҙар, йондоҙҙар» программаһын ҡарағыҙ.

БСТ | Яңылыҡтар

26 Dec, 19:20


Яңы йыл марафоны: Юлдаш рухиәт һәм күңел йылылығы өләшә

Йылан менән тәхеткә, «Юлдаш» көйләй бәхеткә. Радио каналы бөгөн сираттағы Яңы йыл марафонын үткәрҙе. Быйыл ижади коллектив сараны тура эфирҙан алып барҙы, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына бүләктәр ҙә таратты.

БСТ | Яңылыҡтар

26 Dec, 19:10


Өфө уҡыусылары ҡар бөртөктәре йыйып донъя рекорды ҡуйҙы

Өфө уҡыусылары донъя рекорды ҡуйҙы! Меңдән ашыу бала Рәсәй конструкторының яңы йыл коллекцияһынан ҡар бөртөктәре һәм йондоҙсоҡтар йыйҙы. Бының өсөн 161 меңдән ашыу деталь ҡулланылды.

БСТ | Яңылыҡтар

26 Dec, 18:55


Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Яҡынлашып килгән яңы йыл алдынан Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Тармаҡ уңғандарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының 1-се урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡотланы.

БСТ | Яңылыҡтар

26 Dec, 18:40


Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Яңы йылды яугирҙар менән бергә ҡаршы алырға хәрби госпиталгә юлланды

Хәрби госпиталгә сәфәр «Беренсе тирмә» төбәк проекты буйынса ойошторола. Әлегә тиклем етешәр ҡатын-ҡыҙҙан тупланған ике төркөм махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби госпиталгә барып эшләп ҡайтҡан. Әле медицина учреждениеһында өсөнсө отряд эшләй. Дүртенсе яңы йыл төркөмө гүзәл заттары уларҙы алмаштырып, байрамды яугирҙар менән ҡаршы аласаҡ.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Dec, 08:54


Өфөнө төҙөкләндереү дауам итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында Октябрь революцияһы урамында йәйәүлеләр тыҡрығын төҙөү, Ленин исемендәге һәм Урмансылар парктарын төҙөкләндереү хаҡында һөйләне.

Бынан тыш, Бөрөлә Ағиҙел буйын төҙөкләндереү ҙә дауам итәсәк.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Dec, 06:02


Башҡортостан халҡы банктарға 1 миллион һумға 261 мең тимер аҡса тапшырған

Акцияла 1, 5, 10 һумлыҡ тәңкәләр ҡағыҙ аҡсаға алмаштырылған. Милли банктан хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙә йыш ҡына тимер аҡса күпләп йыйыла, магазиндарҙа иһә уға ихтыяж арта. Акция тимер аҡсаны яңынан әйләнешкә индерергә, уларҙы етештереү өсөн сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә.

БСТ | Яңылыҡтар

06 Dec, 05:44


🎥Алғы һыҙыҡтан — репортаж

Гаубица артиллерия дивизионы ҡаршы яҡтың позициялары буйынса эшләй. Уларҙың ауыр хеҙмәте менән алғы һыҙыҡтан БСТ телеканалы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров таныштыра.

Бөгөн «Яңылыҡтар» сығарылышында ҡарарға мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 19:05


Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры хәйриә спектакле менән сығыш яһаны

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры хәйриә спектакле менән сығыш яһаны. Тамаша Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Саранан йыйылған аҡса ла махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға йүнәлтелә.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 18:50


Бөрйән районы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына сираттағы гуманитар ылау оҙатты

Төбәк халҡы яугирҙар һорауы буйынса посылкаларҙан тыш, алғы һыҙыҡҡа мобиль мунса, мотоцикл да оҙатты.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 18:37


Радий Хәбиров Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков менән осрашты. Яҡтар фондтың төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген тикшерҙе һәм социаль өлкә проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 18:17


Радий Хәбиров республикала мигранттар эшмәкәрлегенә сикләү индереү ихтыяжы юҡлығы тураһында белдерҙе

«Улар беҙгә кәрәк». Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» барышында республикала мигранттар эшмәкәрлегенә сикләү индереү ихтыяжы юҡлығы тураһында белдерҙе. Башҡортостан башлығы фекеренсә, сит ил граждандары иҡтисад өсөн, атап әйткәндә, төҙөлөш өлкәһендә кәрәк. Мигранттарҙың аҡса эшләргә теләүҙәре ыңғай күренеш, тик ҡытыршылыҡтар ҙа юҡ түгел.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 18:00


Башҡортостанда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы үтте

«Бизнес аҙналығы» буйынса ойошторолған сарала 35 ил делегацияһы ҡатнашты. Власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бер майҙанда бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төбәк иҡтисадын үҫтереү һорауҙары буйынса тәжрибә уртаҡлашты, фекер алышты. Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы 2015 йылдан Ҡырым республикаһында ойошторола. Быйыл уны Өфөлә уҙғарыу тәҡдиме осраҡлы һайланмаған.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 10:40


Бер туған дүрт ағалы-ҡустылы Бәшировтар Ватан һағында

Бер туған дүрт ағалы-ҡустылы Бәшировтар Ватан һағында, махсус хәрби операция биләмәһендә. Улар Архангел районы Максим Горький ауылынан. Егеттәрҙең өсәүһе хәрби юлдан киткән, ә кинйәләре 2022 йылда уҡ хәрби бурысын үтәргә алғы һыҙыҡҡа юлланған. Теүәл бер йылдан һуң контрактҡа ҡул ҡуйған. Ҡаһарман улдар һәм халыҡтың тылдағы ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала..

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 10:25


Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте

Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең бер төркөмө юлға сыҡты. Оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Башҡортостан башлығы исеменән яугирҙарға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итте. «Бөгөн бөтә ил һеҙҙең менән ғорурлана. Алғы һыҙыҡта булған саҡта ғаиләләрегеҙ ышаныслы ҡулдарҙа», тине вице-премьер.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 10:10


Башҡортостанда ашығыс ярҙам хеҙмәте камиллаштырылды

Шылтыратыусы урынын автоматик рәүештә билдәләү функцияһы барлыҡҡа килеү менән, мөрәжәғәтте ҡабул итеү ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡарҙы. Уңайлыҡ телмәр етешһеҙлеге булған пациенттарҙың шылтыратыуын эшкәртеүҙе лә еңеләйтә. Бынан тыш, оператив үҙәк фельдшерҙары пациент тураһында мәғлүмәтте системаға тулыһынса тултырмай, ул компьютерҙа автоматик рәүештә килеп сыға. Оператив үҙәктә һәр бер шәфҡәт туташының тәүлегенә 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итеүен иҫәпкә алғанда, был сираттағы ыңғай үҙгәреш.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 09:55


Туймазы районы Покровка ауылында күп балалы ғаиләнең өйөндә янғын сыҡҡан

Бөгөн төндә Туймазы районы Покровка ауылында күп балалы ғаиләнең өйөндә янғын сыҡҡан. Тауышҡа һәм төтөн еҫенә беренсе булып әсә кеше уяна. Ул шунда уҡ хәүефте аңлап ирен уята. Ата-әсә тиҙ арала 5, 8 һәм 10 йәшлек улдарын һәм бер йәше лә тулмағын ҡыҙҙарын тышҡа алып сыға. 70 квадрат метр майҙанды ялмап алған ут һүндерелә. Әммә йортта артабан йәшәү мөмкин түгел. Әле урында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 09:39


Башҡортостанда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы башланды

«Бизнес аҙналығы» сиктәрендә ойошторолған сарала 35 ил вәкилдәре ҡатнаша. Уның барышында 30 миллиард һумдан ашыу инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәр төҙөләсәк. Власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бер майҙанда бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төбәк иҡтисадын үҫтереү һорауҙары буйынса тәжрибә уртаҡлашып фекер алышасаҡ.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 06:51


Башҡортостанда мәсет һәм сиркәүҙәрҙә янғын сәбәптәре аталды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл дин йорттарында 9 тапҡыр ут сыҡҡан. - Янғындарҙың күбеһе электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында булған, - тип белдерәләр ведомствонан. Быйыл Ауырғазы һәм Шаран райондарында һәм Өфө ҡалаһында сиркәүҙәрҙә, Әбйәлил, Ҡыйғы, Федоровка, Яңауыл, Асҡын, Бүздәк райондарында мәсеттәрҙә ут сығыу осраҡтары теркәлде.

