ЮЛДАШ радиоһы

@radiouldash


ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 16:39


Уйын юлаевсыларҙың еңеүе менән тамамланды.

💚 Көйәрмәндәрҙе ҡотлайбыҙ!

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 12:15


Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы киләһе уҡыу йылына Берҙәм дәүләт имтихандарына минималь балдарҙы билдәләне.

Бойороҡ проектына ярашлы, рус теле буйынса имтихан биреү өсөн минималь балл 42, математика – 39, физика – 39, йәмғиәт ғилеме – 42, тарих – 35, информатиканан – 44, сит телдәрҙән – 30, рус әҙәбиәтенән – 40, биология – 39, географиянан – 40 һәм химия буйынса 39 балл алынған.

Быйылғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, рус теле буйынса минималь балл 2-гә артҡан, йәмғиәт ғилеменән 45-тән 42-гә кәметелгән.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 11:04


Күңел талабы изгелек ҡылырға саҡыра.

Республика Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы филиалында башҡорт тарихи мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн билбауҙар һуға башланы.

Бала саҡтан балаҫ һуғырға ҡыҙығып үҫкән ҡыҙҙың хыялы уйламағанда тормошҡа аша. Ул интернет селтәрендә Сәжидә Муллағолованың балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре биреүе тураһында белеп ҡала һәм тиҙ арала станок һатып алып, эшкә өйрәнә, ҡулы ла тиҙ ҡалыплаша.
Интернет селтәрен гиҙгәндә, Туймазы районының Кендектамаҡ мәҙәниәт йортонда менеджер булып эшләүсе Татьяна Гордина яҙған мәғлүмәткә тап була. Ул, "кемдәрҙә һарыҡ йөнө бар, кемдәр йөн тетә, кемдәр йөн иләй, ярҙам итегеҙ әле, миңә МХО-ла ҡатнашған егеттәргә станокта билбау һуғыу өсөн һарыҡ йөнөнән иләнгән еп кәрәк", тип мөрәжәғәт итә.

Ошо һүҙҙәр Гөлмирә Йәмил ҡыҙының күңеленә инеп оялай һәм ошо уҡ мөрәжәғәт менән ауылдаштарына Ейәнсура районының Самаҙы ауылы халҡына өндәшә. Ауылдың ағинәйҙәре Мәүлиҙә Йылҡыбаева, Мәрфуға Ҡылысбаева, Миңнур Ҡылысбаева һәм Миңнур Дәүләтбаевалар тәҡдимде күтәреп алып, тиҙ арала йөн ептәрҙе Туймазы ҡалаһына оҙата.

Бөгөнгө көндә Туймазы районының Бишенде, Кендектамаҡ, Татар Олҡан, Бишҡурай, Балтай, Ҡарамалы Ғөбәй ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары йөн менән ярҙам итә. Гөлмирә Бикбулатова һуҡҡан туҡыманан Кәримә апай Фәхретдинова, шартына еткереп, билбау итеп тегә.
"Әлеге көндә ветерандар советы ике станок һатып алды, миндә ике станок, береһе – эштә, уныһы менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм, ә икенсеһе өйҙә тора, өй мәшәҡәттәренән бушау менән билбау һуғырға ултырам", – ти егеттәргә ихлас күңелдән ярҙам итеү өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонған Гөлмирә Бикбулатова.

Етеп килгән һалҡын миҙгелдә был билбауҙар егеттәребеҙгә тыуған ер йылыһын да еткерһен, оҫталарҙың ҡулдары талмаһын.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 09:45


Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус операция биләмәһенә юлланды.

Бөгөн уларҙы “Өфө - Арена” спорт һарайы майҙанынан яҡындары һәм туғандары оҙатты.

“Ир-егеттәр Ватан алдындағы бурысты намыҫ менән үтәй”, - тип белдерҙе үҙенең сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.

Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына махсус автобустар алып бара. Транспорт саралары маршруты республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 09:07


Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында парктар төҙөкләндерелә.

