ТАМЫР | детско-юношеский телеканал @tamir_telekanal Channel on Telegram

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

@tamir_telekanal


Это телеканал «Тамыр»!
Мы знаем, как тебя обрадовать! Мы знаем, чем тебя занять! Мы сумеем тебя удивить! Присоединяйся! С "Тамыром" весело!

Наши передачи идут ежедневно на каналах БСТ и «Тамыр». Следи за эфиром! Будь в теме!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал (Russian)

Добро пожаловать на детско-юношеский телеканал "Тамыр"! Если ты ищешь яркое, креативное и увлекательное развлечение, то ты попал по адресу. Мы знаем, как сделать твой досуг незабываемым!

Вместе с нами ты окунешься в мир захватывающих передач, интересных шоу и увлекательных игр. Наши эфиры доступны каждый день на каналах БСТ и "Тамыр". Ты всегда будешь в курсе последних событий и трендов!

Присоединяйся к нам, чтобы весело проводить время и наслаждаться качественным контентом. Мы готовы удивлять, вдохновлять и радовать тебя каждый день. Не упусти возможность окунуться в атмосферу веселья и позитива вместе с "Тамыром"! Подключайся к нашему телеканалу и раскрой для себя мир ярких эмоций!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

23 Jan, 11:11


Яңы «Сулпылар» төшөрәбеҙ!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

21 Jan, 06:48


🔥 Бөгөн үҙенең Тыуған көнөн "ТАМЫР" каналы баш режиссеры, телевидение өлкәһендәге иң юғары - "ТЭФИ" Бөтә Рәсәй телеконкурсы еңеүсеһе — Әҙилә Һунарғолова билдәләй! Абруйлы журналистар уға "Иң яҡшы режиссер" номинацияһын тапшырҙы!

Креатив, йомарт, ижади ҡарашлы! Тирә-яҡ донъяға, төрлө деталдәргә иғтибар итә ул! Һәр проектын уйлап, еренә еткереп башҡара!

🎂 Әҙилә Фәнил ҡыҙы! Ысын күңелдән байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Тормошоғоҙ сағыу буяҙарҙан торһон! Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Янығыҙҙа тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарығыҙ һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

20 Jan, 09:17


🎂Бөгөн, 20 ғинуар, Альбина Йосопованың Тыуған көнө!

Альбина Рәшит ҡыҙы - "Тамыр" каналы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙан матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. "Тау-тау хәбәр", "Сәңгелдәк" тапшырыуҙарын, махсус репортаждарҙы бик оҫта төшөрә. Уның ҡанаты аҫтында эшләнгән проекттар бик күп телевидение өлкәһендәге бәйгеләрҙә еңеп сыҡты!

Альбина Рәшит ҡыҙы! Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, бәхет шатлыҡтар теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙ тик яҡшы хәбәрҙәр алып килһен! Эшегеҙҙә уңыштар!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

16 Jan, 07:29


🎄Традиционная «Аксаковская ёлка» - место чудес и исполнения желаний! Ежегодное событие проводится уже в шестой раз под патронажем председателя попечительского совета благотворительного фонда «Территория счастья», супруги Главы Республики Башкортостан Каринэ Хабировой.

В этом году на праздник были приглашены почти 300 детей c особенностями здоровья и дети участников специальной военной операции со всех уголков республики.

📺Знакомимся с ребятами ближе! В это воскресенье не пропустите репортаж от телеканала ТАМЫР! В 18.15 на канале ТАМЫР, а в 19.15 на БСТ!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

04 Jan, 06:11


🤔 Тирмәне нимәнән яһағандар?

Тирмәне күсмә халыҡтар ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡорған. Уны кейеҙҙән яһағандар. Ә кейеҙҙе һарыҡ йә дөйә йөнөнән баҫҡандар.
Башҡорт тирмәһе ике төрлө булған: монгол һәм ҡырғыҙ.

Башҡорттар бер нисә тирмә ҡорған:

а) «тирмә» — көнкүреш тирмәһе;

б) «аш тирмә» — аш-һыу әҙерләү өсөн тирмә;

в) «ҡунаҡ тирмә», «аҡ тирмә» — аҡ кейеҙ менән ябылған ҡунаҡ тирмәһе;

г) «Ун ике ҡанатлы аҡ тирмә» — иң ҙур тирмә — ырыу башлыҡтары, хандар өсөн ҡоролған.

Тирмә йылыны һәйбәт һаҡлай, ә йәйге эҫелә һалҡынса була.

Тирмә урынын билдәләүгә борондан ҙур әһәмиәт бирелгән. Урынды ат урап үтһә, йәки үрмәксе ҡаҙан аҫтында ау ҡормаһа — был ергә тирмә ҡуймағандар. Башҡорттар тирмә ҡуйған саҡта доғаһыҙ ҡаҙыҡ ҡатмағандар. Тирмә хайуандар өңөнән, эре ҡош ояһынан алыҫ, шишмәле- йылғалы, ҡоро, ҡалҡыу ерҙә ҡоролған.