БСТ | Яңылыҡтар

05 Dec, 06:33


Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү проектын дәүләт экспертизаһы хупланы

- Реставрацияны оҫтаханала ғына эшләргә мөмкин. Бының өсөн скульптураны алырға кәрәк. Һәйкәл урынлашҡан ҡурған яһалма ҡоролма булып тора. Ул да тергеҙелә, - тип хәбәр итәләр ведомствонан. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асыла. Суйын скульптураның ауырлығы 40 тоннаға яҡын. Ҡурған менән бергә уның бейеклеге 14 метрға етә.

БСТ | Яңылыҡтар

04 Dec, 18:59


Өфөлә «Иҫтәлеккә бүләк» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлә

Сюжет нигеҙенә ата менән ҡыҙ араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтың нимәгә килтереүе хаҡында тарих һалынған. Фильм Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында төшөрөлә. Премьера киләһе йылдың февралендә көтөлә.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Dec, 11:31


Силәбенән ҡаһарман башҡорт ағинәйе: Байрамбикә Хәмитова тураһында

84 йәштә хәрби операция биләмәһенә ете тапҡыр барған ҡаһарман ханым Силәбелә йәшәй. Ул да булһа беҙҙең милләттәшебеҙ, башҡорт ирекмәне Байрамбикә Хәмитова.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Dec, 10:50


«Башҡортостан» полкы дрондарға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшә

Улар асыҡ күк йөҙө һәм хәүефһеҙ коридор тәьмин итә. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының күптән түгел генә барлыҡҡа килгән радиоэлектрон көрәш ротаһы нацистарҙы тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнай. Бронетехника, штурм төркөмдәре алғы һыҙыҡҡа үтеп инһен өсөн, яугирҙар һауаны дошман дрондарынан таҙарта. Шулай уҡ үҙебеҙҙең позицияларҙы ла һаҡта тота.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Dec, 10:35


Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Салауат Юлаев исемендәге 2-се башҡорт махсус тәғәйенләнеш батальоны хәрбиҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Осрашыу тантаналы шарттарҙа баш ҡалала Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтте.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Dec, 09:44


Юлай Ильясовҡа МХО-лағы хеҙмәте өсөн Шайморатов миҙалы тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юлай Ильясовты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы бер йыл махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң, йәнә муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй башланы.

«Юлай Талха улы бер махсус хәрби операцияла ҡатнашты, ауыр хәрби бурыстарҙы үтәне. Һәр ваҡыт бәйләнештә булды, яуҙаштары хаҡында һөйләй торғайны. Беҙ һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Муниципаль хеҙмәткәр, чиновник булараҡ, шундай етди ҡарар ҡабул иттегеҙ һәм ир-егеттәребеҙгә ярҙам итергә юлландығыҙ», — тине Радий Хәбиров.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Dec, 05:27


Салауат Юлаев һәйкәле тауыш биреүселәр һаны буйынса әле икенсе урында

Мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнәсәк объекттар өсөн тауыш биреү дауам итә. Рәсәй Банкы Волга буйы федераль округында 25 объектты һайлап алған. Исемлектә һәйкәл, музей, театр, университет, күперҙәр бар. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә, Ырымбурҙағы тарих музейы Ҡазан университетының төп корпусы, Һамарҙағы Дан аллеяһы, Ульяновскиҙа Волга аша күпер, Вятка художество музейы бинаһы тәҡдим ителгән. Улар араһынан бер объект яңы мең һумлыҡ аҡсала һүрәтләнергә тейеш. Еңеүсе онлайн-тауыш биреү аша асыҡлана. 12 декабргә тиклем Үҙәк Банк сайтында тауыш бирергә мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

02 Dec, 04:52


Башҡортостанда "Йоҡа боҙ" операцияһы оҙайтылды

Республика хөкүмәтендә йылға һәм күл буйҙарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов белдереүенсә, хәүефһеҙлек мәсьәләһе йыл әйләнәһенә - көнүҙәк. Бөгөн балалар һәм балыҡсыларға айырыусы иғтибар кәрәк. Район һәм ҡалаларҙа аныҡ бурыстар билдәләнде тине ул. "Йоҡа боҙ" операцияһы 1 ноябрҙә башланды. Бер айҙа республикала бер мең ярымдан ашыу профилактик рейд уҙғарылған. Операцияны артабан дауами итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

БСТ | Яңылыҡтар

30 Nov, 18:49


«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы

Канал хеҙмәткәрҙәре йыл йырсыһын, легендаһын, халыҡ башҡарыусыһы кеүек төрлө номинациялар менән бергә, мәрхәмәтлек эшендә әүҙем ҡатнашҡан замандаштарын билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ике көн дауамында барған тамаша тулы зал йыйҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

30 Nov, 18:34


«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына концерт килде

Тыл тьәминәтендә хеҙмәт иткән, алғы һыҙыҡтан ротацияға сыҡҡан яугирҙарыбыҙ алдында Мәскәү хәрби округының фронт ижади бригадаһы сығыш яһаны. Тамашаны беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә ҡараны.

БСТ | Яңылыҡтар

30 Nov, 18:19


Баймаҡ районы Темәс ауылында күләмле төҙөкләндереү эштәренең беренсе этабы тамамланды

«Темәс - беренсе республика йөрәгҽ». «Уңайлы ҡала мөхитҽ» федераль программаһы ярҙамында Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһында күләмле төҙөкләндереү эштәренең беренсе этабы тамамланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

30 Nov, 18:04


Иглин районының Ҡалтыман ауылында ФАП асылды

Ете ауылда йәшәүсе 2 мең 300 кешегә заманса медицина ярҙамы. Иглин районының Ҡалтыман табип амбулаторияһында халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Яңы медицина учреждениеһы «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә асылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

30 Nov, 17:49


Рәсәйҙә һалым түләү ваҡыты тамамлана

2 декабргә тиклем халыҡ милек, транспорт һәм физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалымын, шулай уҡ 2023 йыл өсөн эш биреүсе тарафынан тотолмаған НДФЛ-ды түләргә тейеш. Мөлкәт һалымдары тулы күләмдә республика һәм муниципалитеттар бюджетына индерелә. Йыйылған аҡса халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә: юлдар, ихаталар, балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөкләндерелә.

БСТ | Яңылыҡтар

30 Nov, 17:34


Благовещен ҡалаһында «Озон» компанияһының илдәге иң ҙур логистика үҙәктәренең береһе сафҡа инде

Комплекс юғары сифатлы «А» класы биналарына ҡарай. Ул инновацион материалдар ҡулланып төҙөлгән һәм барлыҡ сифат, хәүефһеҙлек стандарттарына тап килә. Объекты асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу иҡтисадҡа яҡшы йоғонто яһай, бәләкәй һәм урта бизнесҡа үҫешергә мөмкинлек бирә. Эш сәфәре барышында республика етәксеһе Благовещен ҡалаһының тағы бер нисә объектында булды.