Был хаҡта социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

“Улар “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Баймаҡта ҡаланың үҙәк майҙанына ремонт яһалды. Әле эштәр Салауат Юлаев паркында алып барыла: фонтан менән аллея яңыртыла, скейт-парк, спорт зонаһы булдырыла.

Верхотор ауылы элекке баҡыр иретеү заводы янында матур урында урынлашҡан. Биләмәлә сәхнә менән амфитеатр, уйын майҙансығы була, алма баҡсаһы ултыртыла. Эштәрҙе киләһе йылда тамамлау ҡарала. Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында лидерҙар рәтендә. Биш йыл эсендә 34 проект еңеүсе булды”, - тип яҙған Рәдий Хәбиров.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 08:10


25 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә.

Байрам поезы 19 ноябрҙә Тайшет ҡалаһынан стартҡа сыға. 24 декабрҙә ул Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында туҡтай.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 07:10


Республиканан бер төркөм руханиҙар Сәғүд Ғәрәбстанына кесе хажға юлланды.

“Өфө” халыҡ-ара аэропортынан изге сәйәхәткә юлланғандарҙың күбеһе быға тиклем дә хаж, ғөмрәгә барыу ғәмәле менән таныш булған. Сәфәргә сығыусыларҙы Мәҙинә һәм Мәккә ҡалалары буйлап тел, тарих, мәҙәниәтте белгән гид оҙатып йөрөйәсәк.

Ғөмрәне, йәки кесе хажды Мәккәнең Әл-Хәрәм мәсетендә талап ителгән көндәрҙә бәлиғ, сәләмәт, үҙ аңында булған һәм мөмкинлектәре рөхсәт иткән мосолмандар ҡыла.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 06:45


Өфөлә янғында бер кеше һәләк булған.

Ут Адмирал Макаров урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортта сыға. Янғын һүндереүгә 11 берәмек техника, 34 кеше йәлеп ителә, 150-ләп кеше эвакуациялана.

Ҡотҡарыусылар утты һүндергәндә бер кеше кәүҙәһенә юлыға, уның шәхесе асыҡлана. Янғын сәбәптәре буйынса тикшереү башланған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса идаралығынан.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 06:15


“Салауат Юлаев” үҙ майҙанындағы уйындар серияһын башлай.

💚 Бөгөн беҙҙекеләр “Сочи” командаһы менән осраша. Уны Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.

Уйын кисен сәғәт етелә башлана.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 05:46


Суданда Рәсәй самолетын бәреп төшөргәндәр.

Самолет Дарфурҙа һәләкәткә осрай, әле унда һуғыш бара. Һәләк булғандар араһында Туймазынан авиаинжинер Антон Селиванец барлығы асыҡланған. Һәләкәт урынынан алыҫ түгел уның паспорты табыла.

33 йәшлек ир-егет хәрби ярҙам менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре самолетын йүнәтергә осҡан була. Рәсәйҙең Судандағы илселеге һәләкәт тураһында мәғлүмәтте тикшерә.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 05:00


112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Аҡ торналар көнө уңайынан сара үтә.

Унда Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары ҡатнаша. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡағыҙҙан аҡ торналар һыны эшләгән.

Аҡ торналар - дәһшәтле һуғыштар алып киткәндәр хаҡында хәтер символы.

ЮЛДАШ радиоһы

22 Oct, 04:31


Бөгөн Рәсәйҙа Аҡ торналар көнө билдәләнә.

Аҡ торналар көнө - шиғриәт байрамы һәм Ер йөҙөндә бөтә һуғыштарҙа һәләк булған ҡорбандарҙы иҫкә ала торған көн.

Байрам күренекле авар шағиры, киң билдәле "Торналар" шиғыры авторы Рәсүл Ғамзатов инициативаһы буйынса барлыҡҡа килә.

2,752

subscribers

9,654

photos

1,658

videos