"Сәңгелдәк" тапшырыуы сценарийынан
авторы - Зөлфиә Даянова

#ТАМЫР

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

03 Jan, 08:56


🔥 Ҡотло булһын Яңы йыл!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

03 Jan, 06:48


"СУЛПЫЛАР 2024" конкурсы еңеүсеһе Ильнур Даутов ҡотлай! 🔥

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

30 Dec, 09:32


🎄🔥 Учалы яҡтарынан сәләм килеп төштө! СУЛПЫЛАР тураһында!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

29 Dec, 10:01


Етеп килгән Яңы йыл менән! 🎄

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

26 Dec, 14:22


🎶 «СУЛПЫЛАР 2024» балалар эстрада йырҙары асыҡ телевизион конкурсы финалы БСТ каналында!

13 йәш йырсы М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай! Жюриҙа - абруйлы шәхестәр! Тамаша залында, әлбиттә, йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!

📅 31 декабрь
12:00

Гала-концертты бергәләп ҡарайыҡ!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

26 Dec, 09:55


🎶 Вокальный ансамбль детско-юношеского телеканала "Тамыр" выступил на установке рекорда России!

25 декабря в уфимском Дворце борьбы на городском празднике более 1100 детей установили мировой рекорд по массовой сборке конструкторов.

Для установки рекорда задействовали свыше 161 тысячи деталей — это более одной тысячи снежинок и звезд из новогодней коллекции РУБРИКа. Это самая массовая сборка конструкторов по количеству деталей и по числу участников в истории.

Достижение зафиксировал основатель и главный редактор Книги рекордов России, кандидат философских наук Станислав Коненко. Специальный сертификат опубликован на сайте проекта.

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

26 Dec, 09:07


🔥СМОТРИТЕ РЕПОРТАЖ С ГЛАВНОЙ ЁЛКИ РЕСПУБЛИКИ НА КАНАЛЕ БСТ 30 ДЕКАБРЯ В 10:00

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

26 Dec, 06:41


🔥 Көн һайын БСТ каналында «Өлкәндәрсә әңгәмә»!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында «ТАМЫР» каналының айырым студияһы гөрләп торҙо! Ҡунаҡтар менән йәш хәбәрселәр төрлө темаларға һөйләшеп алдылар!

📆 Сәғәт 15:15 БСТ каналында!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

26 Dec, 06:22


🔥 Бөгөн үҙенең Тыуған көнөн Дилара Сөләймәнова билдәләй! Дилара "ТАМЫР" каналында режиссер ассистенты булып эшләй! Бик күп проекттарҙа ул ең һыҙғанып эшләй!

🎂 Ысын күңелдән байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Тормошоғоҙ сағыу буяуҙарҙан торһон! Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Янығыҙҙа тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарығыҙ һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

22 Dec, 06:08


💥 22 декабрь - коллегабыҙ, "ТАМЫР" каналының баш мөхәррире - Резеда Миндиярованың Тыуған көнө!

Резеда Минибай ҡыҙы - бик тырыш, иғтибарлы мөхәррир! Күпселек йәш хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн ул уҡытыусы ла!

🎂 Ысын күңелдән байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Тормошоғоҙ сағыу буяҙарҙан торһон! Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Янығыҙҙа тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарығыҙ һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

18 Dec, 17:17


Проводили последних гостей и делегатов Шестого Всемирного курултая башкир. Начнем подводить итоги и рассказывать о планах, которые нам предстоит реализовать с новым составом нашей общественной организации.

О приоритетах устами детского канала Тамыр. Получился интересный экспресс - опрос о наших ценностях. Кстати, по каждой из позиций есть, что сказать за прошедшие пять лет. Об этом будет следующий пост. Самое важное, на мой взгляд, нам предстоит большая работа по переосмыслению нашей роли, места, миссии в истории большой страны и мира. Мы, как четвертый по численности народ страны, понимаем свою ответственность за судьбу родного Отечества. Понимаем, что межнациональное согласие - фундамент, на котором стоит наше государство и не позволим его расшатать!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

15 Dec, 05:07


🔥 Кескәй төркөм артистары ла сығыш яһаны! «ШАТЛЫҠ» йыры менән!

▶️ Видеояҙма «Планета» сауҙа үҙәгендә үткән Башҡорт теле көнө байрамынан!

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал

15 Dec, 05:03


🔥 «ТАМЫР» йыр ансамбле Башҡорт теле көнө менән ҡотлап «Планета» сауҙа үҙәгендә сығыш яһаны!

Кемдәр был концертта булды? Яҙығыҙ!