БСТ | Яңылыҡтар

30 Nov, 03:01


Росгвардия сержанты Салауат Дасаев Башҡортостан яугирҙарына арналған йыр яҙған

Уның видеояҙмаһы социаль селтәрҙәрҙә киң таралған. Республикала йәшәүселәр Салауатҡа рәхмәт белдергән. Йырсы махсус хәрби операция башланғандан алып ижадын Башҡортостан һәм Татарстан хәрбиҙәренә бағышлай. Йәш башҡарыусы госпиталдәрҙә сығыш яһай. Яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн хәйриә концерттары ҡуя. Салауаттың атаһы Һамар өлкәһенең Ҡунаҡбай ауылынан. “Ир-егеттәрҙең рухын күтәреү өсөн туған телебеҙҙә йырланым. Башҡорттар – ҡыйыу яугирҙар. Милләтем менән ғорурланам. Салауат тигән бөйөк исемде атайым ҡушҡан, мин уға рәхмәтлемен”, - тип белдергән Салауат “Башинформ”агентлығына биргән интервьюһында.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Nov, 19:29


Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында район мәҙәниәт йорттары араһында йыр-моң бәйгеһе ойошторолдо

Әсәләрҙең йөрәк ауазы. Ошо исем аҫтында Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында район мәҙәниәт йорттары араһында йыр-моң бәйгеһе тәүгә ойошторолдо. Мәҙәни сараға район һәүәҫкәрҙәренән тыш, Баймаҡ районы йырсылары ла саҡырылғайны. Әсәләргә мәҙхиә йырлаған конкурс хаҡында киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Nov, 19:19


Туймазы ҡалаһында Альбина Имаеваның ижади кисәһе үтте

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Имаева юбилейын ижади кисә менән билдәләне. «Йырҙарымда - тормошом» тип исемләнгән концерт композиторҙың тыуған төйәге Туймазы ҡалаһында үтте. Байрамда ижадсының дуҫтары, билдәле йырсылар, уҡыусылары ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Nov, 19:09


Өфөлә «Дәрүиш рухы» тип исемләнгән концерт үтте

Өфө башҡорт рок музыкаһына сорналды. Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә «Көрәш һарайы»нда «Дәрүиш рухы» тип исемләнгән концерт үтте. Рок-музыка һөйөүселәрҙе йыйған мәҙәни ваҡиға төрлө быуын вәкилдәре өсөн ҙур байрамға әүерелде. Концерттан Башҡортостан башлығы ла ситтә ҡалманы.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Nov, 18:54


Республикала йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса 4-се Евразия конгресы старт алды

Өфөнөң 450 йыллығына арналған сара «Торатау» конгресс-холында ике көн дауам итәсәк. Форумда Рәсәй, Беларусия, Ҡытай, Үзбәкстан, Бразилия һәм башҡа илдәрҙең кардиология белгестәре, мең ярымдан ашыу медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Nov, 18:43


Һуңғы көндәрҙә Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалалары ҡуйы томан ҡамауында ҡалды

Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта һауала, шул иҫәптән Башгидрометүҙәк постарында бысратыусы матдәләр буйынса рөхсәт ителгән концентрацияның артыуы асыҡланған. Белгестәр раҫлауынса, саң болоттарының барлыҡҡа килеүенә насар метеорологик шарттар булышлыҡ иткән. Ел булмау сәбәпле, атмосфераның ер өҫтө ҡатламында автомобилдәрҙән һәм сәнәғәт предприятиеларынан сыҡҡан бысратыусы матдәләр тупланған.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Nov, 18:29


Радий Хәбиров Краснокама районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Николо-Березовка ауылында Радий Хәбиров Краснокама районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

29 Nov, 18:10


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Краснокама районында булды

Төбәк етәксеһе Ҡуян ауылында төҙөкләндерелгән һөт заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелгән предприятиела тәүлегенә 20 тоннаға тиклем һөт продукцияһы етештерелә. Көн тәртибендә Радий Хәбиров яңыртылған Йәштәр һарайын ҡараны, Изге Елизавета Романова иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты .

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 19:05


Туймазы районынан Ғәлимовтар ғаиләһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә

Ғаилә менән эшҡыуарлыҡта. Роза һәм Фазыл Ғәлимовтар Туймазы районы Төмәнәк ауылында ярты быуаттан ашыу ғүмер итә. Бәхетле парҙың балалары ла тыуған ерендә төпләнгән. Ғаилә малсылыҡ тармағын, агротуризмды үҫтереүҙә, төҙөлөш материалдарын етештереүҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Уңған, эшһөйәр Ғәлимовтар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 18:55


Өфөлә «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмының ябыҡ тамашаһы үтте

Тәүгеләрҙән булып ябыҡ премьераны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡараны. Режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендә төшөрөлгән кинотаҫма баш ҡаланың 450 йыллыҡ тарихы юбилейына бағышланған. Комедия , мелодрама жанрында төшөрөлгән фильмда республика һәм Мәскәү актерҙары уйнаны

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 18:40


Бөгөн ер шарының төрлө ҡитғаларында телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Был көн 28 йыл элек булдырылған. Хәҙерге ысынбарлыҡта тормошто зәңгәр экранһыҙ, төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарһыҙ һәм яңылыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында был өлкөлә йөҙҙәрсә кеше үҙ хеҙмәтен һала. Ә яңылыҡтарҙа эшләүселәр һәр ваҡыттағыса һөнәри байрамын эш урыныда билдәләй. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 18:25


Радий Хәбиров хәрби госпиталдәрҙә яугирҙарға ярҙам итеп ҡайтҡан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәрби госпиталдәрҙә яугирҙарға ярҙам итеп ҡайтҡан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашты. Хәбәр итеүебеҙсә, госпиталдәргә ярҙамға гүзәл заттарҙан ирекмәндәр төркөмөн ойоштороу ниәтен Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко октябрь аҙағында үткән оператив кәңәшәмәлә күтәреп сыҡҡайны. Радий Хәбиров идеяны хупланы. Тәүге төркөм ете кешенән тупланған, улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Республика башлығы ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 18:10


Радий Хәбиров республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы

Ҡатмарлы хеҙмәт һәм оло бәхет. Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы. «Башҡортостан» концерт залында үткән тантанала ишле, етем, физик мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән, ҡаһарман улдар үҫтергән ата-әсәләр саҡырылды.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 17:55


Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәләре ойошторолоуға 101 йыл тулды

Тарихи дата айҡанлы Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙанда хеҙмәт алдынғыларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика участка уполномоченныйҙары хеҙмәте 1 мең 200 кешене берләштерә. Һуңғы йылдарҙа состав йәш белгестәр менән тулыланған. Яуаплы һөнәрҙе һайлаусылар араһында гүзәл заттар ҙа байтаҡ.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 17:40


«Инвестиция сәғәте»ндә төбәк сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында яңы башланғыстар ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда төбәк сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында яңы башланғыстар ҡаралды. Октябрьскийҙа тимер-бетон изделиелар етештереү буйынса цех төҙөү проекты менән «СпецБетон+» компанияһы етәксеһе Вячеслав Масленников таныштырҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 10:25


Өфөнөң 1-се балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнаша

Өфөнөң 1-се балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнаша. Инициатива менән балалар баҡсаһы етәкселәре һәм ата-әсәләр сыҡҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 10:10


Ғафури районы хакимиәте халыҡ менән күсмә осрашыуҙар ойоштора

Сираттағы саралар Игенйылға һәм Табын ауылдарында үтте. Унда йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Халыҡ менән осрашыуҙа райондың төрлө тармаҡ белгестәре лә ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 09:55


3 декабрҙә Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола

3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола. Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 09:39


«Башҡорт каникулдары» «Тэфи-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында еңеү яуланы

Программаның ижади командаһын социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. «Башҡорт каникулдары» проектын ойоштороусылар менән ғорурланам. Афарин. Быға тиклем дә был сәйәхәткә бағышланған тапшырыуҙы беҙҙең телевидениела иң яҡшы программаларҙың береһе тип уйлай инем. Өс йыл дауамында БСТ телеканалы проектында республиканың уникаль тәбиғәте, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн яңы туристик маршруттары тураһында мәғлүмәт күрһәтелә. Бөгөн - Халыҡ-ара телевидение көнө. Республика телевидение тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотлайым. Уңыштар, яҡшы хәбәрҙәр һәм яңы еңеүҙәр теләйем», - тип яҙҙы Башҡортостан башлығы.

БСТ | Яңылыҡтар

21 Nov, 07:04


Башҡортостанда балалар китаптары тикшерелә

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев балалар нәфис әҙәбиәте өлкәһендә ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү буйынса эшсе төркөм булдырыу тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы. Уның составында депутаттар, власть органдары вәкилдәре, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, китап магазиндары хужалары бар. -Рәсәй яҙыусылар берлеге уҙғарған тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса балалар китаптарының 60 проценты уларға насар йоғонто яһай. Был өлкәлә контроль кәрәк, - тине спикер Константин Толкачев.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 18:55


Саҡмағош ауылында ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө билдәләнде

Был байрам Сталинград алышында һынылыш яһаған Совет ғәскәрҙәре контрһөжүме хөрмәтенә барлыҡҡа килә, был көн Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңеүҙә хәл иткес роль уйнай. Артиллерия иһә махсус хәрби операция биәлмәһендә, хәҙерге ысынбарлыҡта ла көслө ҡорал. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 18:40


Бишбүләк районы үҙәгендә Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө уңайынан стела асылды

Әйткәндәй, быйыл илдә ракета ғәскәрҙәрен булдырыуға 65 йыл тула. Сарала ғәскәр ветерандары, ауыл советы башлыҡтары, йәш армеецтар ҡатнашты. Илһөйәрлек саралары Сиҙәкбаш ауылында ла дауам итте.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 18:23


Башҡортостанда «Рекрут» программаһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды

ДОСААФ тәҡдиме менән башланған программа ярҙамында граждандарға Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә 50 мең һум аҡса түләнә. Унда ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән хәрби менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документ тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә тейеш. Бөгөнгә «Рекрут» программаһы буйынса 2346 ғариза ҡабул ителгән. Иң күп ғаризалар Өфө ҡалаһында һәм Ишембай райондарында йәшәүселәрҙән килгән.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 18:11


Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ ракета ғәскәрҙәре һәм артиллеристар көнөн билдәләне

Ҡамсат бүрек кейеп, ҡурай тартып. Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ ракета ғәскәрҙәре һәм артиллеристар көнөн билдәләне. Был көндө бер төркөм яугирҙарға Шайморатов, Жуков һәм Ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалдары тапшырылды. Әлбиттә , байрамдың барлыҡҡа килеү тарихына тоғро ҡалып, егеттәр үҙҙәре лә ҡаршы яҡҡа ҡотлау ебәрҙе. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы артиллеристары тураһында Луганск халыҡ республикаһынан репортаж.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 17:53


Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы. Был турала ул Федерация Советы ултырышында сафҡа индерелгән шәхси торлаҡты теркәү мәсьәләһен тикшергәндә белдерҙе.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 10:55


Ишембай районы мәктәптәрендә махсус хәрби операция яугирҙарына арналған картиналар күргәҙмәһе үтте

Ватан һағында торған геройҙарҙы онотмау. Ошондай лозунг менән Ишембай ҡалаһының 19-сы мәктәбендә һәм Кинйәбулат ауылында картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо. Проекттың маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү. Изге эшкә Ишембай ҡалаһы картиналар галереяһы рәссамдары ла ҡушылды.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 10:40


Өфөлә үтәсәк Рәсәй-Ҡаҙағстан форумында ҡатнашыуға 30 төбәктән заявка ҡабул ителгән

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Күләмле форум баш ҡалала Көрәш һарайы майҙанында 26-27 ноябрҙә үтәсәк. «Рәсәй -Ҡаҙағстан» форумы ике илдең иҡтисади, сәйәси һәм гуманитар бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында 20 йыл дауамында даими үткәрелеп килә. Дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу форумында тиҫтәләгән эшлекле килешеүҙәр төҙөләсәк. Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа ҡаралған.

БСТ | Яңылыҡтар

20 Nov, 10:26


Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты. Төбәк етәксеһе яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

БСТ | Яңылыҡтар

17 Nov, 06:48


Бөрйән районы башлығы киләсәккә пландары менән бүлеште

Халыҡ мәнфәғәте өсөн халыҡ менән бергә эшләү мөһим. Бөрйән районы хакимиәтене башлығы үҙенә ошондай бурыс ҡуйған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь аҙағында Бөрйән муниципаль районы хакимиәтендә яңы етәксе һайланды. Рәмил Абдуллин яңы вазифаға тәғәйенләнгә тиклем Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин Рәмил Миңлеәхмәт улы менән осрашып, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.

БСТ | Яңылыҡтар

16 Nov, 19:08


Өфөлә «Байыҡ -2024» республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы

Республиканың төп сәхнәһе -»Башҡортостан» концерт залында «Байыҡ -2024» телевизион конкурсының иң яҡшы бейеүҙәрҙән тупланған гала-концерты уҙҙы. Өр-яңы постановкалар, сағыу костюмдар, осҡон сәсрәтеп халыҡсан бейеү башҡарыусылар хаҡында киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

16 Nov, 18:54


Башҡортостан һәм Алтай республикалары парламенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән Алтай Республикаһы дәүләт Йыйылышы - Эл Ҡоролтай араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Документҡа ике республика парламенттары рәйестәре Константин Толкачев һәм Эжер Ялбаков ҡул ҡуйҙы. Парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү төбәктәр араһында сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһын әҙерләү планлаштырыла.

БСТ | Яңылыҡтар

16 Nov, 18:35


Өфөнөң Көрәш һарайында «Zвезда» самбо буйынса Бөтә Рәсәй балалар турнирына старт бирелде

Күләмле ярыш Рәсәй Геройҙары иҫтәлегенә арнала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында ҡатнашып, республикала был спорт төрө үҫешенә айырым иғтибар өсөн Бөтә Рәсәй самбо федерацияһына рәхмәтен белдерҙе. «Россия - Za самбо» форумының пленар ултырышында күтәрелгән мөһим мәсьәләләр, ҡабул ителгән ҡарарҙар һәм турнир барышы тураһында сюжет.

БСТ | Яңылыҡтар

16 Nov, 18:20


Республиканан 138-се гуманитар ылау оҙатылды

Өфөнөң «Көрәш һарайы» алдындағы майҙандан бөгөн 138-се гуманитар ылау оҙатылды. Колоннала 8 берәмек техника. Башҡортостан хәрбиҙәренә адреслы ярҙам Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, дәүләт органдары, Дүртөйлө, Тәтешле, Шишмә райондары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм вайымһыҙ граждандар тарафынан тупланған.

БСТ | Яңылыҡтар

16 Nov, 18:08


Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе кәңәшмәһе үтте

Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай бинаһында уҙған йыйылышта «Берҙәм Рәсәй « партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев ҡатнашты. Партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров бөтә ғәмәлдәр, проекттар, башланғыстар илдең иҡтисадын, уның оборона ҡеүәтен нығытыуға, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, һайлаусыларҙың наказдарын хәл итеүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне.

БСТ | Яңылыҡтар

16 Nov, 17:49


Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде

Башҡортостан менән Алтай республикаһын аваибәйләнеш тоташтырасаҡ. Был төбәктәр араһында туризм һәм башҡа тармаҡтарҙы нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк. Бөгөн Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде. Делегацияны төбәк башлығы Андрей Турчак етәкләй. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Өфөләге мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарында булды.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 19:20


Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды

Бөгөн Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды. Тантаналы сарала власть органдары, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар, мәктәп уҡыусылары, Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 19:10


Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙамға мотоцикл

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Был юлы яҡташтарыбыҙ мөрәжәғәте буйынса тупланған кәрәк-яраҡтар менән бергә, УАЗ машинаһы һәм ике тәгәрмәсле техника оҙатыласаҡ. Гуманитар ярҙам Өфө автотранспорт колледжы һәм Стәрлебаш районының социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды менән берлектә әҙерләгән.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 19:00


Асҡын районынан ике ғаилә өй туйлаясаҡ

Был йорттар «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында төҙөлгән. Бының өсөн 10 миллион һум бүленгән. Торлаҡлы булған ғаиләләр шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 18:50


Туймазыға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Дәүләтовтар ғаиләһе менән осрашты

Зөлфиә Шамил ҡыҙы һәм Марат Низаметдин улы ете бала тәрбиәләй. 2021 йылдың июлендә булған ваҡиғалар ғаиләнең тормошон тамырынан үҙгәртә. Улдары Илназ көслө ток разряды алыу һөҙөмтәһендә ике ҡулһыҙ ҡала. Уҡыусы балаға алты ҡатмарлы операция яһала. Әммә Илназ барыһын да күтәрә. Фажиғәнән һуң ғаилә Туймазы ҡалаһына күсеп килә.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 18:29


Радий Хәбиров эш сәфәре менән Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларында булды

Сәнәғәт предприятиелары юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары менән муниципаль-ара кимәлдә тығыҙ хеҙмәттәшлектә булырға тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында ойошторолған күсмә «Сәнәғәт сәғәте»ндә билдәләп үтте. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе республика кимәлендә тормошҡа ашырылған күләмле инвестиция проекттары менән дә танышты, әйтәйек, Туймазы районында уңышлы эшләгән компания беренсел сеймал өсөн һаҡлағыс ҡаптар әҙерләү буйынса тегеү производствоһын асҡан.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 11:05


Өфө художество галерияһында «Башҡорт графикаһы» исеме аҫтында республика күргәҙмәһе эш башланы

Экспозиция акварель, баҫма һәм уникаль графика кеүек өс төрлө залға бүленгән. Ул йәмғеһе 93 рәссамдың 200-ҙән ашыу эшен берләштергән. Шуға ла баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күңеленә яҡын картиналарын таба ала. Өҫтәүенә, һәр ижадсының һынлы сәнғәттә ҡулланған техник алымын өйрәнеү, сағыштырыу, үҙенсәлеген дә тойорға мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 10:50


Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 30 йыллығына әҙерлек саралары тикшерелде

Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30 йыллыҡ юбилейына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Ул киләһе йыл билдәләнә. Сарала власть органдары, ғилми һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре, депутаттар ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 10:35


«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә бер төркөм пенсионерҙар Үзбәкстанға сәйәхәткә осто

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектының географияһы киңәйә. Бөгөн был программа сиктәрендә бер төркөм пенсия йәшендәге туристар «Өфө» аэропортынан Үзбәкстанға осто. Уларҙы БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып ҡалды.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 10:19


«РиаПласт» компанияһында яңы производство асылды

«РиаПласт» компанияһы - дәүләт ярҙамының бизнесты үҫтереүгә нисек булышлыҡ итеүенең яҡшы миҫалы. Яңыраҡ Өфөлә үткән еңел сәнәғәт форумында был предприятиела яңы производство участкаһы асылды.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 08:24


Башҡортостанда 88 мең тонна шәкәр етештерелгән

Бөгөнгә 632 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелгән. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 2 миллион ярым тонна татлы тамыр йыйып алынды. Уңыш Шишмә һәм Раевкалағы ике заводта эшкәртелә. Сөгөлдөр ҡалдыҡтарынан - жом мал аҙығы итеп ҡулланыла. Ул экспортҡа ла сығарыла.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 07:20


Белорет урамдары яҡтырҙы

Быйыл ҡалала 383 яңы фонарь урынлаштырылған. Бының өсөн 7 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш дауам итә. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, бөгөнгә 300 мең һум экономияланған. Был аҡса яҡтыртыу системаһын яңыртыуға йүнәлтелә.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 06:23


Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн экскурсиялар ойошторола

Бер нисә инклюзив тур булдырылған. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, йыш ҡына инвалидтарҙы ғәҙәти экскурсия төркөмдәренә индермәйҙәр. Туристик операторҙарҙың уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уңайлыҡтар булдырыу мөмкинлеге юҡ. Проблеманы хәл итеү өсөн мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн экскурсиялар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Бындай сәфәрҙә ҡатнашыусылар төбәктең матурлығын ғына күреп ҡалмай, төрлө кешеләр менән танышыу, аралышыу мөмкинлегенә лә эйә, - тип Андрей Назаров. Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән 245 меңдән ашыу кеше бар. 2024 йыл Республикала һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 05:25


«Беҙ хәҙер тарихи ҡарар ҡабул итәбеҙ»

— Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ошо һәйкәлде күреп үҫәсәк, милли геройыбыҙ һәм донъя кимәлендәге монумент менән ғорурланасаҡ. Беҙ тешебеҙ ауыртһа, махсус урынға теш табибына барабыҙ, белгесте йортобоҙға саҡырмайбыҙ. Әлбиттә, һис шикһеҙ, цехта йүнәтергә кәрәк, белгестәр күҙәтеүе аҫтында эшләргә, нигеҙен алмаштырырға кәрәк.

Рәссамдарҙың, тарихсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең эше мөһим, әммә хәҙер конструкторҙар, тимер буйынса техник белгестәр эш итергә тейеш. Һәйкәл үҙенең элекке йөҙөн юғалтырға тейеш түгел, — тип белдерҙе скульптор, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков.

БСТ | Яңылыҡтар

15 Nov, 04:54


Башҡортостан көрәшселәре донъя беренселегендә 4 миҙал яуланы

Ҡазанда үткән турнирҙа 35 илдән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республиканан Алена Фатыхова - көмөш, Илфаҡ Ибәтуллин, Альбина Әлиева һәм Зарина Әлмөхәмәтова бронза наградаларға лайыҡ булды.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Nov, 19:10


Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн нәшер ителгән йыйынтыҡты уҡырға, шулай уҡ махсус һылтанма аша тыңларға ла мөмкин. Бишек йырҙары халыҡ ауыҙ-тел ижадының айырым жанры булараҡ ҡарала. Ошоно иҫәпкә алып, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре фольклор әҫәрҙәрен халыҡҡа заманса форматта еткерергә ҡарар иткән.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Nov, 18:59


Милли музейҙа «Нағышлы Башҡортостан» күргәҙмәһе асылды

Экспозицияла 54 райондың картаһы урын алған. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Милли музей булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған проектта 500 -ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Карталарҙың авторҙары - республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡул эше оҫталары, профессиональ рәссамдар, шулай уҡ ижади студиялар, коллективтар, оҫтаханалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, музейҙар вәкилдәре.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Nov, 18:45


Бөрйән районында медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ күҙәтелмәй

Төбәк йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә төрлө дәүләт программаларын уңышлы файҙаланыуға өлгәшкән.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Nov, 18:31


Салауат Юлаев һәйкәле тарихы һәм реставрацияһы тураһында «Мин ҡайтырмын» фильмы төшөрөлә

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың һәйкәлен төҙөү тарихына һәм уны реставрациялау эшенә әҙерлек тураһында документаль фильм төшөрөлә. «Мин ҡайтырмын» картинаһы күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирер тип көтөлә. Фильмды Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында БСТ телеканалы менән «Самрау» фонды әҙерләй. Бөгөн ижади төркөм өсөн үтә лә яуаплы көн. Скульптураның ысынбарлыҡтағы хәлен күрһәтеү өсөн операторҙар монументтың эске яғына инде.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Nov, 18:17


Иглин районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашты

Иглин районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашты. «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» штабындағы йылы осрашыу хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

14 Nov, 18:05


Баймаҡ районының яңы башлығы итеп Азамат Иҙрисов тәғәйенләнде

Ул вазифаға бөгөн район Советы ултырышында бер тауыштан һайланды. Азамат Иҙрисов - күп йылдар республика мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән кеше. Һуңғы йылдарҙа ул Донбассты тергеҙеүҙе етәкләй.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Nov, 12:36


Ишембайҙың 19-сы мәктәбе уҡыусылары өсөн ҡаһарманлыҡ дәресе үтте

Осрашыуға ҡаланың картиналар галереяһы рәссамдары саҡырылғайны. Улар балаларға махсус хәрби операция геройҙарына арналған ижади эштәрен күрһәтте. Атап әйткәндә, картиналарҙа ошо уҡ белем биреү усағында уҡыған Виталий Новиков портретын күрергә мөмкин. Десантсы яуҙашын үҙ тәне менән ҡаплап, уның ғүмерен ҡотҡара. Бының өсөн геройға үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены тапшырыла.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Nov, 12:13


Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә

«Өфө-Арена» боҙ һарайы эргәһендәге майҙанда яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында ҡала хакимиәте вәкилдәре сығыш яһап, оло ихтирамын һәм рәхмәтен белдерҙе. Хәрбиҙәр ике аҙна ялда булған, ошо ваҡытты улар яҡындары янында уҙғарған, күптәр төрлө көнкүреш һорауҙарын хәл иткән. Әле алғы һыҙыҡта булыусыларға туғандарынан посылкалар ҙа тупланған, улар ҙа хеҙмәттәштәре аша үҙ адресаттарына барып етәсәк.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Nov, 10:57


Радий Хәбиров ғаиләһе менән Өфө районы буйынса 11-се полиция участка пунктында булды

10 ноябрҙә Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Был көндө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән Өфө районы буйынса 11-се полиция участка пунктында булды. Ул Булгаково ауылы халҡын, шулай уҡ яҡын-тирәләге ауылдарҙы һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрен хеҙмәтләндерә.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Nov, 07:53


Автомобиль номерҙарында Рәсәй флагы күрһәтелеүе мотлаҡ була

"Транспорт сараларын теркәү билдәләре" тураһында стандартҡа төҙәтмәләр әҙерләнгән. Был турала Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитет етәксеһе Александр Хинштейн белдерҙе. Рәсәй флагы номерҙың уң яғында аҫҡы өлөштә күрһәтелә.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Nov, 07:44


Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп уның беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәғәйенләнде. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы һәм иртәгәнән башлап Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләй.

«Эш дауам итергә тейеш, шуға күрә бөгөндән был бурыс Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа йөкмәтелә. Беҙҙә бер ниндәй күсеү этаптары, йәш яугир курстары юҡ — алға барырға һәм эшләргә», — тине Хәбиров.

БСТ | Яңылыҡтар

11 Nov, 06:29


Мәктәптә ҡыңғырау тауышы урынына музыка яңғырай

Ноябрҙә Рәсәй мәктәптәрендә “Ҡыңғырау урынына музыка” тигән проект башлана. Ғәҙәти ҡыңғырау тауышын популяр көйҙәр һәм классик әҫәрҙәрҙән өҙөктәр алмаштыра. Проект уҡыусыларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итәсәк, тип белдерәләр федераль Мәғариф министрлығынан. Быйылғы уҡыу йылында яңғыраясаҡ көйҙәр иҫтәлекле даталарға арнала. Уларҙы төрлө төбәктәрҙең балалар коллективтары яҙҙыра. Был айҙа Александра Пахмутова йырҙарынан өҙөктәр һайлана. Легендар композиторға 95 йәш тулды. Ил президенты Владимир Путин уға Хеҙмәт Геройы тигән исем бирҙе. Онлайн-тауыш биреү юлы менән композиторҙың 4 әҫәре һайланған. Декабрҙә мәктәп ҡыңғырауы урынына Пётр Чайковский балетынан өҙөктәр яңғырай.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 19:14


Нариман Сабитов исемендәге мәктәптең йәш музыканттары тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаны

Улар буласаҡ музыкант. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең беренсе синыф уҡыусылары тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаны. 140 баланы музыкантлыҡҡа ҡабул итеү тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының орган залында үтте.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 19:04


Өфөлә илдең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә

Өфөлә илдең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә. «Һуңғы интервью» ҡыҫҡа метражлы кинокартинала «Молодёжка», «Универ», «Ёлки» сериалдары йондоҙҙары ҡатнаша. Бынан тыш, съемкаларҙа «Өфө-синема» кинокампусында уҡыусылар ҙа ярҙам итә. Һуңғы ике айҙа улар режиссер, актер, сценарист, продюсер, грим буйынса дәрестәр үтеп, белемен тәүгә съемка майҙанында һынап ҡарай.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 18:49


Баймаҡ районында Айнур Иҙрисов иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы

Ял көндәре файҙа менән. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Айнур Иҙрисов иҫтәлегенә арналған ир‐егеттәр араһында волейбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 18:34


Өфөлә Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының 105 йыллығына арналған тантана үтте

Республиканың медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен берләштергән профсоюз ойошмаһы 1919 йылда барлыҡҡа килгән. Төрлө йылдарҙа ул «Медсантруд», артабан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты тип йөрөтөлә. 1990 йылда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторола. Хәрәкәт һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау менән шөғөлләнә, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауҙа, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуҙа ярҙам итә.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 18:19


«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы уңышлы эшләй

Унда ярты тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Тормош иптәштәрен юғалҡан гүзәл заттар яҙмыш һынауҙары алдында төшөнкөлккө бирелмәһен, артабан йәшәргә көс тапһын өсөн белгестәр мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар бында тренингтарҙа ҡатнашып йән тыныслығы ала, бер-береһе менән аралаша.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 18:04


Махсус хәрби операция яугирҙары отпуск мәлендә урында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осраша

Ҡыҫҡа, ләкин үтә лә һөҙөмтәле ял. Махсус хәрби операция яугирҙары отпуск мәлендә урында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осраша. Өлкән ағайҙар киләсәк быуынға илһөйәрлек, алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән итә. Ошондай сираттағы осрашыу Иглин районының «Алпамыш» йәштәр үҙәгендә үтте.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 17:54


Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр йәнә Донбасҡа юл алды

Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр Өфө Арена боҙ һарайы алдындағы майҙандан йәнә Донбасҡа юл алды. Улар махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса алынған. Хеҙмәт урынына яугирҙар дүртенсе тапҡыр ялға ҡайтҡанадан һуң оҙатылды. Автобусҡа шулай уҡ хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ- түлек, йылы кейемдәр тейәлде. Ике аҙналыҡ ялда улар яҡындары, туғандары менән күрешкән. Ғафури районы Байымбәт ауылы егете ер участкаһы алып бура бурарға ла өлгөргән.

БСТ | Яңылыҡтар

09 Nov, 17:39


Радий Хәбиров Башҡортостанда етештерелгән сифатлы продукция хаҡында һөйләне

«Башҡортостан продукты» тип яҙылған һәм республика флагы төҫтәрендәге логотип төшөрөлгән тауарҙарҙы халыҡ яҡшы белә. Был уларҙың үҙебеҙҙә етештерелеүе, сифат һәм хәүефһеҙлек нормаларына тап килеүе хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙған. Проекттың дипломанттары йылдан-йыл арта, тип хәбәр итә ул.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Nov, 19:14


«Башҡортостан» полкы яугирҙарына гуманитар ылау барып етте

Уны Нефтекаманан Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы, Белореттан «Быть добру» ирекмәндәр төркөмө һәм Белорет районының Аҙналы ауылы халҡы йыйған. Ылауға «Уаз» машинаһы, маскировка селтәрҙәре, ит һәм туңдырылған ит ризыҡтары, хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡтар тупланған. Шулай уҡ Өфө ғалимы һынап ҡарау өсөн, үҙе уйлап тапҡан яраларҙы тиҙ дауалаусы май ебәргән.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Nov, 19:03


Өфөлә иң яҡшы йәш арматурасы һәм штукатур-маляр билдәләнә

Һөнәр оҫталығы ярышы ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән Студент отрядтары слетында ойошторола. Конкурсҡа Волга буйы округынан тиҫтәгә яҡын команда килгән.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Nov, 18:48


Өфөлә өсөнсө Волга буйы онкологтар форумы үтә

Яман шеште дауалауҙа яңы алымдар. Өфөлә өсөнсө Волга буйы онкологтар форумы үтә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уҙғарылған күләмле сара Рәсәй һәм сит илдәрҙең иң көслө белгестәрен берләштерҙе. Тәүге көндә ҡатмарлы операциялар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылһа, бөгөн табип-онкологтар «Торатау» Конгресс-холлында түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм лекцияларҙа ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Nov, 18:36


Өфө Тимер юл вокзалында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн зал асылды

Хәҙер поезд көтөүсе инвалидтар буш ваҡытын уңайлы шарттарҙа үткәрә ала. Махсус йыһазландырылған бүлмәне Рәсәй тимер юлдары компанияһының Мобиллеккә булышлыҡ итеү үҙәге булдыра. Уны асыу сараһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Nov, 18:22


Республикаға сираттағы ялған хәбәр һөжүме

Бөгөн иртән төрлө телеграмм-каналдарҙа һәм киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан башлығын отставкаға ебәреүҙәре тураһында имеш-мимеш хасил булды. Мәғлүмәт күсереп алынып сит илдәргә ҡасҡан иноагенттар ресурстарына һалынды. Фейктар селтәренән уны кемдәр таратыуын асыҡлау ауыр түгел. Был телеграмм-каналдар быға тиклем дә төрлө дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәрҙәр таратып республикалағы хәлде ҡаҡшатырға маташҡайны. Тәүге ялған хәбәр Рәүфә Рәхимованың Пруфы каналында барлыҡҡа килде.

БСТ | Яңылыҡтар

08 Nov, 18:05


Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға - 105 йыл

Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм һәм ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика һәр ваҡыт хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итәсәк. Төбәк маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуҙы, матди базаны нығытыуҙы, эске эштәр органдарын техник яҡтан йыһазландырыуҙы дауам итәсәк, тине Башҡортостан башлығы.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 18:45


Ноябрҙә ниндәй үҙгәрештар көтөлә

Рәсәйҙә махсус хәрби операция ҡатнашыусыһының дәрәжәһен раҫлаусы берҙәм документ индерелә. Үҙгәрештәр Оборона министры Андрей Белоусов башланғысы менән тәҡдим ителгән. Хәҙер белешмәне «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм күп функциялы үҙәк бүлексәһендә рәсмиләштерергә мөмкин. Ул алғы һыҙыҡта торған яугирҙарҙың туғандарына ла бирелә. Яңылыҡ социаль ярҙам сараларын алыуҙы күпкә еңеләйтә.
Тулыраҡ видеояҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 18:30


Күктә пилотһыҙ аппарат күренһә нимә эшләргә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы нисек эш итергә кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе. Бындай осраҡта яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингта йәшенергә кәрәк. Бейек ҡоролма эсендә булғанда түбәнге ҡатҡа төшөрөгә, әммә лифтҡа инмәҫкә кәрәк. Әгәр ҙә транспортта булғанда салондан мөмкин тиклем тиҙерәк сығыу талап ителә.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 18:17


Өфө фән һәм технологиялар университетында яңы медиаүҙәк эш башланы

Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында булдырылған проект илдең 60 ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда тормошҡа ашырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 17:58


Өфөлә Башҡортостан аграрийҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне

Улар ҙа хәүефһеҙлек тәьмин итә. Йәмғиәттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген. Ялан батырҙары бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан тармаҡ министрлығы хеҙмәттә ҡаһарманлыҡ күрһәткән ауыл хужалығы эшсәндәрен юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән билдәләне.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 17:43


Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан төбәк башлығы Радий Хәбиров республиканың алдынғы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика иҡтисадында ауыл хужалығы айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Аграрийҙар тырышлығы менән төбәктә йыл һайын иген һәм мал аҙығының кәрәкле запасы үҫтерелә, төрлө малсылыҡ продукцияһы етештерелә.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 11:44


Республика йәмәғәтселеге Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн киң йәмәғәтселек радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты.
Оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан киткән хеҙмәттәшебеҙ менән хушлашыу Башҡортостан асыҡ акционерҙар йәмғиәте бинаһы, телеүҙәк янындағы майҙанда уҙҙы.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 11:16


Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ебәрә

Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн өй ризығы. Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ебәрә. Тылдан Еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 10:34


Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

Тулыһынса әҙер булырға. Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Видеоконференцияла республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Хәүеф көсәйгән шарттарҙа беҙҙән террорға ҡаршы тороусы барлыҡ субъекттарҙың, айырыуса муниципаль кимәлдә, хәлдең киҫкенләшеүенә яуап бирергә тулыһынса әҙер булыу талап ителә, - тине Радий Хәбиров.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 07:57


Күмертауҙа туристик һалым индерелеүе мөмкин

Муниципалитет хакимиәте ҡала советына шундай тәҡдим менән сыҡҡан. Һалымды ғинуар айында индереү мөмкинлеге ҡарала. Уның ставкаһы ҡунаҡхнала хеҙмәттәр күрһәтеү хаҡының 1 процентына тиң була. Һалым әкренләп арта бара һәм 2029 йылға 5 процентҡа етергә тейеш. Уны махсус исемлеккә ингән ҡунаҡханалар түләй. Быйыл йәй илдә туристик һалым тураһында закон ҡабул ителде. Уның күләмен муниципалитеттар үҙ аллы билдәләй. Минималь суммаһы 100 һум була.

БСТ | Яңылыҡтар

01 Nov, 06:45


Башҡортостанда депутаттар гимн башҡара

Республика парламентында үткән ултырышта спикер Константин Толкачев дәүләт гимнын тыңларға ғына түгел, уны йырларға өндәне. “Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын һүҙҙәре менән башҡарайыҡ. Ил һәм республика дәүләт символикаһына хөрмәтте үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтергә кәрәк”, - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 18:59


«Китап» нәшриәтендә ете авторҙың шиғырҙарынан торған китаптың исем туйы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ете авторҙың шиғырҙарынан торған китаптың исем туйы үтте.
Сара «Китап» нәшриәтенең баш ҡалалағы Ленин урамында асылған магазинында исем туйҙары уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус бүлмәлә үтте. Авторҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 18:45


Нурия Абдуллина оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан китте

Радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан китте.
Нурия Абдуллина менән хушлашыу 1 ноябрь иртәнге сәғәт 10-да БСТ телеканалы алдындағы майҙанда үтәсәк.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 18:35


Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре бара

Билдәле булыуынса, проект документтары тарихи-мәҙәни экспертиза үткән, ноябрҙә уның һөҙөмтәләре иғлан ителә. Юридик процедураларҙан һуң һәйкәлде постаменттан һүтеп алып, уға баш ҡала биләмәһендә ҡороласаҡ цехта реставрация уҙғарыу ҡаралған. Скульптураның нигеҙен, ҡурғанды ла нығытыу планлаштырылған.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 18:20


«Хома» ҡушаматлы яугир: «Йөрәгем-яу яланында, ә йәнем - өйҙә»

«Йөрәгем-яу яланында, ә йәнем - өйҙә» Илебеҙҙә тыныслыҡ һәм бәхет булһын өсөн көрәшеүсе «Хома» ҡушаматлы яугир тыуған йорт йылыһын шундай һүҙҙәр менән хәтерләй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға яҡташыбыҙ тураһында киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 18:05


Телефон аша үҙ фатирың менән идара итергә була

Башҡортостан халҡы хәҙер махсус ҡушымта ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы түләй һәм иҫәпләү күрһәткестәрен тапшыра, йыйылыштарҙа тауыш бирә ала, шулай уҡ капиталь ремонт пландары менән танышырға һәм идара итеүсе ойошманың отчеттарын контролдә тоторға мөмкин.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 17:50


Башҡортостан юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Юл һәм транспорт ведомствоһы ойошторолоуға 100 тулыу уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров юлсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Өфөлә колонна залында тантаналы шарттарҙа водителдәр, техниканы ремонтлаусы эшселәр, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 17:35


Радий Хәбиров республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы менән асыҡ диалог. Радий Хәбиров бөгөн республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты. 200-гә яҡын белгес Шишмә районының «Патриот» паркына йыйылды. Сара төбәктең 35 йәшкәсә дәүләт һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәрендә профессиональ кимәлде үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ике көн дауамында йәш чиновниктар һөнәри үҫеш өлкәһендәге төбәк һәм федераль проекттар менән танышты.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 11:20


Учалы районының «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан ижади коллектив Өфөлә ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тамашала ансамблдең хәҙерге составы бейеүселәре ла, тәүге артистар ҙа ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 10:50


Башҡортостан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы - 2024» статусын алды

Башҡортостан - илдең иң күп китап уҡыусы төбәге. 10-сы Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика «Рәсәйҙең әҙәби флагманы - 2024» статусын алды. Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте.

БСТ | Яңылыҡтар

31 Oct, 10:17


Башҡортостан юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Юл һәм транспорт ведомствоһы ойошторолоуға 100 тулыу уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров юлсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Өфөлә колонна залында тантаналы шарттарҙа водителдәр, техниканы ремонтлаусы эшселәр, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Юлсылар өсөн тәүлек әйләнәһе һәм йыл миҙгеле лә юҡ - улар төрлө һауа шарттарында юл төҙөүҙе, ремонтлауҙы дауам итә.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 17:52


«Башҡорт еләге» инвестиция проекты былтыр ғәмәлгә ашырыла башлағайны

Тәүге ҡыуаҡлыҡтар 50 гектар майҙанды биләһә, быйыл тағы 10 гектар майҙанда 20 мең һырғанаҡ ҡыуаҡлығын ултыртыу күҙаллана.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 17:37


Валентина Матвиенко Башҡортостандың «Рәсәй - спорт державаһы» форумын уңышлы үткәреүен билдәләне

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сенаторҙарға Өфөлә халыҡ-ара ҙур спорт сараһының лайыҡлы кимәлдә уҙыуы хаҡында һөйләне. Форум сиктәрендә бокс турниры, ишкәкле слалом һәм фехтование ярыштары, баскетбол буйынса Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы уйындары үтте.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 13:49


Минималь хеҙмәт хаҡы 22 мең 440 һум була

1 ғинуарҙан сумма 17 процентҡа арттырыла. Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. МРОТ артыуы эшләп йөрөүсе 4 миллион 200 мең граждандың хеҙмәт хаҡында сағыласаҡ, тине парламент спикеры Вячеслав Володин. Рәсәй президенты билдәләгән бурыстарҙың береһе минималь хеҙмәт хаҡын йыл һайын арттыра барыуға бәйле. 2030 йылға МРОТ 35 мең һумға етергә тейеш.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 13:37


Билдәле спортсы Джефф Монсон Өфөлә Рой Джонс менән алыша

Был сара киләһе йылдың мартына планлаштырылған. Ошонан һуң ҡатнаш алышта сығыштарҙы тамамлайым, тип белдерҙе Джефф Монсон. Алыш оҫталары Америкала тыуған, улар Рәсәй гражданлығын алды. Джефф Монсон - Башҡортостан парламенты депутаты.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 10:41


Башҡорт киноһы Һиндостанда күрһәтелә

Иртәгәнән 27 октябргә тиклем Тривандрум ҡалаһында халыҡ-ара фестиваль уҙғарыла. Бында Рәсәй һәм Һиндостан төбәктәре мәҙәни йолалары менән таныштыра. Фестивалдең бер йүнәлеше кино сәнғәтенә бағышлана. Башҡортостандан Һиндостан тамашасыһына режиссер Айнур Асҡаровтың "Еңмеш" фильмы тәҡдим ителә.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 09:50


«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды

Быйыл баш ҡалала үткән сарала республика район-ҡалаларынан 30-ҙан ашыу ижади коллектив ҡатнашты. Һайлап алыу турын үтеүселәр бөгөн Гала-концертта сығыш яһаны

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 09:33


Ҡырмыҫҡалы районынан Гөлниса Мөхәмәтҡолова 95 йәшен билдәләй

Һынауҙар аша килгән бәхет. Ҡырмыҫҡалы районы Мөҡсин ауылында йәшәгән Гөлниса Мөхәмәтҡолова ауырлыҡ кешене сыныҡтыра, бәхет хеҙмәт һәм тырышлыҡ менән яулана, тип иҫәпләй. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән хеҙмәт ветераны ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләй.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 09:21


Өфөнөң Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатыла

Бөгөн киске сәғәт 8-ҙә Өфөнөң Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатыла. «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ул бер айға ябыла. Был осорҙа иретеп-йәбештереү һәм монтажлау эштәре башҡарыла.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 08:34


Өфөлә ҡар һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы эштәргә әҙерләнәләр

Был көндәрҙә урам-тротуарҙарҙы тәртиптә тотоусы предприятиеларҙы тикшерәләр. Боҙлауыҡҡа ҡаршы 15 мең тонна галит һәм 1 мең 300 тоннаға яҡын бионорд әҙерләнгән. Ҡалала ике ҡар иретеү пункты бар. Улар Трамвай һәм Сәғит Агиш урамдарында урынлашҡан. Икеһе лә ҡышҡы миҙгелгә әҙер.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 06:31


"Өфө" һыу аҫты кәмәһе Һиндостанға килеп етте

Рәсәй Тымыҡ океан флоты караптары Кочи портында туҡталды. Диңгеҙселәр Һиндостан хәрбиҙәре менән осраша, спорт ярыштарында ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Рәсәйҙең Һиндостандағы илселегенән. "Өфө" дизель һыу аҫты кәмәһе 2022 йылдың мартында һыуға төшөрөлдө. Ул Тымыҡ океан флоты составына инде.

БСТ | Яңылыҡтар

23 Oct, 05:13


Бөгөн Өфөләге Шаҡша күпере ябыла

Ике йүнәлештә лә машиналар йөрөшө туҡтатыла. Ҡалаға ингән һәм сыҡҡан водителдәр Өфө-Аэропорт трассаһы, Көнсығыш сығыу юлы һәм Нуғай шоссеһынан йөрөй ала. Шаҡша биҫтәһе эсендәге йәмәғәт транспорты ҡала электричкаһы теҙмәһенә ярашлы хәрәкәт итә. Шаҡша күпере “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярышлы ремонтлана. Төҙөкләндереү эштәре тулыһынса киләһе йылдың февралендә тамамлана. Шаҡша күперендә автомобиль хәрәкәте 24 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙә асылырға тейеш.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 19:10


Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ветерандар араһында шахмат турниры уҙғарылды

Интеллектуаль спорт төрө менән районда йәшәгән олоһо-кесеһе теләп шөғөлләәнә. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ауыл биләмәләре ветерандары араһында тәүге тапҡыр ойошторолған матч хаҡында киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 18:55


Өфөлә көҙгө-ҡышҡы осорҙа үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә үтте

Баш ҡалала көҙгө-ҡышҡы осорҙа үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә үтте. Уның сиктәрендә ҡеүәтле транспорт сараларының техник төҙөклөгө, норматив талаптар үтәлеше ҡаралды. Коммуналь хеҙмәттәр автопаркы даими яңыртыла.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 18:40


Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында «Батырлыҡ дәресе» уҙҙы

«Ватанға хеҙмәт итәм» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында «Батырлыҡ дәресе» уҙҙы. Осрашыуға ошо мәктәпте тамамлаусы, махсус хәрби операцияға мобилизацияланыусы «Татарин» ҡушаматлы яугир килде. Илһөйәрлек темаһына арналған осрашыу хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 18:25


Баймаҡ районы халҡынан сираттағы ылау туплана

Көндәр һалҡынайыуҙы күҙ уңында тотоп «Һалдатҡа йылы ойоҡтар» акцияһы иғлан ителде. Шулай көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ‐түлек туплана. Ҡуянтау ауылында йәшәүсе Зәкиә Ғүмәрова ла бик сауаплы эш башҡара,ул һалдаттарға йоҡо ҡапсыҡтары тегә.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 18:10


Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында Федор Матвеевҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Ошо ауылда тыуып-үҫкән яугир хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Федор Матвеев үлгәндән һуң Батырлыҡ Ордены менән бүләкләнә. Мемориаль таҡта яугир уҡыған мәктәп бинаһына ҡуйылды. Хәтер сараһында хәрби хеҙмәткәрҙең туғандары, уҡытыусылары , мәктәп уҡыусылары, ауылдаштары ҡатнашты.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 17:55


Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә ала

Махсус хәрби операция башланғандан алып, госпиталдә 700-ҙән ашыу ир-егеткә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Учреждениела физик яраларҙы дауалау, психологик ярҙам, магнит терапияһы, массаж, махсус күнекмәләр, сәләмәт туҡланыу һәм башҡа уңайлыҡтар ойошторолған.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 17:42


Радий Хәбиров Мәскәүҙә Владимир Якушев менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев менән осрашты.
Радий Хәбиров осрашыуҙа төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеге, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, ветерандарҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 10:35


Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды. Егеттәрҙе оҙатыу тантанаһы Өфө арена спорт һарайы эргәһендәге майҙанда үтте.

БСТ | Яңылыҡтар

22 Oct, 10:18


Баймаҡ ҡалаһында һәм Ишембай районындағы Верхотор ауылында парктар төҙөкләндерелә

2023 йылда ошо тораҡ пункттар «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылған. Был турала социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Баймаҡ бәйгелә икенсе тапҡыр иң яҡшылар исемлегенә инә. Быға тиклем ҡалала үҙәк майҙан төҙөкләндерелһә, хәҙер Салауат Юлаев исемендәге парк тәртипкә килтереләсәк.

2,570

subscribers

4,664

photos

6,247

videos